Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Арбалар һәм таж һеҙҙе һаҡлап тора

Арбалар һәм таж һеҙҙе һаҡлап тора

«Аллағыҙ Йәһүәне тыңламай ҡалмағыҙ!» (ЗӘК. 6:15).

ЙЫРҘАР: 61, 22

1, 2. Зәкәриә етенсе күренеште күргәндә, Иерусалимдағы йәһүдтәр ниндәй хәлдә булған?

ЕТЕНСЕ күренеш тамамланғас, Зәкәриә пәйғәмбәргә күп нәмәләр хаҡында уйларға кәрәк булған. Йәһүә намыҫһыҙ кешеләрҙе мотлаҡ яуапҡа тарттырасағын вәғәҙә иткән. Әлбиттә, был вәғәҙә Зәкәриәне бик рухландырған, шулай ҙа әлегә бар нәмә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Йәһүдтәр һаман да үҙҙәрен намыҫһыҙ тотҡан һәм яуызлыҡ ҡылған. Йәһүәнең Иерусалимдағы ғибәҙәтханаһын торғоҙоу буйынса эштәрҙең тамамланыуы әле бик йыраҡта булған. Ни өсөн йәһүдтәр Алланан бирелгән йөкләмәне шул тиклем тиҙ онотҡан? Улар тыуған ергә үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртыр өсөн ҡайтҡанмы ни?

2 Зәкәриә Иерусалимға күскән ирҙәр һәм ҡатындарҙың иманы көслө булғанын белгән. Вавилонда уларҙың йорттары һәм эштәре булған, унда улар үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойған. Әммә Алла рухы уларҙы быларҙың барыһын ҡалдырып китергә дәртләндергән (Езра 1:2, 3, 5). Уларҙың күбеһе, үҙҙәре бер ҡасан да күрмәгән ергә күсер өсөн, инде тыуған булып киткән илде ҡалдырған. Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын торғоҙоу эшен мөһим тип һанамаған булһалар, улар яҡынса 1 600 саҡрымлыҡ ауыр юл үтер инеме ни?

3, 4. Әсирлектән ҡайтҡан йәһүдтәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

3 Йәһүдтәрҙең сәйәхәте ниндәй булған? Юлда улар, һис шикһеҙ, үҙҙәренең яңы өйө тураһында күп уйлаған. Улар Иерусалимдың ҡасандыр ниндәй матур булғаны хаҡында ишеткән. Улар араһындағы оло йәштәге кешеләр ғибәҙәтхананың мөһабәтлеген күргән (Езра 3:12). Һеҙ шул йәһүдтәр менән бергә сәйәхәт иткән булһағыҙ, алыҫтан Иерусалимды күреп ҡалып, нимә тойор инегеҙ? Моғайын, ҡарағура менән ҡапланған емеректәр күңелегеҙҙе әрнетер ине. Бәлки, һеҙ элек Иерусалимдың ҡапҡалары һәм күҙәтеү манаралары торған урындағы емерек стеналарҙы Вавилондың ике ҡатлы ҙур стеналары менән сағыштырыр инегеҙ. Әммә израилдәр рух төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, сөнки оҙон сәйәхәт дауамында улар Йәһүәнең үҙҙәрен яҡлағанын күргән. Иерусалимға килеү менән улар ғибәҙәтхана торған урында ҡорбан килтереү урыны төҙөгән һәм көн дә Йәһүәгә ҡорбандар килтерә башлаған (Езра 3:1, 2). Тәүге осорҙа уларҙың ашҡыныуын бер нәмә лә һүрелдерә алмай кеүек тойола алған.

