«Кем Йәһүә яҡлы?»
«Аллаң Йәһүәне тәрән хөрмәт ит, уға хеҙмәт ит, уға ныҡ тотон» (ҠАН. 10:20).
1, 2. а) Ни өсөн Йәһүә яҡлы булыу аҡыллы? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
ЙӘҺҮӘ менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлау бик аҡыллы. Көс, зирәклек һәм яратыу сағылдырыуҙа уға тиң бер кем дә юҡ! Әлбиттә, беҙ гел уға тоғро булырға һәм уның яғында торорға теләйбеҙ (Зәб. 96:4—6). Әммә Аллаға ғибәҙәт ҡылған ҡайһы бер кешеләр быға өлгәшмәгән.
2 Был мәҡәләлә беҙ, Йәһүәнең яғында торабыҙ, тип әйткән, әммә шул уҡ ваҡытта Йәһүә нәфрәт иткән эштәр ҡылған ҡайһы бер кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ. Был миҫалдар аша бирелгән мөһим һабаҡтар беҙгә Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам итә ала.
ЙӘҺҮӘ ЙӨРӘКТӘРҘЕ ТИКШЕРӘ
3. Ни өсөн Йәһүә Ҡабилға ярҙам итергә тырышҡан, һәм ул Ҡабилға нимә тип әйткән?
3 Ҡабилдың осрағын ҡарап сығайыҡ. Ул ялған илаһтарға табынмаған, шулай ҙа Йәһүә уның ғибәҙәт ҡылыуын ҡабул итмәгән. Ни өсөн? Сөнки уның йөрәгендә яуыз ынтылыштар күргән (1 Яхъя 3:12). Ул Ҡабилды былай тип киҫәткән: «Күңелең яҡшы икән — хәйерең булыр ҡабул, яуыз уйлы кеше булһаң, хәйерең булмаҫ ҡабул. Һәм ишегең төбөндә гонаһың көтөп торор. Үҙенә ылыҡтырырға ул һине көҫәп торор, әммә ләкин һин уға хужа бул» (Баш. 4:6, 7). Йәһүә Ҡабилға шуны аңлатҡан: әгәр ул, тәүбә итеп, Йәһүә яҡлы булыуҙы һайлаһа, Йәһүә уның яғында буласаҡ.
4. Ҡабил, Йәһүә яҡлы була алһа ла, нисек эш иткән?
4 Ҡабил, үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәрткән булһа, Йәһүәнең хуплауына яңынан эйә булыр ине. Ләкин ул Алланы тыңламаған, шунлыҡтан уның насар уйҙары һәм эгоистик теләктәре насар эштәргә килтергән (Яҡ. 1:14, 15). Йәшерәк булғанда, Ҡабил, моғайын, Йәһүәгә ҡаршы сығырмын, тип уйламағандыр ҙа. Әммә хәҙер ул, Алланың киҫәтеүен һанға һуҡмайынса, уға ҡаршы фетнә күтәргән һәм бер туған ҡустыһын үлтергән!
5. Ниндәй уйҙар арҡаһында беҙ Йәһүәнең хуплауын юғалтырға мөмкин?
5 Ҡабил һымаҡ, хәҙерге ваҡытта йәшәгән мәсихселәр ҙә, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылабыҙ, тип әйтергә, әммә ысынында Йәһүә күрә алмаған эштәр ҡылырға мөмкин (Йәһ. 11). Ундай мәсихселәрҙең вәғәз эшендә актив ҡатнашыуы һәм йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөүе ихтимал. Әммә шул уҡ ваҡытта улар әхлаҡһыҙ фантазиялар менән мауығырға, байлыҡ туплау тураһында уйларға йәки нәфрәтле хистәргә бирелергә мөмкин (1 Яхъя 2:15—17; 3:15). Ундай уйҙар гонаһлы эштәргә килтерә ала. Башҡа кешеләр беҙҙең ниндәй уйҙар уйлауыбыҙҙы йә ниндәй эштәр ҡылыуыбыҙҙы белмәһә лә, Йәһүә барыһын белә. Ул беҙҙең тулыһынса уның яғындамы, юҡмы икәнебеҙҙе лә белә. (Иремия 17:9, 10-ды уҡығыҙ *.)
