Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн беҙгә Йәһүәне маҡтарға кәрәк?

Ни өсөн беҙгә Йәһүәне маҡтарға кәрәк?

«Йәһте маҡтағыҙ! ...Уны маҡтау рәхәт һәм һәр ваҡыт урынлы!» (ЗӘБ. 147:1)

ЙЫРҘАР: 9, 152

1—3. а) 147-се мәҙхиә, күрәһең, ҡасан яҙылған булған? б) 147-се мәҙхиәнән нимә белеп була?

БЕҘ йыш ҡына башҡаларҙы йөкләмәне яҡшы үтәгәндәре өсөн йә күркәм сифаттар сағылдырғандары өсөн маҡтайбыҙ. Ә инде Йәһүәне маҡтар өсөн сәбәптәребеҙ шаҡтай күберәк! Мәҫәлән, беҙ Йәһүәне ижади эштәрендә сағылған сикһеҙ ҡөҙрәте өсөн йә, кешелек хаҡына улын ҡорбан итеп биреп, ҡайнар яратыу күрһәткәне өсөн маҡтай алабыҙ.

147-се мәҙхиәне яҙыусы Йәһүәне маҡтарға теләгән. Ул шулай уҡ башҡаларҙы ла үҙе менән бергә Алланы маҡтарға дәртләндергән. (Зәбур 147:1, 7, 12-не уҡығыҙ *.)

3 Беҙ был мәҙхиәне кем яҙғанын белмәйбеҙ, әммә мәҙхиә йырлаусы, күрәһең, Йәһүә израилдәрҙе Вавилон әсирлегенән ҡайтарған ваҡытта йәшәгән (Зәб. 147:2). Алла халҡы яңынан үҙ ерендә Йәһүәгә хеҙмәт итә алған, һәм был, әлбиттә, мәҙхиә йырлаусыны Йәһүәне маҡтарға рухландырған. Әммә Алланы маҡтар өсөн уның башҡа сәбәптәре лә булған. Был сәбәптәрҙе ул үҙенең мәҙхиәһендә килтергән. Ә һеҙҙең Йәһүәне маҡтарға ниндәй сәбәптәрегеҙ бар? (Зәб. 147:1).

ЙӘҺҮӘ КИТЕК КҮҢЕЛЛЕЛӘРҘЕ ҺАУЫҠТЫРА

4. Кир батша израилдәрҙе азат иткәс, улар, моғайын, үҙҙәрен нисек тойғандыр?

4 Израилдәрҙең Вавилон әсирлегендә үҙҙәрен нисек тойғанын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Вавилондар уларҙы: «Беҙгә берәй Сион йырын йырлап күрһәтегеҙ әле», — тип мыҫҡыллаған. Ул ваҡытта Иерусалим тар-мар ителгән булған, шуға күрә израилдәрҙең Йәһүәлә шатланыр өсөн төп сәбәбе булмаған (Зәб. 137:1—3, 6). Улар йырларға бер ҙә теләмәгән. Ҡайғыға батҡан израилдәр йыуатыуға мохтаж булған. Һәм бына, Алла пәйғәмбәрлек иткәнсә, Фарсы батшаһы Кир уларҙы азат итә. Вавилонды яулап алғас, ул былай тип иғлан итә: «Йәһүә миңә... Иерусалимда үҙенә йорт төҙөргә бойорҙо. Арағыҙҙа кем уның халҡынан булһа, шуның менән Аллаһы Йәһүә булһын, һәм ул Иерусалимға барһын» (2 Йыл. 36:23). Кир был бойороҡто сығарғас, израилдәр ни тиклем ныҡ ҡыуанғандыр!

5. Мәҙхиә йырлаусы Йәһүәнең һауыҡтырғыс көсө хаҡында нимә яҙған?

5 Йәһүә израилдәрҙе халыҡ булараҡ ҡына түгел, ә уларҙың һәр береһен йыуатҡан. Бөгөн Йәһүә шулай уҡ эш итә. Мәҙхиә йырлаусы Алла тураһында былай тип яҙған: «Китек күңеллеләрҙе ул һауыҡтыра, уларҙың яраларын бәйләй» (Зәб. 147:3). Эйе, Йәһүә физик йә эмоциональ ауырлыҡтарҙан интеккән кешеләр хаҡында ҡайғырта. Ул беҙҙе йыуатырға һәм күңел яраларыбыҙҙы тынысландырырға бик теләй (Зәб. 34:18; Ишағ. 57:15). Ул беҙгә, теләһә ниндәй ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итер өсөн, зирәклек һәм көс бирә (Яҡ. 1:5).

