Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нух, Данил һәм Әйүп — иман һәм тыңлаусанлыҡ миҫалдары

Нух, Данил һәм Әйүп — иман һәм тыңлаусанлыҡ миҫалдары

«Нух, Данил һәм Әйүп, ...тәҡүә булғанға, үҙ йәндәрен генә ҡотҡарып ҡала алыр ине» (ЙӘЗ. 14:14).

ЙЫРҘАР: 89, 119

1, 2. а) Ни өсөн Нух, Данил һәм Әйүптең миҫалдарын ҡарап сығыу беҙҙе рухландырырға мөмкин? б) Йәзәкил 14:14-тәге һүҙҙәр ниндәй шарттарҙа яҙылған булған?

БӘЛКИ, һеҙ насар һаулыҡ, аҡсаһыҙлыҡ йә эҙәрләүҙәр арҡаһында интегәһегеҙҙер. Ә, бәлки, ҡайһы саҡта һеҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә шатлыҡлы булып ҡалыуы ауырҙыр. Шулай булһа, Нух, Данил һәм Әйүптең миҫалдары хаҡында уйланыу һеҙҙе рухландырыр. Был ирҙәр камил булмаған, шулай уҡ беҙҙең ауырлыҡтарға оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашҡан. Ҡайһы саҡта уларҙың тормошо хатта ҡурҡыныс аҫтында булған. Ләкин улар, Йәһүәгә тоғро ҡалып, иман һәм тыңлаусанлыҡ сағылдырыуҙа яҡшы өлгө күрһәткән. (Йәзәкил 14:12—14-те уҡығыҙ *.)

2 Йәзәкил был мәҡәләнең төп шиғырындағы һүҙҙәрҙе Вавилонда б. э. т. 612 йылда яҙған (Йәз. 1:1; 8:1) *. Иерусалимдың б. э. т. 607 йылдағы емерелеүе яҡынлашып килгән булған. Иерусалимда йәшәгән бер нисә кеше генә, Нух, Данил һәм Әйүп һымаҡ тоғро һәм тыңлаусан булғанға, иҫән ҡалған (Йәз. 9:1—5). Уларҙың араһында Иремия, Барух, Әбәдмәлик һәм рихабтар булған.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Шуның шикелле, бөгөн дә Йәһүә алдында Нух, Данил һәм Әйүп кеүек тәҡүә булған кешеләр генә был яуыз донъяның ахырын кисереп сығасаҡ (Асыл. 7:9, 14). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең ни өсөн был өс ирҙе тәҡүә тип һанағанын һәм ни өсөн беҙҙе уларҙан өлгө алырға дәртләндергәнен беләйек. Был мәҡәләлә беҙ шуға иғтибар итербеҙ: 1) Уларҙың һәр береһе ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? 2) Беҙ нисек уларҙың иманын һәм тыңлаусанлығын өлгө итеп ала алабыҙ?

НУХ 900 ЙЫЛДАН АШЫУ ТОҒРО ҺӘМ ТЫҢЛАУСАН БУЛҒАН

4, 5. Нухтың ниндәй ауырлыҡтары булған, һәм ни өсөн уның сыҙамлығы һеҙҙе һоҡландыра?

4 Нух ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? Кешеләр Нухтың ҡарт олатаһы Ханох ваҡыттарында уҡ бик яуыз булған. Улар Йәһүә тураһында «әҙәпһеҙ һүҙҙәр» әйткән (Йәһ. 14, 15). Ул ваҡыттағы донъя көндән-көн аяуһыҙыраҡ була барған. Ә Нух көндәрендә ер йөҙө инде «яуызлыҡ менән тулған» булған. Яуыз фәрештәләр, ергә төшөп, кеше ҡиәфәтенә ингән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алған. Уларҙың улдары ҡаты бәғерле һәм ҡанһыҙ булған (Баш. 6:2—4, 11, 12). Нух иһә бөтөнләй икенсе кеше булған. Изге Яҙмала: «Нух Раббы мәрхәмәтендә ине», — тиелә. Замандаштарынан айырмалы рәүештә, Нух дөрөҫ булғанды эшләгән. Ул «Алла юлында» йөрөгән (Баш. 6:8, 9).