6. Йәһүә беҙгә нисек насар теләктәрҙе еңергә ярҙам итә?
6 Хаталар яһаһаҡ та, Йәһүә беҙҙе кире ҡағырға ашыҡмай. Беҙ ҡурҡыныс юлға баҫҡанда, Йәһүә беҙҙе: «Миңә кире ҡайтығыҙ, һәм мин һеҙгә ҡайтырмын», — тип саҡыра (Мал. 3:7). Беҙ берәй етешһеҙлегебеҙ менән көрәшкәндә, Йәһүә беҙҙең насарлыҡҡа ҡаршы тороуыбыҙҙы теләй (Ишағ. 55:7). Шулай эшләһәк, ул беҙгә ярҙам итергә һәм насар теләктәрҙе еңер өсөн көс бирергә вәғәҙә итә (Баш. 4:7).
«АЛДАНМАҒЫҘ»
7. Сөләймән Йәһүә менән дуҫлығын нисек юғалтҡан?
7 Йәш сағында Сөләймән Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булған. Алла уға зирәклек биргән һәм Иерусалимда матур ғибәҙәтхана төҙөү эшен ышанып тапшырған. Ләкин Сөләймән Йәһүә менән дуҫлығын юғалтҡан (1 Бат. 3:12; 11:1, 2). Алла ҡанунында әйтелгәнсә, батша, «йөрәге аҙып китмәһен өсөн, үҙенә күп ҡатын» алырға тейеш булмаған (Ҡан. 17:17). Сөләймән был ҡанунды үтәмәгән. Ахыр сиктә ул үҙенә 700 ҡатын һәм 300 йәриә алған! (1 Бат. 11:3). Уларҙың күбеһе Израиль халҡынан булмаған һәм ялған илаһтарға табынған. Шулай итеп, Сөләймән сит ил ҡатындарына өйләнеүҙе тыйған ҡанунды ла боҙған (Ҡан. 7:3, 4).
8. Сөләймән нисек Йәһүәне асыуландырған?
8 Әкренләп Сөләймәндең Алла ҡанундарына ҡарата яратыуы һүрелгән. Һөҙөмтәлә ул бик насар эштәр ҡылған. Ул Иштар алиһәһе һәм Кемош илаһына ҡорбан килтереү урындары төҙөгән, ә шунан ҡатындары менән бергә шул ялған илаһтарға табынған. Сөләймән хатта был ҡорбан килтереү урындарын Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы ҡаршыһындағы тауҙа төҙөгән! (1 Бат. 11:5—8; ). Сөләймән, бәлки, мин ғибәҙәтханала ҡорбандар килтерәм, шуға күрә Йәһүә бөтә насар эштәремә күҙ йомор әле, тип үҙ-үҙен алдағандыр. 2 Бат. 23:13
9. Сөләймәндең Алланың киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмауы нимәгә килтергән?
9 Әммә Йәһүә бер ҡасан да гонаһҡа күҙ йоммай. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Йәһүәнең Сөләймәнгә асыуы ҡабарҙы, сөнки уның күңеле үҙенә ике тапҡыр төшөндә күренгән... Йәһүәнән ситләшкән ине. Ул уны тап бына ошо хаҡта киҫәткән ине лә, бүтән илаһтарға эйәрмә тигән ине. Ләкин ул Йәһүә ҡушҡанды үтәмәне». Һөҙөмтәлә Сөләймән Алланың хуплауын һәм яҡлауын юғалтҡан. Уның тоҡомдары бөтөн Израиль халҡы өҫтөнән идара итмәгән һәм йөҙәрләгән йылдар буйына ҡот осҡос ауырлыҡтарға дусар булған (1 Бат. 11:9—13).
10. Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә нимә зыян килтерә ала?
