Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рухи хазиналарҙы ҡәҙерләгеҙ

Рухи хазиналарҙы ҡәҙерләгеҙ

«Хазинағыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр» (ЛУКА 12:34).

ЙЫРҘАР: 153, 9

1, 2. а) Йәһүә беҙгә ниндәй өс рухи хазина бүләк иткән? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

БӨТӘ йыһанда Йәһүә — иң бай Шәхес (1 Йыл. 29:11, 12). Йомарт Атай булараҡ, ул рухи байлыҡтарҙы уларҙың ҡәҙерен белгән һәр кем менән йәлләмәйенсә уртаҡлаша. Беҙ Йәһүәгә рухи хазиналар бүләк иткәне өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ! Был хазиналар 1) Алла Батшалығын, 2) кеше ғүмерен һаҡлап ҡала алған хеҙмәтте һәм 3) Изге Яҙмалағы ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе үҙ эсенә ала. Әммә уяу булмаһаҡ, беҙ, был хазиналар өсөн рәхмәт тойғоһон юғалтып, уларҙы ҡәҙерләмәй башларға мөмкин. Шулай булмаһын өсөн, уларҙы һәр ваҡыт юғары баһалау һәм уларға ҡарата мөхәббәтебеҙҙе яңыртып тороу мөһим. Ғайса Мәсих: «Хазинағыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр», — тип әйткән (Лука 12:34).

2 Әйҙәгеҙ, Батшалыҡҡа, хеҙмәткә һәм хәҡиҡәткә ҡарата мөхәббәт һәм рәхмәт тойғоһон нисек үҫтереп һәм һаҡлап булғанын ҡарап сығайыҡ. Мәҡәләне уҡыған саҡта үҙегеҙҙең был рухи хазиналарҙы тағы ла нығыраҡ яратыр өсөн нимә эшләй алыуығыҙ хаҡында уйланығыҙ.

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ БИК ҠИММӘТЛЕ ЫНЙЫҒА ОҠШАШ

3. Ғайса ҡиссаһындағы сауҙагәр, бик ҡиммәтле ынйыға эйә булыр өсөн, нимә эшләргә әҙер булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Матфей 13:45, 46-ны уҡығыҙ. Ғайса ынйылар эҙләүсе сауҙагәр хаҡында ҡисса һөйләгән. Йылдар дауамында сауҙагәр, моғайын, йөҙәрләгән ынйы һатып алған һәм һатҡандыр. Һәм бына ул шул тиклем һоҡланғыс ынйы таба, хатта уға ҡарау ғына ла күңелдә шатлыҡ уята. Әммә, уны һатып алыр өсөн, уға бар мөлкәтен һатырға тура килә. Уның был ынйыны ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?

4. Алла Батшалығын сауҙагәр ынйыны ҡәҙерләгәндәй ҡәҙерләһәк, беҙ нимә эшләрбеҙ?

4 Беҙ Ғайсаның ҡиссаһынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Алла Батшалығы бик ҡиммәтле ынйыға оҡшаш. Әгәр хәҡиҡәтте сауҙагәр ынйыны ҡәҙерләгәндәй ҡәҙерләһәк, беҙ Батшалыҡтың гражданы булып ҡалырға ҡамасаулаған һәр нәмәнән баш тартырға әҙер булырбыҙ. (Марк 10:28—30-ҙы уҡығыҙ.) Тап шулай эш иткән ике кешенең миҫалын ҡарап сығайыҡ.

5. Закхей Алла Батшалығы хаҡына нимә эшләргә әҙер булған?

5 Закхей һалым йыйыусыларҙың башлығы булған. Ул, ялған ғәйепләүҙәргә нигеҙләнеп, кешеләрҙән аҡса талап алып байыған (Лука 19:1—9). Ләкин был намыҫһыҙ кеше, Ғайсаның Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрен ишеткәс, ишеткәндәренең ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлаған һәм шунда уҡ эш итә башлаған. Закхей Ғайсаға былай тигән: «Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен». Ул икеләнмәйенсә ғәҙелһеҙ юл менән тупланған байлығынан баш тартҡан һәм ҡомһоҙлоғон еңә алған.

6. Бер ҡатын, Алла Батшалығының гражданы булып китер өсөн, тормошон нисек үҙгәрткән, һәм ни өсөн ул быны эшләгән?

