Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Зәкәриәнең күренештәре. Улар беҙгә нисек тьәҫир итә?

Зәкәриәнең күренештәре. Улар беҙгә нисек тьәҫир итә?

«Миңә ҡайтығыҙ!... Һәм мин дә һеҙгә ҡайтырмын» (ЗӘК. 1:3).

ЙЫРҘАР: 89, 86

1—3. а) Зәкәриә пәйғәмбәр көндәрендә Йәһүәнең халҡы ниндәй хәлдә булған? б) Ни өсөн Йәһүә израилдәрҙе үҙенә ҡайтырға саҡырған?

ОСОП барған төргәк, кәрзингә ябылған ҡатын, һауанан ҡанат ҡаҡмай осҡан һәм ҡанаттары ҡауҙыныҡы кеүек булған ике ҡатын — быларҙың барыһы Зәкәриә пәйғәмбәрҙең китабында тасуирланған сағыу илаһи күренештәр (Зәк. 5:1, 7—9). Ни өсөн Йәһүә үҙенең пәйғәмбәренә бындай тәьҫирле күренештәр биргән? Ул ваҡытта израилдәр ниндәй хәлдә булған? Бөгөн Зәкәриәнең китабында һүрәтләнгән күренештәр беҙгә нисек тәьҫир итә?

2 Б. э. т. 537 йыл Йәһүәнең халҡы өсөн бик шатлыҡлы йыл була. 70 йыл буйына Вавилон әсирлегендә булғандан һуң, улар, ниһайәт, азат ителә. Улар, дәртләнеп, Иерусалимда хаҡ ғибәҙәтте торғоҙоуға тотона. Б. э. т. 536 йылда ғибәҙәтхананың нигеҙе һалына. Шул саҡта халыҡ шатлыҡтан «шул тиклем ныҡ ҡысҡыра, хатта тауыш бик йыраҡта ишетелеп тора» (Езра 3:10—13). Әммә тиҙҙән улар ҡаршылыҡтар менән осраша. Күп ауырлыҡтар арҡаһында халыҡ төшөнкөлөккә бирелә һәм, ғибәҙәтхананы төҙөүҙән туҡтап, үҙ йорттарын һәм баҫыуҙарын ҡайғырта башлай. 16 йыл үтә, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы һаман да төҙөлмәй. Алла халҡы үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуҙан туҡтарға һәм Йәһүәгә ҡайтырға дәртләндергән иҫкә төшөрөү һүҙҙәренә мохтаж булған. Йәһүә уларҙың үҙенә ҡайтыуын һәм яңынан, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, бөтә йөрәктән ғибәҙәт ҡыла башлауын теләгән.

3 Йәһүә, үҙенең халҡына Вавилондан ни өсөн азат ителгәнен иҫенә төшөрөр өсөн, б. э. т. 520 йылда Зәкәриә пәйғәмбәрҙе ебәргән. Зәкәриә тигән исем «Йәһүә иҫенә төшөрҙө» тигәнде аңлата, һәм был исем, бәлки, израилдәргә мөһим бер хәҡиҡәтте хәтерҙәренә төшөргәндер. Улар Йәһүәнең үҙҙәрен ҡотҡарғанын онотһа ла, Йәһүә үҙенең халҡын һаман иҫендә тотҡан. (Зәкәриә 1:3, 4-те уҡығыҙ *.) Ул яратыу менән израилдәрҙе хаҡ ғибәҙәтте торғоҙорға ярҙам итәсәгенә ышандырған, әммә теләр-теләмәҫ кенә ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡабул итмәйәсәге хаҡында ла киҫәткән. Зәкәриәнең алтынсы һәм етенсе күренештәрен ҡулланып, Йәһүә нисек израилдәрҙе эш итергә рухландырған? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ. Шулай уҡ үҙебеҙ өсөн ниндәй һабаҡтар алып булғанын беләйек.

АЛЛА УРЛАШЫУҘЫ ХӨКӨМ ИТӘ

4. Зәкәриә алтынсы күренешендә нимә күрә, һәм ни өсөн был төргәктең ике яғы ла яҙылып бөткән? (Мәҡәлә башындағы 1-се рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Зәкәриә китабының 5-се бүлеге ғәжәп бер күренештән башлана. (Зәкәриә 5:1, 2-не уҡығыҙ *.) Зәкәриә һауала осоп барған төргәкте күрә, уның оҙонлоғо — 9, ә киңлеге 4,5 метр. Был төргәк асылған, унда хөкөм хәбәре яҙылған (Зәк. 5:3). Боронғо заманда, ғәҙәттә, төргәктәрҙең бер яғында ғына яҙғандар, ә был төргәктең ике яғы ла яҙылып бөткән, тимәк, унда бик мөһим хәбәр яҙылған.

