Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Ярлылыҡтан сығып, рухи байлыҡҡа өлгәшеү

Ярлылыҡтан сығып, рухи байлыҡҡа өлгәшеү

Мин Либерти тип аталған бәләкәй ҡалала (Индиана штаты, АҠШ), бер генә бүлмәле ағас өйҙә тыуғанмын. Мин тыуғанда, атай-әсәйемдең өс балаһы булған: бер малай һәм ике ҡыҙ. Минән һуң уларҙың тағы өс балаһы тыуҙы: ике малай һәм бер ҡыҙ.

Мин ошо бәләкәй генә йортта тыуҙым

МӘКТӘП йылдары үҙгәрешһеҙ үтте: беренсе кластан алып уҡыуҙы тамамлағансы мин бер үк балалар менән уҡыным. Ҡалабыҙҙа бөтәһе лә тиерлек бер-береһен белә ине.

Мин ете баланың береһе булдым һәм бала саҡтан фермер хужалығын алып барырға өйрәндем

Ҡалабыҙ тирәһендә бәләкәй фермалар урынлашҡан ине. Уларҙа башлыса кукуруз үҫтерелде. Мин тыуғанда, атайым урындағы бер фермерға ялланып эшләй ине. Үҫмер саҡта мин трактор йөрөтөргә өйрәндем һәм ферма эшендә кәрәкле башҡа һөнәрҙәргә эйә булдым.

Мин атайымдың йәш сағын күрмәнем, сөнки мин тыуғанда уға 56 йәш ине, ә әсәйемә 35 ине. Шулай ҙа атайым көслө һәм һау кеше ине. Ул тырышып эшләргә яратты һәм балаларын да шуға өйрәтте. Күп аҡса эшләмәһә лә, ул беҙҙе йәшәр урын, кейем һәм етерлек ризыҡ менән тәьмин итте. Атайым гел беҙҙең менән ваҡыт үткәрҙе. 93 йәшендә ул үлеп китте, ә әсәйем 86 йәштә үлде. Улар Йәһүәгә хеҙмәт итмәне. Бер ҡустым ғына, хәҡиҡәтте ҡабул итеп, 1970 йылдарҙың башынан алып өлкән булып хеҙмәт итә. Тап шул ваҡытта йыйылыштарҙа өлкәндәр кәңәшмәләре булдырылды.

ҮҪМЕР САҠ

Әсәйем бик дини кеше ине. Һәр йәкшәмбе ул беҙҙе баптистар сиркәүенә алып йөрөнө. 12 йәшемдә мин беренсе тапҡыр Троица хаҡында ишеттем. Мин әсәйемдән: «Нисек инде Ғайса бер үк ваҡытта Ата ла, Ул да була ала?» — тип һораным. Әсәйем: «Улым, был сер. Беҙ уны аңлай алмайбыҙ», — тип яуап бирҙе. Эйе, минең өсөн был ысындан да сер булды. Шулай ҙа 14 йәшемдә мин беҙҙең тирәлә ағып ятҡан бер йылғала һыуға сумдырылдым: мине өс тапҡыр — Ата исеме, Ул исеме һәм изге рух исеме хаҡына сумдырып алдылар.

17 йәшемдә, армияға барыр алдынан (1952)

Өлкән кластарҙа минең боксер дуҫым булды. Ул мине спорттың был төрөндә үҙемде һынап ҡарарға күндерҙе. Мин бокс менән шөғөлләнә башланым һәм «Алтын бирсәткәләр» тип аталған боксерҙар клубына ҡушылдым. Яҡшы боксер була алмағанға, мин бер нисә көрәштән һуң боксты ташланым. Һуңыраҡ мине армияға саҡырҙылар һәм Германияға хәрби хеҙмәт үтергә ебәрҙеләр. Шунда хеҙмәт иткән сағымда етәкселәр, ойоштороу һәләттәрең бар тип, мине хәрби училищеға ебәрҙеләр. Улар минең хәрби карьера эшләүемде теләне, ләкин мин теләмәнем, шунлыҡтан, ике йыл үткәс, 1956 йылда хәрби хеҙмәтемде тамамлап армиянан ҡайтып киттем. Әммә күп тә үтмәҫтән, мин бөтөнләй башҡа бер армияға ҡушылдым.

