Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡаршылыҡтарҙы хәл итеп, татыулыҡҡа ынтылығыҙ

Ҡаршылыҡтарҙы хәл итеп, татыулыҡҡа ынтылығыҙ

ЙӘҺҮӘ АЛЛА мәсихселәрҙе татыулыҡты ҡәҙерләргә һәм уны һаҡлар өсөн тырышлыҡ һалырға өндәй. Алла хеҙмәтселәре шулай эшләгәнгә, улар араһында татыулыҡ һәм берҙәмлек хөкөм һөрә. Ҡаршылыҡтарҙан арыған кешеләрҙең мәсихселәр йыйылышына килеүе һис тә ғәжәп түгел.

Мәҫәлән, Мадагаскарҙағы күренекле бер имсе Йәһүә шаһиттары араһындағы татыулыҡты күреп бик һоҡланған. Ул үҙ-үҙенә былай тигән: «Ҡасан да булһа берәй динде тота башлаһам, тап ошо динде һайлаясаҡмын». Ваҡыт уҙыу менән ул сихырсылыҡты ташлаған, шунан бер нисә ай дауамында никахы Алла талаптарына тура килһен өсөн саралар күргән. Һөҙөмтәлә ул татыулыҡ Аллаһы Йәһүәгә хеҙмәт итә башлаған.

Был ир кеүек, йыл һайын меңәрләгән кеше, мәсихселәр йыйылышына килеп, унда үҙҙәре күптән эҙләгән татыулыҡты таба. Әммә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «әсе көнсөллөк һәм мин-минлек» йыйылыштағы дуҫлыҡты емерергә һәм етди ауырлыҡтарға килтерергә мөмкин (Яҡ. 3:14—16). Бәхеткә күрә, унда шундай ауырлыҡтарҙан ҡасырға һәм татыулыҡ һаҡларға ярҙам иткән яҡшы кәңәштәр ҙә бирелә. Шул кәңәштәр буйынса эш итеү еңелерәк булһын өсөн, әйҙәгеҙ, тормоштан бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ХӘЛ ИТЕҮ ЮЛДАРЫ

«Мин эшемдәге ағай-ҡәрҙәш менән бер нисек тә уртаҡ тел таба алманым. Бер ваҡыт беҙ бер-беребеҙгә ҡысҡыра башланыҡ. Шунда ике кеше инде лә әрләшеүебеҙҙе күрҙе» (КРИС).

«Беҙ бер апай-ҡәрҙәш менән йыш вәғәзләй инек. Бер ваҡыт ул ҡапыл минең менән хеҙмәт итмәй башланы. Һуңынан ул минең менән хатта һөйләшмәй ҙә башланы. Мин нимә булғанын аңламай ҙа ҡалдым» (ДЖАНЕТ).

«Мин телефондан конференц-бәйләнеш аша ике ҡәрҙәш менән һөйләшә инем. Береһе һаубуллашты, һәм мин, ул трубканы һалған, тип уйланым. Шунда мин уның тураһында икенсе ҡәрҙәшкә бер нисә яман һүҙ әйттем. Әммә беренсе ҡәрҙәш барыһын ишетеп торған» (МАЙКЛ).

«Беҙҙең йыйылышта пионер булып хеҙмәт иткән ике апай-ҡәрҙәш араһында ҡаршылыҡтар тыуҙы. Береһе икенсеһен йыш тәнҡитләй ине. Улар араһындағы ғауға барыбыҙҙы ла бик борсой ине» (ГЭРИ).

Бөтә был осраҡтар әллә ни етди түгел кеүек күренергә мөмкин. Шулай ҙа был осраҡтарҙың һәр береһендә ҡәрҙәштәр эмоциональ һәм рухи яҡтан ҙур зыян күрә алған. Әммә улар, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, татыулашҡан. Быны белеү бик шатлыҡлы. Уларға ниндәй принциптар ярҙам иткән?