Мәсихселәр урлашыуҙың һәр ҡайһы төрөнән һаҡланырға тейеш (5—7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

5, 6. Йәһүә урлашыуға нисек ҡарай?

5 Зәкәриә 5:3, 4-те уҡығыҙ *. Бөтә кешелек Йәһүә алдында яуап тотһа ла, хеҙмәтселәре уның алдында тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡҡа эйә. Алланы яратҡан кешеләр урлашыуҙың һәр ҡайһы төрө «Хоҙайҙың исемен хурлай» икәнен аңлай (Ғиб. һүҙ. 30:8, 9). Бер ниндәй ниәттәр ҙә, ауыр шарттар ҙа урлашҡан кешене аҡламай, сөнки ул ҡомһоҙлоғо арҡаһында матди милекте Алла менән мөнәсәбәттәрҙән өҫтөнөрәк ҡуя. Ҡараҡ Алла ҡанунын һанға һуҡмай, Йәһүәнең ҡарашын һәм исемен әһәмиәтһеҙ тип һанай.

6 Иғтибар итегеҙ: Зәкәриә 5:3, 4-тә әйтелгәнсә, «ләғнәт... ҡараҡтың йортона... инәсәк һәм, шул йортта ҡалып, йортто... ялмап аласаҡ». Тимәк, Йәһүәнең хөкөм ҡарарынан бер ниндәй йоҙаҡтар ҙа ҡотҡара алмай. Алланан уның халҡы араһында ҡылынған гонаһтарҙы йәшереп булмай. Урлауҙы хөкүмәттән, эш биреүсенән, өлкәндәрҙән йә ата-әсәләрҙән йәшереп булһа ла, бөтә ҡараҡтарҙы ла фашларға вәғәҙә иткән Алла барыһын күреп тора (Евр. 4:13). «Һәр нәмәлә» намыҫлы булырға теләгән кешеләр менән аралашыу ни тиклем күңелле! (Евр. 13:18)

7. Осоп барған төргәктә яҙылған ләғнәттән нисек ҡасып була?

7 Йәһүә урлашыуҙың бөтә төрҙәрен дә хөкөм итә. Беҙ, Йәһүәнең исеменә хурлыҡ килтермәйенсә, уның юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәүҙе ҙур хөрмәт тип һанайбыҙ. Шулай итеп кенә Йәһүәнең ҡанунын аңлы рәүештә боҙоусыларға әҙерләнгән язанан ҡасып була.

«КӨН ҺАЙЫН» ВӘҒӘҘӘГЕҘҘЕ ҮТӘП ЙӘШӘГЕҘ

8—10. а) Ант итеү нимәне аңлата? б) Сидҡыя батша ниндәй антты үтәмәгән?

8 Осоп барған төргәктә яҙылған киләһе һүҙҙәр Алланың «исеме менән ялған ант биреүсе» кешеләр өсөн киҫәтеү булып тора (Зәк. 5:4). Ант итеү — тантаналы рәүештә ниндәйҙер һүҙҙәрҙең хаҡлығын раҫлау йә нимәлер эшләргә йәки эшләмәҫкә вәғәҙә биреү.

9 Йәһүәнең исеме менән ант биргән кеше быға бик етди ҡарарға тейеш. Һуңғы батша Сидҡыя, Иерусалимдағы тәхеткә ултырыр өсөн, Вавилон батшаһына буйһонасаҡмын, тип Алланың исеме менән ант биргән, әммә антын үтәмәгән. Һөҙөмтәлә Йәһүә уға бындай хөкөм ҡарары сығарған: «Үҙем менән ант итәм, ...[Сидҡыя] үҙен батша итеп ҡуйған батшаға биргән антын һанға һуҡманы һәм төҙөлгән килешеүҙе боҙҙо. Ул шул батшаның ҡалаһында — Вавилонда үлер» (Йәз. 17:16).

10 Сидҡыя Алланың исеме менән ант иткәс, Йәһүә унан антын үтәүен көткән (2 Йыл. 36:13). Ләкин Сидҡыя, Вавилондың иҙеүенән ҡотолорға тырышып, Мысырҙан ярҙам һораған. Әммә Мысыр уға ярҙам итмәгән (Йәз. 17:11—15, 17, 18).

