Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ ерҙә мәңге йәшәй алаһығыҙ

Һеҙ ерҙә мәңге йәшәй алаһығыҙ

НИНДӘЙ ИҪ КИТКЕС ӨМӨТ! Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙгә, бында, ерҙә мәңге йәшәй алаһығыҙ, тип вәғәҙә итә. Әммә күптәргә быға ышаныу ауыр. Ундай кешеләр: «Ҡасан да булһа беҙ барыбыҙ ҙа үләбеҙ. Үлем — йәшәүҙән айырылғыһыҙ тәбиғи хәл», — ти. Икенселәр, мәңгелек тормоштоң булыуы мөмкин, тик ерҙә түгел, тип һанай. Уларҙың уйлауынса, үлеп, күккә барһаҡ ҡына мәңге йәшәй аласаҡбыҙ. Ә һеҙ ни тиерһегеҙ?

Әммә башта Изге Яҙма түбәндәге өс һорауға нисек яуап бирә икәнен ҡарайыҡ: кешенең иҫ киткес һәләттәргә эйә булыуы нисек уның күпме йәшәргә тейеш икәнен күрһәтә ала? Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата башланғыс ниәте ниндәй булған? Ни өсөн кешеләр үлә башлаған?

КЕШЕ — ҒӘЖӘЙЕП ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ

Алла барлыҡҡа килтергән тереклектәр араһынан иң үҙенсәлеклеһе — кеше. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Изге Яҙмала, кешеләр генә Алла рәүешендә һәм Аллаға оҡшаш итеп яратылған, тиелә (Башланмыш 1:26, 27). Икенсе һүҙ менән әйткәндә, кеше Аллаға хас сифаттар, мәҫәлән, яратыу, ғәҙеллек сағылдыра ала.

Бынан тыш, кешеләр уйланырға, фекер йөрөтөргә, яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға һәләтле. Шулай уҡ кешелә рухи нәмәләргә ынтылыу теләге бар. Бына ни өсөн беҙ Ғәләмдең бөйөклөгөнә, тәбиғәттең мөғжизәләренә, шулай уҡ сәнғәткә, музыкаға һәм поэзияға һоҡлана алабыҙ. Ә иң мөһиме — кеше генә Алла тураһында белә ала һәм уға яҡынлаша ала. Быларҙың барыһы ла кеше менән башҡа тереклек араһында ер менән күк араһылай айырма барлығын күрһәтә.

Уйлап ҡарағыҙ: Алла беҙҙең өсөн ҡыҫҡа ғына ғүмер ниәтләгән булһа, беҙгә шундай үҙенсәлекле һәләттәр биреп, уларҙы сикһеҙ үҫтереү һәм камиллаштырыу мөмкинлеге бирер инеме? Яуап асыҡ: Алла ул мөмкинлекте һәм иҫ киткес һәләттәрҙе кешеләр ерҙә мәңге йәшәй алһын өсөн биргән.

АЛЛАНЫҢ БАШЛАНҒЫС НИӘТЕ

Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр, кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүе Алланың уйында ла булмаған, ти. Уларҙың фекеренсә, ер — ул ваҡытлыса йәшәү урыны, һәм бында кешеләр һынау үтеп, Алла менән күктә йәшәргә лайыҡлымы, юҡмы икәнен күрһәтә. Әгәр шулай икән, ерҙәге яуызлыҡҡа, ғазаптарға Алла яуаплы булып сыға. Әммә был Алланың асылына ҡапма-ҡаршы. Изге Яҙмала: «Уның бөтә юлдары ғәҙел. Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмай. Ул тәҡүә һәм намыҫлы», — тип әйтелә (Ҡанун 32:4).

Алланың ергә ҡарата башланғыс ниәтен Изге Яҙма ап-асыҡ күрһәтә: «Күктәр — Йәһүәнеке, ерҙе иһә ул әҙәм улдарына биргән» (Зәбур 115:16). Күреүебеҙсә, Алла иҫ киткес планетаны беҙгә мәңгелек өй булһын өсөн биргән. Шуға ла ул, беҙ мәңге йәшәһен һәм мәғәнәле тормош алып барһын өсөн, планетабыҙҙы бар кәрәклеһе менән тултырған (Башланмыш 2:8, 9).