6. Мәҙхиә 147:4-тә беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы һабаҡ бар? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Унан һуң мәҙхиә йырлаусы, күккә иғтибар итеп, Йәһүә тураһында былай ти: «Ул йондоҙҙарҙың һанын иҫәпләй, һәр береһен исеме менән атай» (Зәб. 147:4). Йондоҙҙарҙы күрһә лә, мәҙхиә йырлаусы уларҙың күпме икәнен күҙ алдына ла килтерә алмаған. Бөгөн кешеләрҙең шаҡтай күберәк йондоҙҙар күреү мөмкинлеге бар. Ҡайһы бер ғалимдарҙың уйлауынса, беҙҙең Ҡош юлы галактикабыҙҙа ғына миллиардлаған йондоҙ иҫәпләнә. Ә Ғаләмдә, бәлки, триллионлаған галактика барҙыр! Кеше йондоҙҙарҙың һанын иҫәпләп сығара алмай. Әммә Барлыҡҡа килтереүсе уларҙың һәр береһенә исем бирә. Тимәк, һәр бер йондоҙ Йәһүә өсөн уникаль булып тора (1 Кор. 15:41). Ә кешеләр хаҡында нимә әйтеп була? Алла һәр бер йондоҙҙоң ошо мәлдә ҡайҙа булғанын белә икән, тимәк, ул беҙҙең хаҡта ла барыһын — ошо мәлдә ҡайҙа булғаныбыҙҙы, үҙебеҙҙе нисек тойғаныбыҙҙы һәм нимәгә мохтаж икәнебеҙҙе белә.

7, 8. а) Йәһүә беҙҙең хаҡта нимәне аңлай? б) Йәһүәнең, камил булмаған кешеләрҙе йәлләп, уларға ярҙам итеүен күрһәткән миҫал килтерегеҙ.

7 Йәһүә, һеҙҙең менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуҙан тыш, шулай уҡ һеҙҙе йәлләй һәм һеҙгә ауырлыҡтарығыҙҙы кисереп сығырға ярҙам итә ала. (Зәбур 147:5-те уҡығыҙ *.) Һеҙгә проблемағыҙ сиктән тыш ҡатмарлы һәм йөгөгөҙ күтәрә алмаҫлыҡ ауыр кеүек тойолоуы ихтимал. Алла мөмкинлектәребеҙҙең сикле икәнен белә һәм «беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәб. 103:14). Камил булмағанға күрә, беҙ ҡайһы бер хаталарҙы ҡат-ҡат яһайбыҙ. Ҡайһы саҡта беҙ әйткән һүҙҙәребеҙгә бик ныҡ үкенәбеҙ йәки күңелебеҙҙә ваҡыт-ваҡыт берәй гонаһлы теләк йә көнләшеү тойғоһо тыуғанға оят хисе кисерәбеҙ. Йәһүә, үҙе бындай хистәр кисермәһә лә, беҙҙе бик яҡшы аңлай (Ишағ. 40:28).

8 Бәлки, һеҙ һынауға дусар булған сағығыҙҙа Йәһүәнең үҙегеҙҙе көслө ҡулы менән нығытҡан осраҡтарҙы хәтерләйһегеҙҙер (Ишағ. 41:10, 13). Кёко исемле пионер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Яңы билдәләнеү алғандан һуң, ул рух төшөнкөлөгөнә бирелгән. Йәһүә уның ауырлыҡтарын аңлағанын нисек күрһәткән? Апай-ҡәрҙәштең яңы йыйылышында уның хистәрен яҡшы аңлаған күп ҡәрҙәштәр булған. Йәһүә уға: «Мин һине пионер булып хеҙмәт иткәнең өсөн генә түгел, ә минең ҡыҙым һәм миңә бағышланған хеҙмәтсем булғаның өсөн яратам. Мин һинең шатланып йәшәүеңде теләйем, сөнки һин — минең шаһитым!» — тигәндәй булған. Ә һеҙҙең осраҡта Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һеҙҙе бик яҡшы аңлағанын нисек күрһәтте?

