Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөгөн Алла халҡы менән ысынында кем етәкселек итә?

Бөгөн Алла халҡы менән ысынында кем етәкселек итә?

«Арағыҙҙа етәкселекте үҙ өҫтәренә ал[ған]... кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ» (ЕВР. 13:7, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 11, 43

1, 2. Ғайса күккә күтәрелгәндән һуң, илселәр, моғайын, нимә хаҡында уйланғандыр?

ҒАЙСА МӘСИХТЕҢ илселәре Зәйтүн тауында күккә ҡарап тора. Улар әле генә үҙҙәренең дуҫы һәм хужаһы Ғайсаның күккә күтәрелеп болоттарҙа юғалғанын күрҙе (Ғәм. 1:9, 10). Ике йыл самаһы дауамында Ғайса уларҙы өйрәтте, рухландырҙы һәм етәкләне. Хәҙер, Ғайса яндарында булмағас, улар нимә эшләр?

2 Ғайса үҙенең шәкерттәренә бындай йөкләмә биргән: «Һеҙ... Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ» (Ғәм. 1:8). Улар был йөкләмәне нисек үтәй алған? Ғайса уларҙы, оҙаҡламай һеҙгә изге рух биреләсәк, тип ышандырған (Ғәм. 1:5). Шулай ҙа, мәсихселәр вәғәз эшен бөтә донъя буйынса ойошторолған рәүештә алып бара алһын өсөн, берәйһенең етәкселек итеүе талап ителгән. Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙ халҡы менән етәкселек итер өсөн кешеләр араһынан үҙенә вәкилдәр һайлаған. Шуға күрә илселәр, моғайын, үҙ-үҙҙәренә бындай һорау биргәндер: «Йәһүә үҙ халҡы өсөн яңы етәксене билдәләрме?»

3. а) Ғайса күккә күтәрелгәндән һуң, тоғро илселәр ниндәй мөһим ҡарар ҡабул иткән? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Был ваҡиғаларҙан һуң ике аҙна ла үтмәҫтән, Ғайсаның шәкерттәре, Изге Яҙманы тикшереп һәм Аллаға доға ҡылып, Йәһүҙә Искариот урынына Матфийҙы 12-се илсе итеп һайлаған (Ғәм. 1:15—26). Ни өсөн был ҡарар илселәр өсөн дә, Йәһүә өсөн дә бик мөһим булған? Илселәрҙең һаны тап 12 булырға тейеш булған *. Ғайса илселәрен хеҙмәттә үҙен оҙатып йөрөүселәр итеп кенә һайламаған. Киләсәктә улар Алла халҡы араһында мөһим роль уйнарға тейеш булған. Ниндәй роль тураһында һүҙ бара, һәм Йәһүә Ғайса аша уларҙы был ролде үтәүгә нисек әҙерләгән? Бөгөн Алла халҡы араһында шундай уҡ роль үтәгән ағай-ҡәрҙәштәр бармы? Һәм беҙ арабыҙҙа «етәкселекте үҙ өҫтәренә» алыусыларҙы, айырыуса «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» нисек иҫтә тота алабыҙ? (Евр. 13:7, ЯДТ; Матф. 24:45).

КҮҘГӘ КҮРЕНМӘГӘН ЕТӘКСЕНЕҢ ИДАРАҺЫ АҪТЫНДА БУЛҒАН КӘҢӘШМӘ

4. Беренсе быуатта Иерусалимдағы илселәр менән башҡа өлкәндәр ниндәй роль уйнаған?

4 Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында илселәр мәсихселәр йыйылышында үҙ өҫтөнә етәкселек ала башлаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Петр, ун бер илсе менән тороп баҫып, йыйылған ҙур халыҡ төркөмөнә — йәһүдтәргә һәм прозелиттарға — ғүмерҙе һаҡлап ҡала алған хәҡиҡәттәр хаҡында һөйләгән (Ғәм. 2:14, 15). Тыңлаусыларҙың күбеһе мәсихсе булып киткән. Шул мәсихселәр илселәрҙән белем алыуын дауам иткән (Ғәм. 2:42). Илселәр йыйылыштағы аҡсаны дөрөҫ ҡулланыу хаҡында ҡайғыртҡан (Ғәм. 4:34, 35). Бынан тыш, улар үҙҙәрен «доға ҡылыу һәм артабан да һүҙ менән хеҙмәт итеү» эшенә бағышлаған, йәғни Алла халҡының рухи ихтыяждарын хәстәрләгән (Ғәм. 6:4). Өҫтәүенә, улар тәжрибәле мәсихселәрҙе һөйөнөслө хәбәрҙе башҡа ерҙәрҙә таратырға ебәргән (Ғәм. 8:14, 15). Күпмелер ваҡыттан һуң, йыйылыштар менән бәйле эштәрҙә, илселәрҙән тыш, рух менән майланған башҡа өлкәндәр ҙә ҡатнаша башлаған. Улар бөтә йыйылыштарға күрһәтмәләр биреүсе етәксе кәңәшмәне тәшкил иткән (Ғәм. 15:2).

