Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?»

«Һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?»

«Яхъя улы Симон, һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?» (ЯХЪЯ 21:15, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 32, 45

1, 2. Ғайса менән һөйләшеүҙән һуң Петр нимәне аңлаған?

ҒАЙСА МӘСИХТЕҢ ете шәкерте Галилея күлендә төнө буйы балыҡ тоторға маташҡан, ләкин бер нәмә лә тота алмаған. Терелтелгән Ғайса яр буйынан уларға ҡараған да: «Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ», — тип әйткән. Улар шулай эшләгән һәм «эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара» алмаған (Яхъя 21:1—6).

2 Шәкерттәр, ярға сығып, Ғайса әҙерләгән иртәнге ашты ашап алғас, Ғайса Симон Петрҙан: «Яхъя улы Симон, һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?» — тип һораған. Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Балыҡ тотоу эше Петр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған. Шунлыҡтан, күрәһең, һорауҙың асылы шулайыраҡ булғандыр: Петрға балыҡ һәм балыҡ тотоу эше йәки Ғайса һәм уның тәғлимәттәре ҡәҙерлерәк булғанмы? Петр: «Эйе, Хужам, һин беләһең: һин минең өсөн бик ҡәҙерле», — тип яуаплаған (Яхъя 21:15, ЯДТ). Һис шикһеҙ, Петр үҙ һүҙҙәре буйынса йәшәгән. Ошо һөйләшеүҙән һуң ул, ғүмерен шәкерттәр әҙерләү эшенә бағышлап һәм беренсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышының терәге булып, Ғайса Мәсихте яратыуын иҫбатлаған.

3. Мәсихселәргә ниндәй ҡурҡыныстарҙан һаҡ булырға кәрәк?

3 Ә беҙ шул һөйләшеүҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ? Берәй нәмәгә Алла Батшалығын тормошта беренсе урынға ҡуйырға ҡамасауларға юл биреүҙән һәм Мәсихкә ҡарата мөхәббәтебеҙ һыуыныуҙан һаҡ булырға кәрәк. Ғайса донъя мәшәҡәттәренең кешеләргә ниндәй баҫым яһауын яҡшы белгән. Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаһында Ғайса, ҡайһы берәүҙәр «Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе» ишетә һәм уға ҡолаҡ һала, әммә «донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны [һүҙҙе] баҫып ала», тигән (Матф. 13:19—22; Марк 4:19). Һаҡ булмаһаҡ, көндәлек мәшәҡәттәр, символик йөрәгебеҙгә насар йоғонто яһап, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ашҡыныуыбыҙҙы һүрелдерергә мөмкин. Шуға күрә Ғайса үҙенең шәкерттәрен былай тип киҫәткән: «Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ» (Лука 21:34).

4. Беҙгә Мәсихкә ҡарата мөхәббәтебеҙҙең тәрәнлеген тикшерергә нимә ярҙам итер? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Петр кеүек, беҙ ҙә, Мәсих тапшырған эште тормошта беренсе урынға ҡуйып, уға ҡарата мөхәббәтебеҙҙең тәрәнлеген күрһәтәбеҙ. Беҙ артабан да быны эшләйбеҙме, юҡмы икәнен нисек тикшерергә? Ваҡыт-ваҡыт үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирергә кәрәк: «Минең өсөн нимә барыһынан да ҡәҙерлерәк? Миңә нимә ҙурыраҡ ҡыуаныс килтерә: Йәһүәгә хеҙмәт итеүме йә башҡа берәй нәмәме?» Әйҙәгеҙ, донъяуи эш, ял итеү һәм матди әйберҙәргә мөнәсәбәт кеүек өс өлкәгә иғтибар итәйек. Был өлкәләрҙә дөрөҫ ҡараш һаҡламаһаҡ, Мәсихкә һәм хеҙмәткә ҡарата мөхәббәтебеҙ һыуынырға мөмкин.

ДОНЪЯУИ ЭШКӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ

5. Алла ғаилә башлыҡтарына ниндәй вазифа тапшырған?