11, 12. а) Вәғәҙәләребеҙҙең ҡайһыһы иң мөһиме? б) Бағышланыу антыбыҙ көндәлек тормошобоҙға нисек тәьҫир итергә тейеш?

11 Йәһүә шулай уҡ беҙҙең ниндәй вәғәҙәләр биргәнебеҙҙе белә һәм уларға бик етди ҡарай. Уны шатландырыр өсөн, беҙгә уларҙы үтәргә кәрәк (Зәб. 76:11). Бөтә вәғәҙәләребеҙ араһында Йәһүәгә бағышланғанда биргән вәғәҙәбеҙ — иң мөһиме. Бағышланғанда, беҙ тантаналы рәүештә бер нигә ҡарамай Йәһүәгә хеҙмәт итергә ант бирҙек.

12 Бағышланыу антын нисек үтәргә? «Көн һайын» әллә ни етди булмаған һорауҙарҙа ла, ҙур һынауҙарҙа ла тоғролоҡ һаҡлап. Шул саҡта Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙ ныҡ икәнлеге ап-асыҡ булыр (Зәб. 61:8). Мәҫәлән, эштә йә мәктәптә берәйһе беҙҙең менән ғишыҡ уйыны уйнаһа, беҙ, Йәһүәне тыңлап, бындай урынһыҙ иғтибарҙы кире ҡағырбыҙмы? (Ғиб. һүҙ. 23:26) Ғаиләбеҙҙең ағзалары Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылмаһа һәм беҙҙән башҡа берәү ҙә яҡшы сифаттар сағылдырмаһа, Йәһүәнән мәсихселәргә хас сифаттар сағылдырырға ярҙам итеүен һорап доға ҡылабыҙмы? Күктәге Атабыҙға беҙҙе яратыуы һәм хаҡ юлдан барырға ярҙам итеүе өсөн көн дә рәхмәт белдерәбеҙме? Изге Яҙманы көн дә уҡыр өсөн ваҡыт бүләбеҙме? Асылда, бағышланып, беҙ быларҙың барыһын эшләргә вәғәҙә иттек. Шулай эшләп, беҙ Аллаға буйһонабыҙ. Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашып, беҙ Йәһүәне яратыуыбыҙҙы һәм уға ысындан да бағышланған булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Беҙ Йәһүәгә исем өсөн генә хеҙмәт итмәйбеҙ, был беҙҙең тормош рәүешебеҙ. Вәғәҙәбеҙҙе үтәп, беҙ үҙебеҙгә файҙа килтерәбеҙ, сөнки тоғролоҡ һаҡлау иҫ киткес киләсәккә алып бара (Ҡан. 10:12, 13).

13. Беҙ Зәкәриәнең алтынсы күренешенән нимәгә өйрәнәбеҙ?

13 Зәкәриәнең алтынсы күренешенән беҙ Йәһүәне яратҡан кешеләр урлашырға йә ялған ант бирергә тейеш түгел икәнен аңланыҡ. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: израилдәр хаталар яһаһа ла, Йәһүә уларҙы ҡалдырмаған. Ул израилдәрҙең ниндәй ауыр хәлгә эләккәнен аңлаған, сөнки дошмандар уларҙы уратып алған булған. Бының менән Йәһүә беҙгә вәғәҙәләрҙе үтәүҙә яҡшы өлгө күрһәткән, һәм ул беҙгә лә анттарыбыҙҙы үтәргә ярҙам итәсәк. Әммә нисек итеп? Мәҫәлән, Йәһүә беҙгә тиҙҙән ер йөҙөндә яуызлыҡ булмаясағына өмөт бирә. Зәкәриәнең киләһе күренеше быға ышанысыбыҙҙы нығыта.

ЙӘҺҮӘ ЯУЫЗЛЫҠҠА ТҮҘЕП ТОРМАҪ

14, 15. а) Етенсе күренешендә Зәкәриә нимә күрә? (Мәҡәлә башындағы 2-се рәсемде ҡарағыҙ.) б) Үлсәү һауыты эсендә ултырған ҡатын нимәне символлаштыра, һәм ни өсөн уға һауыттан сығырға бирмәйҙәр?

