Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Биргән вәғәҙәңде үтә»

«Биргән вәғәҙәңде үтә»

«Раббы алдында биргән антыңды үтә» (МАТФ. 5:33).

ЙЫРҘАР: 18, 7

1. а) Ифтах һәм Һаннаның ниндәй уртаҡ яғы булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

ИР КЕШЕ — данлы һуғышсы һәм ҡыйыу ғәскәр башлығы, ә ҡатын башҡаларҙан бер нәмә менән дә айырылып тормаған тыңлаусан ҡатын булған. Һүҙ хөкөмсө Ифтах һәм Илкананың ҡатыны Һанна тураһында бара. Уларҙың уртаҡ яғы бер үк Аллаға ғибәҙәт ҡылыу ғына булған кеүек тойола. Ләкин улар икеһе лә Аллаға ант биргән булған, һәм икеһе лә уны үтәгән. Хәҙерге ваҡытта йәшәгән һәм Йәһүәгә ант бирергә уйлаған ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙарға Ифтах һәм Һанна яҡшы өлгө ҡалдырған. Әммә нимә ул ант? Беҙ Аллаға биргән анттарыбыҙға ни тиклем етди ҡарарға тейеш? Ифтах һәм Һаннаның миҫалдарынан ниндәй һабаҡтар алып була?

2, 3. а) Нимә ул ант? б) Изге Яҙмала Аллаға бирелгән анттар хаҡында нимә әйтелә?

2 Изге Яҙма буйынса, ант итеү Аллаға тантаналы рәүештә вәғәҙә биреүҙе аңлата. Ант биргән кеше нимәлер эшләргә, ниндәйҙер бүләк бирергә, махсус хеҙмәт башларға йә нимәнәндер тыйылырға вәғәҙә итә. Кеше антты теләп, үҙ ирке менән бирә. Әммә Алла алдында ант изге, һәм уны үтәмәй ҡалдырырға ярамай (Баш. 14:22, 23; Евр. 6:16, 17). Изге Яҙмала Аллаға бирелгән анттарҙың етдилеге хаҡында нимә әйтелә?

3 Муса ҡанунында былай тиелгән: «Әгәр берәй ир кеше Йәһүәгә нәҙер әйтһә йә... ант бирһә, ул һүҙен тоторға тейеш. Ул нимә эшләргә нәҙер әйткән, шуны эшләһен» (Һан. 30:2). Һуңыраҡ, Алла тарафынан рухландырылып, Сөләймән былай тип яҙған: «Аллаға вәғәҙә биргәндә, уны кисектермәйенсә үтә, сөнки ул аҡылһыҙҙарҙы хупламай. Биргән вәғәҙәңде үтә» (Вәғ. 5:4). Ғайса Мәсих, анттарға етди ҡарарға кәрәклеген раҫлап, былай тигән: «Ата-бабаларға: „Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә“, — тип әйтелгән» (Матф. 5:33).

4. а) Аллаға ант биреү ни тиклем етди? б) Беҙ Ифтах һәм Һанна хаҡында ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

4 Күренеүенсә, беҙ Аллаға ант биреүгә еңел ҡарарға тейеш түгел. Был Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә йоғонто яһай. Дауыт былай тип яҙған: «Йәһүәнең тауына кем менә ала? Уның изге урынына кем күтәрелә ала? ...Минең ғүмерем [Йәһүәнең ғүмере] менән ялған ант бирмәүсе һәм алдап ант итмәүсе кеше» (Зәб. 24:3, 4). Ифтах һәм Һанна ниндәй ант биргән? Уларға үҙ антын үтәү еңел булғанмы?

УЛАР ҮҘ АНТЫН ҮТӘГӘН

5. Ифтах ниндәй ант биргән, һәм һуңынан нимә булған?

5 Ифтах Йәһүәгә Алла халҡын аяуһыҙ иҙгән аммондарға ҡаршы һуғышҡа барыр алдынан биргән антын үтәгән (Хөк. 10:7—9). Еңеү яуларға теләп, Ифтах бындай ант биргән: «Һин аммондарҙы минең ҡулыма бирһәң, аммондарға ҡаршы һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡанда, йортомдоң ишегенән мине ҡаршыларға беренсе булып кем сыҡһа, шул Йәһүәнеке булыр». Артабан нимә булған? Аммондар еңелгән, һәм, Ифтах еңеү менән ҡайтҡас, уны ҡаршыларға яратҡан ҡыҙы сыҡҡан. Тап уны Ифтах Йәһүәгә бирергә тейеш булған (Хөк. 11:30—34). Уның ҡыҙы өсөн был нимәне аңлатҡан?

