Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

Асыҡ телмәрҙәр Ирландия халҡын хәҡиҡәт менән таныштыра

Асыҡ телмәрҙәр Ирландия халҡын хәҡиҡәт менән таныштыра

ПАРОХОД Белфаст-Лох ҡултығына яҡынлаша. Палубала, иртәнге ҡояш нурҙарына күмелгән йәшел ҡалҡыулыҡтарға ҡарап, бер нисә пассажир тора. 1910 йылдың май айы. Пассажирҙарҙың береһе Чарлз Тейз Расселл өсөн был инде Ирландияға бишенсе сәфәр. Йыраҡта верфтәрҙә төҙөлгән ғәйәт ҙур океан лайнерҙарының һыҙаттары асыҡ булып күренә башлай. Былар — уңмаған «Титаник» * һәм шундай уҡ класлы тағы бер судно «Олимпик». Верфтәрҙән арыраҡ, пароходтың килеүен көтөп, причалда унлаған Изге Яҙманы тикшереүсе тора.

Егерме йыл алдараҡ Расселл ҡәрҙәш, һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъяға таратыу өсөн яҡшыраҡ ысул табырға теләп, Американан ситтә бер нисә сәфәр яһарға булған. Уның беренсе сәфәре 1891 йылдың июлендә Ирландиянан башланған. Көн аҙағында пароход «Сити оф Чикаго» Куинстаун (хәҙер Ков) ҡалаһына яҡынлашҡанда, Расселл ҡәрҙәш, моғайын, ата-әсәһенең үҙҙәренең тыуған иле тураһында һөйләгәндәрен иҫенә төшөргәндер. Ыҡсым ҡалалар һәм матур ауылдар янынан үткәндә, Расселл ҡәрҙәш һәм уның юлдаштары бында «ура торған ашлыҡ күп» икәнен аңлай башлаған.

Расселл ҡәрҙәш Ирландияға барлығы ете тапҡыр барған. Уның беренсе килеүе шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, хатта һуңыраҡ уны тыңларға йөҙләгән, ә ҡайһы саҡ меңләгән кеше килгән. 1903 йылдың майында, икенсе сәйәхәте ваҡытында, уның Белфаст һәм Дублиндағы сығыштары тураһында урындағы гәзиттәрҙә хәбәр ителгән. Расселл ҡәрҙәштең һуңынан һөйләүенсә, «Антлы вәғәҙә» тигән темаға «тыңлаусылар бик иғтибарлы» булған. Ул телмәр Ибраһимдың иманы һәм киләсәктә кешелекте ниндәй фатихалар көтөүе хаҡында булған.

Ирландияла хәҡиҡәтҡә ҡыҙыҡһыныу ҙур булғанға, Расселл ҡәрҙәш унда Европа буйынса өсөнсө сәфәре ваҡытында ла барған. 1908 йылдың апрель иртәһендә биш ҡәрҙәш уны Белфаст портында ҡаршы алған. Шул уҡ көндөң кисендә ул «Шайтан империяһының юҡҡа сығыуы» тигән телмәр менән сығыш яһаған, уны ҡыҙыҡһынып 300 кеше тыңлаған. Телмәр тыңларға килгәндәрҙең береһе Расселл ҡәрҙәш һөйләгәндәр менән ризаһыҙлыҡ белдерә башлаған, ләкин, уның Изге Яҙма нигеҙендә оҫта фекер йөрөтөүен күреп, бик тиҙ тынысланған. Дублинда Расселдың сығышына үҙенең ризаһыҙлығын тағы ла ҡәтғиерәк итеп белдергән бер кеше килгән. Ул Йәштәр христиан ойошмаһы сәркәтибе О’Коннор булып сыҡҡан. Ул меңдән артыҡ тыңлаусыларҙы Изге Яҙманы тикшереүселәргә ҡаршы ҡуйырға маташҡан. Шул саҡта нимә булған?

