Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Пәйғәмбәрлектәрҙең теүәллеген раҫлаусы өнһөҙ шаһит

Пәйғәмбәрлектәрҙең теүәллеген раҫлаусы өнһөҙ шаһит

ИТАЛИЯНЫҢ БАШ ҠАЛАҺЫ РИМДЫҢ ҮҘӘГЕНДӘ ТРИУМФАЛЬ А́РКА ТОРА. УНЫ КҮРЕР ӨСӨН, ДОНЪЯНЫҢ ТӨРЛӨ ЕРҘӘРЕНӘН ТУРИСТАР КИЛӘ. БЫЛ А́РКА ДАНЛЫҠЛЫ РИМ ИМПЕРАТОРЫ — ТИТ ХӨРМӘТЕНӘ ТӨҘӨЛГӘН.

Тит аркаһын ике ҙур барельеф биҙәй, унда яҡшы билдәле тарихи ваҡиға һүрәтләнгән. Әммә был арка менән Изге Яҙма араһында тура бәйләнеш бар икәнен күптәр белмәй. Тит аркаһы Изге Яҙмалағы бер пәйғәмбәрлектең теүәл үтәлгәнен раҫлай.

ХӨКӨМ ИТЕЛГӘН ҠАЛА

Беҙҙең эраның башында Рим империяһының сиктәре Британия һәм Галлиянан (хәҙерге Франция) алып, Мысыр еренә тиклем һуҙылған булған. Ул ваҡыттар элек бер ҡасан да булмаған тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ һәм империяның сәскә атыу осоро булараҡ билдәле. Әммә алыҫ бер төбәк — фетнәсел Йәһүҙиә — Рим өсөн гел проблемалар тыуҙырып торған.

«Боронғо Рим энциклопедияһы»нда былай тип яҙылған: «Рим идараһы аҫтындағы территорияларҙан Рим хакимдарын Йәһүҙиә кеүек көслө нәфрәт итеүсе башҡа төбәктәр бик һирәк булған. Римдар үҙҙәре лә йәһүдтәрҙе күрә алмаған. Ни өсөн йәһүдтәр шулай эшләгән? Сөнки ситтән килгән хужалар уларҙың ғөрөф-ғәҙәтен һанға һуҡмаған, ә римдарҙы иһә йәһүдтәрҙең үҙһүҙлеге асыуландырған, шуға ла римдар улар менән аяуһыҙ мөғәмәлә иткән». Күп кенә йәһүдтәр, Мәсих килеп, уларҙы яуыз римдарҙан ҡотҡарыр һәм Израилдең сәскә атҡан ваҡытын ҡайтарыр, тип көткән. Әммә б. э. 33 йылында Ғайса Иерусалимға ҡот осҡос хәл янауы хаҡында әйткән.

Бына уның һүҙҙәре: «Шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар» (Лука 19:43, 44).

Күрәһең, Ғайсаның һүҙҙәре шәкерттәрен аптырашта ҡалдырған. Ике көндән һуң, Иерусалим ғибәҙәтханаһына ҡарап, уларҙың береһе: «Остаз, ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар!» — тип һоҡланған. Ысындан да, тарихи сығанаҡтар раҫлауынса, ғибәҙәтхана таштарының ҡайһы берҙәренең оҙонлоғо — 11 метр, киңлеге — 5 метр, ә бейеклеге 3 метр булған! Әммә Ғайса: «Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ — таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ», — тигән (Марк 13:1; Лука 21:6).

Шунан һуң шәкерттәренә Ғайса бындай күрһәтмә биргән: «Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен» (Лука 21:20, 21). Ғайсаның пәйғәмбәрлеге тормошҡа ашҡанмы?

ҠАЛАНЫҢ ЕМЕРЕЛЕҮЕ

33 йыл үтеп киткән. Йәһүдтәр һаман да Рим хакимлығы аҫтында булған. Әммә б. э. 66 йылында Рим прокураторы Гессий Флор ғибәҙәтхананың изге хазинаһынан аҡса алғас, йәһүдтәрҙең түҙемлеге бөткән. Ҡоралланған йәһүдтәр тиҙ арала Иерусалимға бәреп инеп, Рим гарнизоны һуғышсыларын үлтергән һәм бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән.