6. а) Ифтах менән уның ҡыҙына Аллаға бирелгән антты үтәү еңел булғанмы? б) Ҡанун 23:21, 23 һәм Зәбур 15:4-тәге һүҙҙәр анттарға етди ҡарарға кәрәклеген нисек күрһәтә?

6 Атаһының антын үтәр өсөн, Ифтахтың ҡыҙы Йәһүәгә изге сатырҙа һәр ваҡыт хеҙмәт итергә тейеш булған. Ифтах антын уйлап еткермәйенсә биргән, тип әйтеп буламы? Юҡ, сөнки ул ҡаршыһына ҡыҙы сыға алғанын белгән. Шулай ҙа, был ауыр хәл килеп тыуғас, атай кеше лә, ҡыҙ ҙа шуны аңлаған: уларҙың икеһенә лә ҙур ҡорбанға барырға тура киләсәк. Ҡыҙын күргәс, Ифтах, кейемдәрен йыртып: «Эй ҡыҙым! Һин йөрәгемде яраланың», — тигән. Уның ҡыҙы иһә ҡыҙ булып ҡаласағы арҡаһында илаған. Ни өсөн? Ифтахтың улы булмаған, ә уның берҙән-бер ҡыҙы, кейәүгә сығып, уға ейәндәр тыуҙыра алыр ине. Ейәндәре иһә, Ифтахтың исемен йөрөтөп, уның мираҫын ала алыр ине. Әммә бынан да мөһимерәк нәмә булған. Ифтах былай тигән: «Мин бит Йәһүәгә вәғәҙә бирҙем һәм уны боҙа алмайым». Быға ҡыҙы: «Атайым, ...вәғәҙәңде үтә», — тип яуаплаған (Хөк. 11:35—39). Был тоғро кешеләрҙең икеһенә лә ҙур хаҡ түләргә тура килһә лә, Аллаһы Тәғәләгә бирелгән антты боҙоу уларҙың уйына ла килмәгән. (Ҡанун 23:21, 23 *; Зәбур 15:4-те * уҡығыҙ.)

7. а) Һанна ниндәй ант биргән һәм ни өсөн? Алла уның доғаһына нисек яуап биргән? б) Һаннаның анты Самуил өсөн нимәне аңлатҡан? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)

7 Йәһүәгә биргән антын үтәгән тағы бер кеше — Һанна. Ул үҙенең бала таба алмауы һәм Фәнинәнең бер туҡтауһыҙ кәмһетеүе арҡаһында күңел әрнеүе кисергән (1 Сам. 1:4—7, 10, 16). Һанна доғала Йәһүәгә күңелен бушатҡан һәм бындай ант биргән: «Эй Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә, хеҙмәтсе ҡыҙыңдың ҡайғыһына иғтибар итеп, миңә яуап бирһәң һәм, хеҙмәтсе ҡыҙың тураһында онотмайынса, уға ир бала бирһәң, мин уны, Йәһүә, ғүмере буйы һиңә хеҙмәт итһен тип, һиңә бирермен, һәм уның сәсе бер ҡасан да ҡырҡылмаҫ» (1 Сам. 1:11) *. Алла Һаннаның доғаһына яуап биргән, һәм уның тәүге малайы тыуған. Уның шатлығының сиге булмаған! Шулай ҙа Һанна Аллаға биргән антын онотмаған. Улы тыуғас, ул: «Мин уны Йәһүәнән һорап алдым», — тигән (1 Сам. 1:20).

8. а) Һаннаға антын үтәү еңел булғанмы? б) Дауыттың 61-се мәҙхиәлә яҙылған һүҙҙәре нисек Һаннаның дөрөҫ ҡарашын иҫебеҙгә төшөрә?