14 Зәкәриә осоп барған төргәкте күргәндән һуң, фәрештә унан өҫкә ҡарауын үтенә. Пәйғәмбәр етенсе күренешендә нимә күрә? Ул үҙенә яҡынлашып килгән «үлсәү һауытын» күрә. (Зәкәриә 5:5—8-ҙе уҡығыҙ *.) Урта ҙурлыҡтағы был һауыттың «түңәрәк ҡурғаш ҡапҡасы» бар. Ҡапҡас асылғас, Зәкәриә «һауыт эсендә ултырған бер ҡатынды» күрә. Фәрештә уға: «Был — Яуызлыҡ», — тиеп, һауыт эсендәге ҡатындың кем икәнен аңлата. Ҡатындың һауыттан сығырға маташыуын күргәс, Зәкәриәнең ни тиклем ҡурҡҡанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Фәрештә шунда уҡ, уны кире һауытҡа этеп ебәреп, һауытты ауыр ҡапҡас менән ябып ҡуя. Быларҙың барыһы нимәне аңлата?

15 Фәрештәнең тәүәккәл эш итеүе Йәһүәнең үҙ халҡында ҡылынған яуызлыҡҡа түҙеп тормаясағына ышанысыбыҙҙы нығыта. Йәһүә, хеҙмәтселәре араһында ниндәйҙер яуызлыҡ күрһә, шунда уҡ уны юҡ итә (1 Кор. 5:13).

Йәһүә хаҡ ғибәҙәтте саф килеш һаҡлар өсөн барыһын эшләй (16—18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. а) Үлсәү һауыты менән артабан нимә була? (Мәҡәлә башындағы 3-сө рәсемде ҡарағыҙ.) б) Ҡанаттары булған ҡатындар үлсәү һауытын ҡайҙа алып китә?

16 Шунан ҡанаттары ҡауҙыныҡы кеүек булған ике ҡатын пәйҙә була. (Зәкәриә 5:9—11-ҙе уҡығыҙ *.) Был ҡатындар үлсәү һауыты эсендәге ҡатындан бик ныҡ айырылып тора. Үҙҙәренең көслө ҡанаттары менән улар эсендә «Яуызлыҡ» булған һауыт янына осоп килә лә уны алып китә. Улар уны ҡайҙа алып китә? «Шинар еренә», йәғни Вавилонға. Ә ни өсөн тап унда?

17, 18. а) Ни өсөн «Яуызлыҡтың» урыны тап Шинар ерендә булған? б) Беҙ яуызлыҡҡа нисек ҡарарға тейеш?

17 Зәкәриә көндәрендә йәшәгән израилдәр ни өсөн «Яуызлыҡтың» урыны тап Шинар ерендә икәнен аңлағандыр. Зәкәриә һәм башҡа еврейҙар ул ваҡытта Вавилонда ниндәй яуызлыҡ ҡылынғанын яҡшы белгән. Был ҡалала аҙғынлыҡ һәм боттарға табыныу хөкөм һөргән. Вавилонда йәшәгән еврейҙарға көн һайын мәжүсиҙәрҙең боҙоҡ йоғонтоһона ҡаршы торорға тура килгән. Зәкәриәнең күренеше, моғайын, уларҙы Йәһүәнең нимәгәлер хаҡ ғибәҙәтте нәжесләргә юл ҡуймаясағына ышандырғандыр.

18 Был күренеш шулай уҡ еврейҙарға ғибәҙәтте саф килеш һаҡлау өсөн яуаплы булғандарын иҫтәренә төшөргән. Яуызлыҡҡа, Йәһүә халҡы араһына үтеп инеп, унда төпләнеүенә юл ҡуйырға һис тә ярамай. Алланың саф ойошмаһында беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә хис итәбеҙ, шулай уҡ Алланың яратыуын һәм ҡайғыртыуын тоябыҙ. Әммә уның ойошмаһын саф килеш һаҡлау өсөн һәр беребеҙ яуаплы икәнен иҫтә тотоу мөһим. Рухи ожмахыбыҙҙа яуызлыҡтың бер ниндәй төрөнә лә урын юҡ!

САФ ХАЛЫҠ ЙӘҺҮӘНЕ ДАНЛАЙ

19. Зәкәриәнең сағыу күренештәре бөгөн беҙгә нисек ҡағыла?