«Юлда ғауғалашмағыҙ» (Баш. 45:24). Йософ был кәңәште аталарына ҡайтырға йыйынған ағаларына биргән. Ниндәй аҡыллы кәңәш! Кеше ҡыҙып китеүсән булһа, ул еңел генә башҡалар менән ирешә башларға мөмкин. Өҫтә иҫкә алынған Крис үҙендә ғорурлыҡ һәм күрһәтмәләргә буйһонорға теләмәү кеүек етешһеҙлектәр күргән. Уларҙан арынырға теләп, Крис ҡәрҙәшенән ғәфү үтенгән һәм үҙенең хистәрен йүгәнләр өсөн күп тырышлыҡ һала башлаған. Кристың тырышлыҡтарын күреп, уның хеҙмәттәше лә үҙгәргән. Хәҙер улар бергә Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә.

«Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала» (Ғиб. һүҙ. 15:22). Джанет, был кәңәшкә ҡолаҡ һалырға кәрәк, тигән һығымтаға килгән. Ул теге апай-ҡәрҙәш менән һөйләшеп алырға булған. Һөйләшкән саҡта Джанет ипле генә итеп апай-ҡәрҙәштән уны нимә рәнйеткәне хаҡында һөйләп биреүен һораған. Тәүҙә улар икеһе лә ниндәйҙер көсөргәнеш тойған. Әммә улар үҙ хистәре менән тыныс ҡына бүлешкәс, мөхит яҡшырған. Апай-ҡәрҙәш үҙенең барыһын дөрөҫ аңламауын һәм Джанеттың тыуған хәлдә бер ҡатнашлығы ла булмауын күргән. Ул Джанеттан ғәфү үтенгән, һәм хәҙер улар яңынан бергә Йәһүәгә хеҙмәт итә.

«Ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш» (Матф. 5:23, 24). Һеҙ, моғайын, Ғайса Мәсих Тауҙағы вәғәзендә биргән был кәңәште иҫләйһегеҙҙер. Тупаҫ эш иткәнен аңлағас, Майкл үҙен бик насар тойған. Ул теге ағай-ҡәрҙәш менән татыулашыр өсөн бар көсөн һалырға ҡарар иткән. Майкл уның менән йөҙгә-йөҙ осрашҡан һәм, баҫалҡылыҡ сағылдырып, ғәфү үтенгән. Был ниндәй емештәр килтергән? Майкл былай ти: «Ҡәрҙәшем мине ысын күңелдән ғәфү итте». Улар дуҫтар булып ҡалған.

«Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ» (Кол. 3:12—14). Юғарыла иҫкә алынған ике пионер апай-ҡәрҙәш аңлашылмаусанлыҡты нисек яйға һалған? Бер өлкән игелекле итеп уларға бындай һорауҙар өҫтөндә уйланырға ярҙам иткән: «Үҙ-ара әрләшеп, башҡаларҙың күңелен ҡыйырға хоҡуғыбыҙ бармы? Артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итеп, бер-беребеҙ менән татыулашмайынса йөрөргә етди сәбәбебеҙ бармы?» Апай-ҡәрҙәштәр кәңәште ҡабул иткән. Хәҙер улар, татыу мөнәсәбәттә булып, бергә шатланып вәғәзләй.

Берәйһе һеҙҙе рәнйетһә, тәүҙә Колосстарға 3:12—14-тәге принципты ҡулланып ҡарағыҙ. Күптәр баҫалҡылыҡ сағылдырыу һәм, рәнйетеүсене ғәфү итеп, үпкәне онотоу мөмкин икәнен аңлаған. Әммә ҡайһы бер осраҡта ғәфү итеү үтә ауыр кеүек тойола. Ул ваҡытта Матфей 18:15-тә яҙылған принцип ярҙам итергә мөмкин. Ғайсаның был кәңәше бер кеше икенсегә ҡаршы етди гонаһ ҡылған осраҡтарға ҡағылһа ла, һеҙ уны үҙегеҙҙең осраҡта ҡуллана алаһығыҙ. Ҡәрҙәшегеҙгә барығыҙ ҙа, уның менән тыуған хәл хаҡында баҫалҡы һәм игелекле итеп фекер алышып, ҡаршылыҡты яйға һалырға тырышығыҙ.

