Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ата-әсәләр, балаларығыҙға, ҡотола алһындар өсөн, аҡыл тупларға ярҙам итегеҙ

Ата-әсәләр, балаларығыҙға, ҡотола алһындар өсөн, аҡыл тупларға ярҙам итегеҙ

«Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, ...ҡотолорға улар һиңә аҡыл [«зирәклек», ЯДТ] бирер» (2 ТИМ. 3:15).

ЙЫРҘАР: 141, 134

1, 2. Ни өсөн һыуға сумдырылырға теләгән ҡайһы бер балаларҙың ата-әсәләре борсолорға мөмкин?

ЙЫЛ һайын Изге Яҙманы өйрәнгән меңәрләгән кеше, Йәһүәгә бағышланып, һыуға сумдырыла. Улар араһында Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә үҫкән һәм иң яҡшы тормош юлын һайлаған йәштәр бик күп (Зәб. 1:1—3). Балаларығыҙ булһа, һеҙ, һис шикһеҙ, уларҙың һыуға сумдырылыуын зарығып көтәһегеҙ. (3 Яхъя 4 менән сағыштырығыҙ.)

2 Шулай ҙа, һеҙ, бәлки, борсолаһығыҙҙыр. Моғайын, һыуға сумдырылған, әммә һуңынан Алла ҡушҡанса йәшәргәме, юҡмы тип шикләнә башлаған йә хатта хәҡиҡәттән киткән йәштәрҙе беләһегеҙҙер. Шуға күрә һеҙ, балам Йәһүәгә хеҙмәт итә башлар, ә һуңынан хәҡиҡәткә ҡарата яратыуын юғалтыр, тип борсолорға мөмкин. Балағыҙҙың беренсе быуатта Ефеста йәшәгән мәсихселәр кеүек булып китеүе ихтимал. Ғайса Мәсих улар тураһында: «Һин башта булған һөйөүеңде оноттоң», — тигән (Асыл. 2:4). Һеҙ балағыҙға хәҡиҡәткә ҡарата яратыуын көслө килеш һаҡларға һәм «ҡотолоуға өлгәше[ргә]» нисек ярҙам итә алаһығыҙ? (1 Пет. 2:2) Тимофейҙың миҫалын ҡарап сығып, беҙ был һорауға яуап табырбыҙ.

«ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ... БЕЛӘҺЕҢ»

3. а) Тимофей нисек мәсихсе булып киткән, һәм белгәндәре уға нисек тәьҫир иткән? б) Павел Тимофейға яҙғанда, белем биреүҙең ниндәй өс яғына иғтибар иткән?

3 Илсе Павел Листраға беренсе тапҡыр б. э. 47 йылында барған. Күрәһең, шул осорҙа Тимофей Ғайса Мәсих тураһында белгән дә. Ул ваҡытта Тимофей, моғайын, үҫмер генә булғандыр. Шулай ҙа ул белгәндәрен тормошта ҡулланған, һәм ике йыл үтеүгә Павел менән миссионер хеҙмәтендә ҡатнаша башлаған. Бынан һуң 16 йыл тирәһе үткәс, Павел Тимофейға былай тип яҙған: «Ә һин, эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан дауам ит. Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы [Еврей Яҙмаларын] һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер» (2 Тим. 3:14, 15). Иғтибар итегеҙ, Павел 1) Изге Яҙманы белеү, 2) инанған булыу һәм 3) Ғайса Мәсихкә иман итеү аша ҡотолоуға килтереүсе аҡылға эйә булыу хаҡында әйткән.

4. Һеҙгә, балағыҙҙы өйрәткәндә, ниндәй ҡоралдарҙы ҡулланыу айырыуса оҡшай? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

4 Ата-әсәләр, һеҙ, һис шикһеҙ, балағыҙҙың Изге Яҙманы (ә бөгөн ул Еврей һәм Грек Яҙмаларынан тора) белеүен теләйһегеҙ. Хатта бәләкәй балалар ҙа Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләр һәм ваҡиғалар тураһында белем ала ала. Йәһүәнең ойошмаһы ата-әсәләр өсөн төрлө китаптар, брошюралар һәм видеояҙмалар сығара. Уларҙың ҡайһылары һеҙҙең телегеҙҙә бар? Онотмағыҙ: Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерер өсөн, балағыҙға Изге Яҙманы белергә кәрәк.