19 Зәкәриәнең алтынсы һәм етенсе күренештәре үҙен намыҫһыҙ тотҡан кешеләр өсөн киҫәтеү булып тора һәм Йәһүәнең яуызлыҡҡа түҙеп тормаясағын иҫкә төшөрә. Йәһүәне яратҡан кешеләр ҙә яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарарға тейеш. Унан тыш, был күренештәр беҙҙе шуға ышандыра: Йәһүәнең хуплауын һәм яҡлауын эҙләп, үҙ өҫтөбөҙҙә тырышып эшләһәк, үлемгә килтергән ләғнәткә хөкөм ителмәҫбеҙ. Киреһенсә, Йәһүә шатланып беҙҙе фатихалаясаҡ. Был яуыз донъяла саф килеш ҡалыр өсөн һалған бөтә тырышлыҡтарыбыҙ бүләкләнәсәк. Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүәнең ярҙамы менән һеҙ уңышҡа ирешә алаһығыҙ. Әммә ни өсөн был аллаһыҙ донъяла хаҡ ғибәҙәттең еңеп сығасағына ышанып була? Ҙур афәт яҡынлашып килгән арала Йәһүә үҙенең ойошмаһын яҡлаясаҡ, тип уйларға нигеҙ бармы? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 3 абз. Зәкәриә 1:3, 4: «Уларға былай тип әйт: „Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә былай ти: „Миңә ҡайтығыҙ! — тип иғлан итә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. — Һәм мин дә һеҙгә ҡайтырмын“, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә“. Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ. Элекке пәйғәмбәрҙәр уларға: „Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә былай ти: „Зинһар, боролоғоҙ; яман юлдарығыҙҙы һәм яуыз эштәрегеҙҙе ҡалдырығыҙ“, — тип иғлан иткән ине. „Әммә улар тыңламаны һәм миңә ҡолаҡ һалманы“, — тип әйтә Йәһүә».

^ 4 абз. Зәкәриә 5:1, 2: «Мин башымды ҡабат күтәреп ҡараным һәм осоп барған бер төргәк күрҙем. Шунда фәрештә минән: „Һин нимә күрәһең?“ — тип һораны. Мин уға: „Осоп барған төргәкте күрәм. Уның оҙонлоғо 20 терһәк, ә киңлеге 10 терһәк“, — тип яуап бирҙем».

^ 5 абз. Зәкәриә 5:3, 4: «Шунда ул миңә былай тине: „Был — бөтә ер өҫтөнә ябырылып килеүсе ләғнәт, сөнки төргәктең бер яғында ләғнәт яҙылған булһа ла, урлашҡан һәр кем язаһын күрмәй ҡала; һәм төргәктең икенсе яғында ләғнәт яҙылған булһа ла, ялған ант биреүсе һәр кем язаһын күрмәй ҡала. „Мин ләғнәт ебәрҙем, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә, — һәм ул ҡараҡтың йортона һәм минең исемем менән ялған ант биреүсенең йортона инәсәк һәм, шул йортта ҡалып, йортто ла, бүрәнәләре менән таштарын да ялмап аласаҡ“».

^ 14 абз. Зәкәриә 5:5—8: «Унан һуң минең менән һөйләшкән фәрештә, яныма килеп, былай тине: „Башыңды күтәреп ҡара әле. Ҡара, нимә яҡынлашып килә“. Мин унан: „Был нимә?“ — тип һораным. Ул: „Яҡынлашып килгән нәмә — үлсәү һауыты“, — тип яуапланы. Шунан ул: „Был бөтөн ерҙәге теге боҙоҡ әҙәмдәрҙең күренеше“, — тип өҫтәне. Түңәрәк ҡурғаш ҡапҡас асылғас, мин һауыт эсендә ултырған бер ҡатынды күрҙем. Шунда фәрештә миңә: „Был — Яуызлыҡ“, — тине. Шунан ул шул ҡатынды кире һауытҡа этеп ебәрҙе һәм һауыт ауыҙын ҡурғаш ҡапҡас менән япты».

^ 16 абз. Зәкәриә 5:9—11: «Унан һуң мин башымды күтәреп ҡараным һәм яҡынлашып килгән ике ҡатынды күрҙем. Улар һауанан ҡанат ҡаҡмай осоп килә ине. Уларҙың ҡанаттары ҡауҙыныҡы кеүек ине. Улар шул һауытты һауаға күтәрҙе. Шунда мин үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: „Улар һауытты ҡайҙа алып китте?“ — тип һораным. Ул миңә: „Шинар еренә, — тип яуапланы. — Улар уға шунда йорт һаласаҡ. Йорт һалынып бөткәс, шул ҡатын үҙенә тейешле урынға индереп ултыртыласаҡ“».