Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо заманда утты нисек күсереп йөрөткәндәр?

БАШЛАНМЫШ китабының 22-се бүлегендә Ибраһимдың ҡорбан килтерер өсөн алыҫ ергә барғаны хаҡында әйтелә. Унда былай тиелгән: «Ул, ҡорбан яндыра торған утынды алып, улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла, Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар» (Баш. 22:6).

Изге Яҙмала кешеләрҙең боронғо заманда нисек ут яндырғаны хаҡында теүәл әйтелмәй. Ибраһим менән Исхаҡ үткән оҙон юлды иҫәпкә алып, бер белгес юғарыла килтерелгән өҙөк тураһында былай тигән: «Юл буйы утты һаҡлап ҡалыу мөмкин булмаҫ ине». Тимәк, был шиғырҙа һүҙ, бәлки, утты яндырып ебәрә торған берәй ҡорал тураһында баралыр.

Әммә башҡа белгестәр фекеренсә, боронғо заманда утты тоҡандырып ебәреү еңел булмаған. Утлы күмерҙе күршеләрҙән алыу күпкә еңелерәк булған. Шуға күрә күп кенә тикшеренеүселәр уйлауынса, Ибраһим, төнгө усаҡтың быҫҡып ятҡан күмерен йә ҡыҙған таш күмерҙе берәй һауытҡа (бәлки, сылбырлы сүлмәккә) һалып, уны үҙе менән алған (Ишағ. 30:14). Ундай күмер һәм ҡоро утын ярҙамында утты теләһә ҡайһы ваҡытта яндырып булған.