10 Алла нормаларын белмәгән йә уларҙы хөрмәт итмәгән кешеләр менән дуҫлашһағыҙ, улар һеҙҙең фекер йөрөтөүегеҙгә йоғонто яһар һәм рухи һаулығығыҙға зыян килтерер. Ундай кешеләр араһында Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булмаған мәсихселәр йәки Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылмаған туғандар, күршеләр, эшебеҙҙәге хеҙмәттәштәр йә синыфташтарыбыҙ булырға мөмкин. Беҙ Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәмәгән кешеләр менән яҡын аралашһаҡ, улар беҙгә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә ала, хатта беҙҙең Алла менән дуҫлыҡты юғалтыуыбыҙ ихтимал.
11. Беҙгә дуҫтар һайларға нимә ярҙам итер?
11 1 Коринфтарға 15:33-тө уҡығыҙ. Күпселек кешенең яҡшы сифаттары бар. Бынан тыш, был донъя кешеләре гел насарлыҡ ҡылып йөрөмәй. Бәлки, һеҙ шундай кешеләрҙе беләһегеҙҙер. Был, улар менән аралашыу зыян килтермәй, тигәнде аңлатамы? Шул хаҡта уйлап ҡарағыҙ: ундай кешеләр Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә нисек тәьҫир итә? Улар һеҙгә Аллаға яҡынлашырға ярҙам итәме? Был кешеләр өсөн нимә иң мөһиме? Улар күбеһенсә нимә тураһында һөйләшә? Мода, аҡса, электрон яйланмалар, күңел асыуҙар һәм шуға оҡшаш нәмәләр хаҡындамы? Улар йыш ҡына башҡаларҙы тәнҡитләйме йәки әҙәпһеҙ көләмәстәр һөйләргә яратамы? Ғайса Мәсих: «Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була», — тип киҫәткән (Матф. 12:34). Берәйһе менән яҡын аралашыу Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә зыян иткәнен аңлаһағыҙ, саралар күрегеҙ! Уның менән үткәргән ваҡытты сикләгеҙ һәм, кәрәк булһа, араларҙы бөтөнләй өҙөгөҙ (Ғиб. һүҙ. 13:20).
ЙӘҺҮӘ БЕҘҘӘН ТОҒРОЛОҠ ТАЛАП ИТӘ
12. а) Израилдәр Мысырҙан сыҡҡандан һуң күп тә үтмәҫтән, Йәһүә уларға нимә тип әйткән? б) Алла тоғролоҡ талап итеүе хаҡында әйткәс, израилдәр ниндәй яуап ҡайтарған?
12 Ә хәҙер израилдәр Мысырҙан азат ителгәндән һуң нимә булғанына иғтибар итәйек. Халыҡ Синай тауы алдында йыйылған, һәм Йәһүә уларға үҙен иҫ киткес бөйөк итеп күрһәткән! Улар ҡуйы болот, төтөн һәм йәшен йәшнәүен күргән, шулай уҡ мөгөҙ борғо тауышына оҡшаған бик көслө тауыш һәм күк күкрәүен ишеткән (Сығ. 19:16—19). Шунан Йәһүә: «Мин... йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе Алла», — тип иғлан иткән. Йәһүә, мине яратҡан һәм әмерҙәремде үтәгән кешеләргә тоғро булырмын, тип вәғәҙә иткән. (Сығыш 20:1—6-ны уҡығыҙ *.) Асылда, Алла израилдәрҙе шуға ышандырған: улар уның яҡлы булһа, ул да уларҙың яғында буласаҡ. Һеҙ шул халыҡ араһында булһағыҙ, Йәһүәнең һүҙҙәрен ишетеү һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙырыр ине? Һеҙ, моғайын, израилдәр кеүек: «Беҙ Йәһүә әйткән барлыҡ һүҙҙәрҙе үтәргә әҙер», — тип яуап бирер инегеҙ (Сығ. 24:3). Әммә күп тә үтмәҫтән, израилдәрҙең Аллаға тоғролоғо һыналған.
13. Израилдәрҙең Йәһүәгә тоғролоғо нисек һыналған?
