Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иммигранттар, балаларығыҙға ярҙам итегеҙ

Иммигранттар, балаларығыҙға ярҙам итегеҙ

«Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр» (3 ЯХЪЯ 4).

ЙЫРҘАР: 41, 11

1, 2. а) Күп иммигранттарҙың балалары ниндәй ауырлыҡ менән осраша? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

«БАЛА сағымда өйҙә һәм йыйылышта мин иммигрант атай-әсәйемдең телендә һөйләшә инем, — тип иҫенә төшөрә Джошуа исемле ағай-ҡәрҙәш. — Әммә мәктәптә уҡый башлағас, урындағы тел миңә яҡыныраҡ булып китте. Бер нисә йыл эсендә мин бөтөнләй шул телгә күстем. Йыйылыш осрашыуҙарында мин бер нәмә лә аңламай инем, ә атай-әсәйемдең мәҙәниәте миңә ят булып китте». Джошуа менән булған хәл башҡа балаларға ла таныш.

2 Бөгөн 240000000-дан ашыу кеше тыуған еренән ситтә йәшәй. Әгәр һеҙ иммигрант икән, һеҙ нисек балағыҙға шулай уҡ «хәҡиҡәттә йәшә[үсе]» рухи балағыҙ булып китергә яҡшыраҡ ярҙам итә алаһығыҙ? (3 Яхъя 4) Ә башҡалар был йәһәттән ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

АТА-ӘСӘЛӘР, ЯҠШЫ ӨЛГӨ КҮРҺӘТЕГЕҘ

3, 4. а) Ата-әсәләр нисек балаларына яҡшы өлгө күрһәтә ала? б) Ата-әсәләр балаларынан нимә көтөргә тейеш түгел?

3 Ата-әсәләр, һеҙ күрһәткән өлгө ни тиклем мөһим икәнен иҫтә тотоғоҙ. Ул балаларығыҙға мәңгелек тормошҡа алып барған юлға баҫырға ярҙам итер. Һеҙҙең «иң тәүҙә Алла Батшалығын» эҙләүегеҙҙе күреп, улар, Йәһүәнең үҙҙәренең төп ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырына ышанып, уға таянырға өйрәнер (Матф. 6:33, 34). Шуға күрә ябай тормош алып барығыҙ. Матди нәмәләрҙе рухи нәмәләр хаҡына ҡорбан итергә әҙер булығыҙ. Бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Байлыҡ йә «кешеләр алдындағы данды» эҙләү урынына, «күктәге хазина[ны]» йыйырға, йәғни Йәһүәнең хуплауын алырға ынтылығыҙ. (Марк 10:21, 22-не уҡығыҙ; Яхъя 12:43.)

4 Балаларығыҙға ваҡыт тапмайынса, төрлө эштәргә батып йөрөмәгеҙ. Балағыҙ һеҙҙең өсөнмө, үҙе өсөнмө данға йә байлыҡҡа ынтылыу урынына тормошон Йәһүәгә бағышларға ҡарар итһә, уның менән ғорурланыуығыҙ хаҡында уға әйтегеҙ. Был донъяла күптәр, балалар ата-әсәһенең ҡартлығы мәшәҡәтһеҙ һәм бөтә яҡтан етеш булыуын ҡайғыртырға тейеш, тип һанай. «Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына» милек тупларға тейеш икәнен онотмағыҙ (2 Кор. 12:14).

ТЕЛ БЕЛМӘҮ КӘРТӘҺЕН ЕҢЕП СЫҒЫҒЫҘ

5. Ни өсөн ата-әсәләр балалары менән Йәһүә хаҡында һөйләшергә тейеш?

5 Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, «төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе барлыҡ халыҡтарҙан» булған кеше Алла ойошмаһына килә (Зәк. 8:23). Әммә телде белмәү кәртәһе һеҙгә балаларығыҙҙы хәҡиҡәткә өйрәтергә ҡамасауларға мөмкин. Балаларығыҙ — һеҙҙең иң мөһим өйрәнеүселәрегеҙ. Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, уларға Йәһүә тураһында «белем алырға» кәрәк (Яхъя 17:3). Балаларығыҙҙың Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе белеүен теләһәгеҙ, һеҙ уларға был хәҡиҡәттәр хаҡында яйы сыҡҡан һайын «һөйләргә тейеш». (Ҡанун 6:6, 7-не уҡығыҙ *.)

