Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бер-берегеҙҙе «тағы ла нығыраҡ» рухландырып тороғоҙ

Бер-берегеҙҙе «тағы ла нығыраҡ» рухландырып тороғоҙ

«Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, ...бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит» (ЕВР. 10:24, 25).

ЙЫРҘАР: 90, 87

1. Ни өсөн Павел еврей халҡынан булған мәсихселәрҙе бер-береһен «тағы ла нығыраҡ» рухландырырға өндәгән?

БЕРЕНСЕ быуатта илсе Павел еврей халҡынан булған мәсихселәргә бындай кәңәш биргән: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит» (Евр. 10:24, 25). Бәлки, шул мәсихселәр, ни өсөн Павел бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ рухландырырға өндәй, тип аптырағандыр. Сәбәптәрҙең береһе биш йыл да үтмәҫтән асыҡланған. Шул ваҡытта улар Йәһүәнең Иерусалимды хөкөм итеү көнө бик яҡын икәнлеген күргән. Улар, Ғайса әйткәнсә, ҡаланан ҡасырға кәрәклеген аңлаған (Ғәм. 2:19, 20; Лука 21:20—22). Йәһүәнең шул көнө б. э. 70 йылында, римдар Иерусалимды емергән ваҡытта килгән.

2. Ни өсөн беҙ бер-беребеҙҙе рухландырыу тураһында күберәк уйларға тейеш?

2 Бөгөн беҙ шуға оҡшаш хәлдә. Йәһүәнең бөйөк һәм ҡурҡыу уятҡан көнө бик яҡын (Йәил 2:11). Сафуния пәйғәмбәрҙең бындай һүҙҙәрен беҙҙең көндәргә лә ҡулланып була: «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын! Ул яҡын һәм бик тиҙ яҡынлаша!» (Саф. 1:14). Бына ни өсөн «бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек» тигән саҡырыу буйынса эш итеү мөһим (Евр. 10:24). Беҙ ҡәрҙәштәр менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһынырға тейеш. Шулай эшләп, кәрәк саҡта уларҙы нығыта алырбыҙ.

КЕМ РУХЛАНДЫРЫУҒА МОХТАЖ?

3. Илсе Павел дәртләндереү тураһында нимә әйткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 «Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә, ә яҡшы һүҙ күңелен күтәрә» (Ғиб. һүҙ. 12:25). Һәр беребеҙ ваҡыт-ваҡыт рухландырыуға мохтаж. Павел әйткәнсә, хатта башҡаларҙы дәртләндереү өсөн яуаплы ҡәрҙәштәр ҙә рухландырыуға мохтаж. Ул Римда йәшәгән мәсихселәргә былай тип яҙған: «Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә» (Рим. 1:11, 12). Күренеүенсә, хатта илсе Павел да ҡайһы бер ваҡыттарҙа дәртләндереүгә мохтаж булған. (Римдарға 15:30—32-не уҡығыҙ.)

4, 5. Бөгөн беҙ кемде дәртләндерә алабыҙ һәм ни өсөн?

4 Бөгөн беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күп ваҡыт үткәргән ҡәрҙәштәрҙе, мәҫәлән, тоғро пионерҙарҙы нығыта алабыҙ. Пионер хеҙмәтенә ваҡыт бушатыр өсөн, уларҙың күбеһе үҙҙәренә оҡшаған нәмәләрҙән баш тартҡан. Миссионерҙар, филиалдарҙа йә тәржемә итеү офистарында хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр, район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары тураһында шуны уҡ әйтеп була. Уларҙың барыһы ла, Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә күберәк ваҡыт бүлер өсөн, ҡорбандарға барған. Беҙ уларҙы дәртләндерергә тейеш. Шулай уҡ бығаса тулы ваҡытлы хеҙмәттә ашҡынып ҡатнашҡан, әммә бүтән был хеҙмәттә ҡатнаша алмаған ҡәрҙәштәр ҙә бар. Улар ҙа рухландырыу өсөн бик рәхмәтле булыр.