8 Бәләкәй Самуил имсәктән айырылғас, уға өс йәш тирәһе булғанда, Һанна Аллаға биргән антын үтәгән. Башҡаса эш итеү уның уйына ла килмәгән. Һанна, Самуилды Шилолағы изге сатырҙа хеҙмәт иткән баш рухани Илийға илтеп, былай тигән: «Мин ошо бала тураһында доға ҡылған инем, һәм Йәһүә үтенесемде үтәне. Бына хәҙер мин уны Йәһүәгә ҡайтарам. Ғүмере буйы ул Йәһүәнеке буласаҡ» (1 Сам. 1:24—28). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Самуил Йәһүә алдында үҫә» барған (1 Сам. 2:21). Әммә Һанна өсөн был нимәне аңлатҡан? Улын бик ныҡ яратһа ла, хәҙер ул көн дә уның менән була алмаған. Һаннаның үҙ улын ҡосаҡларға, уның менән уйнарға һәм уны тәрбиәләргә хыялланыуын күҙ алдына килтерегеҙ. Ул, малайының үҫкәнен күҙәтеп, күңелендә уның бала һәм үҫмер сағы хаҡында йылы иҫтәлектәр һаҡларға теләгән. Шулай ҙа Һанна Аллаға шундай ант биргәненә үкенмәгән. Уның күңеле Йәһүәлә һөйөнөс тапҡан (1 Сам. 2:1, 2; Зәбур 61:1, 5, 8-ҙе уҡығыҙ *).

Һеҙ Йәһүәгә биргән анттарығыҙҙы үтәйһегеҙме?

9. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

9 Күреүебеҙсә, Аллаға бирелгән анттарға еңел ҡарарға ярамай. Әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: мәсихселәр булараҡ, беҙ Аллаға ниндәй анттар бирә алабыҙ? Һәм анттарыбыҙҙы үтәр өсөн ниндәй тырышлыҡтар һалырға кәрәк?

БАҒЫШЛАНЫУ АНТЫ

Бағышланыу анты (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Мәсихсе бирә алған анттарҙың иң мөһиме ниндәй, һәм был ант нимәне аңлата?

10 Йәһүәгә бағышланыу — мәсихсе бирә алған анттарҙың иң мөһиме. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки кеше шәхси доғала Йәһүәгә тантаналы рәүештә, хәҙер тормошом һинеке һәм мин, бер нигә ҡарамаҫтан, һиңә мәңге хеҙмәт итәсәкмен, тигән ант бирә. Ғайса әйткәнсә, кеше үҙ-үҙенән ваз кисә, ул инде үҙенең тормошона хужа түгел, шулай уҡ ул Алла ихтыярын тормошондағы бар нәмәнән өҫтөнөрәк ҡуйырға ант итә (Матф. 16:24). Шулай итеп ул Йәһүәнеке булып китә (Рим. 14:8). Мәҙхиә йырлаусы Аллаға биргән анттары хаҡында былай тигән: «Миңә ҡылған бар яҡшылығы өсөн Йәһүәгә нимә ҡайтарайым? Йәһүәгә биргән вәғәҙәләремде уның бөтөн халҡы алдында үтәрмен». Бағышланыу анты биргән һәр кем үҙ антына мәҙхиә йырлаусы кеүек етди ҡарарға тейеш (Зәб. 116:12, 14).

11. Һыуға сумдырылған көнөгөҙ хаҡында һөйләп бирегеҙ.

11 Һеҙ, тормошоғоҙҙо Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылдығыҙмы? Шулай булһа, бик яҡшы! Һыуға сумдырылған көнөгөҙҙә һеҙгә башҡалар алдында бындай һорау бирҙеләр: «Үҙеңде Аллаға бағышлап һәм һыуға сумдырылып, һин Йәһүә шаһиттарына — Алла рухы тәьҫирендә эш иткән ойошмаға ҡушылғаныңды күрһәтәһең; һин быны аңлайһыңмы?» «Эйе» тип яуаплап, һеҙ тулыһынса Аллаға бағышланыуығыҙҙы һәм, уның хеҙмәтсеһе булып китер өсөн, һыуға сумдырылырға әҙер булыуығыҙҙы асыҡ күрһәттегеҙ. Бының менән һеҙ Йәһүәне шул тиклем ҡыуандырҙығыҙ!

12. а) Үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар биреп була? б) Петрҙың һүҙҙәре буйынса, беҙ ниндәй сифаттар өҫтөндә эшләргә тейеш?