5 Башланмыштағы был һүҙҙәрҙән беҙ Нух хаҡында нимә беләбеҙ? Беренсенән, Нухтың Туфан алдынан ни тиклем оҙаҡ Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткәне тураһында уйлап ҡарағыҙ. Ул яуыз донъяла 70 йә 80 йыл ғына түгел, ә 600 йыл самаһы йәшәгән! (Баш. 7:11) Икенсенән, беҙҙән айырмалы рәүештә, уны нығытып һәм рухландырып торған йыйылыш булмаған. Күрәһең, хатта туғандары ла уның яҡлы булмаған *.

6. Ни өсөн, Нух бик ҡыйыу кеше булған, тип әйтеп була?

6 Нух, яҡшы кеше булыу ҙа етерлек, тип уйламаған. Ул ҡыйыулыҡ менән башҡаларға Йәһүәгә иман итеүе хаҡында һөйләгән. Изге Яҙмала, Нух «тәҡүә тормошто вәғәзләгән», тиелә (2 Пет. 2:5). Илсе Павел Нух тураһында былай тип яҙған: «Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән» (Евр. 11:7). Шик тә юҡ, кешеләр унан мыҫҡыллап көлгән һәм уны туҡтатырға тырышҡан. Бәлки, улар уға хатта көс ҡулланыу менән янағандыр. Әммә Нух кешеләрҙән ҡурҡмаған (Ғиб. һүҙ. 29:25). Йәһүә Нухҡа ҡыйыулыҡ сағылдырырға ярҙам иткән.

7. Кәмә төҙөгәндә, Нух ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

7 Кешеләр һәм ҡайһы бер хайуандар Туфан ваҡытында иҫән ҡалһын өсөн, Йәһүә Нухҡа кәмә төҙөргә ҡушҡан. Был ваҡытҡа Нух инде 500 йылдан ашыу Аллаға тоғро хеҙмәт иткән (Баш. 5:32; 6:14). Шундай ифрат ҙур кәмә төҙөү Нухҡа, моғайын, бик ауыр йөкләмә булып күренгәндер. Ул кешеләрҙең үҙенән тағы ла нығыраҡ көләсәген һәм ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтәсәген аңлаған. Ләкин ул Йәһүәгә ышанған һәм буйһонған. Нух «бөтәһен дә Алла бойорғанса» эшләгән (Баш. 6:22).

8. Ғаиләһен тәьмин итеүгә килгәндә, Нух нисек Йәһүәгә таянған?

8 Бынан тыш, Нухҡа ҡатынын һәм балаларын тәьмин итеү еңел булмаған. Туфан алдынан кешеләргә, шул иҫәптән Нухҡа ла нимәлер үҫтереп ашар өсөн бик күп көс һалырға кәрәк булған (Баш. 5:28, 29). Шулай ҙа Нух ғаиләһенең ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыуҙы тормошонда иң беренсе урынға ҡуймаған. Йәһүәгә хеҙмәт итеү уның өсөн иң мөһиме булған. Хатта яҡынса 40 йә 50 йыл дауамында кәмә төҙөү менән мәшғүл булғанда ла, Нух беренсе сиратта рухи нәмәләр тураһында уйлаған. Туфандан һуң тағы 350 йыл дауамында ла ул шулай уҡ эш иткән (Баш. 9:28). Нух иман һәм тыңлаусанлыҡ сағылдырыуҙа иҫ киткес үрнәк ҡалдырған!

9, 10. а) Нухтың иманын һәм тыңлаусанлығын нисек өлгө итеп алып була? б) Алла үҙенең ҡанундарына буйһонған кешеләргә нисек ҡарай?

9 Нухтың иманын һәм тыңлаусанлығын нисек өлгө итеп алып була? Бының өсөн беҙгә Йәһүәнең ғәҙел нормаларын яҡларға, Шайтан донъяһының өлөшө булмаҫҡа һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйырға кәрәк (Матф. 6:33; Яхъя 15:19). Әлбиттә, шулай эшләһәк, донъя беҙҙе хупламаҫ. Мәҫәлән, беҙ Алланың никахҡа һәм енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы ҡанундарына буйһонғанға, киң мәғлүмәт сараларында кешеләр беҙҙең хаҡта насар итеп һөйләргә мөмкин. (Малахи 3:17, 18-ҙе уҡығыҙ *.) Әммә беҙ, Нухтан өлгө алып, кешеләрҙән ҡурҡмайбыҙ. Беҙ Йәһүәнән ҡурҡабыҙ, йәғни уны тәрән хөрмәт итәбеҙ һәм күңелһеҙләндерергә теләмәйбеҙ. Беҙ шуны беләбеҙ: ул ғына беҙгә мәңгелек тормош бирә ала (Лука 12:4, 5).

