Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Элекке шәхесегеҙҙе бөтөнләйгә һалып ташлағыҙ

Элекке шәхесегеҙҙе бөтөнләйгә һалып ташлағыҙ

«Элекке шәхесегеҙҙе үҙ эштәре менән бергә һалып ташлағыҙ» (КОЛ. 3:9, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 121, 142

1, 2. Башҡа кешеләр Йәһүә шаһиттарының ниндәй яғына иғтибар иткән?

КҮПТӘР Йәһүә хеҙмәтселәренең күркәм сифаттар сағылдырғанын таный. Яҙыусы Антон Джилл нацистар Германияһында йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында былай тип яҙған: «...Йәһүә шаһиттары нацистарҙа айырым нәфрәт тыуҙырған. [...] 1939 йылға улар араһынан 6 000 кеше [концентрацион лагерҙарға] эләккән». Әммә, был автор әйтеүенсә, ҡаты эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, Шаһиттар ышаныслы, тыныс, Аллаға тоғро һәм берҙәм булып ҡалған.

2 Бер нисә йыл элек Көньяҡ Африка республикаһында күптәр Алла халҡының шундай уҡ матур сифаттар сағылдырыуына иғтибар иткән. Бер ваҡыт шул илдә төрлө расанан булған кешеләргә, шул иҫәптән төрлө расанан булған Йәһүә шаһиттарына ла бергә йыйылырға рөхсәт ителмәгән. Әммә 2011 йылдың 18 декабрендә рухи программаны тыңлар өсөн Йоханнесбург ҡалаһының иң ҙур стадионында 78 000-дән ашыу Йәһүә шаһиты йыйылған. Төрлө расанан булған ҡәрҙәштәребеҙ Көньяҡ Африканың төрлө төбәктәренән һәм күрше илдәрҙән килгән. Стадион администрацияһының вәкиле был ваҡиға хаҡында бына нимә тигән: «Минең был стадионда һеҙҙән дә әҙәплерәк кешеләрҙе күргәнем юҡ ине. Барыһы ла шундай бөхтә кейенгән. Ә стадионды нисек яҡшы итеп йыйыштырҙығыҙ! Әммә иң мөһиме шул: арағыҙҙағы төрлө раса кешеләре үҙ-ара татыу».

3. Имандаштарыбыҙ башҡа кешеләрҙән нимә менән айырылып тора?

3 Йәһүә шаһиты булмаған кешеләрҙең бындай һүҙҙәренән күренеүенсә, бөтә донъя буйынса йәшәгән имандаштарыбыҙ башҡаларҙан айырылып тора (1 Пет. 5:9). Нимә менән? Алланың Һүҙе һәм изге рухы ярҙамында беҙ: «Элекке шәхесегеҙҙе...һалып ташлағыҙ ҙа яңы шәхес булып кейенегеҙ», — тигән кәңәш буйынса эш итер өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ (Кол. 3:9, 10, ЯДТ).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ, һәм ни өсөн?

4 Элекке шәхесте һалып ташлау — бер эш, әммә уны бүтән кеймәү — бөтөнләй башҡа эш. Был мәҡәләлә беҙ элекке шәхесебеҙҙе нисек һалып ташларға һәм ни өсөн быны эшләү шул тиклем мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ бындай һорауға яуап алырбыҙ: ни өсөн кеше, гонаһҡа батҡан йә насарлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгән булһа ла, яҡшы яҡҡа үҙгәрә ала? Бынан тыш, беҙ инде күп йылдар Аллаға хеҙмәт иткән мәсихселәргә элекке йәшәү рәүешенә ҡайтмаҫҡа нимә ярҙам итә ала икәнен белербеҙ. Ни өсөн беҙ шундай иҫкә төшөрөүҙәргә мохтажбыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре, уяулығын юғалтып, элекке йәшәү рәүешенә ҡайтҡан. Шуға күрә беҙҙең барыбыҙға ла бындай киҫәтеүгә етди ҡарарға кәрәк: «Аяғымда ныҡ баҫып торам тип уйлаған һәр кем, йығылмаҫ өсөн, һаҡ булһын» (1 Кор. 10:12).

БӨТӘ ӘХЛАҠҺЫҘ ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘҘЕ «ҮЛТЕРЕГЕҘ»

5. а) Миҫал ярҙамында ни өсөн кисектермәйенсә элекке шәхесебеҙҙән арынырға кәрәк икәнен аңлатығыҙ. (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.) б) Колосстарға 3:5—9 буйынса, элекке шәхес үҙ эсенә нимәне ала?

