Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Киләсәгегеҙ үҙегеҙҙән тора!

Киләсәгегеҙ үҙегеҙҙән тора!

ҺЕҘ, ҮҘ КИЛӘСӘГЕГЕҘГӘ ЙОҒОНТО ЯҺАР ӨСӨН, НИ ҘӘ БУЛҺА ЭШЛӘЙ АЛАҺЫҒЫҘМЫ? Ҡайһы берәүҙәр, тормошобоҙ яҙмыш ҡулында, ул алдан уҡ яҙылған, шуға ла беҙ бер нисек тә киләсәгебеҙгә йоғонто яһай алмайбыҙ, тип һанай. Ундай кешеләр ниндәйҙер маҡсаттарға ирешә алмаһа, уларҙан баш тартып: «Тимәк, шулай яҙған инде», — тип әйтә.

Икенселәрҙең иһә, ғәҙелһеҙлек һәм мәрхәмәтһеҙлек менән осрашып, өмөтө өҙөлә. Бәлки, ҡасандыр улар үҙ тормошон яҡшыртырға тырышҡандыр, әммә шарттар һәр саҡ уларға ҡаршы булған: һуғыш йә тәбиғәт афәттәре, ауырыуҙар уларҙың ынтылышын юҡҡа сығарып торған. Шундай кешеләр: «Көрәшеүҙән ни мәғәнә? Барыһы ла бушҡа», — тип уйларға мөмкин.

Ысынлап та, шарттар тормошобоҙҙо ныҡ ҡына үҙгәртергә мөмкин (Вәғәзсе 9:11). Әммә алдағы мәңгелек киләсәгебеҙ тулыһынса үҙебеҙҙең һайлауға бәйле. Изге Яҙма быны нисек раҫлай, әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.

Израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә инер алдынан, уларҙың юлбашсыһы Муса уларға Йәһүә исеменән бына нимә тигән: «Мин бөгөн һиңә йәшәү һәм үлем, фатиха һәм ләғнәт тәҡдим иттем. [...] Һин үҙең һәм тоҡомдарың йәшәй алһын өсөн, йәшәүҙе һайла. Аллаң Йәһүәне ярат, уны тыңла һәм уға тоғро бул» (Ҡанун 30:15, 19, 20).

«Мин бөгөн һиңә йәшәү һәм үлем, фатиха һәм ләғнәт тәҡдим иттем. [...] ...Йәшәүҙе һайла» (Ҡанун 30:19).

Алла израилдәрҙе ҡоллоҡтан азат иткән һәм Вәғәҙә ителгән ерҙә иреклектә, бәхетле йәшәү мөмкинлеге биргән. Әммә был мөмкинлектән файҙаланыр өсөн, улар һайлау яһарға тейеш булған. Ниндәй һайлау? Уларға, Алланы яратып, уны тыңлап, уға тоғро ҡалып, «йәшәүҙе һайларға» кәрәк булған.

Беҙҙең дә һәр беребеҙ бөгөн шуға оҡшаш һайлау алдында тора, һәм һайлауыбыҙ киләсәгебеҙгә тәьҫир итә. Ерҙәге ожмахта мәңге «йәшәүҙе һайлар» өсөн, беҙгә лә Алланы яратырға, тыңларға һәм уға тоғро ҡалырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, ошо өс аҙымды ҡарап сығайыҡ.

АЛЛАНЫ ЯРАТЫҒЫҘ

Яратыу — Алланың иң төп сифаты. Илсе Яхъя: «Алла — мөхәббәт ул», — тип яҙған (1 Яхъя 4:8). Ғайсанан, ниндәй әмер иң мөһиме, тип һорағанда, ул: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», — тигән (Матфей 22:37). Алла менән ысын дуҫлыҡ ҡурҡыуға йәиһә аңһыҙ буйһоноуға түгел, ә яратыуға нигеҙләнгән. Әммә ни өсөн беҙгә Алланы яратырға кәрәк?

