Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡасаҡтарға Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итергә ярҙам итегеҙ

Ҡасаҡтарға Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итергә ярҙам итегеҙ

«Йәһүә килмешәктәрҙе яҡлай» (ЗӘБ. 146:9).

ЙЫРҘАР: 25, 3

1, 2. а) Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? б) Быға бәйле ниндәй һорауҙар тыуа?

«БУРУНДИҘА граждандар һуғышы башланған көндө беҙҙең ғаилә район конгресында ине, — тип иҫенә төшөрә Лийе исемле ағай-ҡәрҙәш. — Беҙ кешеләрҙең ҡайҙалыр йүгергәнен, атышҡанын күрҙек. Атайым менән әсәйемә, миңә һәм 10 туғаныма ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн ҡасырға тура килде. Беҙ үҙебеҙ менән бик әҙ генә әйбер алып өлгөрҙөк. Ғаиләмдең ҡайһы бер ағзалары, 1 600 саҡрым юл үтеп, Малавиҙағы ҡасаҡтар лагерына барып етә алды. Ҡалғандарыбыҙ төрлө ергә таралды».

2 Күптән түгел һуғыш йә эҙәрләү арҡаһында өйөн ҡалдырып китергә мәжбүр булған ҡасаҡтарҙың һаны беренсе тапҡыр 65 миллиондан ашты *. Улар араһында меңләгән Йәһүә шаһиты ла бар. Күптәр ғәзиз кешеләрен һәм бөтә мөлкәтен тиерлек юғалтҡан. Ҡасаҡтарҙың ҡайһы берҙәре тағы ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? Беҙ шундай ҡәрҙәштәргә, ҡайғыларына ҡарамаҫтан, «Йәһүәгә шатлыҡ менән» хеҙмәт итергә нисек ярҙам итә алабыҙ? (Зәб. 100:2) Беҙгә Йәһүәне белмәгән ҡасаҡтарға һөйөнөслө хәбәрҙе уңышлы итеп еткерергә нимә ярҙам итер?

ҠАСАҠТАР ТОРМОШО

3. Ни өсөн Ғайса һәм уның күпселек шәкерте тыуған ерен ҡалдырырға мәжбүр булған?

3 Йәһүәнең фәрештәһе Йософто Ирод батшаның Ғайсаны үлтерергә йыйыныуы хаҡында киҫәткәс, ата-әсәһе, Ғайсаны алып, Мысырға ҡасып киткән. Улар унда Ирод үлгәнгә тиклем ҡалған (Матф. 2:13, 14, 19—21). Тиҫтәләгән йылдан һуң Ғайсаның шәкерттәре эҙәрләү арҡаһында «Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына» таралған (Ғәм. 8:1). Ғайса үҙе артынан эйәреүсе күпселек кешегә тыуған ерен ҡалдырырға тура киләсәген алдан уҡ белгән. Ул: «Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ», — тигән (Матф. 10:23). Ниндәй генә сәбәптән ҡасырға тура килмәһен, йыш ҡына был бик ауыр була.

4, 5. Ҡасаҡтар а) юлда, б) лагерҙа ниндәй ҡурҡыныстарға осрай?

4 Ҡасаҡтар ҡасып барған ваҡытта йәки ҡасаҡтар лагерында күп ҡурҡыныстарға осрарға мөмкин. Лийеның ҡустыһы Гад бына нимә тип һөйләй: «Беҙ бер нисә аҙна буйы йөҙләгән үле кәүҙә ятҡан ерҙәрҙән барҙыҡ. Миңә ул ваҡытта 12 йәш ине. Аяҡтарым бик ныҡ шешкәнгә, мин туғандарыма, артабан минһеҙ барығыҙ, тинем. Атайым баш күтәреүселәр ҡулына эләгеүемде теләмәне, шуға мине күтәреп барҙы. Йәһүәгә доға ҡылыу һәм уға таяныу беҙгә көн артынан көн бөтә ҡыйынлыҡтарҙы кисерергә ярҙам итте. Ҡайһы саҡ беҙ юлда барышлай өҙөп алған мангонан башҡа бер ни ҙә ашаманыҡ» (Флп. 4:12, 13).