5, 6. а) Ни өсөн, етәксе кәңәшмәгә изге рух бирелгән булған, тип әйтеп була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Етәксе кәңәшмәгә фәрештәләр нисек ярҙам иткән? в) Етәксе кәңәшмәнең Алла Һүҙендәге күрһәтмәләргә буйһонғаны нимәнән күренгән?

5 Ни өсөн беренсе быуаттағы мәсихселәр етәксе кәңәшмә менән йыйылыштың башы Ғайса Мәсих аша Йәһүә етәкселек итә икәненә һис тә шикләнмәгән? Беренсенән, етәксе кәңәшмәгә изге рух ярҙам иткән (Яхъя 16:13). Әлбиттә, изге рух бөтә майланған мәсихселәргә лә бирелгән булған, әммә ул айырыуса Иерусалимдағы илселәрҙе һәм өлкәндәрҙе күҙәтеүсе вазифаһын үтәргә һәләтле иткән. Мәҫәлән, б. э. 49 йылында изге рух етәксе кәңәшмәгә сөннәткә ултыртыуға ҡағылышлы ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән. Йыйылыштар шул ҡарар буйынса эш иткән, һәм уларҙың «иманы нығын[ған] һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта бар[ған]» (Ғәм. 16:4, 5). Был ҡарарҙы белдергән хат шуны күрһәткән: етәксе кәңәшмәне тәшкил иткән ағай-ҡәрҙәштәр изге рух емешен, шул иҫәптән мөхәббәт һәм иман кеүек сифаттарҙы сағылдырған (Ғәм. 15:11, 25—29; Гал. 5:22, 23, ЯДТ).

6 Икенсенән, етәксе кәңәшмәгә фәрештәләр ярҙам иткән. Корнилий исемле кеше еврей халҡынан булмаған һәм сөннәткә ултыртылмаған беренсе мәсихсе булған. Ул һыуға сумдырылыр алдынан, фәрештә уға илсе Петрҙы үҙенә саҡырып алыр өсөн берәйһен ебәрергә ҡушҡан. Петр Корнилийға һәм уның яҡындарына вәғәзләгәс, араларындағы ир-аттар сөннәткә ултыртылмаған булһа ла, уны тыңлағандарҙың барыһына ла изге рух бирелгән. Был осраҡтан һуң илселәр һәм башҡа ағай-ҡәрҙәштәр, Алла ихтыярына буйһоноп, мәсихселәр йыйылышына еврей халҡынан булмағандарҙы ла ҡабул иткән (Ғәм. 11:13—18). Бынан тыш, фәрештәләр етәксе кәңәшмәнең яуаплылығында булған вәғәз эшен тиҙләткән һәм уға әүҙем рәүештә булышлыҡ иткән (Ғәм. 5:19, 20). Өсөнсөнән, етәксе кәңәшмә Алла Һүҙендәге күрһәтмәләргә буйһонған. Рух менән майланған был өлкәндәр, тәғлимәттәргә ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл иткәндә һәм ойошмаға бәйле күрһәтмәләр биргәндә, тулыһынса Изге Яҙмаға нигеҙләнгән (Ғәм. 1:20—22; 15:15—20).

7. Ни өсөн беҙ, беренсе мәсихселәр менән Ғайса Мәсих етәкселек иткән, тип әйтә алабыҙ?

