Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УҠЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҠЫҘЫҠҺЫНА

Раштыуа байрамы мәсихселәр өсөнмө?

Раштыуа байрамы мәсихселәр өсөнмө?

Бөтә донъяла миллионлаған кеше Раштыуа байрамын, йәғни Ғайса Мәсихтең тыуған көнөн, үткәрергә кәрәк икәненә ышана. Әммә шуныһы ҡыҙыҡ: Ғайсаның илселәре һәм башҡа беренсе мәсихселәр Раштыуа байрамын үткәргәнме? Изге Яҙмала тыуған көн байрамын үткәреү хаҡында берәй нәмә әйтеләме? Был һорауҙарға яуап биреү беҙгә Раштыуа байрамы мәсихселәр өсөнмө, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итер.

Беренсенән, Изге Яҙмала Ғайсаның йә Алланың башҡа берәй тоғро хеҙмәтсеһенең тыуған көн үткәргәне хаҡында бер нәмә лә әйтелмәй. Унда тыуған көнөн байрам иткән ике кеше хаҡында ғына яҙылған. Уларҙың береһе лә Аллаһы Тәғәләнең — Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булмаған, һәм байрамдарҙың икеһендә лә фажиғәле ваҡиғалар булған (Башланмыш 40:20; Марк 6:21). Бер энциклопедияла яҙылғанса, беренсе мәсихселәр «тыуған көн үткәреү мәжүси йолаһын» кире ҡаҡҡан («Encyclopædia Britannica»).

Ғайса ҡасан тыуған?

Изге Яҙмала Ғайсаның ҡасан тыуғаны теүәл әйтелмәй. Макклинток һәм Стронг энциклопедияһында былай тиелә: «Ғайса Мәсихтең тыуған көнөн Я[ңы] Ғ[әһедтән] дә, башҡа берәй сығанаҡтан да белеп булмай». Әгәр ҙә Ғайса мәсихселәрҙең уның тыуған көнөн үткәреүен теләһә, был турала әйтеп ҡалдырмаҫ инеме ни?

Икенсенән, Изге Яҙмала, Ғайса йә уның шәкерттәренең береһе Раштыуа байрамын үткәргән, тип әйтелмәй. «Яңы католик энциклопедияһы»нда әйтелгәнсә, Раштыуа байрамын үткәреү беренсе тапҡыр яҡынса «б. э. 336 йылында төҙөлгән Рим альманахында» (Филокал «Хронографы») иҫкә алына. Ул ваҡытта Изге Яҙманың яҙылыуы күптән инде тамамланған булған һәм Ғайсаның ергә килеүенән һуң бер нисә быуат үткән. Бына ни өсөн Макклинток һәм Стронг энциклопедияһында: «Алла Раштыуаны урынлаштырмаған, был байрам Я[ңы] Ғ[әһедкә] лә нигеҙләнмәгән», — тип әйтелә *.

Ғайса үҙ шәкерттәренә ниндәй ваҡиғаны иҫкә алырға ҡушҡан?

Ғайса пәйғәмбәр — Бөйөк Остаз үҙ шәкерттәренә ап-асыҡ күрһәтмәләр биргән, һәм уларҙың барыһы ла Изге Яҙмала яҙылған. Раштыуа байрамын үткәреү уларҙың иҫәбенә инмәгән. Мәктәптәге уҡытыусы уҡыусыларҙың үҙенә бирелгән күрһәтмәләрҙән тыш эш итеүен теләмәгән шикелле, Ғайса ла үҙ шәкерттәренең Изге Яҙмала яҙылғандарҙан тыш эш итеүен теләмәй (1 Коринфтарға 4:6).

Икенсе яҡтан, бер мөһим ваҡиға беренсе мәсихселәргә бик таныш булған. Ул — Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе. Ғайса үҙенең шәкерттәренә, был байрамды үткәрергә кәрәк, тип үҙе әйткән, хатта быны нисек эшләргә икәнен күрһәткән. Быға ҡағылышлы бөтә күрһәтмәләр һәм Ғайсаның теүәл үлгән көнө Изге Яҙмала яҙылған (Лука 22:19; 1 Коринфтарға 11:25).

Күреүебеҙсә, Раштыуа байрамы — ул тыуған көн байрамын үткәреү генә булып тора, һәм беренсе мәсихселәр был мәжүси йоланы кире ҡаҡҡан. Өҫтәүенә, Изге Яҙмала, Ғайса йә уның шәкерттәре Раштыуа байрамын үткәргән, тип әйтелмәй. Быларҙың барыһын иҫәпкә алып, бөтә донъя буйынса миллионлаған мәсихсе Раштыуа байрамын үткәрмәҫкә булған.

^ 6 абз. Был байрамдың йолалары хаҡында күберәк мәғлүмәтте «Аллаға яҡын булыу мөмкин» тигән брошюрала «Уҡыусыларҙың һорауҙары. Раштыуа тураһындағы факттар» тигән мәҡәләлә таба алаһығыҙ (bp153-TAT).