Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Алла һиңә аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен!»

«Алла һиңә аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен!»

БЫЛ маҡтау һүҙҙәрен Дауыт Әбиғиә исемле ҡатынға әйткән. Дауытты уны маҡтарға нимә дәртләндергән? Әбиғиәнең үрнәге беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Дауыт был ҡатынды Шаул батшанан ҡасып йөрөгәндә осратҡан. Әбиғиә Набал исемле кешелә кейәүҙә булған. Был бай кешенең ҙур-ҙур көтөүҙәре Йәһүҙәнең көньяғындағы таулы урындарҙа утлап йөрөгән. Дауыт менән уның кешеләре Набалдың көтөүселәре һәм көтөүҙәре өсөн «ныҡ стена кеүек» булған. Һуңыраҡ Дауыт Набалға, берәй ризыҡ биреүен һорап, бер нисә кеше ебәргән (1 Сам. 25:8, 15, 16). Дауыт менән уның кешеләренең Набал өсөн нимә эшләгәнен иҫәпкә алһаҡ, был үтенес нигеҙһеҙ булмаған.

Әммә Набал нимә эшләгән? Уның «аҡылһыҙ» йәки «ахмаҡ» тигәнде аңлатҡан исеме есеменә тап килгән. Ул тупаҫ рәүештә Дауыттың үтенесен кире ҡаҡҡан һәм уны хурлаған. Шуға күрә Дауыт мыҫҡыллы һәм нигеҙһеҙ яуабы өсөн Набалға яза бирергә ҡарар иткән. Набал һәм уның өйҙәгеләре Набалдың ахмаҡлығы өсөн яуап бирергә тейеш булған (1 Сам. 25:2—13, 21, 22).

Дауыттың ашығыс ҡарары ниндәй ҡот осҡос һөҙөмтәләргә килтеререн аңлап, Әбиғиә ҡыйыу рәүештә был хәлгә ҡыҫылған. Ул, хөрмәт менән мөрәжәғәт итеп, Дауытҡа Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен иҫенә төшөргән. Әбиғиә шулай уҡ буласаҡ батша һәм уның кешеләре өсөн мул ризыҡ алып килеүҙәрен хәстәрләгән. Дауыт, үҙ сиратында, шуны таныған: Әбиғиәне уның ҡаршыһына Йәһүә ебәргән, һәм Әбиғиә уны Алла алдында ғәйепле итә алған ҡылыҡтан ҡурсалап ҡалған. Дауыт Әбиғиәгә: «Алла һиңә аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен! Мине бөгөн ҡан ҡойоуҙан... тотоп ҡалғаның өсөн Алла һине фатихалаһын», — тигән (1 Сам. 25:18, 19, 23—35).

Шик тә юҡ, беҙҙең беребеҙ ҙә башҡаларҙың үҙе өсөн башҡарған яҡшы эштәрен ҡәҙерләмәгән Набал кеүек булырға теләмәҫ ине. Өҫтәүенә, берәй хәлдең дөрөҫ булмаған яҡҡа боролош алғанын күрһәк, беҙгә яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Беҙ Йәһүәнән: «Мине айыҡ аҡыллы булырға өйрәт һәм ғилем бир», — тип һораған мәҙхиә йырлаусы кеүек эш итә алабыҙ (Зәб. 119:66).

Башҡалар, моғайын, беҙҙең зирәклек сағылдырыуыбыҙҙы һәм айыҡ аҡыл менән эш итеүебеҙҙе күрер. Быны ишеттереп әйтмәһәләр ҙә, улар, бәлки, үҙҙәрен: «Алла һиңә аҡыллылығың өсөн хәйер-фатихаһын бирһен!» — тип әйткән Дауыт кеүек хис итер.