6 Бер нисә йыл элек бер ҡатын Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе ишеткән. Ул лесбиянка булған һәм гомосексуалистарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшкән ойошманы етәкләгән. Изге Яҙманы өйрәнеп, ул Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт бик әһәмиәтле икәнен аңлаған. Ул шулай уҡ тормошон тулыһынса үҙгәртергә кәрәк икәнен дә күргән (1 Кор. 6:9, 10). Был ҡатын гомосексуалистар ойошмаһындағы вазифаһынан китергә булған һәм лесбиянка-әхирәте менән мөнәсәбәттәрен өҙгән. 2009 йылда ул һыуға сумдырылған, ә киләһе йылда пионер хеҙмәтен башлаған. Уның Йәһүәгә һәм Батшалыҡҡа ҡарата мөхәббәте тән теләктәренән көслөрәк булып сыҡҡан (Марк 12:29, 30).

7. Алла Батшалығына ҡарата мөхәббәтебеҙҙе нисек көслө килеш һаҡларға?

7 Әлбиттә, беҙҙең күбебеҙ, Алла Батшалығының гражданы булып китер өсөн, үҙ тормошонда етди үҙгәрештәр яһаған (Рим. 12:2). Әммә көрәшебеҙ бының менән генә тамамланмай. Батшалыҡ хаҡындағы хәҡиҡәткә ҡарата мөхәббәтебеҙ һыуынмаһын өсөн, беҙ артабан да матди нәмәләргә, әхлаҡһыҙ теләктәргә йә башҡа берәй нәмәгә ынтылыуҙан һаҡланырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 4:23; Матф. 5:27—29). Алла Батшалығына ҡарата мөхәббәтебеҙҙе көслө килеш һаҡларға ярҙам итер өсөн, Йәһүә беҙгә тағы бер ҡиммәтле хазина биргән.

КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ҺАҠЛАП ҠАЛА АЛҒАН ХЕҘМӘТ

8. а) Ни өсөн илсе Павел хеҙмәтте балсыҡ һауыттарҙа һаҡланған «хазина» итеп тасуирлаған? б) Павел хеҙмәтте ҡәҙерләгәнен нисек күрһәткән?

8 Ғайса Мәсих беҙгә Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтергә ҡушҡан (Матф. 28:19, 20). Илсе Павел хеҙмәттең ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлаған. Ул яңы килешеү хеҙмәтен «балсыҡ һауыттар[ҙа]» һаҡланған «хазина» итеп тасуирлаған (2 Кор. 4:7; 1 Тим. 1:12). Беҙ, камилһыҙ кешеләр булараҡ, ябай ғына балсыҡ һауыттарға оҡшашбыҙ, әммә беҙ вәғәзләгән хәбәр үҙебеҙгә лә, тыңлаусыларыбыҙға ла мәңгелек тормош килтерә ала. Бына ни өсөн Павел хеҙмәттә төрлө ысулдар ҡулланған. Ул былай тигән: «Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына башҡарам» (1 Кор. 9:23). Эйе, Павел хеҙмәтте яратҡан, һәм был уны арымай-талмай шәкерттәр әҙерләргә дәртләндергән. (Римдарға 1:14, 15; 2 Тимофейға 4:2-не уҡығыҙ.) Был шулай уҡ уға ҡаты эҙәрләүҙәрҙә сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән (1 Фес. 2:2). Беҙ хеҙмәтте Павел яратҡандай яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

9. Хеҙмәтте ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

9 Хеҙмәтте ҡәҙерләгәнгә, Павел кешеләргә Батшалыҡ хаҡында һөйләү мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындырмаған. Илселәр һәм беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә, йәмәғәт урындарында, өйҙән-өйгә йөрөп һәм осраҡлы рәүештә вәғәзләйбеҙ (Ғәм. 5:42; 20:20). Шарттарыбыҙға ҡарап, беҙ хеҙмәтебеҙҙе киңәйтергә тырышабыҙ, мәҫәлән, ярҙамсы йә даими пионер булып хеҙмәт итәбеҙ. Өҫтәүенә, беҙ башҡа тел өйрәнә алабыҙ йәки, вәғәзселәр әҙ булған ерҙә хеҙмәт итер өсөн, үҙ илебеҙҙең башҡа районына йә хатта сит илгә күсә алабыҙ (Ғәм. 16:9, 10).

10. Йәһүә Айриндың хеҙмәттә һалған тырышлыҡтарын нисек фатихалаған?