5 Лийеның туғандарының күбеһе йылдар буйы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ҡасаҡтар лагерҙарында йәшәгән. Ләкин хатта унда ла улар хәүефһеҙлектә булмаған. Хәҙер район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән Лийе былай ти: «Күпселек кешенең эше юҡ ине. Уларҙың күбеһе ғәйбәт һөйләй, эсә, ҡомарлы уйындар уйнай ине, урлаша һәм әхлаҡһыҙ тормош алып бара ине». Шундай лагерҙарҙа йәшәгән Йәһүә шаһиттарына үҙҙәрен насар йоғонтонан һаҡлар өсөн йыйылыш эштәрендә әүҙем ҡатнашырға кәрәк булған (Евр. 6:11, 12; 10:24, 25). Улар рухи яҡтан ныҡ булып ҡалыр өсөн ваҡытты дөрөҫ ҡулланырға тырышҡан. Күптәр пионер булып хеҙмәт иткән. Улар үҙҙәренә, израилдәрҙең сүл буйлап сәйәхәте тамамланған кеүек, беҙҙең дә ҡасаҡтар лагерында йәшәүебеҙ берәй ваҡыт тамамланасаҡ, тип иҫкә төшөрөп торған. Быны иҫтә тотоу уларға ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам иткән (2 Кор. 4:18).

ҠАСАҠТАРҒА ЯРАТЫУ КҮРҺӘТЕГЕҘ

6, 7. а) «Алла мөхәббәте» беҙҙе нисек ауырлыҡтар кисергән ҡәрҙәштәргә ярҙам күрһәтергә дәртләндерә? б) Миҫал килтерегеҙ.

6 «Алла мөхәббәте» беҙҙе башҡаларға, айырыуса ауыр ваҡыттарҙа, яратыу күрһәтергә дәртләндерә. (1 Яхъя 3:17, 18-ҙе уҡығыҙ.) Беренсе быуатта ағай-ҡәрҙәштәр Йәһүҙиәләге аслыҡтан интеккән мәсихселәргә ярҙам ойошторған (Ғәм. 11:28, 29). Илселәр Павел һәм Петр мәсихселәрҙе ҡунаҡсыл булырға өндәгән (Рим. 12:13; 1 Пет. 4:9). Мәсихселәр ҡунаҡҡа килгән ҡәрҙәштәрҙе ихлас ҡабул итергә тейеш икән, тимәк, ғүмерҙәре ҡурҡыныс аҫтында булғандарға йә имандары өсөн эҙәрләүҙәр кисергәндәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү бигерәк тә мөһим! * (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27-не уҡығыҙ *.)

7 Күптән түгел генә Украинаның көнсығышында йәшәгән меңәрләгән Йәһүә шаһиты — ирҙәр, ҡатындар һәм балалар — хәрби конфликт һәм эҙәрләүҙәр арҡаһында өйҙәрен ҡалдырып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр вафат булған. Әммә ҡасаҡтарҙың күбеһе Украинаның башҡа өлкәләрендә йәшәгән имандаштарында урынлашҡан. Күптәрен Рәсәйҙә йәшәгән Йәһүә шаһиттары үҙҙәренә алған. Был илдәрҙең икеһендә лә ҡәрҙәштәр «донъяныҡы бул[мау]» һәм сәйәси яҡтан нейтраль булып ҡалыу мөһим икәнен онотмаған, шулай уҡ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә тырышҡан (Яхъя 15:19; Ғәм. 8:4).

ҠАСАҠТАРҒА ҮҘ ИМАНЫН НЫҒЫТЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

8, 9. а) Яңы илдә ҡасаҡтар ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин? б) Ни өсөн беҙгә сабырлыҡ менән уларға ярҙам итергә кәрәк?