13 Израилдәр Алланың ҡеүәтен күреп ҡурҡҡас, Муса, Синай тауына менеп, уларҙың вәкиле булараҡ Йәһүә менән һөйләшкән (Сығ. 20:18—21). Ләкин ваҡыт уҙған, ә Муса һаман лагерға ҡайтмаған. Халыҡ сүлдә етәксеһеҙ ҡалған кеүек тойола алған. Бәлки, израилдәр күҙгә күренгән етәксегә — Мусаға сиктән тыш ныҡ таянғандыр. Улар борсола башлаған һәм Һарунға: «Беҙгә алдыбыҙҙан барасаҡ илаһ яһа, сөнки беҙҙе Мысыр еренән алып сыҡҡан был Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», — тип әйткән (Сығ. 32:1, 2).
14. Израилдәр үҙ-үҙҙәрен нисек алдаған, һәм Йәһүә уларҙың эш итеүенә нисек ҡараған?
14 Израилдәр боттарға табыныу дөрөҫ түгел икәнен белгән (Сығ. 20:3—5). Әммә ни тиклем тиҙ улар алтын быҙауға табына башлаған! Йәһүәнең әмерен боҙһалар ҙа, улар үҙ-үҙҙәрен, әле лә Йәһүәнең яғында торабыҙ, тип алдаған. Һарун хатта быҙауға табыныуҙы «Йәһүә хөрмәтенә байрам» тип атаған! Йәһүә быға нисек ҡараған? Ул Мусаға, халыҡ «аҙғынлыҡҡа төштө» һәм «мин йөрөргә ҡушҡан юлдан» тайпылды, тип әйткән. Йәһүә уларға шул тиклем асыуланған, хатта бөтөн халыҡты юҡ итергә уйлаған (Сығ. 32:5—10).
15, 16. Муса менән Һарун тулыһынса Йәһүә яҡлы булғандарын нисек күрһәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
15 Әммә Йәһүә — мәрхәмәтле Алла. Ул халыҡты юҡ итмәҫкә булған. Израилдәрҙең Йәһүә яғында булырға теләүҙәрен күрһәтергә мөмкинлеге тыуған (Сығ. 32:14). Муса, израилдәрҙең алтын быҙау алдында ҡысҡырып, йырлап һәм бейеп йөрөүен күргәс, быҙауҙы емергән һәм төйөп ваҡлаған, ә шунан: «Кем Йәһүә яҡлы? Минең янға килһен!» — тип ҡысҡырған. «Бөтә левиттар уның янына» йыйылған (Сығ. 32:17—20, 26).
16 Алтын быҙауҙы эшләһә лә, Һарун тәүбә иткән һәм башҡа левиттар менән Йәһүәнең Сығ. 32:27—29).
яғына баҫҡан. Был тоғро кешеләр гонаһ ҡылыусылар яҡлы булмағандарын асыҡ итеп күрһәткән. Был бик аҡыллы һайлау булған, сөнки һуңыраҡ шул көндө алтын быҙауға табынған меңәрләгән кеше һәләк булған. Әммә Йәһүәнең яғында булғандар тере ҡалған, һәм Алла уларҙы фатихаларға вәғәҙә иткән (17. Павелдың һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?
17 Беҙ был осраҡтан нимәгә өйрәнәбеҙ? Илсе Павел әйткәнсә, «улар менән булған хәлдәр — беҙҙең өсөн иҫкәртеү», шуға күрә беҙ бер ҡасан да «ялған илаһтарға» табынырға тейеш түгел. Павел былай тип аңлатҡан: «Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған. Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам тип уйлаған һәр кем, йығылмаҫ өсөн, һаҡ булһын» (1 Кор. 10:6, 7, 11, 12). Павел яҙғанса, хатта Йәһүәгә хеҙмәт иткән кешеләр ҙә насар эштәр ҡыла башларға мөмкин. Уларҙың хатта, Йәһүә мине һаман да хуплай, тип уйлауы ихтимал. Ләкин, Йәһүә беҙҙе ысындан да хуплаһын өсөн, уға тоғро булыуыбыҙ йә уға дуҫ булырға теләүебеҙ хаҡында әйтеү генә әҙ (1 Кор. 10:1—5).
18. Нимә арҡаһында беҙ Йәһүәнән йыраҡлашырға мөмкин, һәм был ниндәй эҙемтәләргә килтерә ала?
