Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итә

Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итә

«Йәһүә һине һәр ваҡыт етәкләп барыр» (ИШАҒ. 58:11).

ЙЫРҘАР: 152, 22

1, 2. а) Йәһүә шаһиттары башҡа дини ойошмаларҙан нимә менән айырылып тора? б) Был һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

«ҺЕҘҘЕҢ етәксегеҙ кем?» Бындай һорауҙы йыш ҡына Йәһүә шаһиттарына бирәләр. Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки күп кенә диндәрҙә берәй ир йә ҡатын етәксе вазифаһын үтәй. Беҙ иһә Етәксебеҙ ниндәйҙер камилһыҙ кеше түгел икәне менән ғорурланабыҙ. Беҙҙе терелтелгән Ғайса Мәсих етәкләй, ә ул үҙе Атаһы Йәһүәгә буйһона (Матф. 23:10).

2 Шулай ҙа бөгөн Алла халҡы менән етәкселек иткән ир-аттар төркөмө бар, был төркөм Изге Яҙмала «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» тип атала (Матф. 24:45). Улайһа, ни өсөн, беҙҙең менән Йәһүә үҙенең Улы аша етәкселек итә, тип әйтеп була? Был һәм киләһе мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең меңәрләгән йылдар дауамында үҙ халҡы менән етәкселек итеүҙе билдәле бер кешеләргә тапшырғанын күрербеҙ. Беҙ был кешеләрҙе Йәһүә билдәләгәнен, шулай уҡ тап ул боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта ла үҙ халҡының Етәксеһе булып ҡалғанын иҫбатлаған өс дәлилде ҡарап сығырбыҙ (Ишағ. 58:11).

УЛАРҒА ИЗГЕ РУХ БИРЕЛГӘН БУЛҒАН

3. Мусаға Израиль халҡы менән етәкселек итергә нимә ярҙам иткән?

3 Алланың вәкилдәренә изге рух бирелгән булған. Израилдәр өҫтөнән етәксе итеп билдәләнгән Мусаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уға бындай яуаплы йөкләмәне үтәргә нимә ярҙам иткән? Йәһүә «уға үҙенең изге рухын биргән». (Ишағыя 63:11—14-те уҡығыҙ *.) Мусаға изге рух бирелгәнгә, асылда, халыҡ менән Йәһүә етәкселек иткән.

4. Израилдәр Мусаның изге рух тьәҫире аҫтында эш иткәнен ҡайҙан белә алған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Изге рухты күреп булмай, улайһа израилдәр Мусаның изге рух тьәҫире аҫтында эш иткәнен ҡайҙан белә алған? Изге рух ярҙамында Муса мөғжизәләр ҡылған һәм Йәһүәнең исемен фирғәүен алдында иғлан иткән (Сығ. 7:1—3). Шулай уҡ изге рух Мусаға израилдәр менән етәкселек итер өсөн мөхәббәт, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡ һымаҡ күркәм сифаттар сағылдырырға ярҙам иткән. Муса күрше халыҡтарҙың ҡаты бәғерле һәм үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртҡан идарасыларынан ни тиклем ныҡ айырылып торған! (Сығ. 5:2, 6—9) Шулай итеп, Йәһүәнең Мусаны үҙ халҡының етәксеһе итеп һайлағаны ап-асыҡ күренгән.

5. Йәһүә башҡа ир-аттарға, халҡы менән етәкселек итһендәр өсөн, нисек көс биргән? Аңлатығыҙ.

5 Һуңыраҡ Йәһүә үҙ халҡы өҫтөнән етәксе итеп ҡуйған башҡа ир-аттарға ла изге рухын биргән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Нун улы Ешуа зирәклек рухына эйә ине» (Ҡан. 34:9); «Йәһүә рухы Гедеонға төштө» (Хөк. 6:34); «Йәһүә үҙ рухы аша Дауытҡа ярҙам итә башланы» (1 Сам. 16:13). Уларҙың барыһы ла, Йәһүә рухының ярҙамына таянып, үҙ көстәре менән эшләй алмаған данлы эштәр ҡылған (Еш. 11:16, 17; Хөк. 7:7, 22; 1 Сам. 17:37, 50). Һөҙөмтәлә бөтә бындай эштәр өсөн хаҡлы рәүештә Йәһүә данланған.

