Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Сабырлыҡ менән көтөргә әҙерһегеҙме?

Сабырлыҡ менән көтөргә әҙерһегеҙме?

«Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ» (ЯҠ. 5:8).

ЙЫРҘАР: 35, 7

1, 2. а) Нимә арҡаһында беҙ: «Эй Йәһүә, был ҡасанға тиклем булыр?» — тип һорарға мөмкин? б) Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәренең миҫалы беҙҙе нисек йыуата ала?

ТОҒРО Ишағыя пәйғәмбәр: «Эй Йәһүә, был ҡасанға тиклем булыр?» — тигән. Абаҡум пәйғәмбәр ҙә шуға оҡшаш һорау биргән (Ишағ. 6:11; Аб. 1:2). Дауыт батша яҙған 13-сө мәҙхиәлә лә дүрт тапҡыр ошондай һорау осрай (Зәб. 13:1, 2). Хатта Хужабыҙ Ғайса Мәсих тә, иманһыҙ кешеләр менән осрашҡанда, шундай һорау биргән (Матф. 17:17). Шуға күрә беҙҙең дә ҡайһы саҡ шундай һорау биреүебеҙ һис тә ғәжәп түгел.

2 Нимә арҡаһында беҙҙе шундай һорау борсорға мөмкин? Бәлки, беҙ ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанбыҙҙыр. Йәки ҡартлыҡ, ауырыу йә бөгөнгө «ауыр ваҡыттар» тыуҙырған башҡа шарттар арҡаһында ауырлыҡтар кисерәбеҙҙер (2 Тим. 3:1). Ә, бәлки, беҙҙе тирә-яғыбыҙҙағы кешеләрҙең ҡараштары һәм тәртибе көйөндөрәлер. Нимә арҡаһында ғына борсолһаҡ та, Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәренең Йәһүәгә шундай һорау бирергә ҡурҡмағанын һәм Йәһүәнең уларҙы бының өсөн тәнҡитләмәгәнен белеү беҙҙе бик йыуата.

3. Етди ауырлыҡтар менән осрашҡан сағыбыҙҙа беҙгә нимә ярҙам итергә мөмкин?

3 Етди ауырлыҡтар менән осрашҡан сағыбыҙҙа беҙгә нимә ярҙам итергә мөмкин? Ғайсаның ҡустыһы Яҡуб, Алла тарафынан рухландырылып, былай тип яҙған: «Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ» (Яҡ. 5:7). Эйе, беҙҙең бөтәбеҙгә лә сабырлыҡ кәрәк. Әммә нимә ул сабырлыҡ, һәм был күркәм сифатты нисек үҫтерергә?

НИМӘ УЛ САБЫРЛЫҠ?

4, 5. а) Сабырлыҡ үҙ эсенә нимәне ала? б) Яҡуб сабырлыҡтың бер яғын ниндәй миҫал аша күрһәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Изге Яҙма буйынса, сабырлыҡ — изге рух емеше. Алла ярҙам итмәһә, камил булмаған кеше үҙ көсө менән генә был сифатты тейешле рәүештә сағылдыра алмай. Сабырлыҡ — Алланан бирелгән бүләк. Был сифатты сағылдырып, беҙ Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Сабырлыҡ ярҙамында мөхәббәт бәйләнештәре нығый, ә сабырлыҡ етмәһә, улар һүрелә (1 Кор. 13:4; Гал. 5:22). Сабырлыҡ мәсихселәргә хас башҡа мөһим сифаттар менән дә тығыҙ бәйле. Уларҙың береһе — сыҙамлыҡ. Был сифат ярҙамында беҙ ауырлыҡтар кисергәндә ыңғай ҡараш һаҡлай алабыҙ (Кол. 1:11, ЯДТ; Яҡ. 1:3, 4). Бынан тыш, сабыр кеше яманлыҡҡа яманлыҡ менән ҡайтармай һәм, ниндәй генә хәлдәргә эләкһә лә, ҡаҡшамаҫ һәм ныҡ булып ҡала. Өҫтәүенә, Изге Яҙма беҙҙе сабырлыҡ менән көтөргә әҙер булырға өндәй. Сабырлыҡтың был яғы Яҡуб 5:7, 8-ҙә (уҡығыҙ) айырыуса асыҡ итеп күрһәтелә.