8 Ҡайһы берәүҙәр үҙ иленең башҡа өлкәләренә күсеп китергә мәжбүр булһа ла, күптәр, икенсе илдәргә ҡасып, бөтөнләй яңы шарттарға эләгә. Ҡайһы ваҡыт хөкүмәт ҡасаҡтарға аҙыҡ-түлек, кейем, торлаҡ бирә, әммә улар өсөн ғәҙәти булған ризыҡ булмаҫҡа ла мөмкин. Йылы илдәрҙән сыҡҡан ҡасаҡтар, бәлки, беренсе тапҡыр һыуыҡ шарттар менән осрашҡас, хатта нисек кейенергә лә белмәҫкә мөмкин. Ә ауыл еренән булғандарға көнкүреш техникаһы менән ҡулланыу ҡыйын булыуы ихтимал.

9 Ҡайһы бер илдәрҙә ҡасаҡтарға яңы шарттарға күнергә ярҙам иткән хөкүмәт программалары бар. Әммә йыш ҡына ҡасаҡтарҙан бер нисә айҙан һуң үҙ ихтыяждары хаҡында үҙҙәре ҡайғыртыуы көтөлә. Шундай етди үҙгәрештәр физик һәм эмоциональ яҡтан ҡаҡшатырға мөмкин. Күҙ алдына килтерегеҙ: бер үк ваҡытта уларға яңы тел өйрәнергә һәм яңы ҡанундарға күнергә, шулай уҡ үҙ-үҙҙәрен тота белеү, пунктуаль булыу, һалымдар һәм түләүҙәр түләү, мәктәпкә йөрөү, бала тәрбиәләү мәсьәләләрендә урындағы талаптарға тура килергә кәрәк! Һеҙ уларға был йәһәттән сабырлыҡ һәм ихтирам менән ярҙам итә алаһығыҙмы? (Флп. 2:3, 4)

10. Беҙ ҡасаҡтар булып киткән ҡәрҙәштәрҙең иманын нисек нығыта алабыҙ? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

10 Бынан тыш, ҡайһы саҡта хөкүмәт кешеләре ҡасаҡтар булып киткән ҡәрҙәштәргә йыйылыш менән бәйләнешкә инергә ҡамасаулай. Ҡәрҙәштәр йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә ҡамасаулаған эштән баш тартһа, ҡасаҡтар хаҡында хәстәрлек күргән ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр, беҙҙән бүтән ярҙам күрмәҫһегеҙ йә һыйыныу алыу мөмкинселегенән мәхрүм итербеҙ, тип янайҙар. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, янауҙарҙан ҡурҡып һәм башҡаса эш итеп булмай тип уйлап, шундай баҫымға бирешкән. Шуның өсөн беҙҙең илгә күсеп килгән ҡәрҙәштәр менән мөмкин тиклем тиҙерәк осрашырға кәрәк. Улар хаҡында ҡайғыртыуыбыҙҙы күрһәтеү бик мөһим. Беҙ күрһәткән ҡыҙғаныу һәм ғәмәли ярҙам уларҙың иманын нығыта ала (Ғиб. һүҙ. 12:25; 17:17).

ҠАСАҠТАРҒА ҒӘМӘЛИ ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕГЕҘ

11. а) Тәүге осорҙа ҡасаҡтар нимәгә мохтаж? б) Ҡасаҡтар урындағы ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы өсөн рәхмәтле булыуын нисек күрһәтә ала?

11 Тәүге осорҙа беҙгә, моғайын, ҡәрҙәштәргә ризыҡ, кейем һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән ярҙам итергә кәрәк булыр *. Хатта галстук һымаҡ ябай бүләк тә ҙур әһәмиәткә эйә булырға мөмкин. Ҡасаҡтар, бер кемдән дә бер нәмә лә талап итмәйенсә рәхмәтле булһа, урындағы ҡәрҙәштәргә биреүҙән шатлыҡ алырға мөмкинлек бирер. Әлбиттә, әгәр ҡасаҡтар һәр ваҡыт кеше ярҙамы менән генә йәшәһә, был уларҙың үҙ-үҙен хөрмәт итеү тойғоһон ҡаҡшатырға һәм ҡәрҙәштәр менән мөнәсәбәттәренә тиҫкәре йоғонто яһарға мөмкин (2 Фес. 3:7—10). Шулай ҙа улар беҙҙең ғәмәли ярҙамыбыҙға мохтаж.