Әйҙәгеҙ, шул ваҡытҡа күсәйек һәм шул кистә нимә булғанын күҙ алдына килтерергә тырышайыҡ. Хәҡиҡәтте эҙләүсе бер кеше, лекция тураһында «Айриш таймс» гәзитенән белеп ҡалып, унда барырға була. Шығрым тулы залда үҙенә саҡ урын табып, ул ҡара сюртук кейгән сал сәсле һәм һаҡаллы докладсыны иғтибар менән тыңлай. Сығыш яһағанда тегеһе ҡулын болғап сәхнә буйлап йөрөй һәм, оҫта итеп шиғыр артынан шиғыр килтереп, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте аңларға ярҙам итә. Хатта тауыш аппаратураһы булмаһа ла, докладсының һөйләгәндәре залдың бөтә мөйөштәрендә яҡшы ишетелә, һәм сәғәт ярым буйы тыңлаусылар уны тын да алмай тыңлап ултыра. Шунан һуң ул тыңлаусыларға үҙенә һорау бирергә тәҡдим итә, һәм О’Коннор үҙенең союздаштары менән бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай. Әммә докладсы был бәйләнеүҙәрҙе оҫта итеп Изге Яҙма ярҙамында кире ҡаға. Тамашасылар, хуплап, уға ҡул саба. Барыһы ла тынысланғас, хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кеше, күберәк белергә теләп, ҡәрҙәштәр янына килә. Быларҙы үҙ күҙҙәре менән күреүселәрҙең иҫкә төшөрөүҙәре буйынса, күптәр хәҡиҡәт менән тап шулай танышҡан.

1909 йылдың майында Расселл ҡәрҙәш Нью-Йорктан үҙенең дүртенсе сәйәхәтенә юлға сыҡҡан. «Мавритания» пароходында уның менән бергә стенографист — Хантсингер ҡәрҙәш тә булған. Юлда Расселл ҡәрҙәш уға «Күҙәтеү манараһы» өсөн мәҡәләләр әйтеп яҙҙырған. Ул саҡта Белфаста Расселл ҡәрҙәштең телмәренә 450 кеше килгән, өҫтәүенә, йөҙләгәне баҫып тороп тыңларға мәжбүр булған, сөнки урын етмәгән.

Расселл ҡәрҙәш «Лузитания» бортында

Мәҡәләнең башында әйтелгән бишенсе сәфәр ваҡытында барыһы ла шул уҡ сценарий буйынса булған. Дублинда асыҡ телмәрҙән һуң Расселл ҡәрҙәш, йыйылғандарға ҡәнәғәтлек килтереп, Изге Яҙма ярҙамында О’Коннор алып килгән күренекле дин белгесенең бөтә һорауҙарына ла яуап биргән. Икенсе көндө ҡәрҙәштәр почта судноһында Ливерпуль ҡалаһына юл тотҡан, унда улар Нью-Йоркка барған данлыҡлы «Лузитания» * лайнерына күсеп ултырған.

1910 йылдың 20 майында сыҡҡан «Айриш таймс» гәзитендә баҫтырылған асыҡ телмәр тураһында иғлан

1911 йылда, алтынсы һәм етенсе сәйәхәте ваҡытында, Расселл ҡәрҙәш шулай уҡ гәзиттәрҙә хәбәр ителгән асыҡ телмәрҙәр менән сығыш яһаған. Яҙын Белфаста «Үлгәндән һуң йәшәү бармы?» тигән телмәргә, 20 Изге Яҙманы тикшереүсенән тыш, тағы 2 000 самаһы кеше килгән. Дублинда Расселдың сығышына тағы О’Коннор килгән, был юлы бүтән рухани менән. Расселл ҡәрҙәш уларҙың һорауҙарына Изге Яҙмаға нигеҙләнеп яуап биргән, һәм уның бөтә яуаптарына ундағы халыҡ ҡул сапҡан. Шул уҡ йылдың көҙөндә Расселл ҡәрҙәш башҡа ҡалаларға ла барған, унда ла уның лекцияларына күп кеше килгән. О’Коннор үҙе алып килгән йөҙ хулиган менән бергә йәнә Дублиндағы осрашыуға ҡамасауларға маташҡан, ләкин ундағы кешеләр докладсыны ихлас яҡлаған.

Ул ваҡытта асыҡ телмәрҙәр менән башлыса Расселл ҡәрҙәш сығыш яһаған, ләкин ул «алмаштырғыһыҙ кешеләр юҡ» икәнен аңлаған, сөнки «был эш кешенеке түгел, был Алланың эше». Һуңғараҡ йыйылыштарҙа даими рәүештә һөйләнә башлаған, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙәр хәҡиҡәт менән танышыр өсөн яҡшы мөмкинлектәр асҡан. Улар арҡаһында күптәр һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткән, һәм бөтә Ирландиялағы ҡалаларҙа мәсихселәр йыйылыштары барлыҡҡа килгән. (Беҙҙең Бөйөк Британиялағы архивтарҙан.)

^ 3 абз. Ике йылдан һуң «Титаник» бата.

^ 9 абз. «Лузитания» 1915 йылдың майында ебәрелгән торпеда арҡаһында Ирландияның көньяҡ ярҙарында батҡан.