10 Ҡушма Штаттарҙан Айрин исемле кейәүҙә булмаған апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Айрин урыҫ телендә һөйләшкән иммигранттарға вәғәзләргә теләгән. Ул 1993 йылда Нью-Йорктағы урыҫ төркөмөнә күскәндә, унда ни бары 20 генә вәғәзсе булған. Бына инде 20 йыл Айрин урыҫ кешеләренә ашҡынып вәғәзләй. Ул былай тип таный: «Мин урыҫ телен камил беләм, тип әйтә алмайым». Шулай ҙа Йәһүә был тырыш апай-ҡәрҙәштең һәм башҡа вәғәзселәрҙең хеҙмәтен фатихалаған. Хәҙер Нью-Йоркта алты урыҫ йыйылышы бар. Айриндың ун биш өйрәнеүсеһе һыуға сумдырылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре вефилселәр, пионерҙар һәм өлкәндәр булып хеҙмәт итә. Айрин былай ти: «Әлбиттә, мин башҡа маҡсаттарға ла ынтыла алыр инем, ләкин уларҙың береһе лә миңә шул тиклем күп шатлыҡ килтермәҫ ине». Күренеүенсә, Айрин хеҙмәтен бик ҡәҙерләй!

Һеҙ хеҙмәтте ҡәҙерләйһегеҙме, һәм был графигығыҙҙа сағыламы? (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. Эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, артабан да вәғәзләүебеҙ ниндәй яҡшы емештәр килтерә?

11 Хеҙмәтебеҙҙе ҡәҙерләһәк, беҙ, илсе Павел кеүек, эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, артабан да вәғәз эшендә ҡатнашырбыҙ (Ғәм. 14:19—22). 1930-сы йылдарҙа һәм 1940-сы йылдарҙың башында Ҡушма Штаттарҙа ҡәрҙәштәребеҙ бик ҡаты эҙәрләүгә дусар булған. Шулай ҙа улар, Павел кеүек, ныҡ булып ҡалған һәм артабан да вәғәзләгән. Вәғәзләү хоҡуғыбыҙҙы яҡлар өсөн, ағай-ҡәрҙәштәр күп суд процестарында ҡатнашҡан. 1943 йылда Нейтан Норр ҡәрҙәш үҙенең телмәрендә АҠШ-тың Юғары судында яуланған еңеүҙәрҙең береһен иҫкә алған. Ул әйтеүенсә, ҡәрҙәштәр вәғәз эшен дауам итмәһә, судта бер эшебеҙ ҙә ҡаралмаҫ ине; суд эштәре ярҙамында күп илдәрҙә вәғәзселәр иркен рәүештә вәғәзләү хоҡуғын алған. Башҡа илдәрҙәге Йәһүә шаһиттары ла, сыҙам булып ҡалып, шундай уҡ суд процестарында еңгән. Эйе, хеҙмәтте ҡәҙерләһәк, эҙәрләүселәр беҙҙе туҡтата алмаясаҡ.

12. Һеҙ хеҙмәтегеҙгә нисек ҡарайһығыҙ?

12 Хеҙмәткә Йәһүәнән бирелгән ҡиммәтле хазинаға ҡарағандай ҡараһаҡ, беҙ отчетыбыҙға яҙған сәғәттәр тураһында ғына уйламаҫбыҙ. Киреһенсә, «Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйыр» өсөн, бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ (Ғәм. 20:24; 2 Тим. 4:5). Әммә беҙ башҡаларҙы ниндәй хәҡиҡәттәргә өйрәтәбеҙ? Әйҙәгеҙ, Алланан бирелгән тағы бер хазинаға иғтибар итәйек.

РУХИ ХӘҠИҠӘТТӘР ХАЗИНАҺЫ

13, 14. Ғайса Матфей 13:52-лә ниндәй хазина тураһында әйткән? Беҙ уны нисек тулыландыра алабыҙ?

