Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Изге Яҙма һеҙгә Алланың дуҫы булырға ярҙам итә аламы?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР,

гонаһлы булғанға күрә, Алланың дуҫы була алмайым, тип уйлай. Башҡалар иһә, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртмай, ти. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Намыҫлылар — уның [Алланың] яҡын дуҫтары» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32). Аллаға буйһоноп йәшәһәк, уның дуҫтары булырбыҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Алла беҙҙең Дуҫыбыҙ булырға теләй (Яҡуб 4:8).

  • Дуҫыбыҙ булараҡ, Алла беҙгә ярҙам итергә һәм беҙҙе кисерергә әҙер (Зәбур 86:5).

  • Алланың дуҫтары ул яратҡанды ярата һәм ул нәфрәт иткәнде нәфрәт итә (Римдарға 12:9).