«ИНАНҒАН ТӘҒЛИМӘТЕҢДЕ... АРТАБАН ДАУАМ ИТ»

5. а) «Инанған булыу» нимәне аңлата? б) Беҙ Тимофейҙың Мәсих тураһындағы хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә инанған булғанын ҡайҙан беләбеҙ?

5 Балаларға рухи белем бирер өсөн, уларға Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләр һәм ваҡиғалар тураһында һөйләү генә әҙ. Тимофей белгәндәренә «инанған» булған. «Инанған булыу» тип тәржемә ителгән грек телендәге һүҙбәйләнеш «нимәнеңдер дөрөҫ булыуына һис тә шикләнмәү» тигәнде аңлата. Тимофей Изге Яҙманы «бала саҡтан уҡ бел[гән]». Һуңыраҡ ул Ғайсаның Мәсих икәнлегенә бәхәсһеҙ дәлилдәр тапҡан. Иманы бик көслө булғанға, Тимофей һыуға сумдырылған һәм ваҡыт уҙыу менән Павел менән миссионер хеҙмәтендә ҡатнашҡан.

6. Һеҙ балағыҙға нисек Алла Һүҙенә ышанырға ярҙам итә алаһығыҙ?

6 Һеҙ балағыҙға Тимофейҙыҡы кеүек көслө иман үҫтерергә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Беренсенән, түҙемле булығыҙ. Көслө иман бер көн эсендә барлыҡҡа килмәй. Һеҙ үҙегеҙ нимәгәлер ышанғанға ғына, балағыҙ ҙа шуға ышана башлар тип өмөтләнеү дөрөҫ булмаҫ. Изге Яҙмаға ышаныр өсөн, бала «барыһын һына[рға]», йәғни тикшерергә тейеш. (1 Фессалоникаларға 5:21-ҙе уҡығыҙ.) Атай йә әсәй булараҡ, һеҙ балағыҙға иманын нығытырға ярҙам итер өсөн бик күпте эшләй алаһығыҙ. Бигерәк тә ул һорауҙар биргәндә, быны эшләр өсөн яҡшы мөмкинлек тыуа. Бер атай кешенең миҫалын ҡарап сығайыҡ.

7, 8. а) Бер атай кеше, ҡыҙын өйрәткәндә, нисек түҙемлек сағылдыра? б) Һеҙҙеңсә, шундай түҙемлек айырыуса ҡасан кәрәк?

7 Томас исемле ағай-ҡәрҙәштең 11 йәшлек ҡыҙы бар. Томас былай ти: «Ҡайһы саҡ ҡыҙым бындайыраҡ һорауҙар бирергә мөмкин: „Тормошто барлыҡҡа килтергәндә, Йәһүә эволюцияны ҡуллана алмағанмы ни?“ йәки „Донъяны яҡшыртыр өсөн йәмғиәттең тормошонда ҡатнашыуҙың, мәҫәлән, һайлауҙарға йөрөүҙең ни насарлығы бар?“» Ҡайһы ваҡыт, бер ниндәй дәлил килтермәйенсә генә, шуға ышанырға кәрәк, тип әйтеү теләгенә ҡаршы тороу мөһим. Томас шуны яҡшы аңлай: инанғанлыҡ бер мөһим фактты белеүҙән генә тыумай, ул күп бәләкәй дәлилдәргә нигеҙләнә.