6. Балағыҙ һеҙҙең телде белһә, был уға ниндәй файҙа килтерергә мөмкин? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

6 Урындағы телде балағыҙ, моғайын, мәктәптә йә башҡа берәй ерҙә лә өйрәнер, ләкин һеҙҙең телегеҙҙе ул башлыса һеҙҙең менән йыш аралашып үҙләштерә алыр. Ул саҡта балағыҙ үҙенең күңел түрендәге уй-фекерҙәрен һәм хистәрен һеҙҙең менән уртаҡлаша алыр. Әммә һеҙҙең телегеҙҙе белеү уға башҡа мөмкинлектәр ҙә аса. Ике телде белеү баланың фекер йөрөтөү һәм башҡалар менән аралашыу һәләтен үҫтерә. Бынан тыш, киләсәктә ул, бәлки, хеҙмәтен киңәйтә алыр. «Сит телдә һөйләшкән йыйылышта хеҙмәт итеү шул тиклем күңелле! — ти ата-әсәһе иммигрант булған Каролина. — Вәғәзселәр етмәгән ерҙә ярҙам итеү бик шатлыҡлы!»

7. Балағыҙ менән аралашыр өсөн, телде белмәү кәртәһен нисек еңеп сығырға?

7 Шундай хәлдәр ҙә була: урындағы мәҙәниәтте һәм телде үҙләштергәс, ҡайһы бер балалар иммигрант ата-әсәләре менән туған телдә аралашыу теләген һәм хатта һәләтен дә юғалтырға мөмкин. Ата-әсәләр, һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, урындағы телде әҙерәк булһа ла өйрәнә алаһығыҙмы? Ул саҡта һеҙ балаларығыҙҙың нимә тураһында һөйләшкәнен, уларға ниндәй күңел асыуҙар оҡшағанын, мәктәптә ниндәй өйгә эш алғандарын аңлар инегеҙ, шулай уҡ уҡытыусылар менән шәхсән рәүештә һөйләшә алыр инегеҙ. Ә был, үҙ сиратында, һеҙгә балаларығыҙҙы хәҡиҡәттә тәрбиәләргә бик ярҙам итер ине. Әлбиттә, яңы телде өйрәнеү ваҡыт, тырышлыҡ һәм баҫалҡылыҡ талап итә. Ләкин уйлап ҡарағыҙ: әгәр балағыҙ ниндәйҙер сәбәптән һаңғырауланһа, һеҙ, уның менән артабан да аралашыр өсөн, ишаралар телен өйрәнмәҫ инегеҙме ни? Әллә башҡа телдә яҡшыраҡ һөйләшкән бала шундай уҡ мөнәсәбәткә лайыҡ түгелме? *

8. Балағыҙ яҡшы аңлаған телдә насар һөйләшһәгеҙ ҙә, уларға нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

8 Шуны танырға кәрәк: бөтә ата-әсәләр ҙә балалары яҡшы аңлаған телдә иркен һөйләшә алмай. Һөҙөмтәлә уларға балаларына Изге Яҙманан тәрән белем биреүе ауыр була (2 Тим. 3:15). Һеҙҙең осраҡта шулай булһа, һеҙ барыбер балағыҙға Йәһүәне белергә һәм уны яратырға ярҙам итә алаһығыҙ. «Әсәйебеҙ беҙ яҡшы аңлаған телдә саҡ-саҡ һөйләшә ине, ә беҙ апайым һәм һеңлем менән уның телендә насар һөйләшә инек, — тип иҫенә төшөрә Шан исемле бер өлкән. — Әммә уның Изге Яҙманы өйрәнеүен, доға ҡылыуын һәм ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы аҙна һайын үткәрер өсөн көсөнән килгәнде эшләүен күреп, беҙ Йәһүә тураһында белем алыу ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ».

9. Әгәр балаға Изге Яҙманы ике телдә өйрәнергә кәрәк булһа, ата-әсәләр нимә эшләй ала?

9 Ҡайһы бер балаларҙы Йәһүә хаҡындағы хәҡиҡәттәргә ике телдә лә — урындағы телдә һәм ата-әсәләренең телендә өйрәтеү яҡшы булыр ине. Бының өсөн ҡайһы бер ата-әсәләр ике телдә сығарылған аудиояҙмаларҙы, фильмдарҙы һәм баҫтырылған әҙәбиәтте ҡуллана. Күренеүенсә, иммигрант ата-әсәләргә, балаларына Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итер өсөн, күберәк ваҡыт һәм көс сарыф итергә кәрәк.

НИНДӘЙ ЙЫЙЫЛЫШҠА ЙӨРӨРГӘ?

