Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нижняя Апша ауылында үткән өлкә конгресы (2012 йыл)

Мул уңыш!

Мул уңыш!

ҒАЙСА МӘСИХ үҙенең шәкерттәре тураһында, был донъяның һуңғы көндәрендә мул уңышҡа кинәнерҙәр, тип пәйғәмбәрлек иткән (Матф. 9: 37; 24:14). Әйҙәгеҙ, был пәйғәмбәрлектең Закарпатьела (Украина) нисек ғәжәп рәүештә үтәлгәнен ҡарап сығайыҡ. Был районда бер-береһенә яҡын урынлашҡан өс ҙур ауылда ғына 50 йыйылыш һәм 5 400-ҙән ашыу вәғәзсе иҫәпләнә *. Тимәк, был өс ауылда йәшәгән халыҡтың барыһын бергә алғанда, 4 кешенең береһе Йәһүә шаһиты!

Бындай территорияла вәғәзләү нисегерәк? Василе исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Бында кешеләр Изге Яҙманы хөрмәт итә, ғәҙеллек ярата, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә тырыша, һәм ғаиләләре лә бик ныҡ». Ул былай тип өҫтәй: «Ҡайһы саҡта улар беҙҙең менән ризалашмай. Шулай ҙа, беҙ Изге Яҙманан асып берәй өҙөк уҡығанда, улар иғтибар менән тыңлай».

Был районда вәғәзселәр бик күп булғанға, урындағы ҡәрҙәштәр үҙенсәлекле ауырлыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, 134 вәғәзсенән торған бер йыйылыштың территорияһында 50 генә шәхси йорт! Вәғәзселәр бындай ауырлыҡтарҙы нисек хәл итә?

Күп ҡәрҙәштәр вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙәрҙә ярҙам итергә әҙер. «Йыйылышыбыҙҙың территорияһында бер вәғәзсегә ике өй тура килә, — тип әйтә Йонаш исемле 90 йәшлек ағай-ҡәрҙәш. — Мин ауылымда вәғәзләйем, әммә һаулығым насарайғанға тиклем мин, шулай уҡ 160 саҡрым алыҫлыҡтағы билдәләнмәгән территорияға йөрөп, унда венгр телендә вәғәзләй инем». Башҡа ерҙәрҙә ярҙам итер өсөн, вәғәзселәргә ҡорбандарға барырға тура килә. «Поезға өлгөрөр өсөн, иртәнге сәғәт дүрттә тора инем һәм киске сәғәт алтыға тиклем вәғәзләй инем, сөнки мин ултырып ҡайтҡан поезд шул ваҡытта ҡуҙғала ине. Мин аҙнаһына ике-өс тапҡыр шулай эшләй инем», — ти Йонаш. Ул үҙенең тырышлыҡтары тураһында нимә уйлай? «Шундай хеҙмәт миңә бик оҡшай ине, — ти ул. — Мин унда йәшәгән бер ғаиләгә хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткәнемә шул тиклем шатмын!»

Әлбиттә, был территорияла хеҙмәт иткән ҡайһы бер вәғәзселәр алыҫ ерҙәргә йөрөп вәғәзләй алмай. Шулай ҙа бөтә ҡәрҙәштәр, шул иҫәптән ололар ҙа үҙ йыйылыштарының территорияһында даими вәғәзләргә тырыша. Бының ярҙамында 2017 йылда был өс ауылда Иҫкә алыу кисәһенә вәғәзселәр һанынан ике тапҡырға күберәк кеше, йәғни шул ерҙәрҙә йәшәгән һәр икенсе кеше килгән. Эйе, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәк тә, бөтә ерҙәрҙә лә «Раббы өсөн» башҡарырлыҡ күп эш бар (1 Кор. 15:58).

^ 2 абз. Был мәҡәләлә Глубокий Поток, Среднее Водяное һәм Нижняя Апша ауылдары тураһында һүҙ бара.