5 Балыҡ тотоу Петр өсөн мауығыу ғына булмаған, был эш ярҙамында ул үҙен һәм ғаиләһен тәьмин иткән. Бөгөн ғаилә башлыҡтары Алланың үҙҙәренә ғаиләнең матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу вазифаһын тапшырғанын аңлай (1 Тим. 5:8). Ошо вазифаны үтәр өсөн уларға тырышып эшләргә кәрәк. Әммә был һуңғы көндәрҙә донъяуи эш йыш ҡына борсолоуҙар сығанағы булып тора.

6. Күптәр эш урынында ниндәй стресс кисерә?

6 Ҡаты конкуренция хөкөм һөргәнгә, күптәргә, ҡайһы саҡ хатта түбәнерәк эш хаҡына ризалашып, күберәк эшләргә тура килә. Өҫтәүенә, эш биреүселәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә ынтылыуы кешеләрҙең физик, аҡыл һәм эмоциональ торошон ҡаҡшата. Шундай ҡорбандарға барырға әҙер булмағандарға эштән сығарылыу янай.

7, 8. а) Беҙ тәү сиратта кемгә тоғробоҙ? б) Таиландтан бер ағай-ҡәрҙәш эшенә ҡағылышлы ниндәй һабаҡ алған?

7 Мәсихселәр булараҡ, беҙ тәү сиратта эш биреүсегә түгел, ә Йәһүәгә тоғробоҙ (Лука 10:27). Донъяуи эш беҙгә төп матди ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерергә һәм Аллаға хеҙмәт итергә ярҙам ғына итә. Әммә һаҡ булмаһаҡ, донъяуи эш беҙгә ғибәҙәт ҡылырға ҡамасауларға мөмкин. Мәҫәлән, Таиландтан бер ағай-ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Мин компьютерҙар йүнәтеү эше менән шөғөлләнә инем, һәм был эш миңә бик оҡшай ине. Әммә, ул күп ваҡыт талап иткәнгә, рухи эштәргә ваҡытым ҡалмай тиерлек ине. Ахыр сиктә мин шуны аңланым: Батшалыҡты тормошомда беренсе урынға ҡуйыр өсөн, миңә эшемде алмаштырырға кәрәк». Был ағай-ҡәрҙәш нимә эшләгән?

8 Ул былай ти: «Барыһын да планлаштырыуға минең бер йыл тирәһе китте. Мин урамда туңдырма һатырға булдым. Тәүҙә эш бер ҙә бармай ине, һәм мин бының арҡаһында бик ныҡ бойоҡтом. Элекке эшемдәге хеҙмәттәштәрем менән урамда осрашҡан саҡта улар, минән көлөп, ни өсөн туңдырма һатыуҙы кондиционер менән йыһазландырылған урында компьютерҙар йүнәтеүҙән яҡшыраҡ тип таптың, ти торғайнылар. Мин Йәһүәгә эште яҡшы итеп башҡарырға һәм рухи эштәргә күберәк ваҡыт бүлергә тигән маҡсатыма ирешергә ярҙам итеүен һорап доға ҡылдым. Күп тә үтмәҫтән, хәл яҡшыра башланы. Мин клиенттарыма туңдырманың ниндәй төрҙәре оҡшағанын белеп алдым, шулай уҡ үҙ эшемдә оҫтарып киттем. Тиҙҙән мин бер көн эсендә бөтә туңдырмамды һатып бөтөп ҡайта торғайным. Мин хатта элеккегә ҡарағанда ла күберәк аҡса эшләй башланым. Хәҙер мин үҙемде күпкә бәхетлерәк тоям, сөнки элекке стресс һәм борсолоуҙарҙан азатмын. Ә иң мөһиме, мин Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлаштым». (Матфей 5:3, 6-ны уҡығыҙ.)

9. Донъяуи эшебеҙгә нисек дөрөҫ ҡараш һаҡларға?