4 Израилдәргә, ғибәҙәтхананы төҙөүҙән тыш, шулай уҡ ҡалаларҙы ла торғоҙорға кәрәк булған. Улар яңынан йорттар төҙөргә, баҫыуҙарҙы эшкәртергә һәм ғаиләләрен ашатырға тейеш булған (Езра 2:70). Эш әле иҫәпһеҙ күп булған. Тиҙҙән улар ҡаты ҡаршылыҡ менән осрашҡан. Тәүҙә ныҡ торһалар ҙа, дошмандарҙың 15 йыл буйына дауам иткән баҫымы уларҙың ашҡыныуын кәметкән (Езра 4:1—4). Б. э. т. 522 йылда фарсы батшаһының Иерусалимдағы төҙөү эштәрен туҡтатырға бойороуы бик етди ауырлыҡ тыуҙырған. Ҡаланың киләсәге билдәһеҙ булып күренгән (Езра 4:21—24).

5. Йәһүә үҙ халҡына нисек ярҙам иткән?

5 Йәһүә үҙ халҡының нимәгә мохтаж булғанын белгән. Ул, йәһүдтәрҙе яратыуына ышандырыр өсөн, Зәкәриәгә һуңғы илаһи күренеш биргән. Был күренеш ярҙамында Алла шуны күрһәткән: ул йәһүдтәрҙең быға тиклем башҡарған бөтә эштәрен ҡәҙерләй һәм, улар үҙҙәренә тапшырылған эшкә яңынан тотонһа, уларҙы мотлаҡ яҡлаясаҡ. Йәһүә, ғибәҙәтхананың торғоҙоласағын вәғәҙә итеп, былай тигән: «Аллағыҙ Йәһүәне тыңламай ҡалмағыҙ!» (Зәк. 6:15).

КҮКТӘГЕ АТЛЫ ҒӘСКӘР

6. а) Зәкәриәнең һигеҙенсе күренеше нимәнән башлана? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Ни өсөн аттар төрлө төҫтә?

6 Зәкәриәгә бирелгән һигеҙ күренештең һуңғыһы, бәлки, барыһынан бигерәк иманды нығыталыр. (Зәкәриә 6:1—3-тө уҡығыҙ *.) Күҙ алдына килтерегеҙ: ике баҡыр тау араһынан дүрт арба килеп сыға. Күрәһең, был һуғышҡа йыһазландырылған арбалар булған. Арбаларға егелгән аттар төрлө төҫтә. Бының ярҙамында бер арбаны икенсеһенән айырып була. Зәкәриә фәрештәнән: «Әфәндем, нимә был?» — тип һорай (Зәк. 6:4). Беҙ ҙә был күренештең үҙебеҙгә нисек ҡағылыуын белергә теләйбеҙ.

Йәһүә, үҙенең халҡын яҡлар һәм нығытыр өсөн, һаман да фәрештәләрҙе ҡуллана

7, 8. а) Ике тау нимәне символлаштыра? б) Ни өсөн был тауҙар баҡыр итеп һүрәтләнгән?

7 Изге Яҙмала тауҙар йыш ҡына батшалыҡтарҙы, йәғни хөкүмәттәрҙе символлаштыра. Зәкәриәгә бирелгән күренештәге тауҙар Данилдың пәйғәмбәрлегендә тасуирланған ике тауға оҡшаш. Тауҙарҙың береһе — Йәһүәнең Ғаләмдәге мәңгелек хакимлығын, ә икенсеһе Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡты һүрәтләй (Дан. 2:35, 45). Ғайса Мәсих 1914 йылдың көҙөндә тәхеткә ултырғандан алып был ике тау бергә Алла ихтыярының ерҙә үтәлеүендә махсус роль уйнай.

8 Ни өсөн был тауҙар баҡыр итеп һүрәтләнгән? Алтын һымаҡ, баҡыр ҙа — бик ҡиммәтле металл. Йәһүә был ялтыр металды изге сатыр ҡороуҙа, ә һуңыраҡ Иерусалимда ғибәҙәтхана төҙөүҙә ҡулланырға ҡушҡан (Сығ. 27:1—3; 1 Бат. 7:13—16). Шуға күрә был ике символик баҡыр тау Йәһүәнең Ғаләмдәге хакимлығының һәм Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡтың мөһабәтлеген иҫебеҙгә төшөрә. Киләсәктә был ике батшалыҡ кешелеккә хәүефһеҙлек килтерәсәк һәм фатихалар яуҙырасаҡ.