7 Етәксе кәңәшмәләге ағай-ҡәрҙәштәр беренсе мәсихселәр йыйылышында хакимлыҡҡа эйә булһа ла, улар үҙҙәренең Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында эш иткәнен аңлаған. «Ул Үҙе [Мәсих] ҡайһы берҙәрен — илселәр... итеп ҡуйҙы, — тип яҙған Павел. — Хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең Башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек» (Ефес. 4:11, 15). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, шәкерттәр үҙҙәрен берәй күренекле илсенең исеме менән атамаған, уларҙы, Алла ихтыяры буйынса, «мәсихселәр тип... исемләй башла[ғандар]» (Ғәм. 11:26). Павел шуны аңлаған: йыйылышта етәкселекте үҙ өҫтөнә алған илселәр һәм башҡа ағай-ҡәрҙәштәр «өйрәткән нәмәләрҙе», йәғни Изге Яҙмаға нигеҙләнеп таратҡан тәғлимәттәрҙе тотоу бик мөһим. Әммә ул былай тип өҫтәгән: «Мин һәр ирҙең [шул иҫәптән етәксе кәңшмәнең һәр ағзаһының] Башы — Мәсих, ...ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем» (1 Кор. 11:2, 3). Эйе, күккә күтәрелгән һәм үҙенең Башы Йәһүә Аллаға буйһонған Ғайса Мәсих йыйылыш менән етәкселек иткән.

«БЫЛ КЕШЕ ЭШЕ ТҮГЕЛ»

8, 9. XIX быуаттың аҙағынан башлап Расселл ҡәрҙәш ниндәй мөһим роль уйнаған?

8 XIX быуаттың аҙағында Чарлз Тейз Расселл һәм уның ҡайһы бер фекерҙәштәре хаҡ мәсихсе динен тергеҙер өсөн күп көс һала башлаған. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте төрлө телдәрҙә таратыр өсөн, 1884 йылда Сион күҙәтеү манараһы һәм трактаттар йәмғиәте рәсми рәүештә теркәлгән булған, Расселл ҡәрҙәш был йәмғиәттең президенты булып киткән *. Ул Изге Яҙманы тырышып тикшергән, шулай уҡ ҡыйыулыҡ менән Троица, үлемһеҙ йән һәм башҡа ялған тәғлимәттәрҙе фаш иткән. Ул Мәсихтең кеше күҙенә күренмәйенсә киләсәген һәм мәжүсиҙәр ваҡытының 1914 йылда тамамланасағын аңлаған (Лука 21:24). Рассел ҡәрҙәш, ваҡытын, көсөн һәм аҡсаһын йәлләмәйенсә, был белемдәрҙе кешеләр менән уртаҡлашҡан. Шик тә юҡ, шул мөһим осорҙа Расселл ҡәрҙәште Йәһүә һәм йыйылыштың башы Мәсих ҡулланған.

9 Расселл ҡәрҙәш кешеләр араһында танылыу табырға теләмәгән. 1896 йылда ул былай тип яҙған: «Беҙ кешеләрҙең үҙебеҙҙе йә баҫмаларыбыҙҙы ололауын да, данлауын да теләмәйбеҙ; беҙ изге ата йә уҡытыусы тип аталырға ла, берәй кемдең беҙҙең исемебеҙ менән аталыуын да теләмәйбеҙ». Һуңыраҡ ул былай тигән: «Был кеше эше түгел».

10. а) Ғайса «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» ҡасан билдәләгән? б) Ағай-ҡәрҙәштәр Етәксе кәңәшмә менән Күҙәтеү манараһы йәмғиәте араһында айырма барлығын нисек аңлаған?