Беҙ ҡасаҡ булған ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алабыҙ? (11—13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12, 13. а) Ҡасаҡтарға ниндәй ғәмәли ярҙам күрһәтеп була? б) Миҫал килтерегеҙ.

12 Ҡасаҡтарға ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн күп аҡса кәрәкмәй. Улар беҙҙең ваҡытҡа һәм иғтибарға бигерәк тә мохтаж. Мәҫәлән, уларға ҡала транспорты менән нисек ҡулланырға, файҙалы һәм арзан аҙыҡ-түлекте ҡайҙа һатып алырға, шулай уҡ әҙерәк аҡса эшләп алыр өсөн инструменттар һәм ҡорамалдарҙы (мәҫәлән, теген машинаһы йәки ремонт ҡорамалдары) ҡайҙан табырға икәнен аңлатырға була. Әммә иң мөһиме — уларға үҙҙәрен яңы йыйылыштың өлөшө итеп тойорға ярҙам итеү. Мөмкинлегегеҙ булһа, уларға йыйылыш осрашыуына үҙегеҙ менән бергә машинала барырға тәҡдим итегеҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙең территорияла йәшәгән кешеләр менән Алла Батшалығы хаҡында нисек яҡшыраҡ һөйләшеп булғанын аңлатып бирегеҙ. Бергә вәғәзгә барырға саҡырығыҙ.

13 Бер йыйылышҡа ҡасаҡ булған дүрт йәш ағай-ҡәрҙәш күсеп килгәс, өлкәндәр уларҙы машина йөрөтөргә, компьютерҙа баҫтырырға, резюме төҙөргә, шулай уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә тулыһынса ҡатнашыу өсөн ваҡытты дөрөҫ планлаштырырға өйрәткән (Гал. 6:10). Тиҙҙән уларҙың дүртеһе лә пионер хеҙмәтен башлаған. Өлкәндәрҙең ярҙамы һәм үҙҙәренең рухи маҡсаттарға ирешергә тырышыуы менән, был ағай-ҡәрҙәштәр, тиҙ арала рухи яҡтан үҫеп, Шайтандың донъяһына үҙҙәрен мауыҡтырып алып китергә бирмәгән.

14. а) Ҡасаҡтарға ниндәй ҡотҡоға ҡаршы торорға кәрәк? б) Миҫал килтерегеҙ.

14 Башҡа мәсихселәр кеүек, ҡасаҡтар ҙа тирә-яҡтағы кешеләрҙең баҫымына һәм байыу теләген Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙән өҫтөн ҡуйыу ҡотҡоһона ҡаршы торорға тейеш *. Юғарыла иҫкә алынған Лийе һәм уның ағай-энеләре, үҙҙәренең ғүмерен һаҡлап ҡалырға тип ҡасҡанда, аталарының иманға ҡағылышлы биргән һабаҡтарын иҫтә тота. Лийе былай ти: «Атайыбыҙ сумкалағы бер нисә әллә ни мөһим булмаған әйберҙе бер-бер артлы ташланы. Ахыр сиктә ул бушаған сумканы күтәрҙе лә йылмайып: „Күрәһегеҙме? Беҙгә ни тиклем әҙ әйбер кәрәк“, — тине». (1 Тимофейға 6:8-ҙе уҡығыҙ.)

ҠАСАҠТАРҘЫҢ ИҢ МӨҺИМ ИХТЫЯЖДАРЫ ХАҠЫНДА ОНОТМАҒЫҘ

15, 16. Беҙ ҡасаҡтарҙы а) рухи яҡтан, б) эмоциональ яҡтан нисек нығыта алабыҙ?