10 Ә һеҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Башҡалар һеҙҙән мыҫҡыллап көлһә йә һеҙҙе тәнҡитләһә, «Алла юлында» йөрөүегеҙҙе дауам итерһегеҙме? Ә әгәр матди ауырлыҡтарығыҙ тыуһа, үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртырға вәғәҙә иткән Йәһүәгә артабан да таянырһығыҙмы? Йәһүәгә иман итеүҙә һәм уға буйһоноуҙа Нухтан өлгө алһағыҙ, һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең хаҡта ҡайғыртасаҡ (Флп. 4:6, 7).

ДАНИЛ ЯУЫЗ ҠАЛАЛА ИМАН ҺӘМ ТЫҢЛАУСАНЛЫҠ САҒЫЛДЫРҒАН

11. Вавилонда Данил һәм уның өс дуҫы ниндәй ҙур ауырлыҡтар менән осрашҡан? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Данил ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? Ул Вавилонда — боттарға табыныу һәм сихырсылыҡ менән тулы ҡалала йәшәргә мәжбүр булған. Ундағы кешеләр йәһүдтәргә кәмһетеп ҡараған, уларҙан һәм Аллалары Йәһүәнән мыҫҡыллап көлгән (Зәб. 137:1, 3). Был, күрәһең, Данил кеүек тоғро йәһүдтәрҙең күңелен бик ныҡ әрнеткән! Бынан тыш, Данил һәм уның өс дуҫы Ханания, Мисаил һәм Азария, батшаға хеҙмәт итергә өйрәтелгәнгә күрә, иғтибар үҙәгендә булғандар. Улар батша табынынан ашарға тейеш булған, ләкин был ашамлыҡтар араһында Йәһүә үҙ халҡына ашамаҫҡа ҡушҡан нәмәләр ҙә булған. Әммә Данил «батша табынындағы ашамлыҡтар һәм батша эскән шарап менән үҙен нәжесләмәҫкә» ҡарар иткән (Дан. 1:5—8, 14—17).

12. а) Данил ниндәй яҡшы сифаттар сағылдырған? б) Йәһүәнең Данилға мөнәсәбәте ниндәй булған?

12 Данилдың тәү ҡарашҡа әллә ни етди булып күренмәгән тағы бер ауырлығы була алған. Ул бик һәләтле булған, шунлыҡтан батша уға махсус вазифалар тапшырған (Дан. 1:19, 20). Шулай ҙа Данил ғорурланып китмәгән һәм гел үҙен генә хаҡ тип һанамаған. Ул баҫалҡы һәм тыйнаҡ булып ҡалған. Ул уңыштарға Йәһүә ярҙамы менән ирешкәнен таныған (Дан. 2:30). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүә, Данилды үрнәк алырлыҡ кеше тип атап, уны Нух һәм Әйүп менән бер рәткә ҡуйған. Ул ваҡытҡа Нух һәм Әйүп ғүмере буйына Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән, ә Данил әле йәш кенә булған. Йәһүә Данилда һис тә шикләнмәгән! Һәм Данил, Йәһүәнең өмөттәрен аҡлап, ғүмеренең аҙағына тиклем уға тоғро һәм тыңлаусан булып ҡалған. Данилға 100 йәш тирәһе булғанда, Алланың фәрештәһе уға бындай йылы һүҙҙәр әйткән: «Эй Данил, ҡәҙерле кеше!» (Дан. 10:11).

13. Йәһүәнең Данилды юғары дәрәжәгә күтәреүенең бер сәбәбе нимәлә булырға мөмкин?