Алланың кешеләргә ҡарата яратыуын, ата-әсәнең үҙ балаларын яратыуы менән сағыштырып була. Яратҡан ата-әсә балаларына иң яҡшыһын теләгәнгә, уларҙы өйрәтә, нығыта һәм тәрбиәләй. Ата-әсә балаларынан нимә көтә? Балаларҙың уларҙы яратыуын, кәңәштәренә тыңлаусан булыуын теләй. Шуның шикелле, күктәге камил Атайыбыҙ ҙа, беҙҙең өсөн үҙе эшләгән бар нәмәне лә ҡәҙерләүебеҙҙе теләй.

УНЫ ТЫҢЛАҒЫҘ

Алланы тыңлау — ул нимә әйтә, шуны эшләү. Әлбиттә, беҙ уның тауышын ишетә алмайбыҙ, әммә Изге Яҙманы уҡып, унда яҙылғандарға ярашлы йәшәй алабыҙ (1 Яхъя 5:3).

Алланы тыңлау ни тиклем мөһим икәне хаҡында Ғайса: «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр», — тигән (Матфей 4:4). Кешегә йәшәр өсөн ризыҡ кәрәк, әммә Алла тураһында белем алыу мөһимерәк. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөләймән батша: «Аҡыллылыҡ та, аҡса ла яҡлау бирә. Ләкин белем менән аҡыллылыҡтың өҫтөнлөгө шунда: улар үҙ эйәһенең ғүмерен һаҡлай», — тигән (Вәғәзсе 7:12). Аҡыллылыҡ һәм Алла тураһында белем беҙҙе бөгөн үк яҡлай һәм киләсәктә мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә.

УҒА ТОҒРО ҠАЛЫҒЫҘ

Ғайсаның алда ҡаралған мәҡәләләге һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: «Тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба» (Матфей 7:13, 14). Мәңгелек тормошҡа илтеүсе юлдан барғанда, яныбыҙҙа тәжрибәле юл күрһәтеүсе булһа, үҙебеҙҙе хәүефһеҙ тойор инек. Бына ни өсөн беҙгә Аллаға яҡын булырға кәрәк (Зәбур 16:8). Бының өсөн нимә эшләрәгә?

Беҙгә көн һайын күп эш башҡарырға тура килә, мәҫәлән, вазифаларыбыҙ, ҡыҙыҡһынған нәмәләребеҙ, шөғөлөбөҙ бар. Ошо эштәр арҡаһында Алла беҙҙән нимә көткәне хаҡында уйланырға ваҡытыбыҙ ҙа ҡалмаҫҡа мөмкин. Шуға ла Инжил: «Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ», — тип киҫәтә (Ефестарға 5:15, 16). Алла янында ҡалыу — уның менән мөнәсәбәттәребеҙҙе ҡәҙерләү һәм уларҙың тормошобоҙҙа иң мөһиме икәнен аңлау (Матфей 6:33).

ҮҘЕГЕҘ ҺАЙЛАЙ АЛАҺЫҒЫҘ

Үткәндәрҙе үҙгәртеп булмай, әммә үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың киләсәгенә тәьҫир итә алабыҙ. Күктәге Атайыбыҙ Йәһүә Алла кешеләрҙе бик ярата һәм беҙҙән нимә көтөүен асыҡ итеп аңлата. Изге Яҙмала былай тип яҙылған:

«Эй кеше, ул һиңә нимә яҡшы икәнен әйтте. Йәһүә һинән нимә талап итә? Ул тик ғәҙел эш итеүеңде, тоғролоҡто һөйөүеңде, Аллаң юлында тыйнаҡ йөрөүеңде теләй!» (Миҡай 6:8).

Йәһүә һеҙгә яҡын дуҫлыҡ тәҡдим иткәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ул һеҙҙең мәңге йәшәүегеҙҙе теләй. Үҙегеҙ һайлағыҙ!