15 Материаль ярҙамға ҡарағанда, ҡасаҡтарға күберәк рухи һәм эмоциональ нығытыу кәрәк (Матф. 4:4). Өлкәндәр ундай ҡәрҙәштәргә туған телдәрендә әҙәбиәт алырға һәм уларҙың телен белгән ҡәрҙәштәр менән бәйләнешкә инергә ярҙам итә ала. Күп ҡасаҡтарға ғәзиз туғандарынан, шулай уҡ күршеләренән һәм йыйылыштарынан айырылырға тура килгән. Имандаштары араһында улар Йәһүәнең яратыуын һәм ҡыҙғаныуын тойорға тейеш. Юғиһә улар хәҡиҡәттә булмаған туғандарынан йә уларҙың ауырлыҡтарын һәм мәҙәниәтен аңлаған ватандаштарынан ярҙам эҙләр (1 Кор. 15:33). Йыйылышта шундай кешеләргә үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеп, беҙ улар хаҡында ҡайғыртҡан Йәһүәнән өлгө алабыҙ (Зәб. 146:9).

16 Ғайса Мәсих менән уның ата-әсәһе осрағындағы һымаҡ, ҡасаҡтарҙың да, үҙҙәрен йәберләгән кешеләр хөкүмәт башында торғанда, туған илдәренә кире ҡайтыу мөмкинлеге булмаҫҡа мөмкин. Бынан тыш, Лийе ҡәрҙәш әйтеүенсә, «күп кеше, туғандарын көсләүҙе йә үлтереүҙе күргәндән һуң, балалары менән шул ергә кире ҡайтыуҙы күҙ алдына ла килтермәй». Бындай аяныс хәлде кисергән имандаштарға ярҙам итер өсөн, урындағы ҡәрҙәштәргә «миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ» булыу мөһим (1 Пет. 3:8). Эҙәрләүҙәр арҡаһында ҡайһы бер ҡасаҡтар йомола, һәм уларға, моғайын, айырыуса балалары алдында, кисергәндәре хаҡында һөйләүе ауырҙыр. Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Улар урынында булһам, башҡаларҙың үҙем менән нисек мөғәмәлә итеүен теләр инем?» (Матф. 7:12).

ХӘҠИҠӘТТӘ БУЛМАҒАН ҠАСАҠТАРҒА ВӘҒӘЗЛӘГЕҘ

17. Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр ҡасаҡтарға нисек ярҙам итә?

17 Күп ҡасаҡтар вәғәз эшебеҙ сикләнгән илдәрҙән күсеп килә. Әммә ашҡынып вәғәзләгән Йәһүә шаһиттары ярҙамында ҡасаҡтар «Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе» беренсе тапҡыр ишетә (Матф. 13:19, 23). Ауырлыҡтарҙан интегеүселәрҙең күбеһе осрашыуҙарыбыҙҙа рухи көс ала. Улар: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», — тип таный (Матф. 11:28—30; 1 Кор. 14:25).

18, 19. Ҡасаҡтарға вәғәзләгәндә, беҙ нисек зирәклек сағылдыра алабыҙ?

18 Ҡасаҡтарға вәғәзләгән ҡәрҙәштәр һаҡ һәм алдын-артын уйлаусан булырға тейеш (Матф. 10:16; Ғиб. һүҙ. 22:3). Улар һеҙгә борсолоуҙары тураһында һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлағыҙ, әммә сәйәси һорауҙар хаҡында фекер алышмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ; филиалдың һәм урындағы хөкүмәттең күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡасаҡтарҙың дини ҡараштарын һәм мәҙәниәтенең үҙенсәлектәрен белергә һәм хөрмәт итергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, ҡайһы бер ил кешеләре ҡатын-ҡыҙ кейеменә бик талапсан була. Шуға күрә, ҡасаҡтарға вәғәзләргә йыйынғанда, уларҙы яңылыш рәнйетмәҫ өсөн, урынлы итеп кейенегеҙ.