5 Ни өсөн Йәһүәнең эш итә башлауын сабырлыҡ менән көтөргә әҙер булырға кәрәк? Яҡуб игенсене миҫал итеп килтергән. Уңыш алыр өсөн тырышып эшләһә лә, игенсе һауа торошона йә үҫемлектәрҙең үҫеүенә тәьҫир итә алмай. Ул ваҡытты тиҙләтә лә алмай. Ул «ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн» сабырлыҡ менән көтөргә әҙер. Шуның шикелле, беҙ ҙә Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен көтәбеҙ, әммә күп факторҙарҙы үҙгәртә алмайбыҙ (Марк 13:32, 33; Ғәм. 1:7). Беҙ, игенсе һымаҡ, сабырлыҡ менән көтөргә тейеш.

6. Миҡай пәйғәмбәрҙең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

6 Беҙҙең көндәрҙәге шарттар Миҡай пәйғәмбәр көндәрендәге шарттарға оҡшаш. Ул йәшәгән ваҡытта яуыз Ахаз батша идара иткән, һәм Йәһүә халҡы төрлө гонаһтарға батҡан булған. Изге Яҙмала ул осорҙа йәшәгән израилдәр тураһында: «Ҡулдары насарлыҡ ҡылыуҙа оҫтарып бөткән», — тип әйтелгән. (Миҡай 7:1—3-тө уҡығыҙ *.) Миҡай шарттарҙы үҙгәртә алмауын аңлаған. Ул нимә эшләй алған һуң? Миҡай былай тигән: «Мин иһә, Йәһүәне көтөп, күҙәтеп торам, ҡотҡарыусы Алламды сабырлыҡ менән көтәм. Аллам мине ишетер» (Миҡ. 7:7). Миҡай кеүек, беҙ ҙә «сабырлыҡ менән көтөргә» тейеш.

7. Ни өсөн беҙ Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен теләп көтәбеҙ?

7 Иманыбыҙ Миҡай пәйғәмбәрҙеке кеүек булһа, беҙ Йәһүәне теләп көтөрбөҙ. Беҙ төрмәлә үлем язаһын көтөп ултырған тотҡонға оҡшаш түгелбеҙ. Ул яза көнөн көтөргә мәжбүр, һәм көткән арала ул ауыр хистәр кисерә. Беҙ иһә бөтөнләй башҡа хәлдә. Беҙ Йәһүәне теләп көтәбеҙ, сөнки уның беҙгә мәңгелек тормош биреү хаҡындағы вәғәҙәһен үтәйәсәгенә һәм быны тап кәрәк ваҡытта эшләйәсәгенә һис тә шикләнмәйбеҙ. Шуға күрә беҙ «сабыр булып һәм шатлыҡ кисереп бар нәмәлә ныҡ ҡалабыҙ» (Кол. 1:11, 12, ЯДТ). Әгәр ҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдерһәк һәм, Йәһүә оҙаҡҡа һуҙа, тип зарланһаҡ, беҙ Алланы һис тә ҡыуандырмаҫ инек (Кол. 3:12).

САБЫРЛЫҠ САҒЫЛДЫРҒАН КЕШЕЛӘРҘЕҢ МИҪАЛДАРЫ

8. Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәренең миҫалдары хаҡында уйланғанда, нимәне иҫкә төшөрөргә була?

8 Аллаға тоғролоҡ һаҡлап, уның үҙ вәғәҙәләрен үтәүен сабырлыҡ менән көткән ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың миҫалдары хаҡында уйланһаҡ, Йәһүәне көтөү еңелерәк булыр (Рим. 15:4). Мәҫәлән, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр ине: уларға ни тиклем оҙаҡ көтөргә тура килгән, ни өсөн улар көтөргә әҙер булған, һәм улар бының өсөн нисек бүләкләнгән?

