Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ»

«Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ»

Беҙҙең күбебеҙ ғәйепһеҙҙәрҙе яуыз кешеләр йәберләгәне тураһында ишеткәне бар. Ҡасан да булһа донъяла яуызлыҡ һәм ғәҙелһеҙлек булмаған ваҡыт килерме?

Был турала Изге Яҙмала Зәбур китабының 37-се бүлегендә әйтелә. Унда шулай уҡ ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә дусар булғанда нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында ғәмәли кәңәштәр бар. Иғтибар итегеҙ, Зәбурҙың 37-се бүлегендәге шиғырҙар киләһе һорауҙарға нисек яуап бирә:

  • Беҙҙең менән ғәҙелһеҙ эш иткән кешеләргә нисек ҡарарға? (1, 2-се шиғырҙар).

  • Яуыздар менән нимә була? (10-сы шиғыр).

  • Игелек эшләүселәрҙе киләсәктә нимә көтә (11-се, 29-сы шиғырҙар).

  • Беҙгә инде хәҙер нимә эшләргә (34-се шиғыр).

Зәбур китабының 37-се бүлегендәге шиғырҙар, Йәһүәгә таянғандар һәм уның юлы менән барғандар иҫ киткес шарттарҙа йәшәйәсәк, тип инандыра. Йәһүә шаһиттары һеҙгә Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға, ундай киләсәккә ирешер өсөн үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға нимә эшләргә кәрәклеген белергә шатланып ярҙам итер.