9. Арбалар һәм уларҙа ултырыусылар кемде символлаштыра, һәм уларға ниндәй йөкләмә бирелгән?

9 Ә хәҙер арбаларға иғтибар итәйек. Арбалар һәм уларҙа ултырыусылар кемде символлаштыра? Улар фәрештәләрҙе, күрәһең, фәрештәләрҙең төркөмдәрен йәки ғәскәрҙәрен һүрәтләй. (Зәкәриә 6:5—8-ҙе уҡығыҙ *.) Улар, махсус бер йөкләмәне үтәр өсөн, «бөтөн ерҙең Хужаһы алдына килеп баҫҡандан һуң» сыға. Уларға ниндәй йөкләмә бирелгән? Арбалар һәм уларҙа ултырыусылар үҙҙәренә билдәләнгән ерҙәргә ебәрелгән, уларҙың маҡсаты — Йәһүә халҡын яҡлау, айырыуса «төньяҡ ерҙән», йәғни Вавилондан һаҡлау. Был күренештән күренеүенсә, Йәһүә Вавилонға үҙ халҡын ҡабат әсирлеккә алырға рөхсәт итмәйәсәк. Был, моғайын, Зәкәриә көндәрендә ғибәҙәтхананы төҙөгән кешеләрҙе бик йыуатҡандыр! Уларға, дошмандар беҙгә ҡамасаулар, тип борсолорға кәрәк булмаған.

10. Зәкәриәнең арбалар хаҡындағы күренеше Алла халҡын нимәгә ышандыра?

10 Зәкәриә көндәрендәге кеүек, бөгөн дә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә, үҙенең халҡын яҡлар һәм нығытыр өсөн, фәрештәләрҙе ҡуллана (Мал. 3:6; Евр. 1:7, 14). 1919 йылда рухи Израиль Бөйөк Вавилондың символик әсирлегенән азат ителгәндән алып дошмандар өҙлөкһөҙ ҡаршылыҡтар тыуҙырып торһа ла, бер кем дә һәм бер нәмә лә хаҡ ғибәҙәттең таралыуын туҡтата алмаған (Асыл. 18:4). Беҙҙе фәрештәләр яҡлай, шунлыҡтан, Йәһүәнең ойошмаһы ҡабат ялған диндең әсирлегенә эләгер, тип ҡурҡырға кәрәкмәй (Зәб. 34:7). Киреһенсә, беҙ Алланың бөтә донъялағы хеҙмәтселәренең артабан да рухи яҡтан сәскә атасағына һис тә шикләнмәйбеҙ. Зәкәриәнең күренеше тураһында уйланып, беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә тоябыҙ, сөнки ике символик тауҙың үҙебеҙҙе һаҡлап тороуына тулыһынса ышанабыҙ.

11. Ни өсөн беҙгә Алла халҡына янаған һөжүмдән ҡурҡырға кәрәкмәй?

11 Бик тиҙҙән Шайтан донъяһының сәйәси структуралары, Алла халҡына һөжүм итеп, уны юҡ итер өсөн көстәрен берләштерәсәк (Йәз. 38:2, 10—12; Дан. 11:40, 44, 45; Асыл. 19:19). Йәзәкил пәйғәмбәрлегендә тасуирланғанса, улар, ярһып, беҙгә ҡаршы ерҙе ҡаплаусы болоттар һымаҡ сығасаҡ һәм аттарға атланып киләсәк (Йәз. 38:15, 16) *. Беҙгә ҡурҡырға кәрәкме? Һис тә юҡ! Сөнки күктәге атлы ғәскәр беҙҙең яҡлы. Ҙур афәттең был хәл иткес мәлендә фәрештәләр Йәһүәнең халҡын яҡлаясаҡ, ә уның хакимлығына ҡаршы сығыусыларҙы юҡ итәсәк (2 Фес. 1:7, 8). Был көн ни тиклем әһәмиәтле буласаҡ! Әммә Йәһүәнең күктәге ғәскәре менән кем етәкселек итә?