Әлбиттә, Изге Яҙмала башҡа ғәмәли кәңәштәр ҙә бирелә. Шул кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн изге рух емешен — «мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ, иман, йыуашлыҡ, тотанаҡлыҡ» кеүек сифаттарҙы сағылдырыу мөһим (Гал. 5:22, 23, ЯДТ). Алланың күңеленә хуш килгән был сифаттар механизмдарҙы майлау өсөн ҡулланылған майға оҡшаш. Улар татыулыҡты тиҙерәк урынлаштырырға ярҙам итә.

ТӨРЛӨЛӨК ЙЫЙЫЛЫШТЫ БАЙЫТА

Һәр бер кешенең үҙ холҡо, йәғни уға ғына хас һыҙаттары бар, һәм был кешеләрҙең дуҫлығын байыта. Әммә холоҡтарҙың төрлөлөгө ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин. Бер тәжрибәле өлкән бындай миҫал килтергән: «Оялсан кешегә башҡалар менән еңел генә уртаҡ тел таба белгән, аралашыусан кеше янында ауыр булыуы ихтимал. Шундай айырмалыҡтар әллә ни етди түгел кеүек күренергә мөмкин, әммә улар ҙур ауырлыҡтарға килтерә ала». Әммә, холоҡтары менән айырылып торған кешеләр араһында һәр ваҡыт аңлашылмаусанлыҡтар тыуа, тип әйтеп буламы? Әйҙәгеҙ, ике илсене, Петр менән Яхъяны, иҫкә төшөрәйек. Петр ниндәй кеше булған? Бәлки, һеҙ, ул ҡайнар йөрәкле һәм башына килгән һәр уйҙы әйтеп барыусан кеше булған, тиерһегеҙ. Ә Яхъя хаҡында нимә әйтерһегеҙ? Башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә, ул яратыу сағылдырған һәм ғәҙәттә ниҙер әйтергә йә эшләргә ашыҡмаған. Илселәрҙең холоҡтары хаҡында бындай һығымта яһарға нигеҙ бар. Күрәһең, Петр менән Яхъя бөтөнләй ике төрлө кеше булған. Быға ҡарамаҫтан, улар бергә бик яҡшы хеҙмәттәшлек иткән (Ғәм. 8:14; Гал. 2:9). Күренеүенсә, бөгөн төрлө холоҡло мәсихселәр бергә хеҙмәттәшлек итә ала.

Бәлки, һеҙҙең йыйылышта һүҙҙәре йә эштәре менән асыуығыҙҙы сығарған берәй ҡәрҙәш барҙыр. Әммә Ғайса Мәсихтең уның өсөн дә үлгәнен иҫтә тотоу мөһим, шуға күрә һеҙгә уны яратырға кәрәк (Яхъя 13:34, 35; Рим. 5:6—8). Уның менән бөтөнләй дуҫлашып булмай, тип уйлау йә унан ситләшеү урынына, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ҡәрҙәшем Изге Яҙмаға асыҡтан-асыҡ ҡаршы килгән берәй нәмә эшләйме? Ул мине белә тороп рәнйетә, тип әйтеп буламы? Йәки эш холҡобоҙҙағы айырмалыҡтарҙа ғынамы?» Тағы ла мөһимерәк һорау: «Мин унан ниндәй яҡшы сифаттарға өйрәнә алам?»

Һуңғы һорау бик мөһим. Һеҙ — шым кеше, ә башҡа кеше бик аралашыусан булһа, уның вәғәздә кешеләр менән ни тиклем еңел һөйләшә башлауы хаҡында уйланығыҙ. Был ҡәрҙәштән берәй нәмәгә өйрәнер өсөн, уға бергә вәғәзгә барырға тәҡдим итегеҙ. Йәки, әйтәйек, ул йыш ҡына йомартлыҡ сағылдыра, ә һеҙгә, киреһенсә, башҡалар менән бүлешеү ауыр, ти. Ни өсөн был ҡәрҙәштең оло йәштәгеләргә, ауырыған кешеләргә йә мохтаждарға ярҙам итеүҙән ниндәй шатлыҡ алыуы тураһында уйланмаҫҡа? Асылы шунда: айырылып торһағыҙ ҙа, һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙ йылыраҡ булып китә ала. Иң мөһиме — иғтибарҙы башҡа кешенең ыңғай яҡтарына тупларға. Бәлки, һеҙ яҡын дуҫтар булып китмәҫһегеҙ ҙә, ләкин татыу мөнәсәбәттәрҙә булырһығыҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙгә лә, бөтә йыйылышҡа ла файҙа килтерәсәк.