6. Ни өсөн Алла үҙ халҡынан етәксе итеп ҡуйылған ир-аттарға буйһоноуҙы көткән?

6 Йәһүәнең шул ир-аттарға изге рух биргәне ап-асыҡ күренгән. Был израилдәргә нисек тәьҫир итергә тейеш булған? Халыҡ Мусаның етәкселегенән зарлана башлағас, Йәһүә былай тигән: «Ҡасанға хәтле был халыҡ миңә хөрмәт күрһәтмәҫ» (Һан. 14:2, 11). Эйе, тап Йәһүә Мусаны, Ешуаны, Гедеонды һәм Дауытты үҙ вәкилдәре итеп билдәләгән булған. Израилдәр уларға буйһонғанда, асылда, улар Йәһүәнең үҙенә буйһонған.

УЛАРҒА ФӘРЕШТӘЛӘР ЯРҘАМ ИТКӘН

7. Фәрештәләр Мусаға нисек ярҙам иткән?

7 Алланың вәкилдәренә фәрештәләр ярҙам иткән. (Еврейҙарға 1:14-те уҡығыҙ.) Йәһүә фәрештәләр аша Мусаға йөкләмәләр биргән, уны был йөкләмләрҙе үтәр өсөн бөтә кәрәк нәмә менән тьәмин иткән һәм уны етәкләгән. Алла Мусаны «күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән» (Ғәм. 7:35). Йәһүә шулай уҡ фәрештәләр аша Ҡанун тапшырған, шул Ҡанун нигеҙендә Муса израилдәргә күрһәтмәләр биргән (Гал. 3:19). Йәһүә уға былай тигән: «Халыҡты мин һиңә әйткән ергә алып бар. Бына, минең фәрештәм алдыңдан барасаҡ» (Сығ. 32:34). Изге Яҙмала, израилдәр кеше ҡиәфәтенә ингән фәрештәләрҙең Мусаға ярҙам иткәнен күргән, тип әйтелмәгән. Ләкин Мусаның израилдәрҙе нисек өйрәткәне һәм улар менән нисек етәкселек иткәне уның юғарынан ярҙам алғанын асыҡ күрһәткән.

8. Фәрештәләр Ешуаға һәм Езекияға нисек ярҙам иткән?

8 Муса үлгәндән һуң, уның урынына ҡалған Ешуа Алла халҡын ҡынаандарға ҡаршы һуғышҡа алып барырға тейеш булған. Ул ваҡытта уны «Йәһүә ғәскәренең мирзаһы» нығытҡан, һәм израилдәр еңеү яулаған (Еш. 5:13—15; 6:2, 21). Һуңыраҡ, Езекия батша көндәрендә, Ассирияның ғәйәт ҙур ғәскәре Иерусалимға уны баҫып алыу ниәте менән килгән. Бер төн эсендә «Йәһүәнең бер фәрештәһе, сығып, ассирийҙарҙың лагерендә 185 000 кешене үлтергән» (2 Бат. 19:35).

9. Алла вәкилдәренең етешһеҙлектәрен күреү израилдәргә буйһонмаҫҡа хоҡуҡ биргәнме? Аңлатығыҙ.