9 Алла егәрлелекте бик ҡәҙерләй, ә тырыш хеҙмәт бүләкләнә (Ғиб. һүҙ. 12:14). Шулай ҙа, юғарыла иҫкә алынған ағай-ҡәрҙәштең миҫалынан күренеүенсә, донъяуи эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк. Ғайса былай тигән: «Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла [кеше ныҡ мохтаж булған матди нәмәләр] һеҙгә бирелер» (Матф. 6:33). Донъяуи эшкә һәм рухи вазифаларыбыҙға дөрөҫ ҡарайбыҙмы, юҡмы икәнен нисек белергә? Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау биреп була: «Донъяуи эшемде мауыҡтырғыс, ә рухи эштәрҙе ялҡытҡыс тип һанайыммы?» Донъяуи эш һәм Аллаға хеҙмәт итеү беҙҙә ниндәй тойғолар уятыуы хаҡында уйланып, күңелебеҙгә нимә ҡәҙерлерәк икәнен билдәләй алырбыҙ.

10. Ғайса Марфаны нимәгә өйрәтергә теләгән?

10 Ғайса нимәгә төп иғтибар бирергә кәрәк икәнен аңлатҡан. Бер тапҡыр ул Мәрйәмдә һәм уның бер туғаны Марфала ҡунаҡта булған. Марфа ашарға әҙерләп мәшәҡәтләнеп йөрөгән арала Мәрйәм, Ғайсаның аяҡ осона ултырып, уның һөйләгәндәрен тыңлаған. Марфа Мәрйәмдең ярҙам итмәүенә зарланғас, Ғайса уға: «Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ», — тигән (Лука 10:38—42). Ғайса Марфаға мөһим һабаҡ биргән: донъяуи эшкә һәм көндәлек мәшәҡәттәргә күңелебеҙҙе биләп алырға юл ҡуймайынса, Мәсихте яратыуыбыҙҙы иҫбатлар өсөн, беҙгә артабан да «һәйбәт өлөштө» һайларға, йәғни рухи нәмәләрҙе тормошта беренсе урынға ҡуйырға кәрәк.

ЯЛ ИТЕҮГӘ ҺӘМ КҮҢЕЛ АСЫУҒА ДӨРӨҪ ҠАРАШ

11. Изге Яҙмала ял итеү хаҡында нимә әйтелә?

11 Ауыр эштән һәм тығыҙ графиктан арығанға, беҙгә, ял итеп, көс йыйырға кәрәк. Алла Һүҙендә былай тиелә: «Кеше өсөн ашап-эсеүҙән һәм тырыш хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтереүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ» (Вәғ. 2:24). Ғайса ла кешегә ваҡыт-ваҡыт ял итеп алырға кәрәклеген яҡшы аңлаған. Бер тапҡыр, уның шәкерттәре күп көс һалып вәғәзләп ҡайтҡас, Ғайса уларға: «Үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ», — тигән (Марк 6:31, 32).

12. Ял итеү һәм күңел асыуға килгәндә, ниндәй ҡурҡыныс барлығы хаҡында иҫтә тотоу мөһим? Быны һүрәтләгән осраҡты һөйләп бирегеҙ.

12 Ысынлап та, беҙ ял итеү һәм күңел асыуға мохтажбыҙ. Әммә бер ҡурҡыныс бар: беҙҙең быға үтә ҙур әһәмиәт бирә башлауыбыҙ ихтимал. Беренсе быуатта күптәр былайыраҡ фекер йөрөткән: «Ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»(1 Кор. 15:32). Бөгөн күптәр шундай уҡ ҡарашта тора. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Көнбайыш Европала йәшәгән бер йәш егет мәсихселәрҙең йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған. Әммә уның күңел асыуҙарға ынтылышы шул тиклем көслө булған, хатта ул Йәһүә шаһиттары менән аралашыуҙан туҡтаған. Ләкин ваҡыт уҙыу менән ул күңел асыуҙар хаҡында ғына уйлап йәшәү тик ауырлыҡтар һәм ҡәнәғәтһеҙлек кенә килтерә икәнен аңлаған. Ул яңынан Изге Яҙманы өйрәнә башлаған, тормошон үҙгәрткән һәм вәғәзсе булып киткән. Һыуға сумдырылғандан һуң, ул былай тигән: «Йәһүәгә хеҙмәт итеү был донъя тәҡдим иткән күңел асыуҙарға ҡарағанда күберәк бәхет килтергәнен аңлағансы, шул тиклем күп ваҡыт юғалтҡаныма ғына үкенәм».