10 1919 йылда, Расселл ҡәрҙәштең үлеменән һуң өс йыл үткәс, Ғайса «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» билдәләгән. Ул быны үҙенең өйҙәгеләренә «ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү» маҡсаты менән эшләгән (Матф. 24:45). Инде шул йылдарҙа уҡ Бруклиндағы (Нью-Йорк) баш идаралыҡта хеҙмәт иткән майланған мәсихселәрҙең бәләкәй генә төркөмө, рухи аҙыҡ әҙерләп, уны Мәсихтең эйәреүселәренә таратҡан. 1940-сы йылдарҙа баҫмаларыбыҙҙа «етәксе кәңәшмә» тигән һүҙбәйләнеш ҡулланыла башлаған, әммә ул ваҡытта был һүҙбәйләнеш Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәте менән тығыҙ бәйле булған. Ләкин 1971 йылда Етәксе кәңәшмә менән Күҙәтеү манараһы йәмғиәте араһындағы айырма асыҡ күрһәтелгән булған, сөнки Изге Яҙмала Күҙәтеү манараһы йәмғиәте тураһында бер нәмә лә әйтелмәй һәм ул юридик шәхес кенә. Шул ваҡыттан алып Етәксе кәңәшмәлә Йәмғиәттең директорҙары булмаған майланған ағай-ҡәрҙәштәр ҙә хеҙмәт итә башлаған. Һуңғы йылдарҙа Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең һәм Алла халҡы файҙаланған башҡа юридик берләшмәләрҙең директорҙары булып «бүтән һарыҡтар» һанына ингән яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр хеҙмәт итә. Бының ярҙамында Етәксе кәңәшмә бөтә иғтибарын Йәһүә халҡын рухи хәҡиҡәттәргә өйрәтеүгә һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән күрһәтмәләр биреүгә туплай ала (Яхъя 10:16; Ғәм. 6:4). «Былар ҡасан буласаҡ..? Беҙгә әйтсе» тигән брошюрала (тат.), «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» — Етәксе кәңәшмәне тәшкил иткән майланған ағай-ҡәрҙәштәрҙең бәләкәй генә төркөмө, тип аңлатылды.

Етәксе кәңәшмә, 1950-се йылдар

11. Етәксе кәңәшмә нисек эш итә?

11 Етәксе кәңәшмәнең ағзалары мөһим ҡарарҙарҙы бергә ҡабул итә. Нисек итеп? Улар аҙна һайын бергә йыйыла, был улар араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлеккә һәм берҙәмлеккә булышлыҡ итә (Ғиб. һүҙ. 20:18). Һәр аҙна үткән был осрашыуҙарҙа улар йыл һайын сиратлашып рәйес вазифаһын үтәй, сөнки Етәксе кәңәшмәнең бөтә ағзалары ла бер тигеҙ (1 Пет. 5:1). Етәксе кәңәшмәнең алты комитетының һәр береһендә лә рәйестәр шул уҡ тәртип буйынса алмашына. Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәрҙең береһе лә үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай, сөнки уларҙың һәр береһе, айырым алғанда, Мәсихтең өйҙәгеһе булараҡ, ышаныслы хеҙмәтсенән рухи аҙыҡ ала һәм уның күрһәтмәләренә буйһона.

1919 йылда билдәләнгәндән алып ышаныслы хеҙмәтсе Алла халҡын рухи аҙыҡ менән тәьмин итә (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

«ЫШАНЫСЛЫ ҺӘМ АҠЫЛЛЫ ХЕҘМӘТСЕ НИНДӘЙ БУЛА?»

12. Етәксе кәңәшмә ағзалары илаһи күренештәр алмай, шулай уҡ уларҙы камил тип тә атап булмай. Быға бәйле ниндәй һорауҙар тыуа?

12 Етәксе кәңәшмә ағзалары илаһи күренештәр алмай, шулай уҡ уларҙы камил тип тә атап булмай. Шунлыҡтан Етәксе кәңәшмә, тәғлимәттәргә ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл иткәндә һәм ойошмаға бәйле күрһәтмәләр биргәндә, хата яһарға мөмкин. «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы»нда (урыҫ) «Төҙәтелгән аңлатыу» тигән өҫтәмә исем бар, ә был өҫтәмә исем аҫтында 1870 йылдан алып башҡаса аңлатыла башлаған хәҡиҡәттәрҙең исемлеге килтерелгән. Әлбиттә, Ғайса, ышаныслы хеҙмәтсе кәмселекһеҙ рухи аҙыҡ әҙерләр, тип вәғәҙә итмәгән. Улайһа, Ғайсаның: «Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була?» — тигән һорауына нисек яуап табырға? (Матф. 24:45) Шул ролде Етәксе кәңәшмә үтәүен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙәгеҙ, беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә хаҡында һүҙ барғанда ҡаралған өс дәлилде яңынан ҡарап сығайыҡ.

13. Изге рух Етәксе кәңәшмәгә нисек ярҙам итә?

