Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Армагеддон нимә ул?

Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса,

был бөтә тереклекте үлемгә килтергән ядро һуғышы йә тәбиғәт афәте. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Армагеддон — ул «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә»ге һуғыш. Ул көндә Алла бөтә яуызлыҡты юҡ итәсәк (Асылыш 16:14, 16).

Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?

  • Армагеддон һуғышында Алла ерҙе түгел, ә уны һәләк иткән кешеләрҙе юҡ итәсәк (Асылыш 11:18).

  • Армагеддон һуғышы бар һуғыштарҙы бөтөрәсәк (Зәбур 46:8, 9).

Армагеддон һуғышында иҫән ҡалып булырмы?

Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

  • Эйе

  • Юҡ

  • Бәлки

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

«Оло ҡайғы-хәсрәт» Армагеддон һуғышы менән тамамланыр. Һәр миләттән сыҡҡан «бихисап күп халыҡ» «оло ҡайғы-хәсрәт кисереп», иҫән ҡалыр (Асылыш 7:9, 14).

Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?

  • Алла Армагеддонда мөмкин тиклем күберәк кешенең иҫән ҡалыуын теләй. Йәһүә иң һуңғы сиктә генә яуыздарҙы һәләк итәсәк (Йәзәкил 18:32).

  • Изге Яҙмала Армагеддонда нисек иҫән ҡалып була икәне аңлатыла (Сафуния 2:3).