5 Тағы кем рухландырыуға лайыҡ? Беҙ шулай уҡ, Йәһүәне тыңларға һәм «Раббыға инаныусыға ғына» никахҡа инергә теләгәнгә, әлегә яңғыҙ булған күп ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәрҙе рухландыра алабыҙ (1 Кор. 7:39). Ирҙәр ҡатындарын яратыуҙарына ышандырғанда һәм бөтә эштәре өсөн рәхмәт белдергәндә, ҡатындар дәртләнеп китә (Ғиб. һүҙ. 31:28, 31). Эҙәрләүҙәр кисергән йә ауырыған ҡәрҙәштәр ҙә дәртләндереүгә мохтаж (2 Фес. 1:3—5). Йәһүә һәм Ғайса Мәсих бөтә был тоғро хеҙмәтселәрҙе йыуата. (2 Фессалоникаларға 2:16, 17-не уҡығыҙ.)

ӨЛКӘНДӘР БЕҘҘЕ ДӘРТЛӘНДЕРӘ АЛА

6. Ишағыя 32:1, 2-лә тасуирланған өлкәндәр ниндәй роль уйнай?

6 Ишағыя 32:1, 2-не уҡығыҙ *. Ауыр ваҡыттарҙа йәшәгәнгә, беҙ еңел генә бойоғорға һәм төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Беҙҙе рухландырыр өсөн, Ғайса Мәсих «кенәздәрҙе», йәғни майланғандарҙан һәм бүтән һарыҡтарҙан булған өлкәндәрҙе ҡуллана. Был ағай-ҡәрҙәштәр беҙҙең иманыбыҙ «өҫтөнән хакимлыҡ» итеүселәр түгел, ә беҙҙе шатландырырға теләгән хеҙмәттәштәр (2 Кор. 1:24).

7, 8. Өлкәндәр һүҙҙәре һәм эштәре менән башҡаларҙы нисек рухландыра ала?

7 Илсе Павел һәр саҡ ҡәрҙәштәрен дәртләндерергә тырышҡан, өлкәндәр унан өлгө ала ала. Ул Фессалоникалағы эҙәрләүҙәр кисергән ҡәрҙәштәргә былай тип яҙған: «Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ» (1 Фес. 2:8).

8 Өлкәндәр башҡаларҙы һүҙҙәре менән рухландыра ала. Әммә ҡайһы саҡта һүҙҙәр генә әҙ. Павел Ефестағы өлкәндәргә былай тигән: «Раббы Ғайсаның: „Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк“, — тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз» (Ғәм. 20:35). Павел, ҡәрҙәштәрен рухландырыуҙан тыш, улар өсөн бөтөнөһөн, хатта үҙен дә «сарыф» итергә әҙер булған. Эштәре менән ул имандаштары өсөн барыһын эшләргә әҙер булыуын күрһәткән (2 Кор. 12:15). Шуның шикелле, өлкәндәр һүҙҙәре менән генә түгел, ә эштәре менән дә башҡаларҙы рухландырырға һәм йыуатырға тейеш. Был уларҙың беҙҙең хаҡта ысынлап та ҡайғыртыуын күрһәтә (1 Кор. 14:3).

9. Өлкәндәр нисек, кәңәш биргәндә, дәртләндерә лә ала?

9 Ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн, өлкәндәргә ҡайһы саҡта кәңәш бирергә тура килә. Ундай саҡтарҙа уларға кәңәш бирергә лә, шул уҡ ваҡытта дәртләндерергә лә кәрәк. Быны нисек эшләп булғанын Изге Яҙманан белеп була. Ғайса Мәсих был йәһәттән яҡшы өлгө ҡалдырған. Үлеп терелгәндән һуң, ул Кесе Асияла урынлашҡан Ефес, Пергам һәм Фиатиралағы йыйылыштарҙың һәр береһенә кәңәш биргән. Әммә, кәңәш бирер алдынан, ул уларҙы бөтә яҡшы эштәре өсөн маҡтаған (Асыл. 2:1—5, 12, 13, 18, 19). Лаодикиялағы йыйылышҡа ул: «Мин яратҡандарымдың һәр береһен төҙәтәм һәм тәрбиәләйем. Шуға күрә ашҡыныусан бул һәм тәүбә ит», — тип әйткән (Асыл. 3:19, ЯДТ). Өлкәндәр кәңәш биреүҙә Ғайсанан өлгө алырға тырыша.

БАШҠАЛАРҘЫ ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ ӨСӨН ӨЛКӘНДӘР ГЕНӘ ЯУАПЛЫ ТҮГЕЛ

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы башҡаларҙы рухландырырға өйрәтәһегеҙме? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Һәр беребеҙ нисек башҡаларҙы нығыта ала?

10 Башҡаларҙы өлкәндәр генә дәртләндерергә тейеш, тип уйлау дөрөҫ түгел. Павел бөтә мәсихселәрҙе лә, башҡаларға «яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр» әйтергә өндәгән (Ефес. 4:29). Һәр беребеҙ, башҡаларға ярҙам итер өсөн нимә эшләй алам, тип уйланырға тейеш. Павел еврей халҡынан булған мәсихселәргә былай тип яҙған: «Хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм быуынһыҙланған тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ» (Евр. 12:12, 13). Бөтәбеҙ ҙә, хатта балалар ҙа башҡаларҙы һүҙҙәре менән нығыта һәм дәртләндерә ала.

11. Мартаға төшөнкөлөккә бирелгән сағында нимә ярҙам иткән?

11 Марта * исемле апай-ҡәрҙәш бер ни тиклем ваҡыт төшөнкөлөккә бирелгән булған. Ул былай тип яҙа: «Бер көндө, дәртләндереү һорап доға ҡылғандан һуң, мин оло йәштәге бер апай-ҡәрҙәште осраттым. Ул минең хәлемә инде һәм йыуатты, шул ваҡытта мин быға айырыуса ныҡ мохтаж инем. Ул шулай уҡ минекенә оҡшаш һынауҙы үҙенең нисек кисереп сыҡҡаны хаҡында һөйләне, һәм мин яңғыҙ түгел икәнемде тойҙом». Был оло апай-ҡәрҙәш, бәлки, һүҙҙәренең Мартаға ни тиклем ныҡ ярҙам иткәнен аңлап та бөтөрмәгәндер!

12, 13. Филипптарға 2:1—4-тәге кәңәште нисек ҡулланып була?

12 Павел Филипптағы мәсихселәргә былай тип яҙған: «Әгәр Мәсих аша күңел күтәренкелеге табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән, минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ. Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (Флп. 2:1—4).

13 Бөтәбеҙгә лә башҡаларға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк. Ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерер өсөн, уларҙы «мөхәббәт» менән йыуатырға, улар тураһында ҡайғыртырға, «шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ» сағылдырырға була.

БАШҠАЛАРҘЫ НИСЕК ДӘРТЛӘНДЕРЕП БУЛА?

14. Башҡаларҙы нимә дәртләндерергә мөмкин?

14 Элек кемгәлер хәҡиҡәткә килергә ярҙам итһәк, уның әле лә тоғро хеҙмәт итеүе тураһында ишетеү ҙур шатлыҡ килтерә. Илсе Яхъя: «Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр», — тип яҙған (3 Яхъя 4). Күп пионерҙар, ҡасандыр өйрәнеүселәре булған кешеләрҙең күп йылдар үткәс тә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүен йә хатта пионер хеҙмәтендә ҡатнашыуын белгәс, бик шатлана. Шуға күрә, пионерҙар бойоҡһа, уларға хеҙмәттә кисергән шатлыҡтарын иҫкә төшөрөп була.

15. Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткәндәрҙе дәртләндерер өсөн тағы нимә эшләп була?

15 Күп район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары әйтеүенсә, йыйылышҡа килеп киткәндән һуң рәхмәт һүҙҙәре яҙылған записка алыу бик рухландыра. Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән өлкәндәр, миссионерҙар, пионерҙар һәм вефилселәр тураһында шуны уҡ әйтеп була. Рәхмәт белдереп, беҙ уларҙы ни тиклем ныҡ дәртләндереүебеҙҙе, бәлки, аңлап та бөтөрмәйбеҙҙер.

ҺӘР БЕРЕБЕҘ НИСЕК РУХЛАНДЫРА АЛА?

16. Ниндәй ябай ғына нәмәләр рухландыра ала?

16 Һеҙгә хистәрегеҙҙе белдереү ауыр булһа, нимә эшләргә? Ысынында башҡаларҙы рухландырыу ул хәтлем ауыр түгел. Мәҫәлән, берәйһенә йылмайырға тырышығыҙ. Ул кеше һеҙгә яуап итеп йылмаймаһа, бәлки, ул ниндәйҙер ауырлыҡ менән осрашҡандыр һәм был хаҡта берәйһе менән һөйләшеп алырға теләйҙер. Иғтибар менән тыңлап, һеҙ уны йыуата алаһығыҙ (Яҡ. 1:19).

17. Бер йәш ағай-ҡәрҙәште нимә нығытҡан?

17 Анри исемле йәш ағай-ҡәрҙәштең бер нисә туғаны, шул иҫәптән бығаса өлкән вазифаһын башҡарған атаһы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаған. Был Анриҙы бик ныҡ күңелһеҙләндергән. Район күҙәтеүсеһе Анриҙың бойоғоп йөрөүен күреп ҡалған да уға бергә кофе эсеп алырға тәҡдим иткән. Анри күңелен бушатҡанда, ул уны иғтибар менән тыңлаған. Һөйләшеүҙән һуң Анри шуны аңлаған: ғаиләһенә хәҡиҡәткә кире ҡайтырға ярҙам итергә теләһә, ул үҙе тоғро булып ҡалырға тейеш. Ул шулай уҡ 46-сы мәҙхиәне, Сафуния 3:17-не һәм Марк 10:29, 30-ҙы уҡып йыуаныс тапҡан.

Һәр беребеҙ башҡаларҙы нығыта һәм дәртләндерә ала (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. а) Сөләймән батша дәртләндереү тураһында нимә яҙған? б) Илсе Павел нимә эшләргә өндәгән?

18 Марта һәм Анриҙың осраҡтарынан нимәгә өйрәнеп була? Беҙҙең һәр беребеҙ дәртләндереүгә мохтаж ҡәрҙәште нығыта һәм йыуата ала. Сөләймән батша былай тип яҙған: «Кешенең дөрөҫ яуабы үҙенә шатлыҡ килтерә, һәм үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ шундай яҡшы! Яҡты күҙҙәр [«ҡыуаныслы күҙ ҡарашы», төш.] күңелде шатландыра, яҡшы хәбәр һөйәктәрҙе нығыта» (Ғиб. һүҙ. 15:23, 30). Төшөнкөлөккә бирелгән һәм бойоҡҡан берәй кеше тураһында уйлап ҡарағыҙ. Бәлки, уның өсөн ябай ғына берәй нәмә эшләп булалыр? Мәҫәлән, уға баҫмаларыбыҙҙан йә интернет-ресурсыбыҙҙан берәй мәҡәлә уҡырға була. Бынан тыш, Павел, Батшалыҡ йырҙарын бергә йырлау күңелебеҙҙе күтәрә ала, тигән. Ул былай тип яҙған: «Бер-берегеҙҙе... өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ [«дәртләндерегеҙ», ЯДТ], мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ» (Кол. 3:16; Ғәм. 16:25).

19. Ни өсөн дәртләндереү тағы ла мөһимерәк була барасаҡ, һәм беҙ нимә эшләргә тейеш?

19 Йәһүәнең көнө яҡынлашҡан һайын, бер-беребеҙҙе дәртләндереү тағы ла мөһимерәк була барыр (Евр. 10:25). Павелдың: «Бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ», — тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалһаҡ, ҙур шатлыҡ кисерербеҙ (1 Фес. 5:11).

^ 6 абз. Ишағыя 32:1, 2: «Бына, батша тәҡүәлек хаҡына батшалыҡ итер, һәм кенәздәр ғәҙеллек хаҡына идара итер. Уларҙың һәр береһе елдән йәшеренер урын кеүек, дауыллы ямғырҙан һыйыныр урын кеүек булыр, һыуһыҙ ерҙә һыу ташҡынындай һәм ҡоро ерҙә ҙур ҡая таштың күләгәһеләй булыр».

^ 11 абз. Исемдәр үҙгәртелгән.