13 Изге рух тәьҫире. Изге рух Етәксе кәңәшмәгә элек аңлашылмаған хәҡиҡәттәрҙе аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, үткән абзацта иҫкә алынған төҙәтелгән тәғлимәттәр исемлеге хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Һис шикһеҙ, бер кеше лә, Йәһүәнең ярҙамынан тыш, «Алла тәрәнлектәрен[ә]» төшөнөп, уларҙы аңлата алмаҫ ине. (1 Коринфтарға 2:10-ды уҡығыҙ.) Етәксе кәңәшмә илсе Павелдың бындай һүҙҙәренә ҡушыла: «Был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ» (1 Кор. 2:13). Быуаттар буйына мөртәтлек һәм рухи ҡараңғылыҡ хөкөм һөргән. Әммә 1919 йылдан башлап Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр йылдан-йыл асығыраҡ аңлашыла бара. Был Етәксе кәңәшмәгә изге рух ярҙам иткәнен иҫбатламаймы ни?

14. Асылыш 14:6, 7-ләге һүҙҙәр буйынса, фәрештәләр Алла халҡына нисек ярҙам итә?

14 Фәрештәләр ярҙамы. Бөгөн Етәксе кәңәшмә ғәйәт ҙур һәм ҡатмарлы йөкләмәне үтәй — бөтә ер шары буйынса 8 миллион кеше ярҙамында вәғәз эшен алып бара. Ни өсөн был эш шундай уңышлы? Сәбәптәрҙең береһе: был эшкә фәрештләр булышлыҡ итә. (Асылыш 14:6, 7-не уҡығыҙ.) Күп кенә осраҡтарҙа вәғәзселәр кешеләргә тап Алланан ярҙам һорап доға ҡылған саҡтарында килгән. Вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эше, ҡайһы бер илдәрҙә ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, тиҙлеген арттыра бара. Һис шикһеҙ, бындай үҫеш фәрештәләр ярҙамында ғына мөмкин.

15. Етәксе кәңәшмә христиан сиркәүҙәренең башлыҡтарынан нимә менән айырылып тора? Миҫал килтерегеҙ.

15 Алла Һүҙен тәрән хөрмәт итеү. (Яхъя 17:17-не уҡығыҙ.) 1973 йылда нимә булғанына иғтибар итәйек. 1 июнь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (ингл.) бындай һорау күтәрелгән ине: «Тәмәке тартыу ғәҙәтен ташламаған кешеләр һыуға сумдырыла аламы?» Яуап ап-асыҡ ине: «Изге Яҙманан күренеүенсә, юҡ». Мәҡәләлә Изге Яҙманан бер нисә шиғыр килтерелгәйне һәм улар нигеҙендә ни өсөн тәмәке тартыуын ташларға теләмәгән кешеләр йыйылыштан сығарылырға тейеш икәне аңлатылғайны (1 Кор. 5:7; 2 Кор. 7:1). Унда: «Бындай сараны үтә ҡаты тип атап булмай. Был талап Алланың үҙ Һүҙендә белдергән ихтыярына тура килә», — тип яҙылғайны. Хатта ҡайһы бер ағзаларына ауырлыҡтар тыуҙырып та, һәр саҡ һәм бөтә һорауҙарҙа ла Алла Һүҙенә таянып эш иткән башҡа берәй дини ойошма бармы? Күптән түгел генә АҠШ-та баҫылып сыҡҡан бер китапта былай тиелгән: «Христиан сиркәүҙәренең башлыҡтары, тәғлимәттәре мәхәлләлә һәм йәмғиәттә киң таралған ҡараштарға тура килһен өсөн, уларҙы һәр ваҡыт яңынан ҡарап сыға». Уларҙан айырмалы рәүештә, Етәксе кәңәшмә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, кешеләр араһында таралған ҡараштарға түгел, ә Алла Һүҙенә нигеҙләнеп эш итә. Бынан ниндәй һығымта яһап була? Бөгөн Алла халҡы менән ысынында кем етәкселек итә?

ЕТӘКСЕЛЕКТЕ ҮҘ ӨҪТӨНӘ АЛЫУСЫЛАРҘЫ ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ

16. Етәксе кәңәшмәне иҫтә тотоуҙың бер ысулы ниндәй?

