Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге»

«Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге»

«Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар» (ФЛП. 4:7).

ЙЫРҘАР: 112, 58

1, 2. Ниндәй ваҡиғалар Павел менән Силаның төрмәгә ябылыуына килтергән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ТӨН УРТАҺЫ. Ике миссионер Павел менән Сила Филипп ҡалаһында төрмәнең эске өлөшөндә ултыра. Уларҙың аяҡтары ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйылған, ә арҡалары туҡмалғандан һуң һаман һулҡылдап һыҙлай (Ғәм. 16:23, 24). Барыһы ла шундай тиҙ булды! Киҫәтмәйенсә, уларҙы тотоп алып баҙар майҙанына һөйрәп алып киттеләр һәм унда ашығыс хөкөм ҡарары сығарҙылар. Өҫкө кейемдәрен систереп, уларҙы сыбыҡ менән аяуһыҙ туҡманылар (Ғәм. 16:16—22). Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Павел Рим гражданы булған, шуға күрә уны бөтөнләй башҡаса хөкөм итергә тейеш булғандар *.

2 Төрмәнең ҡараңғы бүлмәһендә Павел үткән көндө булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә. Ул Филипп ҡалаһында йәшәгән кешеләр тураһында уйлай. Павел бығаса булған ҡалаларҙан айырмалы рәүештә, бында хатта йәһүд синагогаһы ла юҡ. Аллаға ғибәҙәт ҡылырға теләгән йәһүдтәр ҡала ҡапҡаларының аръяғында, йылға буйында йыйылырға мәжбүр (Ғәм. 16:13, 14). Бәлки, ҡалала хатта ун йәһүд ир ҙә табылмағандыр? Синагога асыр өсөн тап шунса ир кеше кәрәк булған. Күрәһең, Филипта йәшәүселәр, хатта Рим гражданлыҡтары сикле булһа ла, шундай гражданлыҡҡа эйә булыуҙары менән бик ғорурланған (Ғәм. 16:21). Бәлки, шуға күрә лә сығыштары менән йәһүд булған Павел менән Силаның Рим гражданлығына эйә булыуы уларҙың уйына ла килмәгәндер. Нисек кенә булһа ла, уларҙы бер нигеҙһеҙ төрмәгә япҡандар.

3. Ни өсөн Павел, төрмәгә ябылғас, аптырашта ҡалғандыр? Ул быға нисек ҡараған?

3 Моғайын, Павел һуңғы бер нисә ай эсендә булған ваҡиғалар хаҡында ла уйлайҙыр. Ул Кесе Асия өлкәһендә, Эгей диңгеҙенең икенсе яғында булған. Унда изге рух уға бер нисә тапҡыр ҡайһы бер ерҙәрҙә вәғәзләргә бирмәгән. Павелға изге рух уны икенсе ергә йүнәлткән кеүек тойолған (Ғәм. 16:6, 7). Әммә ниндәй ергә? Был һорауға яуапты Павел Троадала булған сағында илаһи күренештән белгән. Павелға, Македонияға бар, тип әйтелгән булған. Йәһүә уға үҙенең ихтыярын асыҡ итеп белдергәс, Павел шунда уҡ был саҡырыуҙы ҡабул иткән. (Ғәмәлдәр 16:8—10-ды уҡығыҙ.) Артабан нимә булған? Ул Македонияға килгәндән һуң күп тә үтмәҫтән, уны төрмәгә япҡандар! Ни өсөн Йәһүә быға юл ҡуйған? Павелға төрмәлә күпме ултырырға тура килер? Был һорауҙар Павелды борсоһа ла, ул уларға үҙенең иманын ҡаҡшатырға һәм шатлығын һүрелдерергә бирмәгән. Улар Сила менән бергә доға ҡыла һәм Алланы данлап мәҙхиәләр йырлай башлаған (Ғәм. 16:25). Алла именлеге уларҙың йөрәктәрен һәм аҡылдарын тынысландырған.

4, 5. а) Беҙ Павелдың осрағына оҡшаш хәлгә эләгә алабыҙмы? Аңлатығыҙ. б) Павелдың осрағында хәл нисек көтөлмәгәнсә үҙгәргән?

4 Бәлки, һеҙҙең тормошоғоҙҙа ла шундай саҡтар булғандыр: һеҙ, Павел кеүек, изге рух ҡушҡанса эш итәһегеҙ, әммә һөҙөмтәлә ҡайһы бер нәмәләр һеҙ көткәнсә килеп сыҡмай. Мәҫәлән, һеҙ ауырлыҡтарға дусар булаһығыҙ йәки һеҙгә тормошоғоҙҙа етди үҙгәрештәр яһарға тура килә (Вәғ. 9:11). Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, һеҙ, бәлки, ни өсөн Йәһүә быға юл ҡуйҙы, тип аптырайһығыҙҙыр. Һеҙҙең осраҡта шулай булған булһа, һеҙгә артабан да сыҙам булырға һәм тулыһынса Йәһүәгә таянырға нимә ярҙам итер? Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Павел һәм Сила менән булған хәлгә ҡайтайыҡ.

5 Павел менән Сила мәҙхиәләр йырлағанда, бөтөнләй көтөлмәгән ваҡиғалар башлана. Тәүҙә көслө ер тетрәү була. Төрмәнең ишектәре киң итеп асылып китә, һәм бөтә тотҡондарҙың бығауҙары ишелеп төшә. Төрмә һаҡсыһы үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләй, әммә Павел уны туҡтата. Шунан һуң төрмә һаҡсыһы һәм уның бөтә туғандары һыуға сумдырыла. Иртәнсәк ҡала идарасылары, хеҙмәтселәрен ебәреп, Павел менән Силаны азат итә. Уларҙан шау-шыу тыуҙырмайынса ғына ҡаланан китеүҙәрен үтенәләр. Павел менән Силаның Рим граждандары икәнен белеп ҡалғас, ҡала идарасылары үҙҙәренең ҙур хата яһағанын аңлай. Шуға күрә улар, Павел менән Силаны сығарыр өсөн, үҙҙәре улар янына килә. Ләкин Павел менән Сила тәүҙә яңы һыуға сумдырылған Лидия менән хушлашырға бара. Лидияға килгәс, улар шулай уҡ башҡа имандаштарын да нығыта (Ғәм. 16:26—40). Барыһы ла ни тиклем тиҙ үҙгәргән!

«ҺӘР АҠЫЛДАН ЮҒАРЫРАҠ»

6. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

6 Павел менән булған хәлдән нимәгә өйрәнеп була? Йәһүә беҙ көтмәгәнсә эш итергә мөмкин, шунлыҡтан, ауырлыҡтар менән осрашһаҡ, беҙгә сиктән тыш борсолорға кәрәкмәй. Филиптағы ҡәрҙәштәренә борсолоуҙар һәм Алла именлеге хаҡында нимә яҙғанынан күренеүенсә, Павел быны бик яҡшы аңлаған. Әйҙәгеҙ, тәүҙә уның Филиптарға 4:6, 7-ләге (уҡығыҙ) һүҙҙәрен ҡарап сығайыҡ. Шунан беҙ Изге Яҙманан Йәһүәнең көтөлмәгәнсә эш иткәнен күрһәткән башҡа миҫалдарҙы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ «Алла именлеге» беҙгә сыҙам булырға һәм Йәһүәгә тулыһынса таянырға нисек ярҙам итә алғаны хаҡында белербеҙ.

7. Филиптарға яҙған хатында Павел ниндәй фекергә иғтибар итергә теләгән, һәм беҙ бынан ниндәй һабаҡ ала алабыҙ?

7 Филиптағы ҡәрҙәштәр, Павелдың хатын уҡығанда, һис шикһеҙ, Филипп ҡалаһында Павел менән нимә булғанын һәм Йәһүәнең шул ваҡытта көтөлмәгәнсә эш иткәнен иҫтәренә төшөргән. Павел уларға ниндәй фекер еткерергә теләгән? Ул уларҙы борсолмаҫҡа өйрәткән. Уларға Алла именлеген һорап доға ҡылырға кәрәк булған. Әммә шуға иғтибар итегеҙ: Алла именлеге, йәғни тыныслығы «һәр аҡылдан юғарыраҡ». Быны нисек аңларға? Ҡайһы бер тәржемәселәр был һүҙбәйләнеште «бөтә хыялдарыбыҙҙан юғарыраҡ» йә «кешеләрҙең бар пландарынан һәм ниәттәренән юғарыраҡ» тип еткерә. Асылда, Павел, «Алла именлеге» беҙ күҙ алдына килтерә алғандан күпкә яҡшыраҡ, тип әйтергә теләгән. Беҙгә проблема хәл ителмәҫлек булып күренһә лә, Йәһүә улай уйламай, һәм ул беҙ көтмәгәнде эшләй ала. (2 Петр 2:9-ҙы уҡығыҙ.)

8, 9. а) Павелдың ғәҙелһеҙлеккә дусар булыуы нимәгә килтергән? б) Ни өсөн, Филиптағы ҡәрҙәштәр Павелдың һүҙҙәренә етди ҡараған, тип әйтеп була?

8 Был ваҡиғаларҙан һуң ун йыл эсендә нимә булғаны тураһында уйланып, Филиптағы ҡәрҙәштәр үҙ иманын нығыта алған. Павел хаҡ һүҙ яҙған. Йәһүә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйһа ла, һөҙөмтәлә был һөйөнөслө хәбәрҙе яҡлауға һәм законлаштырыуға булышлыҡ иткән (Флп. 1:7). Хәҙер инде Филипп ҡалаһының идарасылары ундағы яңы ойошторолған мәсихселәр йыйылышына ҡаршы нимәлер эшләр алдынан яҡшылап уйлар ине. Моғайын, Павел менән булған хәлдән һуң хеҙмәттәше Лука, Павел менән Сила Филипп ҡалаһынан киткәс, шунда ҡалып яңы мәсихселәрҙе нығыта алған.

9 Филиптағы ҡәрҙәштәр, Павелдың хатын уҡығанда, шуны аңлаған: был хатты берәй конторала ултырған теоретик яҙмаған. Павел үҙе ауыр һынауҙар аша үткән, шулай ҙа уның күңелендә «Алла именлеге» булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: филиптарға хат яҙғанда, Павел Римда хаҡ аҫтында йәшәгән, әммә шул саҡта ла ул Алла именлеген тойған (Флп. 1:12—14; 4:7, 11, 22).

«БЕР НӘМӘ ТУРАҺЫНДА ЛА БОРСОЛМАҒЫҘ»

10, 11. Борсолоуға бирелгән саҡта нимә эшләргә кәрәк, һәм беҙ Йәһүәнән ниндәй яуап көтә алабыҙ?

10 Беҙгә бер нәмә тураһында ла борсолмаҫҡа һәм Алла именлеген тойорға нимә ярҙам итер? Павелдың филиптарға яҙған һүҙҙәренән күренеүенсә, борсолоуҙарға ҡаршы иң яҡшы дауа — доға. Шуға күрә, беҙҙе борсоулы уйҙар солғап алғанда, доға ҡылып барыһын Аллаға һөйләргә кәрәк. (1 Петр 5:6, 7-не уҡығыҙ.) Доға ҡылғанда, Йәһүә һеҙҙең хаҡта ҡайғырта икәненә һис тә шикләнмәгеҙ. Доғала, фатихаларығыҙҙы иҫкә төшөрөп, рәхмәттәр белдерегеҙ. Йәһүәнең «һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк» эшләй алғанын иҫтә тотһаҡ, беҙҙең уға ҡарата ышанысыбыҙ нығынасаҡ (Ефес. 3:20).

11 Павел менән Сила осрағындағы кеүек, Йәһүәнең беҙгә ярҙам итер өсөн ҡыласаҡ эштәре ғәжәпләндерергә мөмкин. Бәлки, ул мөғжизә ҡылмаҫтыр ҙа, әммә был тап беҙ мохтаж булған ярҙам буласаҡ (1 Кор. 10:13). Әлбиттә, үҙебеҙ бер нәмә лә эшләмәйенсә, Йәһүәнең хәлде яйға һалып проблемабыҙҙы сисерен көтөп тик ултырыу хаҡында һүҙ бармай. Беҙгә доғаларыбыҙ буйынса эш итергә кәрәк (Рим. 12:11). Шулай эшләп, доғаларыбыҙ эскерһеҙ икәнен күрһәтербеҙ, ә Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалай алыр. Шул уҡ ваҡытта беҙгә шуны аңларға кәрәк: Йәһүә беҙҙең үтенестәр, пландар һәм өмөттәргә бәйле түгел. Ҡайһы саҡта ул, көтөлмәгәнде эшләп, беҙҙе хайран ҡалдырырға мөмкин. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан Йәһүәнең беҙгә көтөлмәгәнсә ярҙам итә алыуына ышанысыбыҙҙы нығытҡан миҫалдарҙы ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ КӨТӨЛМӘГӘНСӘ ЭШ ИТЕҮЕНӘ МИҪАЛДАР

12. а) Синахириб Иерусалимға һөжүм итеү менән янағанда, Езекия нимә эшләгән? б) Йәһүәнең был хәлде нисек сисеүенән нимәгә өйрәнеп була?

12 Изге Яҙмала Йәһүәнең көтөлмәгәнсә эш итеүенә күп миҫалдар табып була. Мәҫәлән, Езекия идара иткән ваҡытта Ассирия батшаһы Синахириб Йәһүҙәгә бәреп ингән һәм, Иерусалимдан башҡа, бөтә нығытылған ҡалаларҙы яулап алған (2 Бат. 18:1—3, 13). Шунан Синахириб иғтибарын Иерусалимға йүнәлткән. Ҡурҡыныс янағанда Езекия батша нимә эшләгән? Ул Йәһүәгә доға ҡылған һәм Ишағыя пәйғәмбәргә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән (2 Бат. 19:5, 15—20). Өҫтәүенә, Езекия, аҡыллылыҡ күрһәтергә тырышып, Синахириб һалған һалымды түләгән (2 Бат. 18:14, 15). Езекия шулай уҡ Иерусалимды оҙайлы ҡамауға әҙерләгән (2 Йыл. 32:2—4). Һөҙөмтәлә был хәл нисек сиселгән? Йәһүә үҙенең фәрештәһен ебәргән, һәм ул бер төн эсендә Синахирибтың 185 000 һуғышсыһын ҡырып һалған. Хатта Езекия ла хәлдең бындай боролош алырын көтмәгән! (2 Бат. 19:35)

Башланмыш 41:42-ләге һүҙҙәр буйынса, Йософ менән булған ваҡиғаларҙан нимәгә өйрәнеп була? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. а) Беҙ Йософ менән булған ваҡиғаларҙан нимәгә өйрәнәбеҙ? б) Сараның проблемаһы көтөлмәгәндә нисек сиселгән?

13 Әйҙәгеҙ, Яҡуп улы Йософтоң осрағын ҡарап сығайыҡ. Мысырҙа төрмәлә ултырғанда, йәш Йософ, фирғәүендән ҡала икенсе кеше булып китеп, Йәһүәнең үҙе аша ғаиләһен ас үлемдән ҡотҡарасағын күҙ алдына ла килтерә алмаған (Баш. 40:15; 41:39—43; 50:20). Шик тә юҡ, Йәһүәнең эштәре Йософтоң бөтә өмөттәренән дә юғарыраҡ булған. Шулай уҡ Йософтоң ҡарт өләсәһе Сараның миҫалын да иҫкә төшөрәйек. Ҡартайған көнөндә Сара Йәһүәнең үҙенә бала тыуҙырыу мөмкинлеге биреүенә өмөтләнә алғанмы ни? Исхаҡтың тыуыуы уның бөтә өмөттәренән дә юғарыраҡ булған (Баш. 21:1—3, 6, 7).

14. Йәһүә тураһында әйткәндә, нимәгә шикләнмәҫкә була?

14 Әлбиттә, беҙ вәғәҙә ителгән яңы донъя килгәнсегә тиклем Йәһүә проблемаларыбыҙҙы юҡ итер тип көтмәйбеҙ, шулай уҡ унан тормошобоҙҙа мөғжизәләр ҡылыуын талап итмәйбеҙ. Ләкин беҙ Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙенең хеҙмәтселәренә мөғжизәле рәүештә ярҙам иткәнен беләбеҙ. Йәһүә әле лә үҙгәрмәгән. (Ишағыя 43:10—13-сө уҡығыҙ *.) Быны белеү иманыбыҙҙы нығыта. Йәһүәнең беҙгә, үҙенең ихтыярын тулы рәүештә үтәргә ярҙам итер өсөн, кәрәкле көс бирә алыуына һис тә шикләнмәҫкә була (2 Кор. 4:7—9). Езекия, Йософ һәм Сара менән булған ваҡиғаларҙан ниндәй һабаҡтар алып була? Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаһаҡ, ул беҙгә йырып сыҡҡыһыҙ булып күренгән ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер.

Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаһаҡ, ул беҙгә йырып сыҡҡыһыҙ булып күренгән ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер

15. Беҙгә «Алла именлеген» һаҡларға нимә ярҙам итер, һәм был нимә нигеҙендә мөмкин?

15 Һынауҙарға дусар булғанда, беҙгә «Алла именлеген» һаҡларға нимә ярҙам итер? Йәһүә Аллабыҙ менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыу. Бындай мөнәсәбәттәр тик Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа үлеүе арҡаһында ғына мөмкин. Йолом — Атабыҙҙың беҙгә биргән ғәжәп бүләктәренең береһе. Йолом нигеҙендә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә, шулай уҡ беҙгә выжданыбыҙҙы саф итергә һәм үҙенә яҡынлашырға мөмкинлек бирә (Яхъя 14:6; Яҡ. 4:8; 1 Пет. 3:21).

«ЙӨРӘКТӘРЕГЕҘҘЕ ҺӘМ УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕГЕҘҘЕ... ҺАҠЛАР»

16. Алла именлегенә эйә булыу ниндәй емештәр килтерә? Миҫал килтерегеҙ.

16 «Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге[нә]» эйә булыу ниндәй емештәр килтерә? Изге Яҙмала: «Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар», — тип әйтелә (Флп. 4:7). Грек телендә «һаҡлау» тигән һүҙ хәрби терминологиянан алынған. Был һүҙ боронғо ваҡытта нығытылған ҡалаларҙы һаҡлаған һалдаттар отрядына ҡарата ҡулланылған. Шундай ҡалаларҙың береһе Филипп ҡалаһы булған. Унда йәшәүселәр, һалдаттарҙың ҡаланы һаҡлауын белеп, төнөн тыныс йоҡлай алған. Шуның шикелле, беҙ Алла именлегенә эйә булғанда, йөрәгебеҙҙә һәм аҡылыбыҙҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә. Беҙ Йәһүәнең үҙебеҙ хаҡында ҡайғыртыуын һәм бәхетле булыуыбыҙҙы теләүен беләбеҙ (1 Пет. 5:10). Быны белеү беҙҙе сиктән тыш борсолоуҙан һәм төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлай.

17. Беҙгә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға нимә ярҙам итер?

17 Тиҙҙән кешелек бөгөнгө көнгә тиклем булмаған иң ҡурҡыныс афәткә дусар буласаҡ (Матф. 24:21, 22). Беҙ бының һәр беребеҙ өсөн нимә аңлатасағын белмәйбеҙ. Әммә бының арҡаһында артыҡ борсолорға бер ниндәй нигеҙ юҡ. Йәһүәнең нимә эшләйәсәген теүәл белмәһәк тә, беҙ уның үҙен беләбеҙ. Боронғо ваҡыттағы ваҡиғаларҙан күренеүенсә, Йәһүә, бер нигә ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙ ниәтен үтәй, хатта ҡайһы саҡта быны көтөлмәгәнсә эшләй. Йәһүәнең шулай эш итеүен күргән һайын, беҙ «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге[н]» яңыса тоя алабыҙ.

^ 1 абз. Күрәһең, Сила ла Рим гражданы булған (Ғәм. 16:37).

^ 14 абз. Ишағыя 43:10—13: «Һеҙ минең шаһиттарым, — ти Йәһүә, — эйе, һин минең һайланған хеҙмәтсем. Һеҙ мине танып белһен һәм миңә иман итһен өсөн, минең шул уҡ Алла икәнемде аңлаһын өсөн, мин һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем Алла булмаған һәм минән һуң да булманы. Мин, мин Йәһүә, һәм минән башҡа ҡотҡарыусы юҡ. Арағыҙҙа сит илаһ булмағанда, мин хәбәр иттем, ҡотҡарҙым һәм билдәле иттем. Һеҙ минең шаһиттарым, — тип иғлан итә Йәһүә, — ә мин Алла. Мин һәр ваҡыт шул уҡ Алла, минең ҡулымдан бер кем дә бер нәмәне лә тартып ала алмай. Мин эшкә керешкәндә, кем быға ҡамасаулай ала?»