Ибраһим ейәндәре Ғаяз менән Яҡубтың тыуыуын күп йылдар көткән (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9, 10. Ибраһим менән Сара Алланың ҡайһы бер вәғәҙәләренең үтәлеүен күпме көтөргә тейеш булған?

9 Ибраһим менән Сараның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Улар «иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар» араһында иҫкә алына. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ибраһим «сабырлыҡ менән көткәндән һуң», Йәһүә уны фатихаларға һәм уның тоҡомон ишәйтергә вәғәҙә иткән (Евр. 6:12, 15). Ни өсөн Ибраһимға сабырлыҡ кәрәк булған? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, был вәғәҙә үтәлһен өсөн ваҡыт талап ителгән. Йәһүә Ибраһим менән төҙөгән килешеү б. э. т. 1943 йылдың 14 нисанында үҙ көсөнә ингән. Шул ваҡытта Ибраһим менән Сара һәм уларҙың бөтә өйҙәгеләре, Евфрат йылғаһын кисеп, Вәғәҙә ителгән ергә кергән булған. Ибраһим б. э. т. 1918 йылда улы Исхаҡ тыуғансы 25 йыл көткән. Ә б. э. т. 1858 йылда ейәндәре Ғаяз һәм Яҡуб тыуғанға тиклем тағы 60 йыл үткән (Евр. 11:9).

10 Ибраһим күпме ер мираҫ итеп алған? Изге Яҙмала былай тиелгән: «[Йәһүә] уның үҙенә [Ибраһимға] аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, ләкин уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары ла булмаған» (Ғәм. 7:5). Ибраһим Евфрат йылғаһын кисеп сыҡҡандан һуң 430 йыл үткәс кенә, уның тоҡомдары был ерҙе алыр өсөн ойошторолған халыҡ булып киткән (Сығ. 12:40—42; Гал. 3:17).

11. Ни өсөн Ибраһим Йәһүәне көтөргә әҙер булған, һәм ул сабырлығы өсөн нисек бүләкләнәсәк?

11 Ибраһим Йәһүәне сабырлыҡ менән көтөргә әҙер булған, сөнки уға бик ныҡ ышанған. (Еврейҙарға 11:8—12-не уҡығыҙ.) Ибраһим, Алла вәғәҙәһенең тулыһынса үтәлеүен күрмәһә лә, шатлыҡ менән көткән. Әммә Йәһүә Ибраһимды ерҙәге ожмахта терелткәс, уның ниндәй хистәр кисерәсәген күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Үҙенең һәм тоҡомдарының тормош юлы хаҡында Изге Яҙмала бик йыш әйтелгәнен белгәс, Ибраһим ни тиклем ғәжәпләнер! * Ә Алланың вәғәҙә ителгән тоҡом менән бәйле ниәтендә үҙенең ниндәй мөһим роль уйнағанын белгәс, Ибраһим ни хәтлем хайран ҡалыр! Моғайын, ул, оҙаҡ көтөүем бушҡа булмаған, тигән һығымтаға килер.

12, 13. Ни өсөн Йософҡа сабырлыҡ кәрәк булған, һәм уның ҡарашы ниндәй булған?

12 Ибраһимдың бүләһе Йософ та Йәһүәне сабырлыҡ менән көтөргә әҙер булған. Ул бер нисә тапҡыр ҡот осҡос ғәҙелһеҙлеккә осраған. Йософҡа 17 йәштәр тирәһе булғанда, ағалары уны ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Шунан уны, хужаһының ҡатынын көсләргә маташыуҙа нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ултыртҡандар (Баш. 39:11—20; Зәб. 105:17, 18). Йософ үҙенең тәҡүәлеге өсөн бүләкләнер урынға яза алған кеүек тойолған. Ләкин 13 йыл үтеүгә барыһы ла ҡырҡа үҙгәргән. Уны төрмәнән сығарғандар, һәм ул Мысырҙа фирғәүендән ҡала иң дәрәжәле кеше булып киткән (Баш. 41:14, 37—43; Ғәм. 7:9, 10).