ЙӘҺҮӘ ИХТЫЯЖДАРЫБЫҘҘЫ ҠАЙҒЫРТА

9, 10. Йәһүә беренсе сиратта беҙгә нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.

9 Беҙҙең барыбыҙҙың да физик ихтыяждарыбыҙ бар. Мәҫәлән, ҡайһы ваҡыт беҙ етерлек ризығыбыҙ булырмы, юҡмы тип борсолорға мөмкин. Ләкин Йәһүә Ерҙе ризыҡ булдырыу мөмкинлеге менән барлыҡҡа килтергән. Мәҙхиә йырлаусы, аҙыҡты хатта «ашарға һораған ҡоҙғон балалары» ла ала, тип яҙған. (Зәбур 147:8, 9-ҙы уҡығыҙ *.) Йәһүә ҡоҙғондар хаҡында ҡайғырта икән, тимәк, һеҙ Йәһүәнең матди ихтыяждарығыҙҙы ҡәнәғәтләндереренә тулыһынса ышана алаһығыҙ (Зәб. 37:25).

10 Әммә беренсе сиратта Йәһүә беҙгә рухи ярҙам күрһәтә һәм «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» бирә (Флп. 4:6, 7). Япониянан Муцуо исемле ағай-ҡәрҙәштең һәм уның ҡатынының миҫалын ҡарап сығайыҡ. 2011 йылда, илгә цунами ябырылғанда, улар Йәһүәнең ярҙамын күргән. Улар өй ҡыйығына менеп саҡ иҫән ҡалған. Әммә шул көндө улар бөтә мөлкәтен тиерлек юғалтҡан. Ул төндө улар үҙҙәренең емерек йортоноң икенсе ҡатындағы һыуыҡ һәм ҡараңғы бүлмәһендә үткәргән. Иртүк улар, үҙ-үҙҙәрен нисектер нығытыр өсөн, рухи аҙыҡ эҙләй башлаған. Улар Йәһүә шаһиттарының 2006 йылғы «Йыллыҡ баҫма»һын ғына тапҡан. «Тарихтағы иң фажиғәле цунами» тигән өҫтәмә исем Муцуоның иғтибарын шунда уҡ йәлеп иткән. Унда 2004 йылда Суматрала булған ер тетрәү тураһында һүҙ барған. Был ер тетрәү тарихтағы иң һәләкәтле цунами сығарған. Афәтте кисергән ҡәрҙәштәрҙең һүҙҙәрен уҡығанда, Муцуо ҡатыны менән илаған. Улар Йәһүәнең наҙлы ҡайғыртыуын һиҙгән, сөнки ул тап кәрәкле ваҡытта тап кәрәкле рухи аҙыҡ биргән. Йәһүә уларҙың матди ихтыяждары хаҡында ла ҡайғыртҡан. Имандаштары аша улар гуманитар ярҙам алған. Әммә Йәһүә ойошмаһы ебәргән ағай-ҡәрҙәштәрҙең килеүе уларҙы барыһынан да бигерәк нығытҡан. Муцуо былай ти: «Миңә Йәһүә һәр беребеҙ янында булғандай һәм һәр беребеҙ хаҡында ҡайғыртҡандай тойолдо. Был беҙҙе шул тиклем йыуатты!» Күренеүенсә, Йәһүә беренсе сиратта беҙҙе рухи яҡтан нығыта, ә шунан һуң физик ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғырта.

АЛЛА ҺЕҘҘЕ НЫҒЫТЫРҒА ӘҘЕР

11. Йәһүәнән ярҙам алырға теләүселәрҙән нимә көтөлә?

11 Йәһүә йыуаштарҙы яҡларға һәм уларҙы нығытырға һәр ваҡыт әҙер (Зәб. 147:6а). Әммә беҙҙән нимә көтөлә? Беҙгә уның менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға кәрәк. Ә бының өсөн йыуашлыҡ сифатын үҫтереү мөһим (Саф. 2:3). Йыуаштар сабырлыҡ менән Алланың ғәҙеллек урынлаштырыуын һәм үҙҙәренә килтерелгән зыянды төҙәтеүен көтә. Йәһүә йыуаш кешеләргә ҡарап бик ҡыуана!

12, 13. а) Алланың ярҙамын алырға теләһәк, беҙ нимәнән ситтә торорға тейеш? б) Йәһүәне ниндәй кешеләр шатландыра?