8 Томас шулай уҡ белем биргән ваҡытта түҙемле булыу бик мөһим икәнен яҡшы белә. Ысынында, һәр мәсихсегә түҙемлек кәрәк (Кол. 3:12). Томас ваҡыт уҙыу менән ҡайһы бер һорауҙарҙы ҡабат ҡарап сығырға кәрәк икәнен дә аңлай. Ҡыҙы белгәндәренә ныҡлы ышаныс үҫтерә алһын өсөн, ваҡыт талап ителә. Бынан тыш, уның менән Изге Яҙмаға нигеҙләнеп фекер алышырға кәрәк. Томас былай ти: «Беҙ ҡатыным менән, айырыуса мөһим һорауҙарҙа, ҡыҙыбыҙ алған белемдәренә ысынлап та ышанамы һәм уларҙы аҡыллы тип һанаймы икәнен аңларға тырышабыҙ. Һорауҙар бирә икән, был бик яҡшы. Ысын ғына әйткәндә, ҡыҙыбыҙ, бер ни өндәшмәйенсә, бөтә нәмә менән ризалашһа, мин борсолор инем».

9. Һеҙгә Алла Һүҙен балағыҙҙың күңеленә һеңдерергә нимә ярҙам итер?

9 Ата-әсәләр сабырлыҡ менән өйрәтһә, балалары ваҡыт уҙыу менән имандың «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә» башлар (Ефес. 3:18). Баланы өйрәткәндә, уның йәшен һәм аңлау кимәлен иҫәпкә алырға кәрәк. Бала белгәндәренә нығыраҡ ышана барған һайын, уға башҡа кешеләр, шул иҫәптән синыфташтары алдында үҙенең ҡараштарын яҡлау еңелерәк булыр (1 Пет. 3:15). Мәҫәлән, балағыҙ, Изге Яҙманы ҡулланып, үлгәндән һуң кеше менән нимә булғанын аңлата аламы? Ә уның үҙенә был һорауҙың Изге Яҙмала нисек аңлатылыуы аҡыллы булып күренәме? Шулай итеп, Алла Һүҙен баланың күңеленә һеңдерер өсөн, ата-әсәгә сабырлыҡ кәрәк, әммә бындай тырышлыҡтар юҡҡа булмаҫ! (Ҡан. 6:6, 7)

10. Белем биреүҙең тағы ниндәй мөһим яғы бар?

10 Әлбиттә, балағыҙ көслө иман үҫтерә алһын өсөн, һеҙҙең өлгөгөҙ ҙә бик мөһим. Стефани исемле апай-ҡәрҙәштең өс ҡыҙы бар. Ул былай ти: «Ҡыҙҙарым әле бәләкәй булғанда, мин үҙ-үҙемә бындай һорауҙар бирә башланым: „Мин балаларыма үҙемдең ни өсөн Йәһүәнең барлығына ышанғанымды, шулай уҡ ни өсөн уның беҙҙе яратыуына һәм өйрәткәндәренең дөрөҫ булыуына инанғанымды аңлатаммы? Ҡыҙҙарым минең Йәһүәне ысындан да яратыуымды күрәме?“ Үҙемдең иманым көслө булмаһа, балаларымдан быны көтә алмайым инде».

«ҠОТОЛОРҒА... АҠЫЛ БИРЕР»

11, 12. Нимә ул зирәклек, һәм ни өсөн кешенең зирәк булыу-булмауы уның йәшенә бәйле түгел?

11 Шулай итеп, Тимофей 1) Изге Яҙмаларҙы белгән һәм 2) уларҙың дөрөҫ булыуына инанған булған. Ләкин, Изге Яҙмалар Тимофейға «ҡотолорға... аҡыл бирер» тигәндә, Павел нимәне күҙ уңында тотҡан?

12 «Изге Яҙманы аңлау» тигән белешмәлә (урыҫ) былай тиелгән: «...Зирәклек ауырлыҡтарҙы хәл итеү, ҡурҡыныстарҙан ҡасыу йә уларҙы булдырмау, маҡсаттарға өлгәшеү, шулай уҡ башҡаларға был йәһәттән ярҙам итеү өсөн белем һәм аңлау һәләтен оҫта ҡулланырға ярҙам итә. Зирәклек — ахмаҡлыҡтың ҡапма-ҡаршыһы...» Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «бала күңеленә аҡылһыҙлыҡ һеңгән» (Ғиб. һүҙ. 22:15). Тимәк, ахмаҡлыҡтың ҡапма-ҡаршыһы булараҡ, зирәклек — етлеккән булыуҙың бер билдәһе. Кешенең рухи яҡтан етлеккән булыуы уның йәшенән түгел, ә Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүенән һәм уның әмерҙәрен үтәргә теләүенән күренә. (Зәбур 111:10-ды уҡығыҙ *.)