ЙӘҺҮӘ БАТША ҺӘМ РУХАНИҒА ТАЖ КЕЙҘЕРӘ

12, 13. а) Йәһүә Зәкәриәгә нимә эшләргә ҡуша? б) Ни өсөн Зәкәриә күренешендәге Үҫенте Ғайса Мәсихте символлаштыра? Аңлатығыҙ.

12 Зәкәриәнән башҡа, һигеҙ илаһи күренеште бер кем дә күрмәгән. Хәҙер иһә Зәкәриә башҡалар күрерлек һәм Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын торғоҙған израилдәрҙе нығытырлыҡ эш ҡыла. (Зәкәриә 6:9—12-не уҡығыҙ *.) Йәһүә Зәкәриәгә, күптән түгел генә Вавилондан ҡайтҡан Хилдай, Табияһ һәм Ядайҙан көмөш һәм алтын алып, «мөһабәт таж» яһарға ҡуша (Зәк. 6:11, төш.). Зәкәриә тажды кемдең башына кейҙерергә тейеш? Йәһүҙә ҡәбиләһенән һәм Дауыт нәҫеленән булған идарасы Зоровавелдең башынамы? Юҡ! Зәкәриә тажды баш рухани Ешуаның башына кейҙергәс, кешеләр, моғайын, бик аптырағандыр.

13 Баш рухани Ешуаға таж кейҙерелгәс, ул батша булып киткәнме? Юҡ, ул Дауыттың батшалар нәҫеленән булмаған, шунлыҡтан тәхеткә ултыра алмаған. Уның башына таж кейҙереү пәйғәмбәри мәғәнәгә эйә булған, сөнки киләсәктә мәңгелеккә батша һәм рухани буласаҡ заттың килеп сығасағын күрһәткән. Йәһүә был затты Үҫенте тип атаған. Изге Яҙманан күренеүенсә, Үҫенте — Ғайса Мәсих (Ишағ. 11:1; Матф. 2:23 *).

14. Батша һәм Баш рухани булараҡ, Ғайса нимә эшләй?

14 Батша һәм Баш рухани булараҡ эш итеп, Ғайса Йәһүәнең күктәге ғәскәре менән етәкселек итә. Был вазифаларын башҡарып, ул, аяуһыҙ донъяла йәшәгән Алла халҡы, төркөм булараҡ, хәүефһеҙлеккә кинәнһен өсөн, күп көс һала (Ирем. 23:5, 6). Тиҙҙән Мәсих Алла хакимлығына ҡаршы сыҡҡан халыҡтар менән һуғыш алып барасаҡ һәм, уларҙы еңеп, Йәһүәнең халҡын яҡлаясаҡ (Асыл. 17:12—14; 19:11, 14, 15). Әммә хөкөм ҡарарын үтәр алдынан, Үҫентегә мөһим бер эште башҡарып сығырға кәрәк.

УЛ ҒИБӘҘӘТХАНА ТӨҘӨЙӘСӘК

15, 16. а) Беҙҙең көндәрҙә кем һәм нисек Алла халҡын тергеҙгән һәм таҙартҡан? б) Мәсихтең Меңйыллыҡ идара итеүе нимәгә килтерәсәк?

15 Батша һәм Баш рухани булып билдәләнгәндән тыш, Ғайса Мәсихкә шулай уҡ «Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын» төҙөргә йөкләмә бирелгән. (Зәкәриә 6:13-тө уҡығыҙ *.) Ғайса был йөкләмәне нисек үтәгән? 1919 йылда ул Йәһүәнең хеҙмәтселәрен Бөйөк Вавилондан азат иткән һәм мәсихселәр йыйылышын тергеҙгән. Ул шулай уҡ бөйөк рухи ғибәҙәтхананың ерҙәге ихатаһында башҡарылған хеҙмәт менән етәкселек итеүҙе «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә» тапшырған (Матф. 24:45). Бынан тыш, Ғайса Алла хеҙмәтселәрен сафландырыр өсөн һәм уларға Йәһүәгә яраҡлы рәүештә ғибәҙәт ҡылырға ярҙам итер өсөн күп тырышлыҡ һала (Мал. 3:1—3).