Ике йыл АҠШ армияһында хеҙмәт иттем (1954—1956)

ЯҢЫ ТОРМОШ

Хәҡиҡәткә килер алдынан, мин ысын ир булыуға дөрөҫ ҡарамай инем. Ҡараштарыма фильмдар һәм тирә-яғымдағы мөхит тәьҫир иткән ине, шуға күрә, Изге Яҙма тураһында һөйләгән ир ысын ир түгел, тип һананым. Әммә мин ҡараштарымды бөтөнләй үҙгәрткән белемдәр ала башланым. Бер көндө, мин үҙемдең матур ҡыҙыл кабриолетымда китеп барғанда, ике ҡыҙ ҡул болғап мине туҡтатты. Был өлкән апайымдың иренең һеңлеләре ине. Улар Йәһүә шаһиттары ине. Был осрашыуға тиклем мин уларҙан «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарын алған инем, ләкин «Күҙәтеү манараһы» миңә аңлауға ауыр булып тойолдо. Әммә был юлы улар мине китап өйрәнеүгә — Изге Яҙманы өйрәнеү һәм фекер алышыу буйынса үҙҙәренең өйөндә үткән бәләкәй генә осрашыуға саҡырҙы. Мин, уйлармын, тинем. Улар йылмайҙы ла: «Вәғәҙә итәһеңме?» — тип һораны. «Вәғәҙә итәм», — тинем мин.

Һүҙҙәремә үкенһәм дә, вәғәҙәмде боҙорға теләмәнем, шуға күрә кискеһен осрашыуға киттем. Барыһынан да бигерәк, балаларға һоҡландым. Уларҙың Изге Яҙманы шул тиклем яҡшы белеүенә бик аптыраным! Әсәйем менән һәр йәкшәмбе сиркәүгә йөрөһәм дә, мин Изге Яҙма тураһында бик әҙ белә инем. Хәҙер мин күберәк белергә теләнем, шунлыҡтан Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым. Беренсе өйрәнеүҙәрҙә Аллаһы Тәғәләнең шәхси исеме Йәһүә икәнен белдем. Бынан күп йылдар элек, мин әсәйемдән Йәһүә шаһиттары тураһында һорағанда, ул миңә: «Улар Йәһүә исемле бер бабайға табына», — тигәйне. Ләкин хәҙер күҙҙәрем асылғандай булды!

Мин хәҡиҡәтте тапҡанымды аңланым, шуға күрә рухи яҡтан тиҙ үҫтем. 1957 йылдың март айында, теге китап өйрәнеүҙән һуң ни бары туғыҙ ғына ай үткәндән һуң, мин һыуға сумдырылдым. Ҡараштарым бөтөнләй үҙгәрҙе. Элекке ҡараштарымды иҫкә төшөрөп, Изге Яҙмала ысын ир булыу хаҡында нимә әйтелгәнен белгәнемә бик шатланам. Ғайса камил, көслө, типһә, тимер өҙөрлөк ир булған. Ләкин ул бер кем менән дә һуғышмаған. Бының урынына, алдан пәйғәмбәрлек ителгәнсә, ул «үҙен ғазаптарға дусар иткән» (Ишағ. 53:2, 7). Мин ысын мәсихсенең «бөтәһенә ҡарата ла яғымлы» булырға тейешлеген белдем (2 Тим. 2:24).