12 Әммә һыуға сумдырылыу — юлдың башы ғына. Һыуға сумдырылыуҙан һуң беҙ, Аллаға тоғро хеҙмәт итеп, артабан да бағышланыуыбыҙ буйынса йәшәргә теләйбеҙ. Шуға күрә үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреп була: һыуға сумдырылғандан һуң мин ниндәй рухи уңыштарға өлгәштем? Йәһүәгә элекке кеүек ихлас күңелдән хеҙмәт итәмме? (Кол. 3:23) Мин йыш доға ҡыламмы? Алла Һүҙен көн дә уҡыйыммы? Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөйөммө? Вәғәздә мөмкин тиклем йыш ҡатнашаммы? Йәки был өлкәләрҙең ҡайһы берҙәрендә бер аҙ һүрелдемме? Илсе Петр аңлатҡанса, хеҙмәттә әүҙем булып ҡалыр өсөн, иманыбыҙға белем, сабырлыҡ һәм Аллаға ихлас табыныу өҫтәргә кәрәк. (2 Петр 1:5—8-ҙе уҡығыҙ.)

13. Йәһүәгә бағышланған һәм һыуға сумдырылған мәсихсе нимәне аңларға тейеш?

13 Аллаға биргән бағышланыу антыбыҙҙы кире алып булмай. Әгәр кеше Аллаға хеҙмәт итеп арыһа йә мәсихсе тормошонан биҙһә, ул, ысынында Йәһүәгә бағышланманым һәм һыуға сумдырылыуым ысын булманы, тип әйтә алмай *. Сөнки ул, һыуға сумдырылғанда, үҙенең тулыһынса Аллаға бағышланыуын асыҡ итеп күрһәткән. Етди гонаһ ҡылһа, ул бының өсөн Йәһүә һәм йыйылыш алдында яуап тотасаҡ (Рим. 14:12). Башта булған һөйөүебеҙҙе бер ҡасан да онотмайыҡ. Ғайсаның: «Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм», — тигән һүҙҙәренә тап килерлек итеп эш итәйек (Асыл. 2:4, 19). Әйҙәгеҙ, артабан да бағышланыу антыбыҙ буйынса йәшәп, Йәһүәне ҡыуандырайыҡ.

НИКАХ АНТЫ

Никах анты (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Кеше бирә алған иң мөһим анттарҙың икенсеһе ниндәй, һәм ни өсөн шулай тип әйтеп була?

14 Кеше бирә алған иң мөһим анттарҙың икенсеһе — никах анты. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки никах изге. Кейәү менән кәләш Алла һәм кешеләр алдында бер-береһенә никах анты бирә. Ғәҙәттә улар бер-береһен яратырға, ҡәҙерләргә, хөрмәт итергә һәм быны «Алла ойошторған никахта ғүмер буйына, бергә ерҙә йәшәгән ваҡытта» эшләргә вәғәҙә итә. Ҡайһы бер парҙар тап ошондай һүҙҙәр әйтмәһә лә, улар барыбер Алла алдында ант итә. Уларҙы ир менән ҡатын итеп иғлан итәләр, һәм, Алла ниәте буйынса, уларҙың никахы мәңге дауам ителергә тейеш (Баш. 2:24; 1 Кор. 7:39). Шуға күрә, Ғайса әйткәнсә, «Алла ҡушҡанды» кеше — ир ҙә, ҡатын да, башҡа берәйһе лә — айырырға тейеш түгел. Айырылышыу никахҡа ингән парҙарҙың уйында ла булырға тейеш түгел (Марк 10:9).

15. Ни өсөн мәсихселәр никахҡа, был донъялағы кешеләр кеүек, еңел ҡарамай?