16 Меңйыллыҡ идара итеүе ваҡытында Ғайса һәм уның рухани булып хеҙмәт иткән 144 000 хакимдашы тоғро кешеләргә камиллыҡҡа ирешергә ярҙам итәсәк. Унан һуң таҙартылған ерҙә Алланың ысын хеҙмәтселәре генә ҡаласаҡ. Ахыр сиктә хаҡ ғибәҙәт тантана итәсәк!

ТӨҘӨҮ ЭШЕНӘ ӨЛӨШ ИНДЕРЕГЕҘ

17. Йәһүә йәһүдтәрҙе нимәгә ышандырған, һәм уның һүҙҙәре уларға нисек тәьҫир иткән?

17 Зәкәриәнең хәбәре уның көндәрендә йәшәгән йәһүдтәргә нисек тәьҫир иткән? Йәһүә уларға төҙөү эшендә ярҙам итергә һәм яҡлау бирергә вәғәҙә иткән. Уның, ғибәҙәтхана төҙөлөп бөтәсәк, тип ышандырыуы, моғайын, уларҙың йонсоған күңелдәренә өмөт өргәндер. Ләкин әҙ генә кеше шундай ҙур эште нисек башҡарып сыға алһын? Зәкәриәнең артабанғы һүҙҙәре быға бер шик тә ҡалдырмай. Йәһүә әйткәнсә, Хилдай, Табияһ һәм Ядайҙан башҡа, бүтән күп кешеләр ҙә, «килеп, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын торғоҙоуҙа ҡатнашасаҡ». (Зәкәриә 6:15-те уҡығыҙ *.) Хәҙер инде йәһүдтәр, Алланың ярҙам итәсәгенә һис тә шикләнмәйенсә, тыйыу бойороғона ҡарамаҫтан, шунда уҡ төҙөү эшенә тотонған. Күп тә үтмәҫтән, Йәһүә тауға оҡшаш ҡаршылыҡты юҡ иткән: төҙөү эшен туҡтатыу бойороғо ғәмәлдән сығарылған һәм б. э. т. 515 йылда ғибәҙәтхана торғоҙолған (Езра 6:22; Зәк. 4:6, 7). Әммә Йәһүәнең һүҙҙәре беҙҙең көндәргә тағы ла нығыраҡ ҡағыла.

Йәһүә үҙенә ҡарата күрһәткән мөхәббәтебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмаясаҡ (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18. Зәкәриә 6:15-тәге һүҙҙәр беҙҙең көндәрҙә нисек үтәлә?

18 Бөгөн хаҡ Аллаға миллионлаған кеше хеҙмәт итә. Улар, Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһына булышлыҡ итер өсөн, ысын күңелдән «үҙеңдә булғандың иң яҡшыһын» — үҙҙәренең ваҡытын, көсөн һәм мөлкәтен ҡорбан итә (Ғиб. һүҙ. 3:9). Беҙгә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтебеҙҙе ҡәҙерләүенә шикләнмәҫкә нимә ярҙам итер? Шуны иҫкә төшөрәйек: Хилдай, Табияһ һәм Ядай Зәкәриәгә материалдар килтергән, һәм Зәкәриә уларҙан таж яһаған. Был таж уларҙың хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ итер өсөн индергән иғәнәләре тураһында «иҫтәлек» булып торорға тейеш булған (Зәк. 6:14). Шуның шикелле, Йәһүә беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе һәм уға ҡарата күрһәткән мөхәббәтебеҙҙе бер ваҡытта ла онотмаясаҡ (Евр. 6:10).