1958 йылда мин пионер хеҙмәтен башланым. Әммә тиҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа был хеҙмәтте ҡалдырып торорға тура килде. Ни өсөн? Сөнки үҙемде китап өйрәнеүгә саҡырған ике ҡыҙҙың береһенә — Глорияға өйләнергә булдым. Мин бер ҡасан да был ҡарарыма үкенмәнем. Минең Глориям ул ваҡытта аҫыл таш ине, һәм бөгөн дә ул минең өсөн аҫыл таш булып ҡала. Мин уны иң һирәк осраған бриллианттан да нығыраҡ ҡәҙерләйем һәм уға өйләнгәнемә шул тиклем шатмын! Глория үҙе тураһында ҡыҫҡа ғына былай тип һөйләй:

«Беҙ ғаиләлә 17 бала инек. Әсәйем Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итте. Миңә 14 йәш булғанда, ул үлеп китте. Шунан һуң атайым Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Әсәйем бүтән беҙҙең менән булмағанға, атайым мәктәп директоры менән һөйләшергә булды. Иң өлкән апайым һуңғы кластарҙа уҡый ине, һәм атайым директорҙан мәктәпкә сиратлашып йөрөүебеҙҙе үтенде. Ул саҡта, беребеҙ мәктәпкә барһа, икенсебеҙ, өйҙә ҡалып, ҡусты-һеңлеләр хаҡында ҡайғырта алыр ине. Шуның арҡаһында атайым эштән ҡайтыуға бөтөн ғаилә өсөн киске аш әҙер булыр ине. Директор рөхсәт итте, һәм апайым мәктәпте тамамлағансы беҙ шулай йәшәнек. Беҙҙең менән Изге Яҙманы Йәһүә шаһиттары булған ике ғаилә өйрәнде, һөҙөмтәлә беҙҙең ун беребеҙ хәҡиҡәт юлына баҫты. Оялсанлыҡ менән көрәшһәм дә, миңә вәғәздә ҡатнашыу бик оҡшай ине. Йылдар дауамында ирем Сэм миңә был көрәштә ярҙам итеп торҙо».

Беҙ Глория менән 1959 йылдың февралендә өйләнештек. Беҙгә бергә пионер хеҙмәтендә ҡатнашыу бик оҡшай ине. Шул йылдың июлендә Вефиль хеҙмәтенә ғариза яҙҙыҡ, сөнки Йәһүә шаһиттарының баш идаралығында хеҙмәт итергә хыяллана инек. Ғаризабыҙҙы алғандан һуң, ул ваҡытта Вефилдә хеҙмәт иткән Саймон Крейкер ҡәрҙәш беҙҙең менән әңгәмә үткәрҙе. Ул, әлегә Вефилгә ирле-ҡатынлыларҙы саҡырмайҙар, тип әйтте. Шулай ҙа беҙ унда хеҙмәт итеү хыялын ҡалдырманыҡ, тик хыялыбыҙ тормошҡа ашҡансы бик күп йылдар үтте.

Беҙ, баш идаралығыбыҙға хат яҙып, үҙебеҙҙе вәғәзселәргә ихтыяж булған берәй ергә ебәреүҙәрен һораныҡ. Яуап итеп яҙылған хатта беҙгә бер генә вариант тәҡдим ителде — Пайн-Блафф (Арканзас штаты). Ул ваҡытта Пайн-Блаффта ике йыйылыш бар ине: береһе — аҡ тәнле, икенсеһе — ҡара тәнле ҡәрҙәштәр өсөн. Беҙҙе икенсеһенә билдәләнеләр, унда 14 кенә вәғәзсе ине.

СЕГРЕГАЦИЯ ҺӘМ РАСИЗМ МЕНӘН ОСРАШАБЫҘ

Бәлки, һеҙ, ни өсөн Йәһүә шаһиттарында сегрегация * булған, тип аптырайһығыҙҙыр. Ул саҡтарҙа беҙ башҡаса эш итә алмай инек. Закон төрлө раса кешеләренең бергә йыйылыуын тыйҙы. Өҫтәүенә, был законға ҡаршы эш итеүселәргә көс ҡулланыу менән янайҙар ине. Күп ерҙәрҙә ҡәрҙәштәр, Батшалыҡ залыбыҙҙа ғибәҙәт ҡылыу өсөн ике раса кешеләре йыйылһа, башҡа кешеләр залыбыҙҙы емерер, тип ҡурҡты. Һәм ундай осраҡтар ысынлап та булғыланы. Ҡара тәнле Шаһиттар аҡ тәнле кешеләр йәшәгән районда өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләһә, полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡулға алыр ине һәм хатта туҡмар ине. Шуға күрә, вәғәз эше туҡталмаһын өсөн, беҙ закондарға буйһондоҡ һәм шарттарҙың яҡшыға үҙгәреренә өмөтләндек.