13. а) Ял итеү һәм күңел асыуға бәйле ҡурҡыныстарҙы һүрәтләгән миҫал килтерегеҙ. б) Беҙгә ял итеүгә һәм күңел асыуға дөрөҫ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер?

13 Ял итеү көс йыйырға ярҙам итә. Әммә быға күпме ваҡыт бүлергә кәрәк? Шундай миҫал өҫтөндә уйлап ҡарағыҙ: күбебеҙ ҡайһы саҡ тәмлекәстәр ашап алырға ярата, ләкин беҙ тик кәнфит менән пирожный ғына ашауҙың һаулыҡҡа зыян килтергәнен аңлайбыҙ. Шунлыҡтан беҙ башлыса файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡ ашайбыҙ. Шуның шикелле, көндәр буйы ял итеп күңел асыу рухи һаулығыбыҙҙы ҡаҡшатыр. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, беҙгә Батшалыҡ эштәрендә даими ҡатнашырға кәрәк. Ял итеүгә дөрөҫ ҡарайбыҙмы, юҡмы икәнен нисек билдәләп була? Аҙна дауамында йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү, вәғәздә ҡатнашыу, Изге Яҙманы ғаилә менән һәм шәхси рәүештә өйрәнеү кеүек рухи эштәргә, шулай уҡ ял итеүгә, мәҫәлән, спорт йә хобби менән шөғөлләнеүгә, телевизор ҡарауға, видеоуйындар уйнауға күпме ваҡыт киткәнен яҙып барырға мөмкин. Шунан һуң һөҙөмтәләрҙе сағыштырып була. «Тәмлекәстәрҙе» ҡыҫҡартырға кәрәкмәйме? (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.)

14. Ял саралары һәм күңел асыуҙар һайлағанда, беҙ ниндәй принциптарға таянырға тейеш?

14 Һәр беребеҙ үҙенә оҡшаған ял итеү төрөн һайлай ала, иң мөһиме — һайлауыбыҙ Алланың Изге Яҙмала яҙылған принциптарына тура килергә тейеш *. Шулай уҡ ғаилә башлығы өйҙәгеләре өсөн ниндәй ял итеү төрө урынлы икәнен хәл итергә мөмкин. Яҡшы, файҙалы ял — «Алла бүләге» (Вәғ. 3:12, 13). Әлбиттә, беҙ төрлө кешеләрҙең төрлө ял сараларын һайлауын аңлайбыҙ (Гал. 6:4, 5). Ниндәй генә күңел асыу һайлаһаҡ та, ул үҙ урынында булырға тейеш. Ғайса: «Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр», — тип әйткән (Матф. 6:21). Тимәк, Ғайсаны эскерһеҙ яратһаҡ, Батшалыҡ эше беҙҙең өсөн барыһынан да мөһимерәк булыр, һәм был беҙҙең уйҙарҙа, һүҙҙәрҙә һәм эштәрҙә сағылыр (Флп. 1:9, 10).

МАТЕРИАЛИЗМҒА ҠАРШЫ КӨРӘШЕҮ

15, 16. а) Мәсихселәр материализм тоҙағына нисек эләгергә мөмкин? б) Ғайса матди әйберҙәргә ҡағылышлы ниндәй аҡыллы кәңәш биргән?

15 Бөгөн күптәр заманса кейенеү, электрон яйланмаларҙың яңынан-яңы моделдәрен һатып алыу кеүек нәмәләр хаҡында ғына уйлап йәшәй. Шуға күрә һәр мәсихсегә ваҡыт-ваҡыт, үҙ теләктәрен тикшерер өсөн, үҙ-үҙенә бындай һорауҙар бирергә кәрәк: «Матди әйберҙәр минең өсөн ни тиклем мөһим? Һуңғы ваҡытта мин йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнеүгә ҡарағанда кейемдәр һәм машиналарҙың яңы моделдәрен күҙәтеүгә күберәк ваҡыт сарыф итә башланым, тип әйтеп буламы? Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, доға ҡылыу һәм Изге Яҙманы уҡыуға әҙерәк ваҡыт бүлә башламаныммы?» Матди әйберҙәрҙе яратыу йөрәгебеҙҙән Мәсихкә ҡарата мөхәббәтте ҡыҫырыҡлап сығара башлауын абайлаһаҡ, беҙгә Ғайсаның «ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ» тигән һүҙҙәре тураһында уйланырға кәрәк (Лука 12:15). Ни өсөн Ғайсаның был киҫәтеүе шул тиклем етди?