13. Йәштәр ҡотолоу өсөн кәрәкле зирәклеккә эйә булыуҙарын нисек күрһәтә ала?

13 Рухи яҡтан етлеккән йәштәр «тулҡындар ыңғайына һуғылып... йөрөүсе сабый[ға]» оҡшаш түгел (Ефес. 4:14). Улар үҙ теләктәренә һәм йәштәштәре баҫымына бирелмәй. Бының урынына, «уларҙың тойғолары... яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» өйрәтелгән (Евр. 5:14). Шуға күрә улар, хатта ата-әсәләре йә башҡа ололар яндарында булмағанда ла, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә (Флп. 2:12). Ҡотолоу өсөн ошондай зирәклек кәрәк тә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:14-те уҡығыҙ *.) Ата-әсәләр, һеҙ балағыҙға нисек шундай зирәклеккә эйә булырға ярҙам итә алаһығыҙ? Уға үҙегеҙҙең ниндәй принциптар буйынса йәшәүегеҙҙе асыҡ итеп аңлатығыҙ. Һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙҙән балағыҙ һеҙҙең Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәргә тырышыуығыҙҙы күрергә тейеш (Рим. 2:21—23).

Ни өсөн ата-әсәләр бала тәрбиәләүҙә өҙлөкһөҙ тырышлыҡ һалырға тейеш? (14—18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14, 15. а) Һыуға сумдырылырға теләгән йәштәргә нимә хаҡында уйланырға кәрәк? б) Һеҙ балағыҙға Алланың әмерҙәренә буйһоноу килтергән фатихалар тураһында уйланырға нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

14 Әммә балаға нимә яҡшы һәм нимә насар икәнен әйтеү генә әҙ. Уға бындайыраҡ һорауҙар өҫтөндә уйланырға ярҙам итергә кәрәк: «Ни өсөн Изге Яҙма ылыҡтырғыс булып күренгән нәмәләрҙе тыя? Ни өсөн Изге Яҙмалағы нормаларҙың миңә һәр ваҡыт файҙа килтергәненә шикләнмәҫкә була?» (Ишағ. 48:17, 18).

15 Балағыҙ һыуға сумдырылырға теләһә, уның менән быға бәйле яуаплылыҡ хаҡында фекер алышығыҙ. Балағыҙ был турала нимә уйлай? Был ниндәй фатихалар килтерергә һәм ниндәй ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин? Ни өсөн фатихалар ауырлыҡтарҙан күпкә ҙурыраҡ? (Марк 10:29, 30) Һыуға сумдырылыр алдынан был һорауҙар өҫтөндә уйланыу бик мөһим. Балағыҙға тыңлаусанлыҡ килтергән фатихалар һәм тыңламаусанлыҡ килтергән насар эҙемтәләр хаҡында уйланырға ярҙам итегеҙ. Шул саҡта ул, моғайын, Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәү һәр ваҡыт файҙа килтерә икәненә ышаныр (Ҡан. 30:19, 20).

ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛҒАНДАН ҺУҢ АУЫРЛЫҠТАР ТЫУҺА

16. Баланың һыуға сумдырылғандан һуң шиктәре тыуһа, ата-әсәһе нимә эшләй ала?