12 Икенсе яҡтан, Алла «яуыздарҙы ергә бәреп йыға» (Зәб. 147:6б). Ниндәй көслө һүҙҙәр! Йәһүәнең тоғро яратыуын тойор өсөн һәм уның асыуын татымаҫ өсөн, беҙ ул нәфрәт иткән нәмәләрҙе нәфрәт итергә тейеш (Зәб. 97:10). Мәҫәлән, беҙгә енси әхлаҡһыҙлыҡты нәфрәт итергә кәрәк. Бының өсөн беҙ гонаһ ҡылырға этәрә алған һәр нәмәнән, шул иҫәптән порнографиянан да ситтә торорға тейеш (Зәб. 119:37; Матф. 5:28). Ундай көрәш бик көсөргәнешле булырға мөмкин, әммә тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмаясаҡ, сөнки беҙ Йәһүәнән фатихалар аласаҡбыҙ.

13 Был көрәштә беҙ үҙебеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянырға тейеш. Беҙ «ат көсөндә», йәғни кешеләр таянған нәмәләрҙә ҡотолоу эҙләһәк, Йәһүә беҙҙең менән ҡәнәғәт булырмы? Йәки, ҡотолоу үҙебеҙҙән йә башҡа кешенән торғандай эш итеп, «тиҙ аяҡлы кешегә» таянһаҡ, был Йәһүәгә оҡшармы? Әлбиттә, юҡ! (Зәб. 147:10) Бының урынына беҙгә Йәһүәгә ялбарып ярҙам һорарға кәрәк. Кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Йәһүә ярҙам һорап ҡылған доғаларыбыҙҙы, хатта ҡат-ҡат әйткән үтенестәребеҙҙе тыңлауҙан бер ҡасан да арымаясаҡ. «Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүселәр, тоғро мөхәббәтенә өмөтләнеүселәр уның күңеленә рәхәтлек килтерә» (Зәб. 147:11). Йәһүәнең беҙгә ҡарата тоғро яратыу күрһәтәсәгенә бер ҙә шикләнмәҫкә була. Ул беҙҙе ҡалдырмаясаҡ һәм дөрөҫ булмаған теләктәрҙе кире ҡағырға ярҙам итәсәк.

14. Мәҙхиә йырлаусы нимәгә тулыһынса ышанған?

14 Йәһүәнең үҙ халҡын ҡалдырмаясағына тулыһынса ышанырға нигеҙ бар. Мәҙхиә йырлаусы Иерусалимдың торғоҙолоуы хаҡында былай тигән: «Ул [Йәһүә] ҡала ҡапҡаларыңдың биктәрен нығыта, улдарыңа хәйер-фатихаһын бирә. Ул һинең ереңә именлек килтерә» (Зәб. 147:13, 14). Алла, үҙ хеҙмәтселәрен яҡлар өсөн, ҡала ҡапҡаларын нығытасаҡ икәнен белеү мәҙхиә йырлаусыны ни тиклем йыуатҡандыр!

Беҙ етди ауырлыҡтар менән осрашҡанда, Алла Һүҙе нисек ярҙам итә ала? (15—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15—17. а) Ауырлыҡтар менән осрашҡанда беҙ үҙебеҙҙе нисек тойорға мөмкин, әммә Йәһүә үҙенең Һүҙе ярҙамында беҙҙе нисек нығыта? б) Йәһүәнең «һүҙе тиҙ хәбәрселәй» сапҡанын күрһәткән миҫал килтерегеҙ.

15 Ауырлыҡтар беҙҙе күңел тыныслығынан мәхрүм итергә мөмкин. Әммә Йәһүә беҙгә, борсолоуҙарҙы кисереп сығырға ярҙам итер өсөн, зирәклек бирә ала. 147-се мәҙхиәнең авторы Йәһүә хаҡында былай тип яҙған: «Ул ер йөҙөнә үҙ бойороҡтарын ебәрә, уның һүҙе тиҙ хәбәрселәй саба. Ул ерҙе ҡар менән аҡ юрғандай ҡаплай. Бәҫте көл кеүек һибә. Ул ваҡ бөртөклө боҙ яуҙыра». Шунан мәҙхиә йырлаусы бындай һорау биргән: «Уның һыуығына кем сыҙай ала?» Мәҙхиә йырлаусы былай тип өҫтәгән: «Ул әмер бирә, һәм боҙ ирей» (Зәб. 147:15—18). Боҙ борсаҡтарын һәм ҡарҙы ҡулы аҫтында тотҡан аҡыллы һәм ҡөҙрәтле Аллабыҙ беҙгә теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә ала.