9 Фәрештәләр — камил заттар, ә бына уларҙан ярҙам алған кешеләр камил булмаған. Мәҫәлән, бер ваҡыт Муса Йәһүәгә дан килтермәгән (Һан. 20:12). Ешуа, гаваондар менән килешеү төҙөр алдынан, Алланан кәңәш һорамаған (Еш. 9:14, 15). Ә Езекияның йөрәге ҡыҫҡа ваҡытҡа ғорурланып киткән (2 Йыл. 32:25, 26). Шулай ҙа, был ир-аттарҙың етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, израилдәр уларға буйһонорға тейеш булған, сөнки Йәһүә фәрештәләре аша был етәкселәргә ярҙам итеп торған. Эйе, был халыҡ менән Йәһүә етәкселек иткән.

УЛАР АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ КҮРҺӘТМӘЛӘРГӘ БУЙҺОНҒАН

10. Муса нисек Алла ҡанунындағы күрһәтмәләргә буйһонған?

10 Алланың вәкилдәре уның Һүҙендәге күрһәтмәләргә буйһонған. Алла Һүҙендә израилдәргә бирелгән Ҡанун «Муса ҡануны» тип атала (1 Бат. 2:3). Шулай ҙа, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ҡанунды Йәһүә биргән булған, һәм Муса үҙе лә уның буйынса йәшәргә тейеш булған (2 Йыл. 34:14). Мәҫәлән, Йәһүә Мусаға изге сатыр ҡороу буйынса күрһәтмәләр биргән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Муса барыһын Йәһүә ҡушҡанса эшләне. Ул тап шулай эшләне» (Сығ. 40:1—16).

11, 12. а) Ешуанан һәм Алла халҡы менән идара иткән батшаларҙан нимә талап ителгән? б) Алланың Һүҙе уның халҡы менән идара итеүселәргә нисек тәьҫир иткән?

11 Ешуа израилдәрҙең етәксеһе булып киткәндә, уның инде яҙма рәүештәге Алла Һүҙе булған. Алла уға: «Был Ҡанун китабында яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн, ...уны көнө-төнө уҡып уйлан», — тигән (Еш. 1:8). Аҙаҡ Алла халҡы менән идара иткән батшалар ҙа ошо бойороҡҡа буйһонған. Улар Ҡанунды көн һайын уҡырға, уның күсермәһен яһарға һәм «был Ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә», ундағы «ҡағиҙәләрҙе лә үтәргә» тейеш булған. (Ҡанун 17:18—20-не уҡығыҙ *.)

12 Алла Һүҙе үҙ өҫтөнә етәкселек алған ир-аттарға нисек тәьҫир иткән? Иосия батшаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Муса ҡануны яҙылған яҙма табылғас, Иосияның сәркәтибе уға уны уҡый башлаған *. Яҙмалағы һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша үҙен нисек тотҡан? Изге Яҙмала былай тиелә: «Ҡанун ҡулъяҙмаһындағы һүҙҙәрҙе ишетеү менән, батша өҫтөндәге кейемен йыртып ебәрҙе». Бынан тыш, Алла Һүҙе Иосияны боттарға табыныуға ҡаршы тәүәккәл көрәш башларға һәм бығаса бер батша ла үткәрмәгән рәүештә Ҡотҡарылыу байрамын ойошторорға дәртләндергән (2 Бат. 22:11; 23:1—23). Иосия һәм Алла халҡы менән етәкселек иткән башҡа тоғро ир-аттар Алла Һүҙенә ҡолаҡ һалған, шуға күрә улар халыҡҡа биргән күрһәтмәләрен Алла Һүҙенә ярашлы итеп үҙгәрткән һәм аңлатҡан. Шундай үҙгәрештәр израилдәргә Алла ихтыяры буйынса эш итергә ярҙам иткән.

13. Алла халҡы менән етәкселек итеүселәр мәжүси идарасыларҙан нимә менән айырылып торған?

13 Аллаға тоғро булған батшалар башҡа халыҡтарҙың алдан күрә белмәгән һәм кешелек туплаған аҡылға таянып эш иткән батшаларынан ни тиклем ныҡ айырылып торған! Мәҫәлән, ҡынаандарҙың етәкселеге аҫтында кешеләр яҡын туғандар, үҙ енесендәге кешеләр һәм хайуандар менән енси мөнәсәбәткә инеү, шулай уҡ балаларҙы ҡорбан итеп килтереү һәм боттарға табыныу кеүек ерәнгес эштәр менән шөғөлләнгән (Лев. 18:6, 21—25). Алла израилдәргә хәҙерге ваҡыттағы фәнни асыштарға тура килгән гигиена ҡағиҙәләре биргән. Әммә Вавилон һәм Мысыр идарасылары шул ҡағиҙәләрҙе тотмаған (Һан. 19:13). Израилдәр шуны асыҡ күргән: Алла халҡы менән етәкселек иткән тоғро ир-аттар, мәжүси етәкселәрҙән айырмалы рәүештә, халыҡтың рухи, әхлаҡи һәм физик яҡтан таҙа булыуын ҡайғыртҡан. Һис шикһеҙ, израилдәр менән Йәһүә үҙе етәкселек иткән.

14. Ни өсөн Йәһүә үҙ халҡының ҡайһы бер етәкселәрен төҙәткән?

14 Алла халҡы менән идара иткән батшаларҙың ҡайһы берҙәре Аллаға буйһонмаған. Улар Алланың изге рухы, фәрештәләре һәм Һүҙе аша биргән күрһәтмәләрен кире ҡаҡҡан. Ҡайһы бер осраҡтарҙа Йәһүә ундай етәкселәрҙе төҙәткән йәки уларҙың урынына башҡа кешеләрҙе ҡуйған (1 Сам. 13:13, 14). Йәһүә үҙе билдәләгән ваҡытта израилдәр менән идара иткән бөтә етәкселәрҙән дә күпкә яҡшыраҡ етәксене билдәләгән.

ЙӘҺҮӘ КАМИЛ ЕТӘКСЕНЕ БИЛДӘЛӘЙ

15. а) Пәйғәмбәрҙәр иң яҡшы етәксенең килеүе хаҡында нимә әйткән? б) Был етәксе кем булып сыҡҡан?

15 Быуаттар дауамында Йәһүә үҙ халҡы өҫтөнән иң яҡшы етәксе ҡуясағы хаҡында пәйғәмбәрлек иткән булған. Муса израилдәргә былай тигән: «Аллаң Йәһүә һиңә ҡәрҙәштәрең араһынан минең кеүек пәйғәмбәр бирәсәк. Уны тыңла» (Ҡан. 18:15). Ишағыя был идарасы тураһында, ул «етәксе һәм башлыҡ» буласаҡ, тип пәйғәмбәрлек иткән (Ишағ. 55:4). Ә Данил пәйғәмбәр, Алла тарафынан рухландырылып, «Мәсих Етәксенең» килеүе хаҡында яҙған (Дан. 9:25). Ахыр сиктә, Ғайса Мәсих үҙен Алла халҡының «Уҡытыусы[һы]», йәғни Етәксеһе тип атаған. (Матфей 23:10-ды уҡығыҙ.) Ғайсаның шәкерттәре уға теләп эйәргән һәм уның Йәһүә тарафынан һайланғанына һис тә шикләнмәгән (Яхъя 6:68, 69). Йәһүәнең үҙ халҡы менән Ғайса Мәсих аша етәкселек итәсәгенә уларҙы нимә инандырған?

16. Ғайсаның изге рух тәьҫире аҫтында эш иткәненә ниндәй дәлилдәр бар?

16 Ғайса Мәсихкә изге рух бирелгән булған. Ғайса һыуға сумдырылған саҡта Сумдырыусы Яхъя «күктәрҙең асылып китеүен һәм [Ғайсаның] өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен» күргән. Унан һуң изге рух Ғайсаны сүлгә китергә дәртләндергән (Марк 1:10—12). Ерҙәге хеҙмәте дауамында Алланың изге рухы Ғайсаға мөғжизәләр ҡылырға һәм кешеләрҙе хакимлыҡ менән өйрәтергә көс биргән (Ғәм. 10:38). Бынан тыш, изге рух ярҙамында Ғайса мөхәббәт, шатлыҡ һәм ҡаҡшамаҫ иман кеүек күркәм сифаттарҙы камил рәүештә сағылдырған (Яхъя 15:9; Евр. 12:2). Бер етәксе лә үҙендә Алла рухы булғанын иҫбатлар өсөн шул тиклем күп дәлил килтерә алмаҫ ине. Ғайса Мәсихте Йәһүә үҙе һайлаған.

Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, фәрештәләр уға нисек ярҙам иткән? (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Фәрештәләр Ғайсаға нисек ярҙам иткән?

17 Ғайса Мәсихкә фәрештәләр ярҙам иткән. Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, уның «янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт» иткән (Матф. 4:11). Ә уның үлеменә тиклем бер нисә сәғәт ҡалғас, «Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән» (Лука 22:43). Ғайса бер ҙә шикләнмәгән: Йәһүә, үҙенең ихтыярын үтәр өсөн, теләһә ҡайһы ваҡытта уға ярҙамға фәрештәләрен ебәрә ала (Матф. 26:53).

18, 19. Алла Һүҙе Ғайсаның тормошона һәм өйрәтеүҙәренә нисек тәьҫир иткән?

18 Ғайса Мәсих Алла Һүҙендәге күрһәтмәләргә буйһонған. Хеҙмәтен башлағандан бирле үлеменә тиклем Ғайса Алла Һүҙе буйынса эш иткән (Матф. 4:4). Хатта үлеме алдынан һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә лә, ул Мәсих хаҡындағы пәйғәмбәрлектәрҙән өҙөмтәләр килтергән (Матф. 27:46; Лука 23:46). Ул ваҡытта йәшәгән дин әһелдәре иһә Алла Һүҙе уларҙың йолаларына ҡаршы килгән һәр осраҡта уны кире ҡаҡҡан. Йәһүәнең Ишағыя пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәрен өҙөмтә итеп килтереп, Ғайса былай тигән: «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән йыраҡ. Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә» (Матф. 15:7—9). Йәһүә шул дин әһелдәренең берәйһенә үҙ халҡы менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыра алғанмы ни?

19 Алла Һүҙендәге кәңәштәр Ғайсаның эштәренә генә түгел, ә шулай уҡ уның башҡаларҙы нимәгә өйрәткәненә лә тәьҫир иткән. Дин әһелдәре уға ауыр һорауҙар биргәндә, ул үҙенең сикһеҙ зирәклегенә йә сағыштырғыһыҙ тәжрибәһенә таянмаған. Киреһенсә, Ғайса бөтә һүҙҙәрен Алла Һүҙенә нигеҙләгән (Матф. 22:33—40). Ул, тыңлаусыларына үҙенең күктәге тормошо йәки Ғаләмдең барлыҡҡа килтерелеүе тураһында хикәйәләр һөйләп, кәйеф-сафа ҡормаған. Бының урынына «Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән» (Лука 24:32, 45). Ул Алла Һүҙен яратҡан һәм уның хаҡында башҡаларға һөйләргә ынтылған.

20. а) Ғайсаның Йәһүәне данлауы нимәнән күренгән? б) Ғайса менән Ирод Агриппа араһында ниндәй айырма бар, һәм беҙ бынан Йәһүәнең кемде етәксе итеп һайлауы хаҡында нимә беләбеҙ?