16 Улығыҙ йә ҡыҙығыҙҙың һыуға сумдырылғандан һуң шиктәре тыуа башлаһа, нимә эшләп була? Мәҫәлән, үҫмер балағыҙҙы был донъялағы берәй нәмә ылыҡтырырға мөмкин. Йәки уның Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү — иң яҡшы тормош юлы икәненә шикләнә башлауы ихтимал (Зәб. 73:1—3, 12, 13). Ата-әсәләр, был хәлдә үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙҙың артабан Йәһүәгә хеҙмәт итерме, юҡмы икәненә ныҡ тәьҫир итергә мөмкин. Балағыҙға нисә генә йәш булһа ла, уға һөжүм итә күрмәгеҙ. Киреһенсә, уны яратыуығыҙға һәм ярҙам итергә теләүегеҙгә ышандырығыҙ.

17, 18. Ата-әсәләр хәҡиҡәттә шикләнә башлаған балаларына нисек ярҙам итә ала?

17 Һыуға сумдырылған йәштәр үҙ тормошон Йәһүәгә бағышлаған. Улар Йәһүәне яратырға һәм уға хеҙмәт итеүҙе бар нәмәнән юғарыраҡ ҡуйырға вәғәҙә биргән. (Марк 12:30-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүә бындай вәғәҙәгә бик етди ҡарай, һәм беҙ ҙә бағышланыуға шундай уҡ ҡараш һаҡларға тейеш (Вәғ. 5:4, 5). Шул хаҡта балағыҙҙың иҫенә төшөрөгөҙ. Әммә бының алдынан Йәһүәнең ойошмаһы ата-әсәләр өсөн сығарған материалды уҡығыҙ һәм өйрәнегеҙ. Унан һуң уңайлы ваҡытта игелекле итеп улығыҙ йә ҡыҙығыҙ менән ошо хаҡта һөйләшеп алығыҙ: Йәһүәгә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — бик етди, әммә шул уҡ ваҡытта күп фатихалар килтергән аҙым.

18 «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) беренсе томында яҡшы кәңәштәр табып була. Унда «Ата-әсәләрҙең һорауҙары» тигән ҡушымтала былай тиелә: «Балам хәҡиҡәтте кире ҡаға, тигән һығымта яһарға ашыҡмағыҙ. Эш бөтөнләй башҡала булырға мөмкин». Бәлки, уға йәштәштәре баҫым яһайҙыр йә ул үҙен яңғыҙ итеп тоялыр. Йәки ул, башҡа йәш мәсихселәр миңә ҡарағанда Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итә, тип уйлағанға бойоғалыр. Ҡушымтала әйтелгәнсә, баланың шиктәр белдереүе, ул Изге Яҙмалағы тәғлимәттәр менән риза түгел, тигәнде аңлатмай әле. Ғәҙәттә, ундай шиктәр — бала кисергән ауырлыҡтарҙың һөҙөмтәһе. Ҡушымтала шулай уҡ ата-әсәләргә хәҡиҡәттә шикләнә башлаған балаларына нисек ярҙам итеп булғаны хаҡында кәңәштәр бирелә.

19. Ата-әсәләр балаларына, ҡотола алһындар өсөн, аҡыл тупларға нисек ярҙам итә ала?

19 «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп», бала тәрбиәләү — хөрмәт тә, яуаплылыҡ та (Ефес. 6:4). Мәҡәләнән белгәнебеҙсә, ата-әсәләр, балаларына Изге Яҙманан белем биреүҙән тыш, шулай уҡ уларға белгәндәренә инанырға ярҙам итергә тейеш. Баланың иманы нығынғас, ул, Йәһүәгә бағышланып, уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә теләр. Йәһүәнең Һүҙе, уның рухы һәм һеҙҙең тырышлыҡтарығыҙ балағыҙға, ҡотола алһын өсөн, аҡыл тупларға ярҙам итһен!

^ 12 абз. Зәбур 111:10: «Йәһүәгә ҡарата тәрән хөрмәт — зирәклектең башы. Уның бойороҡтарын үтәп йәшәүселәрҙең һәммәһе — төшөнөүсән. Ул мәңге маҡталһын».

^ 13 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 24:14: «Шуны ла бел: зирәклек тә йәнең өсөн файҙалы. Уны тапһаң, киләсәгең яҡшы булыр, өмөтөң бер ҡасан да өҙөлмәҫ».