5 Кейемегеҙ бысранһа һәм, бәлки, насар еҫ сығарһа, һеҙ ғәҙәттә нимә эшләйһегеҙ? Әлбиттә, мөмкин тиклем тиҙерәк уны сисергә тырышаһығыҙ. Шуның шикелле, ҡайһы бер ғәҙәттәребеҙҙең Аллаға һис тә оҡшамағанын аңлаһаҡ, беҙгә кисектермәйенсә уларҙан арынырға кәрәк. Беҙ Павелдың мәсихселәргә биргән бындай асыҡ күрһәтмәһенә ҡолаҡ һалырға теләйбеҙ: «Һеҙ быларҙың һәммәһенән... арынырға тейеш». Әйҙәгеҙ, Павел һанап киткән гонаһтарҙың икеһенә — фәхешлеккә һәм нәжескә иғтибар итәйек. (Колосстарға 3:5—9-ҙы уҡығыҙ *, ЯДТ.)

6, 7. а) Павелдың һүҙҙәре элекке шәхесебеҙҙе һалып ташлар өсөн тәүәккәл эш итергә кәрәклеген нисек күрһәтә? б) Сакура ниндәй тормош алып барған, һәм уға үҙгәрергә нимә ярҙам иткән?

6 Фәхешлек. Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдә «фәхешлек», йәғни енси әхлаҡһыҙлыҡ тип тәржемә ителгән һүҙ бер-береһе менән законлы никахта тормаған кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙе һәм гомосексуализмды үҙ эсенә ала. Павел мәсихселәрҙе «фәхешлек... тыуҙыра торған тән ағзаларын» үлтерергә, йәғни енси әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле бөтә теләктәрҙән арынырға өндәгән. Павел ҡулланған образлы тел гонаһлы теләктәрҙән ҡотолор өсөн ни тиклем тәүәккәл эш итергә кәрәклеген асыҡ итеп күрһәтә. Был еңел түгел, әммә бындай көрәштә еңеп була.

7 Япониянан Сакура * исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Үҫмер сағында ул яңғыҙлыҡ тойғоһо һәм күңел бушлығы менән көрәшкән. 15 йәшенән алып ул, партнерҙарын йыш алмаштырып, тәртипһеҙ енси тормош алып бара башлаған. Шулай итеп ул яңғыҙлыҡ тойғоһонан ҡотолорға тырышҡан. Ул оялып: «Һөҙөмтәлә мин өс тапҡыр аборт яһаттым», — тип таный. Сакура былай тип бүлешә: «Тәүҙә әхлаҡһыҙ мөнәсәбәттәр миңә үҙемде хәүефһеҙлектә тойорға ярҙам итә ине. Мин кемгәлер кәрәк һәм мине яраталар кеүек тойола ине. Әммә шундай мөнәсәбәттәргә йышыраҡ ингән һайын, мин үҙемде яҡлауһыҙыраҡ тоя барҙым». Сакура 23 йәшенә тиклем шундай тормош алып барған. Шунан ул Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Алған белемдәре уға бик оҡшаған, һәм Йәһүәнең ярҙамы менән ул ғәйеп һәм оялыу кеүек ауыр хистәрҙән арына алған, шулай уҡ әхлаҡһыҙ тормошон ҡалдырған. Хәҙер Сакура пионер булып хеҙмәт итә һәм бүтән үҙен яңғыҙ итеп тоймай. «Мин бик бәхетлемен, сөнки көн һайын Йәһүәнең үҙемде яратыуын һиҙәм!» — ти Сакура.

НӘЖЕС ҒӘҘӘТТӘРҘӘН АРЫНЫҒЫҘ

8. Нимә арҡаһында беҙ Алла алдында нәжестә ғәйепле була алабыҙ?

8 Нәжес. Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдә «нәжес» тип тәржемә ителгән һүҙ киң мәғәнәгә эйә һәм, енси әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле гонаһтарҙан тыш, үҙ эсенә күберәкте ала. Был һүҙ тәмәке тартыуға һәм әҙәпһеҙ шаяртыуға ла ҡағылырға мөмкин (2 Кор. 7:1; Ефес. 5:3, 4). «Нәжес» шулай уҡ башҡалар күрмәгәндә ҡылынған әшәке эштәрҙе лә, мәҫәлән, енси дәрт уятҡан әҙәбиәт уҡыуҙы йә порнография ҡарауҙы үҙ эсенә ала. Бындай эштәр мастурбация ғәҙәтенә килтерергә мөмкин (Кол. 3:5, ЯДТ) *.