Хеҙмәтебеҙҙә ваҡыт-ваҡыт ауырлыҡтар тыуып торҙо. Ҡара тәнле кешеләр йәшәгән районда вәғәзләгәндә, беҙгә ҡайһы ваҡыт аҡ тәнле кешеләр ишек аса ине. Беҙ тиҙ арала ҡарар итергә тейеш инек: ҡыҫҡа ғына инеш һүҙҙәр әйтергәме йә, ғәфү үтенеп, киләһе ишеккә шаҡырғамы. Ул көндәрҙә хәлдәр бына шундай ине.

Пионерҙар булараҡ, беҙгә шулай уҡ йәшәр өсөн аҡса эшләргә кәрәк ине. Күпселек осраҡта беҙгә көнөнә өс кенә доллар түләнеләр. Глория бер нисә өйҙә йыйыштырыусы булып эшләне. Бер өйҙә миңә уға ярҙам итергә рөхсәт иттеләр, шунлыҡтан Глория эшен ике тапҡырға тиҙерәк бөтөрә ине. Шул ғаилә беҙгә төшкө аш бирә торғайны. Ҡайтыр алдынан беҙ Глория менән шул ризыҡты бүлешеп ашай инек. Глория шулай уҡ аҙна һайын бер ғаиләлә әйбер үтекләне, ә мин баҡсала эшләнем, тәҙрәләр йыуҙым һәм башҡа эштәр башҡарҙым. Тағы беҙ аҡ тәнле бер ғаиләнең өйөндә тәҙрәләр йыуҙыҡ: Глория — эс яҡтан, ә мин тыштан йыуҙым. Көнө буйы эшләгәнгә, улар беҙҙе ашата торғайны. Ҡатыным өй эсендә, ләкин хужаларҙан айырым ашаны, ә мин гаражда ашаным. Мин быға ҡаршы булманым, сөнки аштары тәмле ине. Ул ғаилә бик яғымлы булһа ла, уларға ла шул ваҡыттағы ҡараштар тәьҫир итә ине. Иҫемдә, бер тапҡыр беҙ заправкала туҡтаныҡ. Бакты тултырғас, мин бер эшсенән, ҡатыным бәҙрәф менән ҡулланһа буламы, тип һораным. Эшсе миңә асыулы ҡараны ла: «Бәҙрәф ябыҡ», — тине.

ОНОТОЛМАҪЛЫҠ ИГЕЛЕК

Икенсе яҡтан, ҡәрҙәштәребеҙ араһында беҙ үҙебеҙҙе башҡаса тоя инек, хеҙмәтебеҙ ҙә беҙгә бик оҡшай торғайны. Пайн-Блаффҡа килеү менән беҙ ул ваҡытта йыйылыш хеҙмәтсеһе (хәҙер был вазифаны өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы үтәй) булған бер ағай-ҡәрҙәштә йәшәнек. Уның ҡатыны әле хәҡиҡәттә түгел ине, һәм Глория уның менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы. Ә мин шул арала уларҙың ҡыҙҙары һәм уның ире менән өйрәнеү башланым. Әсә һәм ҡыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар итте һәм һыуға сумдырылды.