16 Бөгөн Йәһүә беҙҙе үҙенең Һүҙе Изге Яҙма аша йүнәлтә. Беҙгә тиҙ арала кәрәкле рухи нәсихәт бирер өсөн «уның һүҙе тиҙ хәбәрселәй саба». Изге Яҙманы уҡыу, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» биргән баҫмаларҙы тикшереү, интернет-телевидениебыҙҙы һәм интернет-ресурсыбыҙҙағы материалдарҙы ҡарау, шулай уҡ өлкәндәр менән һөйләшеү һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыу һеҙгә ниндәй ҙур файҙа килтергәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ (Матф. 24:45). Йәһүә һеҙгә нисек эш итергә икәнен тиҙ арала күрһәткән осраҡтарҙы хәтерләйһегеҙме?

17 Симон исемле апай-ҡәрҙәш Алла Һүҙенең көсөн үҙ тәжрибәһендә күргән. Үҙ-үҙен бик түбән баһалағанға, ул үҙенең Йәһүә күҙендә ҡәҙерле булыуына шикләнгән. Айырыуса ауыр ваҡыттарҙа ул Йәһүәгә өҙлөкһөҙ доға ҡылған һәм ярҙам итеүен ялбарған. Ул шулай уҡ тырышып Изге Яҙманы өйрәнгән. Симон Йәһүә тураһында бына нимә ти: «Ул мине ярҙамһыҙ йә күрһәтмәһеҙ ҡалдырған осраҡтар булманы». Быларҙың барыһы ла уға ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам иткән.

18. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең үҙегеҙҙе ҡәҙерләүенә шикләнмәйһегеҙ? Беҙҙең «Йәһте маҡтарға» ниндәй сәбәптәребеҙ бар?

18 Мәҙхиә йырлаусы Алланың үҙ халҡына айырым илтифат күрһәткәнен белгән. Йәһүә тик үҙ халҡына ғына «үҙенең һүҙен» биргән, шулай уҡ «күрһәтмәләрен һәм хөкөмдәрен иғлан» иткән. (Зәбур 147:19, 20-не уҡығыҙ *.) Бөгөн Йәһүә шаһиттары ғына Алла исемен йөрөтөү хөрмәте менән бүләкләнгән. Йәһүәне белгәнгә һәм уның Һүҙендәге кәңәштәрҙе үҙ тормошобоҙҙа ҡулланғанға, беҙ уның яҡын дуҫтары була алабыҙ. 147-се мәҙхиәне яҙыусының Йәһүәне маҡтарға һәм башҡаларҙы ла шуны уҡ эшләргә дәртләндерергә сәбәптәре күп булған кеүек, беҙҙең дә шулай эш итергә сәбәптәребеҙ күп.

^ 2 абз. Зәбур 147:1, 7, 12: «Йәһте маҡтағыҙ! Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау яҡшы, Уны маҡтау рәхәт һәм һәр ваҡыт урынлы! Йәһүәгә рәхмәттәр белдереп йырлағыҙ, арфаға ҡушылып, Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлағыҙ. Эй Иерусалим, Йәһүәне данла. Эй Сион, үҙ Аллаңды маҡта».

^ 7 абз. Зәбур 147:5: «Беҙҙең Раббыбыҙ бөйөк, уның ҡөҙрәте ғәйәт ҙур, зирәклегенең иге-сиге юҡ».

^ 9 абз. Зәбур 147:8, 9: «Ул бит күктәрҙе болоттар менән ҡаплай, ер йөҙөндә ямғырҙар яуҙыра, тауҙарҙы йәшеллеккә күмә. Ул хайуандарға аҙыҡ бирә, ашарға һораған ҡоҙғон балаларын туйындыра».

^ 18 абз. Зәбур 147:19, 20: «Ул Яҡупҡа — үҙенең һүҙен, Израилгә күрһәтмәләрен һәм хөкөмдәрен иғлан итә. Башҡа бер ниндәй халыҡҡа ла ул шулай эшләмәй, улар уның хөкөмдәре тураһында бер нәмә лә белмәй. Йәһте маҡтағыҙ!»