9. «Тыйылғыһыҙ енси нәфсе» үҫтереү ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтерә?

9 Порнография ҡарау ғәҙәте кешелә «тыйылғыһыҙ енси нәфсе» үҫтерә, һәм кеше тик енси мөнәсәбәттәр тураһында ғына хыялланып йөрөй башларға мөмкин. Тикшеренеүҙәр буйынса, порнография ҡарау теләген тыя алмаған кешеләр эскеселәргә һәм наркомандарға хас әүәҫлек билдәләрен сағылдыра. Шуға күрә порнография ҡарау ғәҙәтенең аяныслы эҙемтәләргә килтереүе һис тә ғәжәп түгел. Шундай эҙемтәләр араһында — тәрән оялыу тойғоһо кисереү, эш урынында әҙ файҙа килтереү, ғаиләлә мөнәсәбәттәр боҙолоу, айырылышыу һәм хатта кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы. Әүәҫлегенән ҡотолоп, бер йыл буйына порнография ҡарамаған бер ир былай тип яҙған: «Мин, ниһайәт, үҙемде яңынан хөрмәт итә башланым».

10. Рибейро порнография ҡарау ғәҙәтенән нисек ҡотолған?

10 Күптәр порнография ҡарамаҫ өсөн өҙлөкһөҙ көрәш алып бара. Бразилиянан Рибейро исемле ҡәрҙәштең миҫалынан күренеүенсә, был көрәштә еңеп була. Үҫмер сағында Рибейро өйҙән киткән һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң макулатура эшкәртеү заводында эшләй башлаған. Унда уның иғтибарын порнографик журналдар йәлеп иткән. Ул былай ти: «Әкренләп мин порнография ҡарарға ғәҙәтләнеп киттем. Хәл шуға барып етте: мин хатта, порнографик видеоларҙы ҡарай башлар өсөн, үҙем менән йәшәгән ҡатындың өйҙән сығып китеүен саҡ-саҡ көтөп ала инем». Бер көндө Рибейро эшендә эшкәртелә торған китаптар өйөмө араһында «Ғаилә бәхетенең сере» тип аталған китапты (тат.) күреп ҡалған. Ул уны алып уҡый башлаған. Шул китаптан уҡып белгәндәре уны Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнергә дәртләндергән. Әммә насар ғәҙәтенән ҡотолор өсөн Рибейроға бик күп ваҡыт кәрәк булған. Уға нимә ярҙам иткән? Ул былай тип аңлата: «Доға ҡылып, Изге Яҙманы өйрәнеп һәм белгәндәрем хаҡында уйланып, мин Алланың сифаттарын бик ҡәҙерләй башланым, һәм ахыр сиктә Йәһүәгә ҡарата яратыуым порнография ҡарау теләгенән көслөрәк булып китте». Алланың Һүҙе һәм изге рухы ярҙамында Рибейро үҙенең элекке шәхесен һалып ташлаған, һыуға сумдырылған һәм хәҙер йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итә.

11. Порнография ҡарау ҡотҡоһона ҡаршы торор өсөн нимә эшләргә кәрәк?

11 Иғтибар итегеҙ: көрәштә уңышлы булыр өсөн Рибейроға, Изге Яҙманы өйрәнеүҙән тыш, күберәкте эшләргә кәрәк булған. Изге Яҙмалағы хәбәр йөрәгенә үтеп инһен өсөн, ул быға етерлек ваҡыт бүлергә тейеш булған. Доға ҡылыу һәм уйланыу ярҙамында уның Аллаға ҡарата яратыуы порнография ҡарау теләгенән өҫтөн сыҡҡан. Күренеүенсә, Йәһүәгә ҡарата көслө яратыу үҫтереү һәм яуызлыҡты нәфрәт итеү порнография ҡарау ҡотҡоһона ҡаршы тороуҙа иң ҙур ярҙам булып тора. (Зәбур 97:10-ды уҡығыҙ *.)

ЯРҺЫУҘАН, ЯМАН ТЕЛЛЕЛЕКТӘН ҺӘМ ЯЛҒАНДАН АРЫНЫҒЫҘ

12. Стивенға ярһыуҙан һәм яман теллелектән арынырға нимә ярҙам иткән?

12 Ҡыҙыу холоҡло кешеләрҙең ярһыуы йыш ҡына кәмһетеүле һүҙҙәрҙә сағыла. Әлбиттә, был ғаилә тормошон бәхетле итмәй. Австралиянан Стивен исемле бер атай кеше былай тип һөйләй: «Элек мин йыш әрләшә инем, ябай ғына нәмәләр арҡаһында ла ярһып китә торғайным. Беҙ ҡатыным менән өс тапҡыр айырым йәшәп алдыҡ һәм хатта айырылышырға йыйынған инек». Шунан улар Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланыу Стивенға нисек тәьҫир иткән? Ул былай ти: «Ғаилә тормошобоҙ бик ныҡ яҡшырҙы. Элек мин, уҫаллыҡ һәм ярһыу менән тулы бомба шикелле, юҡ нәмәнән дә шартлай яҙа инем, әммә хәҙер Йәһүәнең ярҙамы менән мин иҫ киткес йән тыныслығы тоям». Бөгөн Стивен хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә, ә уның ҡатыны инде бер нисә йыл пионер хеҙмәтендә ҡатнаша. Уның йыйылышында хеҙмәт иткән өлкәндәр: «Стивен — тыныс, эшсән һәм баҫалҡы ҡарашлы ҡәрҙәш», — ти. Улар уның асыуланып йөрөгәнен хәтерләмәй. Әммә Стивен, быға үҙ көсөм менән ирештем, тип уйлаймы? Юҡ. Стивен былай ти: «Йәһүәнең ярҙамы менән мин бөтөнләй үҙгәрҙем. Уның ярҙамын ҡабул итмәгән булһам, тормошомда әлеге фатихаларымдың береһе лә булмаҫ ине».

13. Ни өсөн ярһыу шул тиклем ҡурҡыныс, һәм Изге Яҙмала ниндәй киҫәтеү яҙылған?

13 Изге Яҙма беҙҙе ярһыуҙан, яман теллелектән һәм ҡысҡырыуҙан киҫәтә (Ефес. 4:31). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙың барыһы ла йыш ҡына көс ҡулланыуға килтерә. Был донъяла ҡыҙыулыҡ ғәҙәти хәл булып иҫәпләнә, әммә ысынында ундай тәртип Барлыҡҡа килтереүсене хурлай. Күптәргә яңы шәхес булып кейенер алдынан был яман һыҙаттарҙан арынырға тура килгән. (Зәбур 37:8—11-ҙе уҡығыҙ *.)

14. Ҡыҙыу кеше, үҙгәреп, йыуаш булып китә аламы?

14 Австриялағы йыйылыштарҙың береһендә өлкән булып хеҙмәт иткән Ханстың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Шул йыйылыштың өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы: «Ул һеҙ ҡасан да булһа күрә алған иң йыуаш ағай-ҡәрҙәштәрҙең береһе», — ти. Әммә Ханс һәр ваҡыт ундай булмаған. Үҫмер сағында ул саманан тыш күп иҫерткес эсемлектәр эсә башлаған һәм бик агрессив булып киткән. Бер ваҡыт ул ныҡ иҫергән сағында, ярһып китеп, йөрөгән ҡыҙын үлтергән. Бының өсөн уны 20 йылға төрмәгә ултыртҡандар. Ләкин төрмәлә ултырыу уны яҡшы яҡҡа үҙгәртмәгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, әсәһе бер өлкәндән Хансҡа төрмәгә барып килеүен һораған, һәм Ханс Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ханс былай тип һөйләй: «Элекке шәхесемде һалып ташлау бик ауыр булды. Әммә Ишағыя 55:7-ләге: „Яуыз кеше үҙ юлын ҡалдырһын“ һәм 1 Коринфтарға 6:11-ҙәге: „Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине“, — тигән һүҙҙәр миңә көс өҫтәп торҙо. Күп йылдар буйына Йәһүә үҙенең изге рухы ярҙамында сабырлыҡ менән мине нығытып торҙо, һәм мин яңы шәхес булып кейенә алдым». Төрмәлә ун ете йыл ярым ултырғандан һуң, Ханс иреккә сыҡҡан. Ул ваҡытта Ханс инде һыуға сумдырылған мәсихсе булған. «Мин Йәһүәгә бөйөк мәрхәмәте һәм кисерергә әҙер булыуы өсөн шул тиклем рәхмәтлемен!» — ти Ханс.

15. Элекке шәхескә тағы нимә хас, әммә Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелә?

15 Яман теллелектән тыш, элекке шәхескә шулай уҡ ялған һөйләү ғәҙәте лә хас. Мәҫәлән, был донъяла ғәҙәттә һалым декларацияһын тултырғанда алдайҙар йә үҙҙәренең насар эштәре өсөн яуап тотоуҙан ҡасырға теләп ялған һөйләйҙәр. Йәһүә иһә — «хәҡиҡәт Аллаһы» (Зәб. 31:5). Ул һәр хеҙмәтсеһенән «үҙ яҡынына дөрөҫлөктө генә» һөйләүҙе һәм ялғанламауҙы талап итә (Ефес. 4:25; Кол. 3:9). Шуға күрә беҙ хатта ауыр йә уңайһыҙ булғанда ла дөрөҫөн һөйләргә тейеш (Ғиб. һүҙ. 6:16—19).

УЛАР НИСЕК ЕҢӘ АЛҒАН?

16. Кеше нимә ярҙамында элекке шәхесен һалып ташлай ала?

16 Кеше элекке шәхесен үҙ көсө менән генә һалып ташлай алмай. Юғарыла иҫкә алынған Сакура, Рибейро, Стивен һәм Хансҡа үҙҙәренең насар ғәҙәттәренән ҡотолор өсөн көрәш алып барырға кәрәк булған. Улар был көрәштә нисек еңгән? Алланың Һүҙенә һәм изге рухына үҙҙәренең аҡылына һәм йөрәгенә йоғонто яһарға юл ҡуйып (Лука 11:13; Евр. 4:12). Шундай уҡ ярҙам алырға теләһәк, Изге Яҙманы көн дә уҡырға, уның өҫтөндә уйланырға һәм Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн кәрәкле зирәклек һәм көс һорап гел доға ҡылырға кәрәк (Еш. 1:8; Зәб. 119:97; 1 Фес. 5:17). Йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнгәндә һәм уларға йөрөгәндә шулай уҡ Алла Һүҙенең һәм изге рухтың ярҙамын һиҙеп була (Евр. 10:24, 25). Бынан тыш, беҙ Йәһүәнең бөтә донъялағы хеҙмәтселәрен рухи яҡтан нығытыр өсөн күргән төрлө сараларынан файҙаланырға теләйбеҙ (Лука 12:42).

Кеше нимә ярҙамында элекке шәхесен һалып ташлай ала? (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

17. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

17 Беҙ мәсихселәр бөтөнләйгә ҡотолорға тейеш бер нисә насар ғәҙәтте ҡарап сыҡтыҡ. Ләкин Алланың хуплауын алыр өсөн был етәме? Юҡ. Беҙгә шулай уҡ яңы шәхес булып кейенергә һәм һәр ваҡыт уға хас матур сифаттар сағылдырырға кәрәк. Киләһе мәҡәләлә беҙ быға нисек ирешеп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 5 абз. Колосстарға 3:5—9, ЯДТ: «Фәхешлек, нәжес, тыйылғыһыҙ енси нәфсе, зарарлы теләк һәм ботҡа табыныу менән бер булған ҡомһоҙлоҡ тыуҙыра торған тән ағзаларығыҙҙы үлтерегеҙ. Сөнки былар өсөн кешеләр Алланың ярһыуын татыясаҡ. Элек һеҙ ҙә быларҙы эшләп йөрөгән инегеҙ. Ә хәҙер һеҙ быларҙың һәммәһенән: ярһыуҙан, асыуҙан, яманлыҡтан, яман теллелектән арынырға тейеш, әҙәпһеҙ һүҙҙәр ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын. Бер-берегеҙгә ялғанламағыҙ. Элекке шәхесегеҙҙе үҙ эштәре менән бергә һалып ташлағыҙ».

^ 7 абз. Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 8 абз. «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тип аталған китаптың 218—219-сы биттәрендәге «Мастурбация. Был ғәҙәттән нисек арынырға?» тигән ҡушымтаны ҡарағыҙ.

^ 11 абз. Зәбур 97:10: «Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ. Ул үҙ тоғроларының йәндәрен һаҡлай, ул уларҙы яуыздарҙың ҡулынан ҡотҡара».

^ 13 абз. Зәбур 37:8—11: «Асыуыңды тый, ярһыуыңды баҫ, күңелһеҙләнеп китмә һәм яманлыҡ ҡылырға керешмә. Сөнки яуыз кешеләр юҡ ителәсәк, ә Йәһүәгә өмөтләнеүселәр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ. Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ, торған урындарына ҡарарһың, ә улар унда булмаҫ. Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ».