Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Бер-береһе менән никахта тормаған ир менән ҡатын, етди сәбәптәр булмай тороп, бергә төн үткәрһә, был уларҙың гонаһ ҡылыуын һәм хоҡуҡ комитетын ойошторорға кәрәклеген аңлатамы?

Эйе, етди сәбәпһеҙ бергә төн үткәреү уларҙың енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылғанына көслө дәлил булып тора. Шуға күрә уларҙың бергә ҡалғанына етди сәбәптәр булмаһа, хоҡуҡ комитеты йыйылырға тейеш (1 Кор. 6:18).

Өлкәндәр кәңәшмәһе, хоҡуҡ комитетын ойошторорға кәрәкме, юҡмы икәнен ҡарар итер өсөн, һәр шундай осраҡты ентекләп тикшерер. Мәҫәлән, был ике кеше осрашып йөрөймө? Быға тиклем өлкәндәрҙең уларға бер-береһе менән үҙҙәрен нисек тотоуына ҡағылышлы кәңәш биргәне булдымы? Ни өсөн улар бергә төн үткәргән? Улар быны алдан планлаштырғанмы? Улар башҡаса эш итә алғанмы? Йәки, көтөлмәгән ваҡиғалар йә ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында бүтән варианттары ҡалмағанға, уларға шулай эш итергә тура килгәнме? (Вәғ. 9:11). Улар ҡайҙа йоҡлаған? Һәр осраҡты айырым ҡарарға кәрәк, сөнки өлкәндәрҙең ҡарарына тәьҫир итә алған өҫтәмә мәғлүмәт булырға мөмкин.

Өлкәндәр кәңәшмәһе тыуған хәлдең бөтә яҡтарын ҡарап сыҡҡас, хоҡуҡ комитетын ойошторорға кәрәкме, юҡмы икәнен ҡарар итер.