19. Зәкәриәнең күренештәре беҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

19 Был һуңғы көндәрҙә Алла халҡының күп нәмәгә ирешеүе Мәсих беҙҙең менән етәкселек итә, ә Йәһүә беҙҙе фатихалай икәнен дәлилләй. Беҙ — бер ҡасан да юҡҡа сыҡмаясаҡ, ышаныслы ойошманың ағзалары. Йәһүә саф ғибәҙәткә ҡарата ниәтен мотлаҡ үтәйәсәк. Алла халҡындағы урынығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ һәм «Аллағыҙ Йәһүәне тыңламай ҡалмағыҙ». Шул саҡта һеҙ Батшабыҙ һәм Баш руханибыҙҙың, шулай уҡ күк арбаларында ултырыусы фәрештәләрҙең яҡлауы аҫтында ҡалырһығыҙ. Хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ итер өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүәнең һеҙҙе был яуыз донъяның ахырына тиклем һәм мәңгелек дауамында һаҡлаясағына тулыһынса ышана алаһығыҙ!

^ 6 абз. Зәкәриә 6:1—3: «Шунан мин башымды ҡабат күтәреп ҡараным һәм ике тау араһынан сығып барған дүрт арбаны күрҙем. Ул тауҙар баҡыр тауҙар ине. Беренсе арбаға — ҡыҙыл аттар, икенсе арбаға ҡара аттар егелгән ине. Өсөнсө арбаға — аҡ аттар, ә дүртенсе арбаға ала, сыбар аттар егелгән ине».

^ 9 абз. Зәкәриә 6:5—8: «Фәрештә миңә былай тине: „Былар — бөтөн ерҙең Хужаһы алдына килеп баҫҡандан һуң сығып барыусы дүрт рухи зат. Ҡара аттар егелгән арба төньяҡ ергә йүнәлә. Аҡ аттар — диңгеҙҙең аръяғына, ә ала аттар көньяҡ ергә бара. Сыбар аттар ерҙе гиҙеп сығырға атлығып торҙо“. Унан һуң ул: „Барығыҙ, ерҙе гиҙеп сығығыҙ“, — тине. Һәм улар ерҙе гиҙергә сыҡтылар. Шунан фәрештә миңә: „Ана, төньяҡ ергә барыусылар Йәһүәнең төньяҡ ергә ҡаршы ҡупҡан асыуын йомшартты“, — тине».

^ 11 абз. Күберәк белер өсөн «Уяу булығыҙ! Шайтан һеҙҙе йоторға теләй» тигән брошюраның (bw558-ТАТ) 29—30-сы биттәрендәге «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 12 абз. Зәкәриә 6:9—12: «Йәһүә миңә ҡабат үҙ һүҙен еткерҙе: „Хилда́й, Табия́һ һәм Ядайҙан һөргөндә йәшәгән халыҡтан алып килгән нәмәләрҙе ал да шул уҡ көндө Вавилондан килгәндәр менән бергә Сафуния́ улы Иосия йортона бар. Көмөш һәм алтын алып, таж яһа һәм уны Яһусадыҡ улы баш рухани Ешуаның башына кейҙер. Уға әйт: „Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә былай ти: „Бына Үҫенте тип аталған кеше. Ул, үҙ урынынан үҫеп сығып, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын торғоҙасаҡ“».

^ 13 абз. Күрәһең, «Назаралы» тигән һүҙ еврей телендәге «үҫенте» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.

^ 15 абз. Зәкәриә 6:13: «Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын ул торғоҙасаҡ һәм уға дан-шөһрәт биреләсәк. Ул үҙ тәхетенә ултырасаҡ, хакимлыҡ итәсәк һәм, тәхетендә ултырып, рухани ҙа буласаҡ. Уның ошо ике вазифаһы бер-береһе менән ярашып торасаҡ».

^ 17 абз. Зәкәриә 6:15: «„Һәм йыраҡ ерҙәрҙә йәшәүселәр, килеп, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын торғоҙоуҙа ҡатнашасаҡ“. Аллағыҙ Йәһүәне тыңламай ҡалмағыҙ! Шул саҡ һеҙ мине янығыҙға Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә ебәргәнен беләсәкһегеҙ».