Бәлки, Еводия менән Синтихияның холоҡтары бөтөнләй төрлө булғандыр. Шулай ҙа илсе Павел уларҙы «Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашы[рға]» өндәгән (Флп. 4:2). Һеҙ ҙә берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ынтылаһығыҙмы?

ҠАРШЫЛЫҠТАРҘЫ ОҘАҠҠА ҺУҘМАЙЫНСА ЯЙҒА ҺАЛЫҒЫҘ

Тиҫкәре хистәр сәскәләр араһында үҫкән ҡый үләненә оҡшаш. Был хистәрҙе тамыры менән йолҡоп ташламаһаҡ, улар көсәйә генә барыр. Әгәр үпкә кешенең күңелендә тамыр йәйһә, был хатта бөтөн йыйылыштың рухына насар йоғонто яһарға мөмкин. Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәрҙе яратһаҡ, холоҡтарҙың төрлөлөгөнә Алла халҡы араһындағы татыулыҡты емерергә юл ҡуймаҫ өсөн бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ.

Үҙ-үҙегеҙҙе баҫалҡыландырып, татыулыҡҡа ынтылһағыҙ, был бик яҡшы емештәр килтерергә мөмкин

Татыулыҡ һаҡларға ынтылып, ҡаршылыҡтарҙы яйға һалырға тырышһаҡ, был бик яҡшы емештәр килтерергә мөмкин. Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул былай ти: «Бер апай-ҡәрҙәш минең менән бала менән мөғәмәлә иткәндәй мөғәмәлә итте. Һәр хәлдә миңә шулай тойола ине. Был йәнемде көйҙөрҙө. Асыуым көсәйеп, уның менән үҙемде тупаҫ тота башланым. Мин былай тип уйланым: „Ул миңә тейешле хөрмәт күрһәтмәй, шуға күрә мин дә уға хөрмәт күрһәтмәйәсәкмен“».

Һуңынан был апай-ҡәрҙәш үҙенең тәртибе тураһында уйлана башлаған. Ул былай тип бүлешә: «Үҙемдең етешһеҙлектәремде күрә башлағас, күңелем бик һүрелде. Мин үҙгәрергә кәрәклеген аңланым. Доғала Йәһүәгә был хаҡта һөйләгәндән һуң, мин, ҡәрҙәшемә бәләкәй генә бүләк һатып алып, открытка аша насар тәртибем өсөн ғәфү үтендем. Беҙ уның менән ҡосаҡлаштыҡ һәм барыһын да оноторға ҡарар иттек. Бынан һуң беҙҙең бүтән ҡаршылыҡтар тыуманы».

Кешеләр татыулыҡҡа үтә мохтаж. Әммә дәрәжәләренә ҡурҡыныс янаған йә нимәлер ғорурлыҡтарына тейгән саҡтарҙа күптәр үҙҙәрен тупаҫ тота башлай. Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр йыш шулай эш итә, ләкин уның исемен йөрөтөүселәр араһында татыулыҡ һәм берҙәмлек хөкөм һөрөргә тейеш. Алла тарафынан рухландырылып, илсе Павел былай тип яҙған: «Мин... һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм. Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән кисерегеҙ. Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ» (Ефес. 4:1—3). Был «именлек бәйләнештәре» бик ҡиммәтле. Әйҙәгеҙ, уларҙы нығытайыҡ һәм арабыҙҙа тыуған бөтә ҡаршылыҡтарҙы яйға һалайыҡ.