13 Йәһүә асҡан хәҡиҡәттәр — рухи хазиналарҙың тағы бер төрө. Йәһүә — хәҡиҡәт Аллаһы (2 Сам. 7:28; Зәб. 31:5). Йомарт Атай булараҡ, ул хәҡиҡәттәрҙе үҙен хөрмәт иткән кешеләргә аса. Хәҡиҡәтте беренсе тапҡыр ишеткәндән һуң, беҙ, Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте уҡып, шулай уҡ конгрестарға һәм аҙна һайын үткән осрашыуҙарға йөрөп, рухи хазиналар туплай башланыҡ. Ваҡыт уҙыу менән беҙ үҙенә бер төрлө «хазина» тупланыҡ, унда, Ғайса әйткәнсә, иҫке һәм яңы хәҡиҡәттәр һаҡлана. (Матфей 13:52-не уҡығыҙ *, ЯДТ.) Хәҡиҡәттәрҙе йәшерелгән хазинаны эҙләгәндәй эҙләһәк, Йәһүә беҙгә хазинабыҙҙы тулыландырырға ярҙам итер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:4—7-не уҡығыҙ *.) Әммә уларҙы нисек табырға?

14 Беҙгә Алла Һүҙен һәм әҙәбиәтебеҙҙе тәрән өйрәнергә кәрәк. Быны даими эшләү мөһим. Шәхси өйрәнеү үткәргәндә беҙ үҙебеҙ өсөн яңы хәҡиҡәттәрҙе таба алабыҙ (Еш. 1:8, 9; Зәб. 1:2, 3). «Күҙәтеү манараһы» журналының иң беренсе сығарылышында (1879 йылдың июль айы) былай тиелгән булған: «Хәҡиҡәт тормош тип аталған ҡырыҫ ерҙә үҫеп ултырған нескә генә сәскәгә оҡшаш: уны ҡый үләне — ялған бөтөнләй баҫып алған тиерлек. Хәҡиҡәтте табырға теләйһегеҙ икән, көнө-төнө уяу булығыҙ. [...] Хәҡиҡәткә эйә булырға теләйһегеҙ икән — эйелегеҙ ҙә уны алығыҙ. Хәҡиҡәттең бер генә сәскәһен табып тынысланмағыҙ. Йыйығыҙ, бер туҡтауһыҙ эҙләгеҙ». Эйе, беҙҙең үҙ хазинабыҙҙы хәҡиҡәттәр менән тулыландырырға ҡайнар теләгебеҙ булырға тейеш.

15. Ни өсөн ҡайһы бер хәҡиҡәттәрҙе иҫке тип атап була, һәм уларҙың ҡайһылары һеҙгә айырыуса ҡәҙерле?

15 Ҡайһы бер ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе беҙ Алла халҡы менән аралаша башлағас белдек. Шул мәғәнәлә уларҙы иҫке тип атап була. Ниндәй хәҡиҡәттәр тураһында һүҙ бара? Беҙ Йәһүә Барлыҡҡа килтереүсебеҙ икәнен һәм уның кешеләргә ҡарата ниәте барлығын белдек. Беҙ шулай уҡ Алланың, кешеләрҙе гонаһ менән үлемдән азат итер өсөн, үҙенең улын йолом ҡорбаны итеп биргәнен аңланыҡ. Бынан тыш, беҙ шуны белдек: Алла Батшалығы бөтә ғазаптарҙы бөтөрәсәк, һәм беҙ уның идараһы аҫтында тыныс, матур шарттарҙа мәңге йәшәргә өмөтләнә алабыҙ (Яхъя 3:16; Асыл. 4:11; 21:3, 4).

16. Берәй хәҡиҡәт башҡасараҡ аңлатылһа, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

16 Ваҡыт-ваҡыт беҙҙең Изге Яҙмалағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙе йә өҙөктәрҙе аңлауыбыҙ үҙгәрергә мөмкин. Шундай саҡтарҙа беҙгә яңы мәғлүмәтте ентекләп өйрәнер өсөн һәм уның тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк (Ғәм. 17:11; 1 Тим. 4:15). Маҡсатыбыҙ — ҙур үҙгәрештәрҙе генә түгел, ә шулай уҡ иҫке менән яңы аңлауҙың ваҡ айырмаларын да күреү. Шул саҡта яңы хәҡиҡәт хазинабыҙҙа мотлаҡ һаҡланып ҡаласаҡ. Ни өсөн шундай тырышлыҡтар юҡҡа ғына булмаҫ?

17, 18. Изге рух беҙгә нисек ярҙам итә ала?

17 Ғайса Мәсих, Алла рухы белгәндәребеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә ала, тип әйткән (Яхъя 14:25, 26). Беҙ вәғәзләгәндә, изге рух беҙгә нисек ярҙам итә ала? Питер исемле ағай-ҡәрҙәш менән булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. 1970 йылда ул 19 йәшендә Бөйөк Британия Вефилендә хеҙмәт итә башлаған. Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, уға 50 йәштәр тирәһендәге һаҡаллы ир осраған. Питер унан, Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға теләйһегеҙме, тип һораған. Был һорау ирҙе бик ғәжәпләндергән, һәм ул, был өйҙә йәһүд раввиндары йәшәй, тигән. Питерҙы тикшерер өсөн, раввин уға бындай һорау биргән: «Улым, әйт әле, Данил китабы ниндәй телдә яҙылған булған?» Питер: «Өлөшләтә арамей телендә», — тип яуаплаған. Питер былай тип иҫенә төшөрә: «Раввин яуапты белгәнемә бик аптыраны, әммә минең аптырауым уныҡынан кәм түгел ине! Быны ҡайҙан белгәнмен? Өйгә ҡайтҡас, мин үткән айҙарҙа сыҡҡан „Күҙәтеү манараһы“ менән „Уянығыҙ!“ журналдарын ҡарап сыҡтым һәм бер мәҡәләне таптым. Унда, Данил китабының бер өлөшө арамей телендә яҙылған булған, тиелгән ине» (Дан. 2:4, төш.). Был миҫалдан күренеүенсә, изге рух беҙгә, элегерәк уҡып, хазинабыҙҙа һаҡлап ҡалғандарыбыҙҙы иҫебеҙгә төшөрә ала (Лука 12:11, 12; 21:13—15).

18 Йәһүәнән бирелгән зирәклекте ҡәҙерләһәк, хазинабыҙҙы рухи хәҡиҡәттәр менән тулыландырырға теләрбеҙ. Был хәҡиҡәттәрҙе күберәк яратҡан һәм ҡәҙерләгән һайын, беҙ вәғәзселәр булараҡ тағы ла оҫтара барырбыҙ.

РУХИ ХАЗИНАЛАРЫҒЫҘҘЫ ҺАҠЛАҒЫҘ

19. Ни өсөн беҙгә рухи хазиналарыбыҙҙы һаҡларға кәрәк?

19 Шайтан һәм уның хакимлығы аҫтында ятҡан донъя һәр ваҡыт рухи хазиналар өсөн рәхмәт тойғобоҙҙо кәметергә йә уны бөтөнләй һүрелдерергә тырыша. Һаҡ булмаһаҡ, беҙ еңел генә аҡсалы эш хаҡындағы уйҙарға, мул тормош тураһындағы хыялдарға йә башҡаларҙы матди әйберҙәребеҙ менән хайран ҡалдырыу теләгенә бирелергә мөмкин. Илсе Яхъя: «Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә», — тип иҫебеҙгә төшөрә (1 Яхъя 2:15—17). Шуға күрә беҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, рухи хазиналарҙы ысын күңелдән ҡәҙерләргә һәм улар өсөн рәхмәтле булырға тейеш.

20. Һеҙ рухи хазиналарығыҙҙы һаҡлар өсөн нимә эшләргә әҙер?

20 Алла Батшалығын ихластан яратырға ҡамасаулаған бөтә нәмәнән баш тартырға әҙер булығыҙ. Артабан да ашҡынып вәғәзләгеҙ, кеше ғүмерен һаҡлап ҡала алған хеҙмәтте һәр ваҡыт ҡәҙерләгеҙ. Рухи хазиналар эҙләүҙән туҡтамағыҙ. Шулай эшләп, һеҙ «күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина» тупларһығыҙ, «унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ». Ә «хазинағыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр» (Лука 12:33, 34).

^ 13 абз. Матфей 13:52, ЯДТ: «Шунда ул уларға: „Шуға күрә күктәр Батшалығы тураһында белем алған һәр остаз үҙ хазинаһынан иҫкеһен дә, яңыһын да сығарыусы йорт хужаһына оҡшаш“, — тине».

^ 13 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 2:4—7: «Быларҙың барыһын көмөш эҙләгәндәй эҙләһәң, йәшерелгән хазинаны эҙләп ҡаҙығандай ҡаҙыһаң, Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәттең нимә икәнен аңларһың һәм Алла тураһында белем табырһың. Сөнки зирәклекте Йәһүә үҙе бирә, белем һәм аңлау биреүсе һүҙҙәр уның ауыҙынан сыға. Ул зирәклекте намыҫлылар өсөн һаҡлай, сафлыҡ юлынан йөрөүселәр өсөн ҡалҡан ул».