Өс ай ҙа үтмәҫтән, Цестий Галл етәкселегендәге 30 000-ле Рим ғәскәре Иерусалимға фетнәне баҫтырырға килгән. Рим һуғышсылары тиҙ генә ҡалаға бәреп инеп, ғибәҙәтханаға юл асыр өсөн уның стеналары аҫтын ҡаҙый башлаған. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында улар ҡапыл ғына сигенгән. Йәһүдтәр, шатлыҡтары эсенә һыймай, дошмандары артынан ҡыуа сыҡҡан. Римдар ҙа, баш күтәреүсе йәһүдтәр ҙә ҡаланан сығып китеүгә мәсихселәр Ғайсаның күрһәтмәһе буйынса эш иткән. Улар Иерусалимдан сығып, Иордан йылғаһының икенсе яғында урынлашҡан таулы ергә киткән (Матфей 24:15, 16).

Бер йылдан һуң, хәҙер инде Веспасиан һәм уның улы Тит етәкселегендәге Рим армияһы, тағы Йәһүҙиәгә ҡаршы сыҡҡан. Әммә б. э. 68 йылында император Нерон үлгәс, Веспасиан тәхетте эләктерер өсөн, Римға ҡайтып киткән. Ә Йәһүҙиәгә ҡаршы һуғышты тамамлар өсөн, үҙенең урынына улын ҡалдырған һәм уға 60 000-лек ғәскәрен тапшырған.

Б. э. 70 йылының июнендә Тит тирә-яҡтағы бөтә ағастарҙы ҡырҡып, осло бағаналар яһарға ҡушҡан. Шул бағаналарҙан Иерусалим тирәләй оҙонлоғо 7 километр булған стена төҙөгәндәр. Сентябрҙә иһә римдар ҡаланы һәм ундағы һоҡланғыс ғибәҙәтхананы талаған һәм яндырған. Ғайса алдан әйткәнсә, ҡалала таш өҫтөндә таш ҡалмаған (Лука 19:43, 44). Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, Иерусалимда һәм уның тирәһендә, кәм тигәндә, 250 000—500 000 кеше һәләк булған.

ИМПЕРИЯНЫҢ ТРИУМФЫ

Б. э. 71 йылында Тит Италияға ҡайтҡанда, Рим халҡы уны ҡыуанып ҡаршы алған. Кешеләрҙең барыһы ла баш ҡалалағы иң мөһабәт тантаналы процессияларҙың береһен ҡарарға сыҡҡан.

Халыҡ, Рим урамдары буйлап күрһәтелеп үткән байлыҡҡа ҡарап, таң ҡалған. Улар ҡулға эләккән караптарға, һуғыш күренештәре төшөрөлгән мөһабәт платформаларға һәм Иерусалим ғибәҙәтханаһынан алынған иҫ киткес байлыҡҡа хайран ҡалып ҡараған.

Б. э. 79 йылында Веспасиан урынына улы Тит идара итә башлаған. Әммә ике йылдан һуң Тит ҡапыл үлеп киткән, һәм тәхеткә уның ҡустыһы Домициан ултырған. Ул, Тит еңеүенә арнап, триумфаль арка төҙөткән.

АРКА БӨГӨНГӨ КӨНДӘ

Бөгөн Римдағы Тит аркаһы

Бөгөн Тит аркаһын күрергә Рим форумы майҙанына йыл һайын бик күп турист килә. Берәүҙәр өсөн арка — зиннәтле сәнғәт әҫәре, икенселәр өсөн — Рим империяһының ҡеүәте билгеһе, ә өсөнсөләр өсөн — емерелгән Иерусалим һәм уның ғибәҙәтханаһы иҫтәлегенә ҡуйылған таш.

Әммә Изге Яҙманы иғтибар менән уҡыған кешеләр өсөн, Тит аркаһы, тағы ла ҙурыраҡ мәғәнәгә эйә. Ул Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең теүәл, ышаныслы һәм Алланан икәнен раҫлай (2 Петр 1:19—21).