15 Әлбиттә, камил никахтар булмай. Һәр никах ике камил булмаған кешенән тора. Бына ни өсөн Изге Яҙмала, никахҡа ингән кешеләрҙең «тормошо мәшәҡәтле булыр», тиелә (1 Кор. 7:28). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъяла күптәр никахҡа еңел ҡарай. Мөнәсәбәттәре насарайып китһә, ир менән ҡатын бирешә һәм айырылышып ҡуя. Ләкин мәсихселәр улай эш итергә тейеш түгел. Никах антын боҙоу Алланы алдауға тиң, ә Алла алдаҡсыларҙы күрә алмай (Лев. 19:12; Ғиб. һүҙ. 6:16—19). Илсе Павел былай тип яҙған: «Һин ҡатының менән йәрәшеп ҡушылдыңмы? Улай булғас айырылыу тураһында уйлама» (1 Кор. 7:27). Ни өсөн Павел шулай тип әйтә алған? Сөнки ул Йәһүәнең мәкерлек менән бәйле айырылышыуҙы нәфрәт итеүен белгән (Мал. 2:13—16).

16. Изге Яҙмала айырылышыу һәм айырым йәшәү тураһында нимә әйтелә?

16 Ғайса әйтеүенсә, никах антын ғәмәлдән сығарыу өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән бер генә сәбәп бар. Ир йә ҡатын, зина ҡылған тормош иптәшен кисерергә теләмәһә, уның менән айырылыша ала (Матф. 19:9; Евр. 13:4). Ә айырым йәшәү хаҡында нимә әйтеп була? Изге Яҙманан күренеүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа ир менән ҡатын шулай эш итә ала. (1 Коринфтарға 7:10, 11-ҙе уҡығыҙ.) Әммә Изге Яҙмала айырым йәшәү өсөн конкрет сәбәптәр бирелмәгән. Шулай ҙа ҡайһы бер мәсихселәр, мәҫәлән, үҙен мәрхәмәтһеҙ тотҡан йә мөртәт булған тормош иптәше ғүмерҙәренә йә рухи именлектәренә етди ҡурҡыныс тыуҙырған саҡта, айырым йәшәр өсөн сәбәп бар тигән ҡарарға килә *.

17. Мәсихселәр никахтарын нисек нығыта ала?

17 Никахтағы ауырлыҡтар менән осрашҡан кешеләр өлкәндәргә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәндә, өлкәндәр тәүҙә уларҙан, «Нимә ул ысын мөхәббәт?» тигән фильмды (тат.) һуңғы арала ҡаранығыҙмы һәм «Ғаилә бәхете нимәнән тора?» тигән брошюраны бергә уҡынығыҙмы, тип һораһа, яҡшы булыр ине. Ни өсөн? Сөнки был ҡоралдар күп парҙарға мөнәсәбәттәрен нығытырға ярҙам иткән Алла принциптарына иғтибар итә. Бер пар былай тип бүлешкән: «Был брошюраны өйрәнә башлағас, никахыбыҙ элеккегә ҡарағанда бәхетлерәк булып китте». Ә 22 йыл никахта булған һәм никахы тарҡалырға торған бер апай-ҡәрҙәш бына нимә тигән: «Беҙ икебеҙ ҙә һыуға сумдырылған булһаҡ та, эмоциональ яҡтан бер-беребеҙҙән ныҡ айырылып тора инек. Был фильм бик ваҡытлы сыҡты! Хәҙер беҙ еңел генә уртаҡ тел табабыҙ». Әгәр һеҙ никахта булһағыҙ, Йәһүәнең принциптарына һәр ваҡыт ҡолаҡ һалығыҙ. Был һеҙгә никах антығыҙ буйынса йәшәргә һәм никахығыҙҙы бәхетле итергә ярҙам итер.

ТУЛЫ ВАҠЫТЛЫ МАХСУС ХЕҘМӘТКӘ БӘЙЛЕ АНТ

18, 19. а) Күп мәсихсе ата-әсәләр балаларын нимәгә дәртләндерә? б) Үҙ тормоштарын тулы ваҡытлы махсус хеҙмәткә бағышлаған мәсихселәр нимә менән шөғөлләнә?

18 Ифтах менән Һаннаның тағы ниндәй уртаҡ яғы булғанына иғтибар иттегеҙме? Ифтахтың анты буйынса, уның ҡыҙы ғүмере буйына изге сатырҙа махсус хеҙмәт башҡарырға тейеш булған. Шуны уҡ Һаннаның улы Самуил хаҡында ла әйтеп була. Улар бәхетле, мәғәнәле тормош алып барған. Бөгөн күп ата-әсәләр балаларын тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға һәм бөтә көстәрен Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышларға дәртләндерә. Шулай эш итеүсе йәш мәсихселәр эскерһеҙ маҡтауға лайыҡ (Хөк. 11:40; Зәб. 110:3).