18 Муса Синай тауынан оҙаҡ төшмәгәс, израилдәр борсола башлаған. Шуның шикелле, был донъяның ахыры беҙ көткән ваҡытта килмәһә, беҙҙең дә борсола башлауыбыҙ ихтимал. Беҙ, Йәһүә вәғәҙә иткән матур киләсәк әле бик алыҫта йә тормошҡа ашыр өсөн үтә яҡшы, тип уйлай башларға һәм иғтибарыбыҙҙы Йәһүәнең ихтыярына түгел, ә үҙебеҙҙең теләктәргә тупларға мөмкин. Һаҡ булмаһаҡ, беҙҙең, Йәһүәнән йыраҡлашып, бығаса башыбыҙға ла килмәгән эштәр ҡыла башлауыбыҙ ихтимал.
19. Беҙ нимәне һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейеш һәм ни өсөн?
19 Йәһүә беҙҙең тулыһынса буйһоноуыбыҙҙы һәм үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы талап итә (Сығ. 20:5). Ни өсөн? Сөнки ул беҙҙе ярата. Йәһүә теләгәнде эшләмәһәк, беҙ Шайтан теләгәнде эшләйәсәкбеҙ, ә был беҙгә зыян килтерәсәк. Павел былай тигән: «Раббы кәсәһенән дә, ен кәсәһенән дә бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел» (1 Кор. 10:21).
ЙӘҺҮӘГӘ НЫҠ ТОТОНОҒОҘ
20. Хаталар яһаһаҡ та, Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә?
20 Ҡабил, Сөләймән һәм израилдәр, тәүбә итеп, үҙ тәртибен үҙгәртә алған (Ғәм. 3:19). Йәһүә, хеҙмәтселәре хата эшләгәнгә генә, уларҙы кире ҡағырға ашыҡмай. Мәҫәлән, ул Һарунды ғәфү иткән. Бөгөн Йәһүә яратыу менән беҙҙе төрлө насар эштәрҙән киҫәтә. Ул быны Изге Яҙма, баҫмаларыбыҙ һәм хатта ҡәрҙәштәребеҙ аша эшләй. Йәһүәнең киҫәтеүҙәренә ҡолаҡ һалһаҡ, уның беҙгә шәфҡәт күрһәтәсәгенә тулыһынса ышана алабыҙ.
21. Йәһүәгә тоғролоғобоҙ һыналғанда, беҙ нимә эшләргә тейеш?
21 Йәһүә билдәле бер маҡсат менән йомарт игелек сағылдыра (2 Кор. 6:1). Был беҙгә «аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе» кире ҡағырға мөмкинлек бирә. (Титҡа 2:11—14-те уҡығыҙ.) Был донъя төҙөлөшөндә Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо һынаған хәлдәр һәр ваҡыт тыуып торасаҡ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «Аллаң Йәһүәне тәрән хөрмәт ит, уға хеҙмәт ит, уға ныҡ тотон» тигән һүҙҙәр буйынса эш итеп, тәүәккәллек менән Йәһүә яғында ҡалайыҡ! (Ҡан. 10:20).
^ 5 абз. Иремия 17:9, 10: «Кеше йөрәге дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк. Кем уны белә ала? Мин, Йәһүә, һәр кемгә уның юлына һәм эштәренең емештәренә ҡарап ҡайтарыр өсөн, йөрәген тикшереп, йәшерен уйҙарын һынап торам».
^ 12 абз. Сығыш 20:1—6: «Унан һуң Алла бындай әмерҙәр бирҙе: „Мин — Йәһүә, һеҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ еренән алып сыҡҡан Аллағыҙ. Минән башҡа һис ниндәй илаһтарығыҙ булмаһын. Үҙеңә күктә, ерҙә йә һыуҙа булған нәмәләрҙең боттарын йәки һүрәттәрен яһама. Уларға сәждә ҡылма һәм хеҙмәт итмә, сөнки мин, һинең Аллаң Йәһүә, йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе Алла. Мине нәфрәт иткән аталарҙың ҡылған гонаһтарының эҙемтәләрен мин улдарына өсөнсө һәм дүртенсе быуынға тиклем татырға бирәм. Ә мине яратыусыларға һәм әмерҙәремде үтәүселәргә меңенсе быуынға тиклем тоғро мөхәббәт күрһәтәм“».