10. а) Ғаиләнең ниндәй йыйылышҡа йөрөрөн кем хәл итергә тейеш? б) Ҡарар ҡабул итеү алдынан, ғаилә башлығы нимә эшләргә тейеш?

10 Иммигранттар үҙҙәренең телендә һөйләшкән Шаһиттарҙан йыраҡ йәшәһәләр, уларға урындағы телдә үткәрелгән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә кәрәк (Зәб. 146:9). Әммә янығыҙҙа булған йыйылыштарҙың береһе туған телегеҙҙе ҡулланһа, бындай һорау тыуа: ниндәй телде ҡулланған йыйылышҡа йөрөү ғаиләгеҙ өсөн яҡшыраҡ булыр? Барыһын да ентекләп уйлап, доға ҡылып, ҡатыны һәм балалары менән кәңәшләшеп алғандан һуң, ғаилә башлығы ҡарар ҡабул итергә тейеш (1 Кор. 11:3). Уға ниндәй факторҙарҙы һәм принциптарҙы иҫәпкә алырға кәрәк? Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

11, 12. а) Телде белеү баланың йыйылыш осрашыуында күпме мәғлүмәт үҙләштереүенә нисек тәьҫир итә? б) Ни өсөн ҡайһы бер балалар ата-әсәләренең телен кире ҡаға?

11 Ата-әсәләргә балалары ысынлап та нимәгә мохтаж икәнен аңлау мөһим. Әлбиттә, йыйылыш осрашыуҙары ниндәй телдә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, балаға, хәҡиҡәттә тамырланыр өсөн, аҙнаһына бер нисә сәғәт йыйылыш осрашыуҙарында рухи белем алыу етерлек түгел. Ләкин бына нимә хаҡында уйлағыҙ: программаны үҙе яҡшы аңлаған телдә тыңлағанда, бала осрашыуҙа булып ҡына ла мәғлүмәт үҙләштерә ала, һәм ул унда, бәлки, ата-әсәһе уйлағандан да күберәкте аңларға мөмкин. Ә әгәр ул телде яҡшы белмәһә, улай булмауы ла ихтимал. (1 Коринфтарға 14:9, 11-ҙе уҡығыҙ.) Бынан тыш, баланың туған теле уның аҡылына һәм хатта йөрәгенә тәьҫир иткән тел булып ҡалмаҫҡа ла мөмкин. Ҡайһы бер балалар ата-әсәһенең телендә йыйылышта яуап бирә, инеш һүҙҙәр әйтә һәм хатта йөкләмәләр менән сығыш яһай, шулай ҙа улар әйткән һүҙҙәрен үҙ йөрәге аша үткәрмәй.

12 Әммә баланың йөрәгенә тик тел генә йоғонто яһамай. Быны өҫтә иҫкә алынған Джошуаның һүҙҙәре иҫбатлай. Уның апаһы Эстер былай тип бүлешә: «Бала ата-әсәһенең телендә һөйләшергә яратһа, ул шулай уҡ уларҙың мәҙәниәтен дә, динен дә яратыр». Балаға ата-әсәһенең мәҙәниәте яҡын булмаһа, ул уларҙың телен генә түгел, ә шулай уҡ динен дә кире ҡағырға мөмкин. Улайһа, иммигрант ата-әсәләр нимә эшләй ала?

13, 14. а) Ни өсөн бер иммигрант пар балалары менән урындағы телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә булған? б) Был пар нисек рухи яҡтан көслө булып ҡалған?

13 Мәсихсе ата-әсәләр балаларының рухи именлеген үҙ теләктәренән өҫтөнөрәк ҡуя (1 Кор. 10:24). Джошуа менән Эстерҙың атаһы Самьюэл былай ти: «Беҙ ҡатыным менән балаларыбыҙға ниндәй тел рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткәнен күҙәттек һәм зирәклек һорап доға ҡылдыҡ. Яуап беҙ теләгәнсә булманы. Әммә беҙҙең телдә үткән осрашыуҙар уларға әҙ файҙа килтергәнен күргәс, беҙ урындағы телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә хәл иттек. Беҙ бергәләшеп даими рәүештә йыйылышҡа йөрөнөк һәм вәғәзләнек. Беҙ шулай уҡ йыйылышыбыҙҙағы ҡәрҙәштәрҙе төшкө ашҡа саҡырҙыҡ һәм улар менән бергә төрлө ерҙәргә йөрөнөк. Бының ярҙамында балаларыбыҙ ҡәрҙәштәр менән яҡынданыраҡ таныша алды һәм Йәһүәгә яҡынлашты, уға Аллаға кеүек ҡарағандай ғына түгел, ә шулай уҡ Атайға һәм Дуҫҡа ҡарағандай ҡарарға өйрәнде. Беҙ, үҙебеҙҙең телде яҡшы белеүгә ҡарағанда был улар өсөн күпкә мөһимерәк булды, тип һанайбыҙ».

14 Самьюэл былай тип өҫтәй: «Рухи яҡтан көслө булып ҡалыр өсөн, беҙ ҡатыным менән шулай уҡ үҙ телебеҙҙә үткән осрашыуҙарға ла йөрөнөк. Графигыбыҙ бик тығыҙ булды, һәм беҙ арый инек. Әммә беҙ Йәһүәгә тырышлыҡтарыбыҙҙы һәм ҡорбандарыбыҙҙы фатихалағаны өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ! Балаларыбыҙҙың өсөһө лә Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәт итә».

ЙӘШТӘР НИМӘ ЭШЛӘЙ АЛА?

15. Ни өсөн Кристина исемле апай-ҡәрҙәш урындағы телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә булған?

15 Үҫә төшкәс, ҡайһы бер балалар, үҙемә аңлайышлыраҡ телдә һөйләшкән йыйылышта булһам, Йәһүәгә яҡшыраҡ хеҙмәт итә алырмын, тигән һығымтаға килә. Шундай осраҡта ата-әсәләр, балаларыбыҙ беҙҙән ситләшә, тип уйларға тейеш түгел. Кристина исемле апай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Атай-әсәйемдең телен әҙерәк белһәм дә, был телдә үткән йыйылыш осрашыуҙарында мин бер нәмә лә тиерлек аңламай инем. 12 йәшемдә мин мәктәптә һөйләшкән телемдә үткән конгреста булдым. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр мин ишеткәндәрем хәҡиҡәт икәнен аңланым! Мәктәптә һөйләшкән телемдә доға ҡыла башлау тормошомдо тағы ла үҙгәртте. Мин Йәһүә менән ихластан һөйләшә алдым!» (Ғәм. 2:11, 41) Үҫеп алғас, Кристина был хаҡта ата-әсәһе менән кәңәшләшкән һәм урындағы телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә хәл иткән. Ул былай тип бүлешә: «Йәһүә тураһында мәктәптә һөйләшкән телемдә белем алыу мине эштәргә дәртләндерҙе». Тиҙҙән Кристина шатланып пионер хеҙмәтен башлаған.

16. Ни өсөн Надя исемле апай-ҡәрҙәш башҡа йыйылышҡа күсмәгәненә шат?

16 Йәштәр, урындағы телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә теләйһегеҙме? Шулай булһа, үҙегеҙҙән: «Ни өсөн күскем килә?» — тип һорағыҙ. Был һеҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итерме? (Яҡ. 4:8) Йәки, күп тырышлыҡ һалмаҫ өсөн, атай-әсәйегеҙ контроле аҫтынан сығырға теләйһегеҙме? «Мин һәм бер туғандарым үҫмер булғанда, беҙ урындағы телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә теләнек», — тип һөйләй хәҙерге ваҡытта Вефилдә хеҙмәт иткән Надя. Әммә уларҙың ата-әсәһе башҡа йыйылышҡа күсеү балаларына рухи яҡтан файҙа килтермәҫ икәнен белгән. «Хәҙер беҙ атай-әсәйебеҙгә беҙҙе үҙ телдәренә өйрәтер өсөн күп көс һалғандары һәм беҙгә башҡа йыйылышҡа күсергә рөхсәт итмәгәндәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Был тормошобоҙҙо байытты, һәм беҙҙең алда башҡаларға Йәһүә менән танышырға ярҙам итер өсөн күберәк мөмкинлектәр асылды».

БАШҠАЛАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

17. а) Йәһүә балалар тәрбиәләү вазифаһын кемгә йөкмәткән? б) Балаларын хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн, ата-әсәләр кемдән ярҙам һорай ала?

17 Йәһүә балаларҙы хәҡиҡәттә тәрбиәләү вазифаһын олатай менән өләсәйгә йә башҡа берәй кемгә түгел, ә ата-әсәгә йөкмәткән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; 31:10, 27, 28-ҙе уҡығыҙ *.) Шулай ҙа урындағы телде белмәгән ата-әсәләргә, балаларының йөрәгенә үтеп инерлек итеп өйрәтер өсөн, ярҙам кәрәк булырға мөмкин. Был, ата-әсәләр үҙ яуаплылығын башҡаларға таға, тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, башҡаларҙың ярҙамында улар, «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп», балаларын «тәрбиәле итеп үҫтер[ә]» ала (Ефес. 6:4). Мәҫәлән, ата-әсәләр йыйылыш өлкәндәренән ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу һәм балаларына яҡшы дуҫтар табыуға ҡағылышлы кәңәштәр һорай ала.