Беҙҙең аҡ тәнле ҡәрҙәштәр араһынан да дуҫтарыбыҙ булды. Улар беҙҙе үҙҙәренә киске ашҡа саҡыра торғайны, әммә, бер кем дә күрмәһен өсөн, беҙ уларға ҡараңғы төшкәс кенә бара инек. Ул ваҡытта ку-клукс-клан — расизм һәм көс ҡулланыуға булышлыҡ иткән ойошма бик актив булып китте. Бер төндө, капюшонлы аҡ балахон кейеп, өйөнөң болдоронда ғорур ҡиәфәт менән ултырған бер ирҙе күргәнем һаман да иҫемдә. Шундай кейемде ку-клукс-клан ойошмаһының ағзалары кейеп йөрөй торғайны. Әммә быларҙың барыһы ҡәрҙәштәргә игелек күрһәтергә ҡамасауламаны. Бер йәй беҙгә конгресҡа барыр өсөн аҡса кәрәк булды, һәм аҡ тәнле бер ағай-ҡәрҙәш беҙҙең 1950 йылғы «Форд» машинаһын һатып алырға ризалашты. Көндәрҙең береһендә, яҡынса бер ай үткәс, беҙ ҡыҙыу ҡояш аҫтында көнө буйы өйҙән-өйгә вәғәзләп һәм өйрәнеүҙәр үткәреп арып ҡайтып килгәндә, беҙҙе сюрприз көтә ине. Өйөбөҙҙөң алдында машинабыҙ тора ине! Уның алғы быялаһында: «Машинағыҙҙы кире тапшырам. Был минән бүләк. Ҡәрҙәшегеҙ», — тигән записка ҡалдырылған ине.

Ҡәрҙәштәрҙең тағы бер игелекле эше миңә бик ныҡ тәьҫир итте. 1962 йылда мине Саут-Лансингка (Нью-Йорк штаты) Изге хеҙмәт мәктәбенә уҡырға саҡырҙылар. Был мәктәптә бер ай дауамында йыйылыш өлкәндәрен, район һәм өлкә күҙәтеүселәрен уҡыталар ине. Ә ул ваҡытта минең эшем юҡ ине, шуға аҡсабыҙ ҙа бик әҙ булды. Мин Пайн-Блаффтың бер телефон компанияһына урынлашыр өсөн әңгәмә үткән инем. Мине эшкә алһалар, мин был компанияның тарихында беренсе ҡара тәнле эшсе булыр инем. Ахыр сиктә, улар мине эшкә алырға теләүҙәре хаҡында әйтте. Нью-Йоркка барырға аҡсам булмағанға, мин, был эшкә урынлашып, мәктәпкә бармау тураһында етди уйлана башланым. Мин Вефилгә хат яҙырға инде әҙер булғанда, онотолмаҫлыҡ бер хәл булды.

Иртән-иртүк кемдер ишек шаҡыны. Был йыйылышыбыҙҙан бер апай-ҡәрҙәш ине. Уның ире хәҡиҡәттә түгел ине. Был апай-ҡәрҙәш миңә аҡса тулы конверт һуҙҙы. Ул бер нисә балаһы менән, иртән тороп, мамыҡ яланына сүп үләне утарға йөрөгән. Улар быны, минең Нью-Йоркка барырға аҡсам булһын өсөн, бер нисә аҙна буйы эшләгән. Апай-ҡәрҙәш былай тине: «Мәктәпкә барып, мөмкин тиклем яҡшыраҡ уҡы һәм, ҡайтып, беҙҙе өйрәт!» Аҙаҡ мин телефон компанияһында, биш аҙнанан һуң эшкә сыҡһам буламы, тип һораштым, әммә миңә ҡаты ғына итеп: «Юҡ!» — тип яуап бирҙеләр. Ләкин был инде мөһим түгел ине. Мин ҡарар ҡабул иткән инем. Шул эштән баш тартҡаныма бик ҡыуанам!

Ә Глория Пайн-Блаффтағы хеҙмәтебеҙ тураһында бына нимә ти: «Мин был территорияға ғашиҡ инем! Унда минең 15—20 өйрәнеүсем булды. Төшкә тиклем беҙ өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләнек, ә төштән һуң кискә ҡәҙәр өйрәнеүҙәр үткәрҙек. Ҡайһы саҡта киске сәғәт ун бергә тиклем вәғәзләй инек. Хеҙмәттә шул тиклем күңелле була торғайны! Мин рәхәтләнеп унда ҡалыр инем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин, унан китеп, район хеҙмәтен башларға теләмәгәйнем, әммә Йәһүәнең үҙ пландары бар ине». Эйе, Йәһүәнең ысынлап та үҙ пландары булған.

