Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙма һәм киләсәгегеҙ

Изге Яҙма һәм киләсәгегеҙ

ӘЙТӘЙЕК, һеҙ кисен ҡараңғы аллея буйлап бараһығыҙ, ти. Ҡояш күптән инде байыған булһа ла, һеҙ, аҙашырмын тип, ҡурҡмайһығыҙ, сөнки ҡулығыҙҙа — ҡеүәтле фонарь. Аяҡ аҫтына яҡтыртһағыҙ, юлығыҙҙы асыҡ күрәһегеҙ. Ә инде фонарҙы алға юнәлтһәгеҙ, ул алыҫҡа ҡәҙәр яҡтыртасаҡ.

Изге Яҙманы шундай фонарь менән сағыштырып була. Алдағы мәҡәләләрҙән күренеүенсә, ул беҙгә «аяҡ аҫтындағы» проблемалар — көндәлек ауырлыҡтар һәм борсолоуҙар менән көрәшергә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, Изге Яҙма беҙгә Алла әҙерләгән киләсәкте, бәхеткә алып барыусы юлды күрергә, шул юлдан барырға ярҙам итә, киләсәккә өмөт бирә (Зәбур 119:105). Нисек итеп? Ул: 1 тормоштоң мәғәнәһен табырға ярҙам итә һәм 2 Барлыҡҡа килтереүсебеҙ менән мәңгелек дуҫлыҡ үҫтерергә өйрәтә.

1 ТОРМОШТОҢ МӘҒӘНӘҺЕ

Изге Яҙмала күп кәңәштәр бар, әммә ул үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өсөн сираттағы китап ҡына түгел. Ул иғтибарҙы үҙ ихтыяждарыбыҙға ғына тупламаҫҡа, ә башҡалар хаҡында ла ҡайғыртырға дәртләндерә. Шул саҡта ғына тормошобоҙ мәғәнәле булыр.

Миҫалға Изге Яҙмалағы: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тигән принципты алайыҡ (Ғәмәлдәр 20:35). Бәлки, һеҙ күптән түгел генә кемгә лә булһа матди ярҙам күрһәткәнһегеҙҙер. Ә, бәлки, күңелен бушатырға теләгән дуҫығыҙҙы тыңлар өсөн, үҙ ваҡытығыҙҙы сарыф иткәнһегеҙҙер. Берәйһенең көнөн «яҡтыраҡ» һәм «сағыуыраҡ» итер өсөн, ниҙер эшләгәндә, һеҙ, һис шикһеҙ, ҡәнәғәтлек хисе тойғанһығыҙҙыр.

Үҙеңә файҙа көтмәйенсә кешегә яҡшылыҡ эшләү ҙур бәхет килтерә. Бер яҙыусы әйтеүенсә, «башҡаларға ярҙам иткәндә, быны, әлбиттә, ысын йөрәктән эшләһәк кенә, үҙебеҙ өсөн, һис шикһеҙ, күпкә күберәк файҙа алабыҙ». Эйе, бигерәк тә үҙебеҙ күрһәткән игелеккә яуап итеп бер ни ҙә эшләй алмаҫтай кешеләр өсөн ҡорбандарға барғанда, беҙ әжерҙе инде алған булабыҙ. Тормошобоҙ мәғәнә менән тула. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәндә, ул беҙҙең шундай эштәребеҙҙе үҙе өсөн эшләнгән игелек кеүек ҡабул итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17). Ул беҙҙең башҡалар хаҡына эшләгән бар эшебеҙҙе лә юғары бәйәләй һәм ерҙәге ожмахта мәңгелек тормош вәғәҙә итә. Ысынлап та, иҫ киткес өмөт! (Зәбур 37:29; Лука 14:12—14)

Бынан тыш, Изге Яҙмаға ярашлы, ысын тормоштоң мәғәнәһе хаҡ Аллаға, Йәһүәгә, ғибәҙәт ҡылыуҙан ғибәрәт. Алла Һүҙе уны данларға, ихтирам итергә һәм уға буйһонорға өндәй (Вәғәзсе 12:13; Асылыш 4:11). Шулай эшләп, беҙ Барлыҡҡа килтереүсене шатландырабыҙ! Ул бит үҙе: «Аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр», — тип саҡыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотоп йәшәһәк, күктәге Атабыҙ һөйөнә. Ул бит беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Ишағыя 48:17, 18). Ысынлап та, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыуҙан да һәм ул теләгәнсә йәшәүҙән дә әһәмиәтлерәк маҡсат була аламы ни?

2 БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮСЕБЕҘ МЕНӘН ДУҪЛЫҠ

Изге Яҙма беҙҙе шулай уҡ Барлыҡҡа килтереүсебеҙ менән дуҫлашырға өйрәтә. Унда: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тиелә (Яҡуб 4:8). Был мөмкинме һуң? Инжилдә әйтелгәнсә, уны эҙләһәк, беҙ һис шикһеҙ табырбыҙ, сөнки «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» (Ғәмәлдәр 17:27). Аллаһы Тәғәлә менән дуҫлыҡ киләсәгебеҙҙе үҙгәртә ала.

Мәҫәлән, бер кем дә төп дошманыбыҙҙы — үлемде еңә алмай (1 Коринфтарға 15:26). Алла иһә мәңгелек. Ул бер ҡасан да үлмәйәсәк, һәм дуҫтарының да мәңге йәшәүен теләй. Йәһүә менән дуҫ булыусылар хаҡында Изге Яҙмала: «Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй», — тип яҙылған (1 Яхъя 2:17).

Ә нисек итеп Алла менән мәңгелеккә дуҫлыҡ булдырырға? Уның Һүҙен уҡып, белем алыуығыҙҙы дауам итегеҙ (Яхъя 17:3; 2 Тимофейға 3:16). Изге Яҙманы аңлар өсөн, унан ярҙам һорағыҙ. Инжилдә: «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер», — тигән ышандырыу бар * (Яҡуб 1:5). Һәм, әлбиттә, белгәндәрегеҙ буйынса йәшәргә тырышығыҙ. Ул саҡта һеҙ ҙә Алла һүҙе хаҡында: «Һинең һүҙең аяҡтарыма — яҡтыртҡыс, юлыма — яҡтылыҡ», — тип әйтә алырһығыҙ (Зәбур 119:105).

^ 12 абз. Йәһүә шаһиттары һеҙгә Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә ала. Түләүһеҙ өйрәнеүҙәр хаҡында күберәк белер өсөн, «Изге Яҙманы өйрәнеү нисек үтә?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

Алла үлемһеҙ, шуға дуҫтарының да мәңге йәшәүен теләй