Башҡа мәсихселәр менән аралашыу балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә нығыта (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18, 19. а) Рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр йәштәргә нисек ярҙам итә ала? б) Ата-әсәләр артабан да нимә эшләргә тейеш?

18 Мәҫәлән, ата-әсәләр ваҡыт-ваҡыт үҙҙәренең ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисенә башҡа ғаиләләрҙе саҡырырға мөмкин. Бынан тыш, күп йәштәр, рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр менән аралашып, рухи уңыштарға ирешә. Шундай мәсихселәр йәштәр менән вәғәзләй ала йә улар менән бергә ял итә ала (Ғиб. һүҙ. 27:17). «Мин үҙемде үҙ ҡанаты аҫтына алған ағай-ҡәрҙәштәрҙе яҡшы хәтерләйем, — тип иҫенә төшөрә юғарыла иҫкә алынған Шан. — Улар миңә йыйылыш осрашыуҙарында сығыш яһар өсөн йөкләмәләр әҙерләргә ярҙам иткәндә, мин һәр ваҡыт берәй яңы нәмәгә өйрәнә торғайным. Миңә шулай уҡ улар менән бергә ял итеү оҡшай ине».

19 Әгәр ата-әсәләр ҡәрҙәштәрҙән балаларына ярҙам итеүҙәрен үтенһә, ундай ҡәрҙәштәргә балаларҙы үҙ ата-әсәһенә хөрмәт менән ҡарарға өндәргә кәрәк. Уларға баланың ата-әсәһе хаҡында һәр ваҡыт тик яҡшыны ғына һөйләргә кәрәк, һәм улар ата-әсәнең ролен үҙ өҫтөнә алырға тейеш түгел. Өҫтәүенә, берәүҙә лә — мәсихселәрҙә лә, сит кешеләрҙә лә — ярҙам иткән ҡәрҙәштәрҙең балалар менән мөнәсәбәттәре әхлаҡи яҡтан саф икәненә шик тыумаҫҡа тейеш (1 Пет. 2:12). Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр балаларына рухи тәрбиә биреү яуаплылығын бөтөнләй башҡаларға йөкмәтергә тейеш түгел. Уларға балаларына ниндәй ярҙам күрһәтелгәнен күҙәтергә һәм үҙҙәренә лә балаларын артабан өйрәтергә кәрәк.

20. Ата-әсәләр балаларына Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе булып китергә нисек ярҙам итә ала?

20 Ата-әсәләр, Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылығыҙ һәм көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ. (2 Йылъяҙма 15:7-не уҡығыҙ *.) Балағыҙҙың Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен үҙ мәнфәғәтегеҙҙән өҫтөнөрәк ҡуйығыҙ. Алла Һүҙе балағыҙҙың йөрәгенә тәьҫир итә алһын өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Балағыҙҙың Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә алырына бер ваҡытта ла шикләнмәгеҙ. Балағыҙ Алла Һүҙе буйынса йәшәй һәм һеҙҙең яҡшы өлгөгөҙгә эйәрә башлағас, һеҙ илсе Яхъяның рухи балалары хаҡында әйткән бындай һүҙҙәренә ҡушыла алырһығыҙ: «Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр» (3 Яхъя 4).

^ 5 абз. Ҡанун 6:6, 7: «Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә һәм улар тураһында өйөңдә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләргә тейеш».

^ 7 абз. 2007 йылдың март айында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 10—12-се биттәрендәге «Һеҙ яңы телде үҙләштерә алаһығыҙ!» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 17 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; 31:10, 27, 28: «Улым, атайыңдың өгөт-нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең күрһәтмәһен ҡалдырма. Берәү яҡшы ҡатын таба алған икән, ундай ҡатын мәрйендәрҙән күпкә ҡиммәтерәк. Ул йортондағы эштәрҙе күҙәтә, ялҡаулыҡ икмәге ашамай. Балалары, тороп, уны бәхетле тип атай, ире лә, тороп, уны маҡтай».

^ 20 абз. 2 Йылъяҙма 15:7: «Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ, рухығыҙ төшмәһен, сөнки әжерегеҙ эшегеҙгә ҡарап бирелер».