РАЙОН ХЕҘМӘТЕ

Пайн-Блаффта пионер булып хеҙмәт иткәндә, беҙ махсус пионер хеҙмәтенә ғариза яҙған инек. Беҙ был билдәләнеүгә бик өмөтләндек, сөнки өлкә күҙәтеүсеһе Техастағы йыйылышҡа махсус пионерҙар булараҡ ярҙам итеүебеҙҙе теләне. Беҙгә уның идеяһы бик оҡшаны. Шуға күрә беҙ ойошмабыҙҙың яуап биреүен көттөк тә көттөк, әммә почта йәшнигебеҙ һаман да буш ине. Ниһайәт, хат килде. Беҙҙе район хеҙмәтен башҡарырға билдәләнеләр! Был 1965 йылдың ғинуар айында булды. Әлеге ваҡытта Ҡушма Штаттарҙың филиал комитетының координаторы булып хеҙмәт иткән Лион Уивер ҙа шул ваҡыттарҙа район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнгән ине.

Мин яңы билдәләнеү арҡаһында ныҡ борсолдом. Бынан яҡынса бер йыл алдараҡ анкетамды өлкә күҙәтеүсеһе Джеймс Томпсон ҡарап сыҡҡайны. Ул йомшаҡ ҡына итеп миңә ниндәй өлкәләрҙә яҡшырырға кәрәклеге хаҡында әйткән ине һәм яҡшы район күҙәтеүсеһе ниндәй сифаттар сағылдырырға тейешлеген телгә алған ине. Район хеҙмәтенә тотонғандан һуң күп тә үтмәҫтән, мин уның кәңәштәре бик урынлы булғанын аңланым. Тәүҙә мин өлкә күҙәтеүсеһе Томпсон ҡәрҙәш менән хеҙмәттәшлек иттем. Мин был тоғро ҡәрҙәштән күп нәмәгә өйрәндем.

Тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы өсөн рәхмәтлемен

Ул ваҡытта район күҙәтеүселәрен өйрәтеүгә күп ваҡыт бүленмәй ине. Мин аҙна дауамында бер район күҙәтеүсеһенең нисек йыйылышҡа килеп китеү яһағанын күҙәттем, ә киләһе аҙнала ул мине күҙәтте. Шунан ул миңә кәңәштәр һәм күрһәтмәләр бирҙе. Шуның менән өйрәтеү тамамланды. Мин Глорияның: «Уның шулай тиҙ китеүе шундай ҡыҙғаныс!» — тип әйткәнен хәтерләйем. Әммә ваҡыт уҙыу менән мин бындай мөһим хәҡиҡәтте аңланым: үҙеңә ярҙам итергә рөхсәт итһәң, ярҙам күрһәтә алған яҡшы ағай-ҡәрҙәштәрҙе һәр ваҡыт табып була. Район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән Джеймс Браун һәм Вефилдә хеҙмәт иткән Фред Раск кеүек тәжрибәле ҡәрҙәштәр миңә бик ҙур ярҙам күрһәтте.

Ул ваҡытта расизм бик көслө ине. Бер тапҡыр, беҙ Теннеси штатының бер ҡалаһындағы йыйылышҡа килеп киткәндә, ку-клукс-клан ойошмаһы унда марш ойошторҙо. Ә башҡа бер осраҡта беҙ хеҙмәт иткән арала кафеға ҡапҡылап алырға ингән инек. Мин бәҙрәф яғына йүнәлгәс, аҡ тәнле бер ир, тороп, артымдан китте. Ул бик уҫал күренә ине, татуировкаларынан уның расист икәнен аңланым. Ләкин был ирҙән дә, минән дә күпкә ҙурыраҡ кәүҙәле аҡ тәнле ағай-ҡәрҙәш бәҙрәфкә инде лә: «Хёрд ҡәрҙәш, барыһы ла яҡшымы?» — тип һораны. Теге ир тиҙ генә бәҙрәфтән сығып китте. Йылдар дауамында мин шуны күрҙем: ысынында расизмдың сәбәбе тән төҫөндә түгел, ә һәр беребеҙгә тәьҫир иткән гонаһта. Һәм шуға инандым: ҡәрҙәш, тәненең төҫө ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡәрҙәш булып ҡала, кәрәк булһа, ул һинең өсөн үлергә лә әҙер.