13 Йәһүәнең ярҙамы менән Данил тәүҙә Вавилон империяһында, ә һуңыраҡ Мидо-Фарсы империяһында бик юғары дәрәжәгә күтәрелгән (Дан. 1:21; 6:1, 2). Бәлки, Мысырҙа Йософ йә Фарсы батшалығында Әсфирә менән Мардаҡай осрағындағы кеүек, Йәһүә, Данил үҙенең халҡына ярҙам итә алһын өсөн, уны шулай юғары дәрәжәгә күтәргәндер (Дан. 2:48) *. Әсирлектә булған Йәзәкил һәм башҡа йәһүдтәрҙең, Йәһүәнең Данил аша ярҙам итеүен күреп, ни тиклем ҡыуанғанын күҙ алдына килтерегеҙ. Был, моғайын, уларҙы бик рухландырғандыр!

Йәһүә үҙенә тоғролоҡ һаҡлаусыларҙы ҡәҙерле тип һанай (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14, 15. а) Беҙҙең шарттар Данилдыҡына нимә менән оҡшаш? б) Бөгөн ата-әсәләр Данилдың ата-әсәһенән нимәгә өйрәнә ала?

14 Данилдың иманын һәм тыңлаусанлығын нисек өлгө итеп алып була? Бөгөнгө донъя әхлаҡһыҙлыҡ һәм ялған дин менән тулы. Кешеләргә Бөйөк Вавилон — ялған диндең бөтә донъя империяһы тәьҫир итә. Изге Яҙмала ул «төрлө шаҡшы рух торлағы» тип атала (Асыл. 18:2). Әммә беҙ был донъя кешеләренән бик ныҡ айырылып торабыҙ, бының арҡаһында улар беҙҙән көлөргә мөмкин (Марк 13:13). Быға ҡарамаҫтан, әйҙәгеҙ, Данил кеүек, Аллабыҙ Йәһүәгә яҡынлашайыҡ. Баҫалҡылыҡ сағылдырһаҡ, Йәһүәгә таянһаҡ һәм уға буйһонһаҡ, беҙ ҙә уның өсөн ҡәҙерле булырбыҙ (Агг. 2:7).

15 Ата-әсәләр Данилдың ата-әсәһенән нимәгә өйрәнә ала? Данил бала сағында Йәһүҙәлә йәшәгәндә, ундағы күпселек кеше бик яуыз булған. Шулай ҙа ул Йәһүәгә ҡарата мөхәббәт үҫтерә алған, һәм был башлыса уның ата-әсәһе ярҙамында мөмкин булған. Күрәһең, улар Данилға Йәһүә тураһында белем биргән (Ғиб. һүҙ. 22:6). Хатта Данилдың «минең хөкөмсөм — Алла» тигәнде аңлатҡан исеме лә ата-әсәһенең Йәһүәне яратҡанын күрһәтә (Дан. 1:6, төшөрмә). Ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы артабан да сабырлыҡ менән хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ. Бирешмәгеҙ! (Ефес. 6:4) Балаларығыҙ менән бергә доға ҡылығыҙ, шулай уҡ шәхси рәүештә доға ҡылғанда ла Йәһүәгә улар тураһында әйтегеҙ. Уларҙы Йәһүә хуплаған нәмәләрҙе яратырға өйрәтер өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ, һәм Йәһүә һеҙҙе мул итеп фатихалаясаҡ (Зәб. 37:5).

ӘЙҮП БАЙЛЫҠТА ЛА, ЯРЛЫЛЫҠТА ЛА ИМАН ҺӘМ ТЫҢЛАУСАНЛЫҠ САҒЫЛДЫРҒАН

16, 17. Әйүп тормошоноң төрлө осорҙарында ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

16 Әйүп ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? Ул киҫкен үҙгәрештәр кисергән. Тәүҙә ул «Көнсығышта йәшәүсе бар кешеләр араһында иң бөйөгө» булған (Әйүп 1:3). Әйүп бик бай булған, күп кешеләр уны белгән һәм хөрмәт иткән (Әйүп 29:7—16). Быға ҡарамаҫтан, ул үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаған һәм үҙенең Аллаға мохтаж булыуын аңлаған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Йәһүә Әйүпте «хеҙмәтсем» тип атаған һәм уның тураһында: «Ул намыҫлы, саф, Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәй һәм үҙен яуызлыҡтан һаҡлай», — тип әйткән (Әйүп 1:8).