13 Ауырлыҡтар Йософтоң күңелен ҡатырғанмы? Ул үҙенең Аллаһы Йәһүәгә ышанысын юғалтҡанмы? Юҡ. Уға сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүәгә иман иткән һәм бар нәмәлә уның ҡулын күргән. Уның үҙ ағаларына нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ: «Ҡурҡмағыҙ... Һеҙҙе хөкөм итергә мин Алламы ни? Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!» (Баш. 50:19, 20). Һөҙөмтәлә Йософ үҙенең бушҡа көтмәгәнен аңлаған.

14, 15. а) Дауыттың сабырлыҡ сағылдырыуында һеҙҙе нимә һоҡландыра? б) Дауытҡа сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам иткән?

14 Дауыт батша шулай уҡ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан. Йәһүә Дауытты Израилдең батшаһы итер өсөн йәш сағында уҡ майлаған булһа ла, уға яҡынса 15 йыл буйы көтөргә тура килгән, шунан һуң ғына ул үҙенең ҡәбиләһе менән идара итә башлаған (2 Сам. 2:3, 4). Шул ваҡытта тоғролоҡһоҙ Шаул батша, үлтерергә теләп, уны эҙәрләгән *. Дауытҡа, ҡасҡын булып китеп, сит ерҙә һәм сүлдә мәмерйәләрҙә йәшенеп йөрөргә тура килгән. Хатта Шаул һуғышта һәләк булғандан һуң да, Дауыт бөтә Израилдең батшаһы булып киткәнгә тиклем тағы яҡынса ете йыл көткән (2 Сам. 5:4, 5).

15 Ни өсөн Дауыт сабырлыҡ менән көтөргә әҙер булған? Был һорауға яуапты Дауыттың мәҙхиәһендә табып була. Дүрт тапҡыр «ҡасанға хәтле?» тип һорағандан һуң, ул былай тигән: «Мин иһә һинең тоғро мөхәббәтеңә таянам. Күңелем ҡотҡарыу килтергән эштәреңә һөйөнөр. Мин Йәһүәне маҡтап йырлармын, сөнки ул мине мул итеп бүләкләне» (Зәб. 13:5, 6). Дауыт Йәһүәнең тоғро мөхәббәтенә таянған. Шатлығын юғалтмайынса, ул Йәһүәнең үҙен дошмандарынан ҡотҡарыуын көткән һәм Йәһүәнең үҙенә ҡарата инде күрһәтелгән игелеге хаҡында уйланған. Эйе, Дауыт көтөү бушҡа түгел икәнен аңлаған.

Йәһүә беҙҙән үҙе эшләргә йыйынмағанды эшләүебеҙҙе көтмәй

16, 17. Сабырлыҡ менән көтөүҙә Йәһүә һәм Ғайса Мәсих нисек яҡшы өлгө күрһәтә?

16 Йәһүә беҙҙән үҙе эшләргә йыйынмағанды эшләүебеҙҙе көтмәй. Ул сабырлыҡ менән көтөүҙә яҡшы өлгө күрһәтә. (2 Петр 3:9-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүә Эден баҡсаһында күтәрелгән мөһим һорауҙар ахырғаса сиселгәнсе һәм үҙенең исеме тулыһынса изгеләндерелгәнсе инде меңәрләгән йылдар «сабырлыҡ менән көтә». Былар тормошҡа ашҡас, Йәһүәне «көткәндәрҙең барыһы ла» күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ итеп бүләкләнәсәк (Ишағ. 30:18).

17 Ғайса Мәсих тә көтөргә әҙер. Ерҙә йәшәгән сағында ахырғаса тоғро булып ҡалып, б. э. 33 йылында Аллаға үҙенең йолом ҡорбанының хаҡын бирһә лә, Ғайсаға идара итә башлағансы 1914 йылға тиклем көтөргә тура килгән (Ғәм. 2:33—35; Евр. 10:12, 13). Ғайсаның Меңйыллыҡ идараһы тамамланғас ҡына, уның бөтә дошмандары юҡ ителәсәк (1 Кор. 15:25). Эйе, Ғайсаға бик оҙаҡ көтөргә кәрәк, әммә көтөү, һис шикһеҙ, бушҡа булмаҫ.

БЕҘГӘ КӨТӨРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

18, 19. Беҙгә сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам итер?

18 Шик тә юҡ, беҙҙең һәр беребеҙгә көтөргә һәм түҙергә әҙер булырға кәрәк. Был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер? Аллаға изге рух һорап доға ҡылығыҙ. Шуны онотмағыҙ: сабырлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Ефес. 3:16; 6:18; 1 Фес. 5:17—19). Шуның өсөн Йәһүәнән сыҙам булырға һәм сабырлыҡ менән көтөргә ярҙам итеүен һорағыҙ.

19 Ибраһим, Йософ һәм Дауытҡа Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам иткәнен иҫтә тотоғоҙ. Улар Йәһүәгә иман иткән һәм уға таянған. Улар үҙ иғтибарын үҙҙәренә һәм шәхси уңайлыҡтарға ғына тупламаған. Ахыр сиктә уларҙың нисек бүләкләнгәне тураһында уйланһаҡ, беҙгә сабырлыҡ сағылдырыуы һәм көтөүе еңелерәк булыр.

20. Һеҙ нимә эшләргә теләйһегеҙ?

20 Төрлө һынауҙарға дусар булһаҡ та, беҙ «сабырлыҡ менән көтөргә» әҙер. Әлбиттә, ҡайһы саҡта беҙ: «Эй Йәһүә, был ҡасанға тиклем булыр?» — тип Аллаға ялбарабыҙ (Ишағ. 6:11). Әммә Алла рухының көсөн һәм ярҙамын һиҙеп, Иремия кеүек, беҙ ҙә: «Йәһүә — минең өлөшөм, шуға күрә мин уны сабырлыҡ менән көтөрмөн», — тип әйтә алабыҙ (Ирем. ил. 3:21, 24).

^ 6 абз. Миҡай 7:1—3: «Ҡайғы миңә! Мин йәйге емештәр һәм йөҙөм ҡалдығы йыйылғандан һуң, ашар өсөн йөҙөм тәлгәше йә йәнем теләгән татлы инжир емеше эҙләп таба алмаған кешегә оҡшашмын. Тоғро кеше ер йөҙөнән юҡҡа сыҡты, кешеләр араһында намыҫлы берәү ҙә юҡ. Барыһы ла ҡан ҡойоу өсөн йәшерен урында ята, һәр береһе йәтмә менән үҙ ҡәрҙәшен аулай. Ҡулдары насарлыҡ ҡылыуҙа оҫтарып бөткән. Кенәз бүләк талап итә, хөкөмсө хаҡ һорай, күренекле кеше үҙ нәфселәрен белдерә, улар бергәләп эш итә».

^ 11 абз. Ибраһимдың тормошо тураһында Башланмыш китабының 15 бүлегендә һөйләнелә. Бынан тыш, Грек Яҙмаларын яҙған кешеләр Ибраһимды 70 тапҡырҙан күберәк телгә алған.

^ 14 абз. Шаул ике йылдан әҙ генә күберәк идара иткәндән һуң, Йәһүә уны кире ҡаҡҡан. Шулай ҙа Йәһүә уға тағы 38 йыл, үлеменә тиклем идара итергә рөхсәт иткән (1 Сам. 13:1; Ғәм. 13:21).