Тулы ваҡытлы махсус хеҙмәткә бәйле ант (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19 Хәҙерге ваҡытта бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттарының тулы ваҡытлы махсус хеҙмәтселәре ингән бөтә донъя орденының яҡынса 67 000 ағзаһы хеҙмәт итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре Вефилдә хеҙмәт итә, башҡалары төҙөлөш эштәрендә ярҙам итә, район хеҙмәтендә ҡатнаша, теократик мәктәптәрҙә уҡыта, шулай уҡ Конгрестар залдары йә Изге Яҙма мәктәптәре комплекстарының хеҙмәтсеһе булып, махсус пионер йә миссионер булып хеҙмәт итә. Улар, тыңлаусанлыҡ һәм ярлылыҡ анты биреп, Батшалыҡ эше алға барһын өсөн һәр ҡайһы йөкләмәне үтәргә, ябай тормош алып барырға һәм, рөхсәт алмайынса, донъяуи эшкә урынлашмаҫҡа теләп ризалашҡан. Улар үҙҙәре түгел, ә уларҙың билдәләнеүҙәре махсус тип иҫәпләнә. Улар, тулы ваҡытлы махсус хеҙмәттәре тамамланғансы, тантаналы рәүештә биргән анттарын баҫалҡылыҡ менән үтәү ни тиклем етди икәнен аңлай.

20. Беҙ «көн һайын» нимә эшләргә тейеш һәм ни өсөн?

20 Һеҙ Аллаға юғарыла килтерелгән анттарҙың ҡайһыһын бирҙегеҙ? Бәлки, береһен, ә бәлки, өсөһөн дә биргәнһегеҙҙер? Һис шикһеҙ, һеҙ анттарға еңел ҡарарға ярамай икәнен аңлайһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 20:25). Йәһүәгә бирелгән вәғәҙәне боҙоу һәм антты үтәмәү насар эҙемтәләргә килтерергә мөмкин (Вәғ. 5:6). Әйҙәгеҙ, «вәғәҙәләребеҙҙе көн һайын үтәй-үтәй, [Йәһүәнең] исеменә мәңге мәҙхиәләр» йырлайыҡ (Зәб. 61:8).

^ 6 абз. Ҡанун 23:21, 23: «Аллаң Йәһүәгә нәҙер әйтһәң, уны үтәүҙе оҙаҡҡа һуҙма, сөнки Аллаң Йәһүә, һис шикһеҙ, быны һинән талап итер. Юғиһә һин гонаһлы булырһың. Әйткән һүҙеңде тот һәм Аллаң Йәһүәгә ирекле бүләк итеп биргән антың буйынса эш ит».

^ 6 абз. Зәбур 15:4: «[Ул] ҡәбәхәт кешене кире ҡаға, ә Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәткәндәрҙе ҙурлай. Хатта үтәүе ауыр булһа ла, ул үҙ вәғәҙәһен боҙмай».

^ 7 абз. Һанна, балам ғүмере буйына нәҙир буласаҡ, тип ант иткән. Бала Йәһүәгә изге хеҙмәт башҡарыу өсөн айырылған, йәғни бағышланған булырға тейеш булған (Һан. 6:2, 5, 8).

^ 8 абз. Зәбур 61:1, 5, 8: «Эй Аллам, ярҙам һорап ауаз һалыуымды ишет. Доғама иғтибарлы бул. Эй Алла, һин биргән вәғәҙәләремде ишеттең. Исемеңде тәрән хөрмәт итеүселәр мираҫын бирҙең. Вәғәҙәләремде көн һайын үтәй-үтәй, һинең исемеңә мәңге мәҙхиәләр йырлармын».

^ 13 абз. Өлкәндәрҙең һыуға сумдырылырға теләгән кеше талаптарға тура киләме, юҡмы икәненә инаныр өсөн күпме көс һалғанын иҫәпкә алһаҡ, кемдеңдер һыуға сумдырылыуы ысын булмаған осраҡтар үтә һирәк була.

^ 16 абз. «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тип аталған китапта «Айырылышыуға һәм айырым йәшәүгә Алланың ҡарашы» тигән ҡушымтаны ҡарағыҙ.