Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ни өсөн Йәһүә шаһиттарының материалдарын шәхси сайттарға йә социаль селтәрҙәргә ҡуйыу тыйыла?

Беҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларыбыҙҙы һәм башҡа материалдарҙы түләүһеҙ тәҡдим иткәнгә, ҡайһы берәүҙәр, уларҙы бүтән сайттарға йә социаль селтәрҙәргә ҡуйыу рөхсәт ителә, тип уйлай. Ләкин ысынында улай эшләү интернет-ресурстарыбыҙҙың «Ҡулланыу ҡағиҙәләре»н * боҙа һәм етди ауырлыҡтарға килтерә. «Ҡулланыу ҡағиҙәләре»ндә аныҡ итеп әйтелгәнсә, бер кемгә лә сайттарыбыҙҙағы «иллюстрацияларҙы, электрон баҫмаларҙы, сауҙа маркаларын, музыка, фотографияларҙы, видео һәм мәҡәләләрҙе интернетҡа (башҡа сайттарға, файл һәм видео уртаҡлашыу сервистарына йә социаль селтәрҙәргә) урынлаштырыу» рөхсәт ителмәй. Ни өсөн ундай сикләүҙәр кәрәк?

Ойошмабыҙҙың авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланған материалдарын башҡа сайттарға ҡуйыу тыйыла

Бөтә интернет-материалдарыбыҙ авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланған. Мөртәттәр һәм ойошмабыҙға ҡаршы килгән башҡа кешеләр, үҙҙәренең сайттарына баҫмаларыбыҙҙы ҡуйып, Йәһүә шаһиттарын һәм башҡаларҙы ылыҡтырырға тырыша. Был сайттарҙың маҡсаты — шиктәр тыуҙырыу (Зәб. 26:4; Ғиб. һүҙ. 22:5). Ҡайһы берәүҙәр баҫмаларыбыҙҙағы материалды йә логотиптарыбыҙҙы рекламала, һатыу өсөн тәғәйенләнгән төрлө тауарҙарҙа йә электрон ҡушымталарҙа ҡуллана. Закон авторлыҡ хоҡуғын һәм сауҙа маркаларын яҡлай, шуға күрә материалдарыбыҙҙы һәм логотиптарыбыҙҙы урынһыҙ ҡулланыуҙы тыйыр өсөн беҙҙең юридик нигеҙебеҙ бар (Ғиб. һүҙ. 27:12). Ләкин әгәр беҙ кешеләргә, шул иҫәптән ҡәрҙәштәргә материалдарыбыҙҙы башҡа сайттарға ҡуйырға йә логотиптарыбыҙҙы төрлө тауарҙарҙы һатыр өсөн ҡулланырға рөхсәт итһәк, беҙгә ҡаршы килеүселәрҙең йә сауҙа фирмаларының материалдарыбыҙҙы үҙ файҙаһы өсөн ҡулланыуын тыйырға кәрәк булғанда, суд беҙҙе яҡламаҫҡа мөмкин.

Баҫмаларыбыҙҙы, рәсми интернет-ресурстарыбыҙҙан тыш, бүтән сайттарҙан күсереп алыу ҡурҡыныс булыуы ихтимал. Йәһүә рухи аҙыҡ биреү йөкләмәһен тик «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә» генә тапшырған (Матф. 24:45). Был йөкләмәне үтәр өсөн, «хеҙмәтсе» ойошмабыҙҙың рәсми интернет-ресурстарын ғына ҡуллана. Был интернет-ресурстарҙа реклама йә Шайтан донъяһы тарафынан боҙоп күрһәтелгән мәғлүмәт юҡ икәненә һис тә шикләнмәҫкә була. Рухи аҙыҡ башҡа юлдар аша килһә, уның беҙгә үҙгәртелмәгән килеш килеп еткәненә бер ниндәй гарантия юҡ (Зәб. 18:26; 19:8).

Бынан тыш, материалдарыбыҙ комментарийҙар ҡалдырырға мөмкинлек биргән сайттарға ҡуйылһа, мөртәттәр һәм беҙҙе тәнҡитләгән башҡа кешеләр Йәһүәнең ойошмаһына ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатырға мөмкин. Шундай сайттарға ингән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр онлайн-бәхәстәргә ҡушылған һәм һөҙөмтәлә Алла исеменә тағы ла ҙурыраҡ тап төшөргән. Форумдар беҙҙең «өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә» мөмкинлек биргән урын түгел (2 Тим. 2:23—25; 1 Тим. 6:3—5). Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: башҡа кешеләр ойошмабыҙ, Етәксе кәңәшмә йә уның айырым ағзалары исеменән ялған сайттар һәм социаль селтәрҙәрҙә биттәр булдыра. Әммә Етәксе кәңәшмә ағзаларының береһе лә үҙенең шәхси сайтын йә социаль селтәрҙәрҙә үҙенең битен булдырмай.

Кешеләрҙе ойошмабыҙҙың рәсми интернет-ресурстарына йүнәлтеп, беҙ «һөйөнөслө хәбәрҙең» таралыуына өлөш индерәбеҙ (Матф. 24:14). Хеҙмәттә ҙур ярҙам булып торған рәсми интернет-ресурстарыбыҙ гел яҡшырып тора. Беҙ бөтә кешеләрҙең дә улар менән ҡулланыуын теләйбеҙ. Шуға күрә, «Ҡулланыу ҡағиҙәләре»ндә әйтелгәнсә, электрон почта аша баҫмабыҙҙың экземплярын ебәрергә йә интернет-ресурстарыбыҙҙа булған материалдарға һылтанма менән бүлешергә мөмкин. Хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе интернет-ресурстарыбыҙ менән таныштырып, беҙ уларға рухи аҙыҡты «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша ғына алып булғанын күрһәтәбеҙ.

^ 1 абз. «Ҡулланыу ҡағиҙәләре»нә һылтанманы интернет-ресурстарыбыҙҙың баш битенең аҫтында табып була. Сикләүҙәр сайттарыбыҙҙа булған бөтә материалдарға ла ҡағыла.