19 Ғайса Мәсихтең ҡиссаһындағы игелекле Самария кешеһе һымаҡ, беҙ ғазап кисергән кешеләргә, шул иҫәптән Йәһүә шаһиты булмағандарға ла ярҙам итергә теләйбеҙ (Лука 10:33—37). Быны эшләр өсөн иң яҡшы ысул — һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләү. Күп ҡасаҡтарға ярҙам иткән бер өлкән бына нимә ти: «Үҙебеҙҙең Йәһүә шаһиттары икәнебеҙҙе һәм төп маҡсатыбыҙ материаль ярҙам түгел, ә рухи ярҙам күрһәтеү икәнен шунда уҡ аңлатыу бик мөһим. Юғиһә кемдер беҙҙең менән табыш алыу ниәте менән аралаша башларға мөмкин».

ЯҠШЫ ЕМЕШТӘР

20, 21. а) Ҡасаҡтарға эскерһеҙ яратыу күрһәтеү ниндәй емештәр килтерә? б) Икенсе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

20 Ҡасаҡтарға эскерһеҙ яратыу күрһәтһәк, был яҡшы емештәр килтерер. Бер апай-ҡәрҙәш эҙәрләүҙәр арҡаһында ғаиләһе менән Эритреянан ҡасырға мәжбүр булған. Балаларының дүртеһе, һигеҙ көн буйы йонсоп сүл аша сәйәхәт иткәндән һуң, Суданға барып еткән. Апай-ҡәрҙәш былай ти: «Урындағы ҡәрҙәштәр уларҙы яҡын туғандарҙы ҡаршы алғандай ҡабул иткән. Улар аҙыҡ-түлек, кейем, йәшәр урын һәм транспортта йөрөргә аҡса биргән. Тағы кем таныш булмаған кешеләрҙе бер Аллаға ышанған өсөн генә үҙ өйөнә йәшәргә саҡырыр? Был Йәһүә шаһиттарына ғына хас!» (Яхъя 13:35-те уҡығыҙ.)

21 Әммә ата-әсәһе менән икенсе илгә күсеп киткән балалар тураһында нимә әйтеп була? Икенсе мәҡәләлә беҙ бөтәбеҙ ҙә уларға Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итергә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.

^ 2 абз. Был мәҡәләлә «ҡасаҡтар» тигән һүҙ хәрби конфликттар, эҙәрләү йә тәбиғәт афәттәре арҡаһында үҙ иленең башҡа еренә йәки сит илгә күсергә мәжбүр булған кешеләргә ҡарата ҡулланыла. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ҡасаҡтар эше менән шөғөлләнгән иң юғары комиссарының идараһы еткергән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көнгә бөтә донъяла һәр 113-сө кеше мәжбүри күскенсе булып тора.

^ 6 абз. «Таныш булмаған кешеләргә игелек күрһәтергә онотмағыҙ» тигән брошюраның (bw575) 8—12-се биттәрендәге мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 6 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27: «Ярҙам итеү ҡулыңдан килгәндә, игелеккә мохтаж булғандарға уны күрһәтмәй ҡалма».

^ 11 абз. Йыйылышҡа билдәләнгән территорияға ҡасаҡтарҙың күсеп килеүе хаҡында белеү менән, өлкәндәргә кисектермәйенсә «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолғандар» тигән китаптың 8-се бүлегенең 30-сы абзацында килтерелгән күрһәтмәләр буйынса эш итергә кәрәк. Үҙ илендәге филиалға һорау ебәреп, өлкәндәр башҡа илдәге йыйылыштар менән бәйләнешкә инә ала. Шул арала өлкәндәр, ипләп кенә ҡасаҡтың үҙенән йыйылышы һәм хеҙмәте хаҡында һорашып, уның рухи һаулығы тураһында күберәк белергә мөмкин.

^ 14 абз. «Муса иманын үрнәк итеп тотоғоҙ» тигән брошюрала (bw545-ТАТ) 17—26-сы биттәрҙәге «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай» һәм «Ҡыйыу булығыҙ, ярҙамсығыҙ — Йәһүә» тигән мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ.