Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәҡиҡәт тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерә

Хәҡиҡәт тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерә

«Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем» (МАТФ. 10:34).

ЙЫРҘАР: 123, 128

1, 2. а) Бөгөн беҙ ниндәй тыныслыҡҡа кинәнәбеҙ? б) Беҙгә тулы тыныслыҡ кисерергә нимә ҡамасаулай? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

БЕҘ бөтәбеҙ ҙә хафаларҙан азат, тыныс тормош алып барырға теләйбеҙ. Йәһүә биргән «Алла именлеге», йәғни эске тыныслыҡ тойғоһо беҙҙе борсоулы уйҙарҙан һәм хистәрҙән һаҡлай ала. Беҙ бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ (Флп. 4:6, 7). Бынан тыш, Йәһүәгә бағышланып, беҙ уның менән яҡшы мөнәсәбәттәргә кинәнәбеҙ, сөнки «Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ» урынлашты (Рим. 5:1).

2 Әммә Алла бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлаштырыр ваҡыт әле килеп етмәгән. Хәҙерге «ахырызаман» осоронда кешелек йәмғиәтендә конфликттар киң таралған, һәм күпселек кеше ғауға сығарырға ғына йөрөй (2 Тим. 3:1—4). Мәсихселәр Шайтанға һәм ул таратҡан ялған тәғлимәттәргә ҡаршы рухи һуғыш алып барырға тейеш (2 Кор. 10:4, 5). Әммә тыныслығыбыҙға янаған иң ҙур ҡурҡыныс хәҡиҡәтте белмәгән туғандарыбыҙҙан килеүе ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙең ҡараштарҙан көлөргә, ғаиләне тарҡатыуҙа ғәйепләргә йә, иманыбыҙҙан ваз кисмәһәк, беҙҙән баш тартыу менән янарға мөмкин. Беҙ туғандарҙың ҡаршы килеүе хаҡында нимә белергә тейеш? Быға бәйле ауырлыҡтарҙы нисек уңышлы итеп сисеп була?

ТУҒАНДАРҘЫҢ ҠАРШЫ КИЛЕҮЕ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛЕРГӘ КӘРӘК?

3, 4. а) Ғайсаның тәғлимәттәре кешеләрҙең мөнәсәбәттәренә нисек тәьҫир итә? б) Ниндәй осраҡта Ғайсаның шәкерте булыу айырыуса ауыр?

3 Ғайса Мәсих шуны белгән: уның тәғлимәттәре кешеләрҙе айырыр, һәм уның шәкерттәренә, ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса Ғайса артынан барыр өсөн, ҡыйыулыҡ кәрәк булыр. Ғаилә ағзаларының ҡаршы килеүе тыныс мөнәсәбәттәргә зыян килтерергә мөмкин. Ғайса былай тип киҫәткән: «Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем. Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем. Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр» (Матф. 10:34—36).

4 «Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ», — тип әйтеп, Ғайса тыңлаусыларын үҙенең артынан барыу ниндәй һөҙөмтәләргә килтерә алыуы хаҡында уйларға этәргән. Уның хәбәре яҡын кешеләрҙе бер-береһенән йыраҡлаштыра алған. Әлбиттә, Ғайса ғаиләләрҙе тарҡатырға тип түгел, ә Алланың хәҡиҡәтен иғлан итергә тип килгән (Яхъя 18:37). Шулай ҙа, яҡын дуҫтар йә туғандар хәҡиҡәтте кире ҡаҡһа, Ғайсаның шәкерте булып ҡалыу еңел булмаҫҡа мөмкин.

5. Ғайсаның шәкерттәре нимәгә дусар булған?

5 Мәсихкә лайыҡ булыр өсөн, уның шәкерттәре ғазаптар кисерергә әҙер булырға тейеш булған. Шул ғазаптар туғандарҙың ҡаршы килеүе килтергән әрнеүҙе лә үҙ эсенә алған (Матф. 10:38). Ғайсаның шәкерттәренә туғандарының мыҫҡыллап көлөүенә йә хатта үҙҙәре менән аралашмауына түҙергә тура килгән. Быға ҡарамаҫтан, улар юғалтҡанға ҡарағанда шаҡтай күберәккә эйә булған. (Марк 10:29, 30-ҙы уҡығыҙ.)

6. Туғандар Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙгә ҡаршы килһә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

6 Хатта туғандар Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙгә ҡаршы килһә лә, беҙ уларҙы барыбер яратабыҙ, әммә Аллаға һәм Ғайса Мәсихкә ҡарата яратыу барыһынан да өҫтөнөрәк булырға тейешлеген онотмайбыҙ (Матф. 10:37). Шуны ла аңларға кәрәк: Шайтан, беҙҙе имандан ваз кисергә этәрер өсөн, ғаиләбеҙгә ҡарата йылы хистәребеҙҙе ҡулланырға тырышасаҡ. Әйҙәгеҙ, бер нисә осраҡҡа иғтибар итеп, туғандарҙың ҡаршы килеүенә бәйле ауырлыҡтарҙы нисек уңышлы сисеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ТОРМОШ ИПТӘШЕГЕҘ ХӘҠИҠӘТТӘ БУЛМАҒАНДА

7. Тормош иптәше әлегә хәҡиҡәттә булмаһа, мәсихсе быға нисек ҡарарға тейеш?

7 Изге Яҙма, никахтағыларҙың тормошонда үҙ ауырлыҡтары булыр, тип киҫәтә (1 Кор. 7:28). Тормош иптәшегеҙ хәҡиҡәттә булмаһа, һеҙҙең тағы ла күберәк стресс һәм борсолоу кисереүегеҙ ихтимал. Әммә был хәлгә Йәһүә ҡарашынан ҡарау бик мөһим. Тормош иптәшегеҙҙең әлегә мәсихсе булырға теләмәүе айырым йәшәү йә айырылышыу өсөн етди сәбәп булып тормай (1 Кор. 7:12—16). Йәһүә шаһиты булмаған ир ғаиләнең рухилығы хаҡында ҡайғыртмаһа ла, ҡатын уны ғаилә башлығы булғаны өсөн хөрмәт итергә тейеш. Шуның шикелле, ҡатын Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылмаһа ла, ир уны барыбер үҙ-үҙен аямай яратырға һәм уның хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртырға тейеш (Ефес. 5:22, 23, 28, 29).

8. Тормош иптәшегеҙ ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы сикләргә тырышһа, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланып була?

8 Тормош иптәшегеҙ Аллаға ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы сикләргә тырышһа, нимә эшләргә? Мәҫәлән, бер апай-ҡәрҙәшкә ире аҙнаның билдәле бер көндәрендә генә вәғәзләргә рөхсәт иткән. Шуға оҡшаш хәлдә булһағыҙ, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: тормош иптәшем Аллаға бөтөнләй ғибәҙәт ҡылыуҙан туҡтауымды талап итәме? Юҡ икән, мин уның талабын үтәй аламмы? Яғымлы, йәғни юл ҡуйыусан булыу һеҙгә кәрәкмәгән бәхәстәрҙән һаҡланырға ярҙам итер (Флп. 4:5).

9. Мәсихселәр нисек балаларын Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән атаһын йә әсәһен хөрмәт итергә өйрәтә ала?

9 Тормош иптәшегеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә, бала тәрбиәләү айырыуса ауыр булырға мөмкин. Мәҫәлән, һеҙгә балаларығыҙҙы Изге Яҙмалағы «атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» тигән әмергә буйһонорға өйрәтергә кәрәк (Ефес. 6:1—3). Әммә тормош иптәшегеҙ Алла Һүҙендәге юғары нормалар буйынса йәшәмәһә, нимә эшләргә? Уны хөрмәт итеп, балаларығыҙға яҡшы өлгө күрһәтегеҙ. Иғтибарығыҙҙы тормош иптәшегеҙҙең яҡшы сифаттарына туплағыҙ һәм, маҡтап, уны яратыуығыҙға ышандырығыҙ. Балаларығыҙ алдында уны тәнҡитләй күрмәгеҙ. Киреһенсә, уларға һәр кеше Аллаға хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен үҙе һайлай тип аңлатығыҙ. Балаларҙың яҡшы тәртибе тормош иптәшегеҙҙе хәҡиҡәткә йәлеп итергә мөмкин.

Балаларығыҙҙы хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланығыҙ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Тормош иптәше Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә, мәсихсе нисек балаларын хәҡиҡәткә өйрәтә ала?

10 Ҡайһы саҡта мәсихсенең хәҡиҡәттә булмаған тормош иптәше балаларҙың мәжүсилек менән бәйле байрамдарҙа ҡатнашыуын талап итергә йә уларҙы ялған дин тәғлимәттәренә өйрәтергә мөмкин. Ҡайһы бер ирҙәр мәсихсе динен тотҡан ҡатындарын балаларына Изге Яҙма хаҡында һөйләүҙән тыя. Хатта шундай осраҡта ла ҡатынға балаларын хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк (Ғәм. 16:1; 2 Тим. 3:14, 15). Мәҫәлән, ире балалар менән Изге Яҙманы өйрәнергә йә уларҙы йыйылыш осрашыуҙарына алып барырға рөхсәт итмәһә, апай-ҡәрҙәш нимә эшләй ала? Уға иренең ҡарарын хөрмәт итергә кәрәк, шулай ҙа, мөмкинлек тыуғанда, ул балаларына иманы хаҡында һөйләй ала. Шулай итеп ул балаларына әхлаҡи тәрбиә һәм Йәһүә хаҡында белем бирер (Ғәм. 4:19, 20). Әлбиттә, ахыр сиктә балалар Аллаға хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен үҙҙәре ҡарар итергә тейеш (Ҡан. 30:19, 20) *.

ТУҒАНДАР ҠАРШЫ КИЛГӘНДӘ

11. Йәһүә шаһиты булмаған туғандар менән мөнәсәбәттәр нимә арҡаһында боҙолорға мөмкин?

11 Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған ғына ваҡытта һеҙ, бәлки, был хаҡта туғандарығыҙға һөйләмәгәнһегеҙҙер. Ләкин, иманығыҙ нығынғас, һеҙ ҡараштарығыҙ менән бүлешергә кәрәклеген аңлағанһығыҙҙыр (Марк 8:38). Һөҙөмтәлә Йәһүә шаһиты булмаған туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәр боҙолһа, нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, улар менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға һәм шул уҡ ваҡытта Аллаға тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән бер нисә аҙымды ҡарап сығайыҡ.

12. Ни өсөн хәҡиҡәттә булмаған туғандар беҙгә ҡаршы килергә мөмкин, һәм беҙгә уларҙың хистәрен аңларға нимә ярҙам итер?

12 Хәҡиҡәттә булмаған туғандарығыҙҙың хистәрен аңларға тырышығыҙ. Әлбиттә, хәҡиҡәт менән танышҡас, беҙ шатлығыбыҙ эсебеҙгә һыймай йөрөргә мөмкин, әммә туғандарҙың беҙҙең хаҡта алданған йә сектаға эләккән тип яңылыш уйлауы ихтимал. Үҙҙәре менән бергә байрамдар үткәрмәгәнгә, улар беҙҙең турала бүтән беҙҙе яратмай тигән һығымтаға килергә мөмкин. Улар хатта беҙҙең хаҡта, үлгәс, Алла уны язалар, тип ҡурҡырға мөмкин. Тыуған хәлгә уларҙың күҙлегенән ҡарарға һәм, иғтибар менән тыңлап, борсолоуҙарының ысын сәбәбен асыҡларға тырышығыҙ (Ғиб. һүҙ. 20:5). Илсе Павел, төрлө кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләр өсөн, уларҙың хәленә инергә тырышҡан. Шулай эшләү беҙгә лә ярҙам итә ала (1 Кор. 9:19—23).

13. Хәҡиҡәттә булмаған туғандар менән нисек һөйләшергә кәрәк?

13 Туғандарығыҙ менән яғымлы итеп һөйләшегеҙ. «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы... булһын», — тиелә Изге Яҙмала (Кол. 4:6). Туғандар менән аралашҡанда рух емешенең сифаттарын сағылдырыр өсөн, Йәһүәнән изге рух һорарға кәрәк. Беҙ, уларҙың бөтә дини ҡараштары ялған икәнен иҫбатларға теләп, бәхәсләшергә тейеш түгел. Улар һүҙҙәре йә эштәре менән беҙҙе рәнйетһә, илселәрҙән үрнәк алырға була. Павел былай тип яҙған: «Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр — беҙ түҙәбеҙ. Беҙгә яла яғалар — беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ» (1 Кор. 4:12, 13).

14. Өлгөлө тәртип ниндәй емештәр килтерергә мөмкин?

14 Тәртибегеҙ өлгөлө булһын. Яғымлы итеп һөйләшеү мөһим булһа ла, яҡшы тәртип һүҙҙәргә ҡарағанда күпкә көслөрәк йоғонто яһай. (1 Петр 3:1, 2, 16-ны уҡығыҙ.) Һеҙгә ҡарап, туғандарығыҙ шуны күрһен: Йәһүә шаһиттары бәхетле никахтан кинәнә, балалары хаҡында ҡайғырта, таҙалыҡ ярата, мәғәнәле һәм әхлаҡи яҡтан саф тормош алып бара. Туғандарығыҙ хәҡиҡәтте бер ҡасан да ҡабул итмәһә лә, һеҙ тәртибегеҙ менән Йәһүәне данлауҙан шатлыҡ кисерә алаһығыҙ.

15. Аңлашылмаусанлыҡтарға килтерә алған хәлдәргә нисек әҙерләнеп була?

15 Алдан күрә белеүсән булығыҙ. Ниндәй хәлдәр аңлашылмаусанлыҡтарға килтерә алыуы хаҡында алдан уйлағыҙ һәм үҙегеҙҙе нисек тотасағығыҙҙы ҡарар итегеҙ (Ғиб. һүҙ. 12:16, 23). Австралиянан бер апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Ҡайным хәҡиҡәткә ныҡ ҡаршы булды. Уның хәлен белергә тип шылтыратыр алдынан, беҙ ирем менән доға ҡыла торғайныҡ. Беҙ Йәһүәнән, ҡайным берәй рәнйеткес һүҙҙәр әйтһә, үҙебеҙҙе ҡулда тоторға ярҙам итеүен һорай инек. Алдан уҡ нимә тураһында һөйләшеребеҙҙе ҡарар иткәнгә, беҙ ҡайным менән дуҫтарса аралаша инек. Өҫтәүенә, һөйләшеүебеҙ дингә ҡағылышлы ҡаты бәхәсләшеүгә әйләнмәһен өсөн, уның менән оҙаҡ аралашмаҫҡа тырыша инек».

16. Туғандар менән беҙҙең аралағы аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында тыуған ғәйеп тойғоһонан нисек арынырға?

16 Әлбиттә, Йәһүә шаһиты булмаған туғандар менән аралашҡанда бөтә аңлашылмаусанлыҡтарҙы ла урап үтеп булмай. Бының арҡаһында беҙ үҙебеҙҙе ғәйепләргә мөмкин, сөнки яҡындарыбыҙҙы бик яратабыҙ һәм уларҙың күңелен ҡыйырға теләмәйбеҙ. Шундай хистәр кисерһәгеҙ, ғаиләгеҙгә ҡарата яратыуға Аллаға ҡарата яратыуҙан өҫтөн сығырға юл ҡуймағыҙ. Бының ярҙамында туғандарығыҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы тотоу — үлем һәм йәшәү мәсьәләһе икәнен аңлар. Һәр хәлдә, башҡаларҙы хәҡиҡәтте ҡабул итергә мәжбүр итә алмауығыҙҙы иҫтә тотоғоҙ. Улар Аллаға хеҙмәт итеүҙең ниндәй файҙа килтергәнен күрһен. Ҡайғыртыусан Аллабыҙ уларға үҙенә хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен ҡарар итергә тәҡдим итә. Ҡасандыр беҙ ҙә шундай һайлау алдында торҙоҡ (Ишағ. 48:17, 18).

ЯҠЫНЫҒЫҘ ЙӘҺҮӘНЕ ҠАЛДЫРҒАНДА

17, 18. Яҡын кеше Йәһүәне ҡалдырһа, йән әрнеүен нисек кисереп сығырға?

17 Яҡын кешебеҙ йыйылыштан сығарылһа йә ул үҙе йыйылыштан баш тартһа, был йөрәгебеҙгә бысаҡ булып ҡаҙалырға мөмкин. Шундай йән әрнеүен нисек кисереп сығырға?

18 Артабан да рухи эштәр тәртибен тотоғоҙ. Изге Яҙманы даими уҡығыҙ, йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнегеҙ һәм уларға йөрөгөҙ, вәғәзләгеҙ һәм көс һорап доға ҡылығыҙ (Йәһ. 20, 21). Әммә, бөтә был эштәрҙе аңһыҙ рәүештә башҡарып, күңелегеҙ башҡа ерҙә булғанын тойһағыҙ, нимә эшләргә? Бирешмәгеҙ! Рухи эштәр менән мәшғүл булыу һеҙгә уйҙарҙы һәм хис-тойғоларҙы ҡулда тоторға ярҙам итер. Әйҙәгеҙ, 73-сө мәҙхиәне яҙған кешенең осрағын ҡарап сығайыҡ. Яңылыш фекер йөрөтөүе арҡаһында ул ныҡ бойоҡҡан, әммә, ғибәҙәт урынына ингәс, ул ҡарашын төҙәтә алған (Зәб. 73:16, 17). Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеү һеҙгә лә уйҙарығыҙҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итер.

19. Йәһүәнең төҙәтеү сараларын хөрмәт итеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

19 Йәһүәнең төҙәтеү сараларын хөрмәт итегеҙ. Йәһүәнең төҙәтеү саралары тәүҙә күңелде әрнетергә мөмкин, ләкин ахыр сиктә улар бөтә кешегә лә, шул иҫәптән гонаһ ҡылыусының үҙенә лә ҙур файҙа килтерә. (Еврейҙарға 12:11-ҙе уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Йәһүә беҙгә тәүбә итмәгән гонаһ ҡылыусылар менән аралашмаҫҡа ҡуша (1 Кор. 5:11—13). Шуға күрә, нисек кенә ауыр булһа ла, беҙ үтә кәрәк булмаған саҡтарҙа йыйылыштан сығарылған туғаныбыҙ менән телефон, смс-хәбәрҙәр, хаттар, электрон почта йә социаль селтәрҙәр аша аралашмаҫбыҙ.

20. Нимәгә өмөтләнергә кәрәк?

20 Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Мөхәббәт «бөтөн нәмәгә», шул иҫәптән Йәһүәне ҡалдырған кешеләрҙең уға кире ҡайтасағына ла «өмөтләнә» (1 Кор. 13:7). Яҡынығыҙҙың йөрәгендә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күрһәгеҙ, ул, Изге Яҙманы уҡып, көс тапһын һәм Йәһүәнең «ҡайт яныма» тигән саҡырыуына яуап бирһен өсөн доға ҡыла алаһығыҙ (Ишағ. 44:22).

21. Хәҡиҡәт ғаиләгеҙгә «ҡылыс» килтерһә, нимә эшләргә?

21 Ғайса Мәсих, берәй кешене миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы миңә лайыҡ түгел, тигән. Шул уҡ ваҡытта ул шәкерттәренең, туғандарҙың ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, ҡыйыулыҡ сағылдырып, тоғро булып ҡаласағына һис тә шикләнмәгән. Хәҡиҡәт һеҙҙең ғаиләгә «ҡылыс» килтерһә, Йәһүәгә таянығыҙ, һәм ул һеҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер (Ишағ. 41:10, 13). Йәһүә менән Ғайсаның һеҙҙе хуплауын һәм тоғролоғоғоҙҙо мотлаҡ бүләкләйәсәген белеү һеҙҙе йыуатһын.

^ 10 абз. Ата-әсәнең береһе Йәһүә шаһиты булмаған ғаиләлә баланы нисек тәрбиәләп булғаны хаҡында күберәк белер өсөн, 2002 йылдың 15 август һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.