16 Изге Яҙмала: «Арағыҙҙа етәкселекте үҙ өҫтөнә алып, һеҙгә Алла һүҙен еткергән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ», — тиелгән (Евр. 13:7, ЯДТ). «Иҫегеҙҙә тотоғоҙ» тигән һүҙбәйләнеш шулай уҡ «иҫкә алығыҙ» тип тәржемә ителергә лә мөмкин. Тимәк, етәкселекте үҙ өҫтөнә алыусыларҙы иҫтә тотоуҙың бер ысулы — Етәксе кәңәшмәне доғаларыбыҙҙа иҫкә алыу (Ефес. 6:18). Уларға йөкмәтелгән мөһим вазифалар хаҡында уйланығыҙ: рухи аҙыҡ әҙерләү, бөтә донъя буйынса үткәрелгән вәғәз эшен алып барыу һәм ирекле иғәнәләрҙе дөрөҫ ҡулланыу. Эйе, һис шикһеҙ, Етәксе кәңәшмә ағзалары беҙҙең улар хаҡында өҙлөкһөҙ доға ҡылыуыбыҙға мохтаж!

17, 18. а) Беҙ Етәксе кәңәшмә менән нисек хеҙмәттәшлек итәбеҙ? б) Ни өсөн беҙгә вәғәз эшендә әүҙем ҡатнашырға кәрәк?

17 Әлбиттә, Етәксе кәңәшмәне иҫтә тотор өсөн доға ҡылыу ғына әҙ. Беҙгә шулай уҡ Етәксе кәңәшмәнең баҫмалар, йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар аша биргән күрһәтмәләренә буйһонорға кәрәк. Бынан тыш, Етәксе кәңәшмә — район күҙәтеүселәрен, ә район күҙәтеүселәре, үҙ сиратында, йыйылыштарҙа өлкәндәрҙе билдәләй. Район күҙәтеүселәре һәм өлкәндәр, Етәксе кәңәшмәнең күрһәтмәләренә буйһоноп һәм уларға күндәм булып, уны иҫтә тота. Беҙҙең менән етәкселек итер өсөн билдәләнгән ир-аттарға буйһоноп, беҙ Етәксебеҙ Ғайса Мәсихкә хөрмәт күрһәтәбеҙ (Евр. 13:17).

18 Беҙ Етәксе кәңәшмәне тағы нисек иҫтә тота алабыҙ? Вәғәз эшендә әүҙем ҡатнашып. Павел мәсихселәрҙе етәкселекте үҙ өҫтөнә алыусыларҙың иманын өлгө итеп алырға дәртләндергән. Ә ышаныслы хеҙмәтсе, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләп һәм уның таралыуына булышлыҡ итеп, көслө иман сағылдыра. Һеҙ майланған мәсихселәргә был үтә мөһим эште башҡарырға ярҙам итәһегеҙме? Етәксебеҙ Ғайса Мәсихтең бындай һүҙҙәрен ишетеү ни тиклем шатлыҡлы буласаҡ: «Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ» (Матф. 25:34—40).

19. Ни өсөн һеҙ тәүәккәллек менән Етәксегеҙ Ғайса Мәсих артынан эйәрергә теләйһегеҙ?

19 Күккә күтәрелгәндән һуң, Ғайса үҙенең шәкерттәрен онотмаған (Матф. 28:20). Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә, изге рух, фәрештәләр һәм Алла Һүҙе уға етәкселекте үҙ өҫтөнә алырға ярҙам иткән. Бөгөн Ғайса ышаныслы хеҙмәтсегә шундай уҡ ярҙам күрһәтә. Ышаныслы хеҙмәтсене тәшкил иткән майланған мәсихселәр «Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда бар[а]» (Асыл. 14:4). Уларҙың күрһәтмәләренә буйһоноп, беҙ Етәксебеҙ Ғайса Мәсих артынан эйәрәбеҙ. Тиҙҙән Ғайса беҙгә мәңгелек тормошҡа эйә булырға ярҙам итәсәк (Асыл. 7:14—17). Бер етәксе лә шундай вәғәҙә бирә алмай!

^ 3 абз. Күрәһең, Йәһүәнең ниәте буйынса, 12 илсе киләсәктә Яңы Иерусалимдың символик «ун ике нигеҙ ташы» булып китергә тейеш булған (Асыл. 21:14). Шунлыҡтан, тоғро илселәрҙең берәйһе ерҙәге тормош юлын тамамлаған саҡта, уға алмашҡа башҡа кешене эҙләргә кәрәк булмаған.

^ 8 абз. 1955 йылдан башлап был йәмғиәт Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәте (Пенсильвания) тип атала башлаған.