16 Ғайса: «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай», — тигән. Уның һүҙҙәре буйынса, беҙ «Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт» итә алмайбыҙ, сөнки был «хужаларҙың» һәр береһе йән-тән менән бирелгәнлекте талап итә. Беҙ йә береһенә нәфрәт тотоп, икенсеһен яратырбыҙ, йә береһенә тоғро булып, икенсеһен һанға һуҡмаҫбыҙ (Матф. 6:24). Беҙ барыбыҙ ҙа камил түгел, шуға күрә беҙгә арымай-талмай «тән теләктәре[нә]», шул иҫәптән материализмға ҡаршы көрәш алып барырға кәрәк (Ефес. 2:3).

17. а) Ни өсөн донъяға хас ҡарашлы кешеләргә матди әйберҙәргә дөрөҫ ҡараш һаҡлауы ауыр? б) Беҙгә материалистик теләктәргә ҡаршы көрәшергә нимә ярҙам итә?

17 Донъяға хас ҡарашлы кешегә матди әйберҙәргә дөрөҫ ҡараш һаҡлауы ауыр. Ни өсөн? Сөнки ундай кешенең рухи нәмәләрҙе күреү һәләте насарланған. (1 Коринфтарға 2:14-те уҡығыҙ.) Һиҙгерлеге томаланғанға, уға яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыуы ҡыйыныраҡ була башлай (Евр. 5:11—14). Һөҙөмтәлә ундай кешенең матди әйберҙәргә эйә булыу теләге еңеп сыҡҡыһыҙ булып китә, һәм кеше күпме генә әйбер алһа ла, уның был теләге бер ҡасан да кәмемәҫкә мөмкин (Вәғ. 5:10). Ундай теләктәр ағыуға оҡшаш, әммә, бәхеткә күрә, был ағыуҙың тәьҫиренә ҡаршы дауа бар — Алла Һүҙен даими уҡыу (1 Пет. 2:2). Хәҡиҡәт тураһында уйланыу Ғайсаға ҡотҡоларға ҡаршы торорға ярҙам иткән. Шуның шикелле, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу беҙгә материалистик теләктәргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә (Матф. 4:8—10). Шулай эшләп, беҙ Ғайсаға уны теләһә ниндәй матди әйберҙәргә ҡарағанда нығыраҡ яратыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.

Тормошоғоҙҙа нимә иң мөһиме? (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйһегеҙ?

18 Ғайса Петрға: «Һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?» — тигән һорау биреп, уға рухи нәмәләрҙе тормошта беренсе урынға ҡуйырға кәрәклеген иҫенә төшөргән. Шуға иғтибар итергә кәрәк: Петр үҙенең «ҡая, таш» тигәнде аңлатҡан исеме буйынса йәшәгән, сөнки ҡая кеүек ныҡ, ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы булған (Ғәм. 4:5—20). Бөгөн беҙ ҙә тәүәккәллек менән Мәсихкә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе көслө килеш һаҡларға теләйбеҙ. Бының өсөн беҙгә донъяуи эшкә, ял итеүгә һәм матди әйберҙәргә дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк. Шулай эшләһәк, Петр кеүек, Ғайсаға: «Хужам, һин беләһең: һин минең өсөн бик ҡәҙерле», — тип әйткәндәй булырбыҙ.

^ 14 абз. «Һайлаған күңел асыуҙарың файҙалымы?» тигән мәҡәләнең 6—15-се абзацтарын ҡарағыҙ. Был мәҡәләне шундай уҡ исемле брошюраның (bw515-ТАТ) 9—12-се биттәрендә табып була.