17 Әммә Әйүптең тормошо ҡапыл аҫты өҫкә килгән. Ул барыһын юғалтҡан һәм, өмөтһөҙлөккә бирелеп, үлергә теләгән. Бөгөн беҙ уның ҡайғыларында Шайтан ғәйепле булғанын беләбеҙ. Ул, Әйүп Йәһүәгә файҙа алыу ниәте менән генә хеҙмәт итә, тигән. (Әйүп 1:9, 10-ды уҡығыҙ *.) Йәһүә Шайтандың был ғәйепләүен иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Шайтандың яуыз алдаҡсы икәнен күрһәтер өсөн, Йәһүә нимә эшләгән? Ул Әйүпкә тоғро булыуын һәм яратыуҙан сығып хеҙмәт итеүен иҫбатларға мөмкинлек биргән.

18. а) Әйүптең осрағында һеҙҙе нимә һоҡландыра? б) Әйүп менән нисек мөғәмәлә иткәненән Йәһүә тураһында нимә белеп була?

18 Шайтан Әйүпкә ҡат-ҡат һөжүм иткән. Ул, Әйүпте яфалап, уны бөтә ҡайғыларҙы Алла ебәргәненә ышандырырға тырышҡан (Әйүп 1:13—21). Шунан үҙҙәрен Әйүптең дуҫы тип атаған өс ир уға аяуһыҙ һүҙҙәр әйткән. Улар Әйүпте яуыз булыуҙа ғәйепләгән һәм, шуның өсөн Алла һине язалай, тигән (Әйүп 2:11; 22:1, 5—10). Быға ҡарамаҫтан, Әйүп Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. Эйе, ҡайһы ваҡыт ул уйламайынса һөйләгән (Әйүп 6:1—3). Ләкин Йәһүә уның бик ныҡ ғазапланғанға шулай эшләгәнен аңлаған. Алла шуны күргән: Шайтан, образлы итеп әйткәндә, Әйүпте, ергә йығып, ялған дуҫтарының рәнйеткес һүҙҙәре менән туҡмауын дауам итһә лә, Әйүп тоғролоҡ һаҡлаған. Бөтә һынауҙар артта ҡалғас, Йәһүә Әйүпкә элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк мөлкәт биргән һәм ғүмеренә тағы 140 йыл өҫтәгән (Яҡ. 5:11). Әйүп ғүмеренең ахырына тиклем Аллаға ысын күңелдән тоғро булған. Ни өсөн быға шикләнмәҫкә була? Сөнки Йәзәкил был мәҡәләнең төп шиғырындағы һүҙҙәрҙе Әйүп үлгәндән һуң йөҙәрләгән йылдар үткәс яҙған булған.

19, 20. а) Әйүптең иманын һәм тыңлаусанлығын нисек өлгө итеп алып була? б) Беҙ, Йәһүә кеүек, башҡаларға нисек ҡыҙғаныу күрһәтә алабыҙ?

19 Әйүптең иманын һәм тыңлаусанлығын нисек өлгө итеп алып була? Ниндәй генә шарттарҙа булһаҡ та, Йәһүә һәр ваҡыт тормошобоҙҙа иң мөһим Шәхес булырға тейеш. Беҙ уға тулыһынса ышанырға һәм бөтә йөрәктән буйһонорға теләйбеҙ. Ысынбарлыҡта беҙҙең шулай эшләр өсөн Әйүптекенә ҡарағанда күберәк сәбәптәребеҙ бар. Уйлап ҡарағыҙ: бөгөн беҙ Шайтандың үҙе һәм уның алымдары хаҡында күп нәмә беләбеҙ (2 Кор. 2:11). Изге Яҙманан, айырыуса Әйүп китабынан беҙ Алланың ни өсөн ғазаптарҙы рөхсәт иткәнен аңлайбыҙ. Ә Данилдың пәйғәмбәрлегенән беҙ Алла Батшалығы — Ғайса Мәсих етәкселегендәге реаль хөкүмәт икәнен беләбеҙ (Дан. 7:13, 14). Һис шикһеҙ, тиҙҙән был Батшалыҡ бөтә ғазаптарҙы мәңгегә юҡ итәсәк.