«Күктәр — Йәһүәнеке, ерҙе иһә ул әҙәм улдарына биргән» (Зәбур 115:16).

Изге Яҙма шулай уҡ Алланың кешеләргә ҡарата ниәтен асыҡ итеп күрһәтә. Беренсе ир менән ҡатынға ул бына ниндәй йөкләмә биргән: «Ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. ...Ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ» (Башланмыш 1:28). Алла кешеләргә ер хаҡында ҡайғыртырға һәм бөтә ерҙе ожмахҡа әйләндерергә ҡушҡан. Шулай итеп, Әҙәм менән Һауа һәм уларҙың тоҡомдары күктә түгел, ә ерҙә мәңге йәшәргә тейеш булған!

НИ ӨСӨН КЕШЕЛӘР ҮЛӘ?

Ә ни өсөн һуң кешеләр үлә? Изге Яҙманан шуны күреп була: Алланың бер фәрештәһе — һуңыраҡ Шайтан Иблис тип аталған фетнәсе — Алланың ниәтенә ҡамасауларға тырышҡан. Нисек итеп?

Шайтан Эден баҡсаһында беҙҙең боронғо атай-әсәйҙе — Әҙәм менән Һауаны — үҙенең Аллаға ҡарата фетнәһенә ҡушылырға ҡотортҡан. Шайтан, Алла кешеләрҙе мөһим бер нәмәнән — нимә яҡшы, нимә насар икәнен үҙҙәре билдәләү хоҡуғынан мәхрүм иткән, тип әйткәс, Әҙәм менән Һауа Шайтан яғына баҫып, Аллаға ҡаршы сығырға булған. Был нимәгә килтергән? Алла киҫәткәнсә, яза — үлем булған. Беренсе кешеләр ерҙә ожмахта мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан (Башланмыш 2:17; 3:1—6; 5:5).

Әҙәм менән Һауаның фетнәһе беҙгә һаман да тәьҫир итә. Инжилдә: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған», — тип әйтелә (Римдарға 5:12). Кешеләр Алла ниәте буйынса түгел, ә боронғо ата-әсәһенән гонаһ һәм үлем мираҫ итеп алғаны арҡаһында үлә.

ҺЕҘ ЕРҘӘ МӘҢГЕ ЙӘШӘЙ АЛАҺЫҒЫҘ

Эден баҡсаһындағы фетнә Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәтен үҙгәртмәгән. Алланың камил яратыуы һәм ғәҙеллеге беҙҙе мираҫ итеп алынған гонаһ менән үлемдән азат итер өсөн, ысул табырға этәргән. Илсе Павел: «Гонаһ әжере — үлем, ә Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош», — тип аңлатҡан (Римдарға 6:23). Яратыуҙан сығып, «Улына [Ғайсаға] инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул [Алла] Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). Ғайса үҙ теләге буйынса үҙен ҡорбан итеп, Әҙәм юғалтҡандың барыһын кире ҡайтарған a.

Тиҙҙән Алланың вәғәҙәһе ерҙе ысын ожмахҡа әйләндерәсәк. Ғайса: «Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде. Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба» — тигән (Матфей 7:13, 14). Ғайсаның һүҙҙәрен тыңлаһағыҙ, был иҫ киткес вәғәҙәнең үтәлеүен һеҙ ҙә күрә алырһығыҙ. Шулай итеп, киләсәгегеҙ үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа. Һеҙ нисек эш итерһегеҙ?

[Төшөрмә]

a Йолом һеҙгә ниндәй файҙа килтерә алғаны тураһында күберәк мәғлүмәт табыр өсөн, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 27-се дәресен ҡарағыҙ. Был китап Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, һәм уны www.pr418.com/ba сайтынан бушлай күсереп алырға була.