20 Кешеләрҙе «мәрхәмәт тулы һүҙҙәре» менән таң ҡалдырһа ла, Ғайса һәр ваҡыт үҙенең Уҡытыусыһы Йәһүәне данлаған (Лука 4:22). Бер бай кеше, Ғайсаны данларға теләп, уны «Изгелекле Остаз» тип атағас, Ғайса тыйнаҡ ҡына былай тигән: «Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? ...Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел» (Марк 10:17, 18). Һигеҙ йыл самаһы үткәндән һуң Йәһүҙиәнең батшаһы, йәғни етәксеһе булып киткән Ирод Агриппа Беренсенән Ғайса ни тиклем ныҡ айырылып торған! Бер көндө Ирод махсус осрашыуға йыйылған ҙур халыҡ төркөмө алдына «батша кейемдәре кейеп» сыҡҡан. Уның һүҙҙәрен ишетеп, халыҡ: «Был тауыш — кеше тауышы түгел, был — илаһ тауышы», — тип ҡысҡыра башлаған. Иродҡа был һүҙҙәр, моғайын, бик оҡшағандыр. Ә шунан нимә булған? «Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды», — тиелгән Инжилдә (Ғәм. 12:21—23). Әлбиттә, берәй кемдең, Йәһүә Иродты үҙ халҡының етәксеһе итеп ҡуйған, тигән һығымтаға килгәне шикле. Шул уҡ ваҡытта Йәһүәнең Ғайса Мәсихте һайлағанына бик күп дәлилдәр бар, һәм Ғайса һәр ваҡыт Йәһүәне үҙ халҡының Иң юғары хакимы итеп данлаған.

21. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

21 Ғайса бер нисә йыл ғына етәксе булырға тейеш булмаған. Терелтелгәндән һуң, ул былай тигән: «Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде... Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам» (Матф. 28:18—20). Әммә, күҙгә күренмәгән рухи шәхес булараҡ, Ғайса күктән Алланың ерҙә йәшәгән халҡы менән нисек етәкселек итергә тейеш? Йәһүә Ғайсаның етәкселеге аҫтында халҡы менән етәкселек итеүҙе кемгә ышанып тапшырған? Һәм мәсихселәр Алланың вәкилдәрен башҡа кешеләрҙән нисек айыра ала? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 3 абз. Ишағыя 63:11—14: «Улар үткән көндәрҙе, уның хеҙмәтсеһе Мусаның көндәрен иҫтәренә төшөрҙө: „Үҙ халҡын көтөүселәре менән бергә диңгеҙ аша үткәргән Алла ҡайҙа? Уға үҙенең изге рухын биргән Алла ҡайҙа? Үҙенең данлыҡлы ҡулы менән Мусаны уң ҡулынан етәкләгән, үҙенә мәңгелек исем булдырыр өсөн, улар алдында һыуҙарҙы айырған Алла ҡайҙа? Улар асыҡ ҡырҙа сапҡан аттай абынмайынса үтһендәр өсөн, ярһыулы һыуҙар аша юл асҡан Алла ҡайҙа? Мал-тыуар, үҙәнгә барып, ял иткән кеүек, Йәһүә рухы уларға ял бирҙе“. Үҙеңә мөһабәт исем булдырыр өсөн, һин халҡыңды шулай итеп алып барҙың».

^ 11 абз. Ҡанун 17:18—20: «Ул, батша тәхетенә ултырғас, төргәккә үҙе өсөн рухани-левиттар һаҡлаған Ҡанундың күсермәһен яҙып алырға тейеш. Ул унда булһын, һәм ул уны ғүмеренең бөтә көндәрендә лә уҡыһын, шул саҡ ул Аллаһы Йәһүәне тәрән хөрмәт итергә һәм был Ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә, ошо ҡағиҙәләрҙе лә үтәргә өйрәнер. Шул саҡ уның йөрәге ҡәрҙәштәренән өҫтөн күтәрелмәҫ, һәм ул әмерҙәрҙән ситкә — уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, ул үҙе һәм уның улдары Израиль араһында үҙ батшалығы өҫтөнән оҙаҡ идара итә алыр».

^ 12 абз. Бәлки, был яҙма Ҡанундың күсермәһе түгел, ә Муса үҙ ҡулы менән яҙған Ҡанундың төп нөсхәһе булғандыр.