РУХИ БАЙЛЫҠ

Беҙ район хеҙмәтендә — 12 йыл, ә өлкә хеҙмәтендә 21 йыл үткәрҙек. Был мул фатихалар һәм рухландырғыс осраҡтар менән тулы йылдар булды! Әммә беҙҙе тағы бер бүләк көтә ине. 1997 йылдың авгусында күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Беҙ, беренсе тапҡыр ғариза яҙғандан һуң 38 йыл үткәс, Ҡушма Штаттарҙың Вефиленә хеҙмәт итергә саҡырылдыҡ. Киләһе айҙа беҙ Вефилдә хеҙмәт итә башланыҡ. Мин, беҙҙе ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа саҡырғандар, тип уйлағайным, әммә барыһы башҡаса булып сыҡты.

Минең Глориям ул ваҡытта аҫыл таш ине, һәм бөгөн дә ул минең өсөн аҫыл таш булып ҡала

Тәүҙә мине Хеҙмәт бүлегенә ярҙам итергә билдәләнеләр. Мин унда шул тиклем күп нәмә белдем! Был бүлектә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр илдәге өлкәндәр кәңәшмәләренән һәм район күҙәтеүселәренән ебәрелгән күп сетерекле һәм ауыр һорауҙарҙы хәл итә. Мине түҙемлек менән өйрәткән ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлемен. Тағы шул бүлеккә билдәләнһәм, ундағы ҡәрҙәштәрҙән әле бик күп нәмәгә өйрәнә алыр инем.

Беҙ Глория менән Вефиль тормошон яратабыҙ. Беҙгә иртә тороу гел оҡшай ине, һәм Вефилдә был ғәҙәттең файҙаһы тейҙе. Бер йыл тирәһе үткәс, мин Етәксе кәңәшмәнең Хеҙмәт комитетында ярҙамсы булып хеҙмәт итә башланым. Шунан, 1999 йылда, мине Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы итеп билдәләнеләр. Был хеҙмәттә мин күп нәмәгә өйрәндем, ләкин алған һабаҡтарымдың иң мөһиме шул булды: мәсихселәр йыйылышының Башы кеше түгел, ә Ғайса Мәсих.

1999 йылда Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итеү хөрмәтенә эйә булдым

Тормошом хаҡында уйлағанда, мин ҡайһы саҡ үҙемде бер аҙ Амос пәйғәмбәргә оҡшатам. Был баҫалҡы көтөүсе түбән эш башҡарған — ярлыларҙың аҙығы тип һаналған сикомор емешен ҡырҡыусы булып эшләгән. Шулай ҙа Йәһүә, Амосҡа иғтибар итеп, уны пәйғәмбәр итеп билдәләгән. Был билдәләнеү, һис шикһеҙ, уны рухи яҡтан байытҡан (Амос 7:14, 15). Шуның шикелле, Йәһүә миңә лә — Индиананан ярлы фермерҙың улына иғтибар итте һәм мул итеп фатихаланы. Бөтә фатихаларымды һанап бөтөрөп тә булмай! (Ғиб. һүҙ. 10:22). Ярлы ғаиләлә тыуһам да, мин рухи байлыҡҡа — күҙ алдыма килтерә алғандан күпкә ҡиммәтерәк хазинаға өлгәштем!

[Төшөрмә]

^ 20 абз. Сегрегация — төрлө раса йә төркөм кешеләренең бер-береһенән айырым булырға мәжбүр булыуы.