20 Әйүптең осрағы шулай уҡ беҙҙе бәләгә эләккән ҡәрҙәштәргә ҡыҙғаныу күрһәтергә өйрәтә. Әйүп кеүек, улар ҙа уйламайынса һөйләргә мөмкин (Вәғ. 7:7). Әммә беҙ улар тураһында насар уйларға тейеш түгел. Киреһенсә, уларҙы аңларға тырышырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ ҡайғыртыусан һәм мәрхәмәтле Атабыҙ Йәһүәнән өлгө алырбыҙ (Зәб. 103:8).

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ «НЫҒЫТАСАҠ»

21. 1 Петр 5:10-дағы һүҙҙәр нисек Нух, Данил һәм Әйүптең кисергәндәрен иҫебеҙгә төшөрә?

21 Нух, Данил һәм Әйүп тарихтың төрлө осорҙарында йәшәгән, уларҙың һәр береһе төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡан һәм Аллаға тоғро булып ҡалған. Уларҙың осраҡтары илсе Петрҙың бындай һүҙҙәрен иҫебеҙгә төшөрә: «Бар мәрхәмәттең сығанағы булған... Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк» (1 Пет. 5:10).

22. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

22 1 Петр 5:10-дағы һүҙҙәр аша Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен ныҡ һәм ҡаҡшамаҫ итәсәгенә ышандыра. Был һүҙҙәр Алланың хәҙерге ваҡытта йәшәгән халҡына ла ҡағыла. Беҙ барыбыҙ ҙа Йәһүәнең үҙебеҙҙе көслө итеүен, шулай уҡ хеҙмәтебеҙҙә сыҙамлыҡ сағылдырырға ярҙам итеүен теләйбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Нух, Данил һәм Әйүптең иманын һәм тыңлаусанлығын үрнәк итеп алайыҡ. Киләһе мәҡәләнән беҙ был ирҙәрҙең, Йәһүәне яҡшы белгәнгә күрә, уға тоғролоҡ һаҡлай алғаны хаҡында белербеҙ. Улар Алланың үҙҙәренән нимә көткәнен аңлаған (Ғиб. һүҙ. 28:5). Был беҙҙең дә хәлебеҙҙән килә.

^ 1 абз. Йәзәкил 14:12—14: «Шунда Йәһүә миңә тағы былай тине: „Әҙәм улы, ил тоғролоҡһоҙ эш итеп миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уға яза бирер өсөн ҡулымды һуҙырмын, уларға ризыҡ бүтән килтермәҫтәр, һәм шул ергә аслыҡ ебәреп кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла һәләк итермен. Хатта унда ошо өс кеше — Нух, Данил һәм Әйүп булған булһа ла, улар, тәҡүә булғанға, үҙ йәндәрен генә ҡотҡарып ҡала алыр ине“, — тип әйтә Аллаһы Тәғәлә Йәһүә».

^ 2 абз. Йәзәкил Вавилон әсирлегенә б. э. т. 617 йылда эләккән булған. Йәзәкил 8:1—19:14-тәге һүҙҙәрҙе ул әсирлеккә эләккәндән һуң «алтынсы йылда», йәғни б. э. т. 612 йылда яҙған.

^ 5 абз. Нухтың атаһы Ламех Аллаға ышанған, әммә Туфанға тиклем яҡынса биш йыл ҡалғас үлеп киткән. Туфан башланған ваҡытта Нухтың әсәһе һәм бер туғандары әле иҫән булған булһалар, ул саҡта улар ҡотолмаған.

^ 9 абз. Малахи 3:17, 18: «Мин уларҙы үҙемдең махсус милкем итермен, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. — Шул көндө улар минеке булып китер. Кеше үҙенә хеҙмәт итеүсе улын ҡыҙғанған кеүек, мин дә уларҙы ҡыҙғанырмын. Һеҙ тәҡүә һәм боҙоҡ кеше араһындағы, Аллаға хеҙмәт итеүсе һәм хеҙмәт итмәүсе кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ».

^ 13 абз. Данилдың юғары дәрәжә биләгән өс дуҫы хаҡында ла шундай уҡ фараз ҡылып була (Дан. 2:49).

^ 17 абз. Әйүп 1:9, 10: «Шайтан Йәһүәгә былай тип яуап бирҙе: „Әллә Әйүп Алланан юҡҡа ғына ҡурҡып йәшәйме? Һин уны, уның йортон һәм бөтә мөлкәтен яҡлап тораһың түгелме? Һин уның эштәрен фатихалайһың, һәм уның малдары ишәйеп тора“».