Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йомарт кешеләр бәхетле

Йомарт кешеләр бәхетле

«Биреүҙә бәхет» (ҒӘМ. 20:35).

ЙЫРҘАР: 76, 110

1. Йәһүәнең йомарт булыуы нимәнән күренә?

ИЖАДИ эштәренә тотонғанға тиклем Йәһүә бер үҙе генә булған. Шунан ул рухи заттарға һәм кешеләргә тормош бүләге бирергә ҡарар иткән. Бәхетле Алла Йәһүә яҡшы нәмәләр бүләк итергә ярата (1 Тим. 1:11; Яҡ. 1:17). Ул беҙҙең дә бәхетле булыуыбыҙҙы теләй, шуға күрә беҙҙе йомартлыҡ сағылдырырға һәм бүлешергә әҙер булырға өйрәтә (Рим. 1:20).

2, 3. а) Ни өсөн йомарт булыу беҙҙе бәхетле итә? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

2 Алла кешеләрҙе үҙенә оҡшаш итеп яратҡан (Баш. 1:27). Шуға күрә беҙ Йәһүәнең сифаттарын сағылдыра алабыҙ. Бәхетле булырға һәм Йәһүәнең фатихаһын алырға теләһәк, беҙгә уның үрнәгенә эйәрергә кәрәк. Башҡа кешеләр менән ихлас ҡыҙыҡһыныу һәм үҙебеҙҙә булған нәмәләр менән йомарт итеп бүлешеү мөһим (Флп. 2:3, 4; Яҡ. 1:5). Ни өсөн? Сөнки Йәһүә беҙҙе шулай итеп барлыҡҡа килтергән. Камил булмаһаҡ та, беҙ, Йәһүәнән өлгө алып, йомартлыҡ сағылдыра алабыҙ.

3 Хәҙер беҙ Изге Яҙманан йомартлыҡҡа өйрәткән ҡайһы бер миҫалдарҙы ҡарап сығырбыҙ. Ни өсөн Йәһүә йомартлыҡ сағылдырыуыбыҙға шатлана? Йомартлыҡ беҙгә нисек Йәһүә тапшырған эште башҡарырға ярҙам итә, һәм йомартлыҡ менән бәхет араһында ниндәй бәйләнеш бар? Шулай уҡ ни өсөн беҙ был сифатты артабан да сағылдырырға тейеш?

ЙОМАРТЛЫҠ АЛЛАНЫҢ ХУПЛАУЫНА КИЛТЕРӘ

4, 5. Йәһүә һәм Ғайса Мәсих йомарт булыуҙа ниндәй үрнәк күрһәткән?

4 Йәһүә беҙҙең үҙенән үрнәк алыуыбыҙҙы теләй, шунлыҡтан йомартлыҡ сағылдырыуыбыҙға бик шатлана (Ефес. 5:1). Йәһүә шулай уҡ беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Быға һис тә шикләнмәҫкә була, сөнки ул беҙҙе иҫ киткес итеп барлыҡҡа килтергән. Ул матур ер йөҙөн һәм ундағы бөтә нәмәне беҙгә шатлыҡ килтерерлек итеп яратҡан (Зәб. 104:24; 139:13—16). Шуға күрә йомартлыҡ сағылдырып һәм башҡаларҙы бәхетле итергә тырышып, беҙ Йәһүәгә дан килтерәбеҙ.

5 Бынан тыш, беҙ йомарт булыуҙа камил үрнәк ҡалдырған Ғайса Мәсихтән өлгө алабыҙ. Ул: «Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде», — тигән (Матф. 20:28). Илсе Павел да мәсихселәрҙе былай тип өндәгән: «Уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын... [Ул] бар өҫтөнлөктәренән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол рәүешендә, беҙҙең кеүек бул[ды]» (Флп. 2:5, 7). Үҙебеҙгә шундай һорау бирергә була: «Мин Ғайсаның үрнәгенә тағы ла яҡшыраҡ эйәрә аламмы?» (1 Петр 2:21-ҙе уҡығыҙ.)

6. Ғайса, Самария кешеһе тураһында хикәйә һөйләп, нимәгә өйрәтергә теләгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Беҙ, Йәһүәнең һәм уның Улының камил үрнәгенә эйәреп, Йәһүәне бик шатландырабыҙ. Беҙ быны башҡаларға эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтеп һәм уларға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләп эшләйбеҙ. Бының мөһимлеген күрһәтер өсөн, Ғайса игелекле Самария кешеһе тураһында хикәйә һөйләгән. (Лука 10:29—37-не уҡығыҙ.) Ғайса үҙенең шәкерттәрен, башҡаларҙың кем һәм ҡайҙан булыуына ҡарамаҫтан, уларға ярҙам итергә өйрәткән. Хәтерләйһегеҙме, ни өсөн Ғайса был хикәйәне һөйләгән? Сөнки бер йәһүд кешеһе унан: «Минең яҡыным кем?» — тип һораған. Үҙенең яуабы менән Ғайса шуны күрһәткән: Йәһүәне ҡыуандырырға теләһәк, беҙ, Самария кешеһе һымаҡ, йомартлыҡ сағылдырырға тейеш.

7. Йәһүә әйткәнсә эш итеүҙең иң яҡшы тормош юлы икәненә ышаныуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була? Аңлатығыҙ.

7 Йомарт булыр өсөн башҡа сәбәп Эден баҡсаһында булған ваҡиғалар менән бәйле. Шайтан Әҙәм менән Һауа тураһында, Йәһүәне тыңламайынса үҙҙәре хаҡында ғына уйлаһалар, бәхетлерәк буласаҡтар, тип әйткән. Һауа, үҙен генә уйлап, Алла һымаҡ булырға теләгән. Әҙәм, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, Алланың түгел, ә Һауаның күңелен табырға теләгән (Баш. 3:4—6). Был аяныс эҙемтәләргә килтергән. Һис шикһеҙ, бер кем дә эгоист була тороп бәхетле була алмай. Әммә рыяһыҙ һәм йомарт булып, беҙ Йәһүә әйткәнсә эш итеүҙең иң яҡшы тормош юлы икәненә ышаныуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

АЛЛА ҮҘ ХАЛҠЫНА ТАПШЫРҒАН ЭШТЕ БАШҠАРЫУ

8. Ни өсөн Әҙәм менән Һауа башҡалар тураһында уйларға тейеш булған?

8 Әҙәм менән Һауа, Эден баҡсаһында бер үҙҙәре генә булһалар ҙа, башҡалар хаҡында уйларға тейеш булған. Ни өсөн? Йәһүә уларға бер йөкләмә биргән. Ул уларға, балалар тыуҙырып, ерҙе тултырырға һәм уны ожмахҡа әйләндерергә ҡушҡан (Баш. 1:28). Йәһүә һәр кешенең бәхетле булыуын теләгән кеүек, Әҙәм менән Һауа ла балаларының бәхетле булыуын теләргә тейеш булған. Алла Әҙәм менән Һауанан һәм уларҙың тоҡомдарынан бергә иңгә-иң терәп бөтөн ерҙе ожмахҡа әйләндереүҙәрен көткән. Ниндәй ифрат ҙур проект тапшырған уларға Йәһүә!

9. Ни өсөн ерҙе ожмахҡа әйләндереү эше кешеләрҙе бәхетле итер ине?

9 Камил кешеләр, ерҙе ожмахҡа әйләндерер өсөн һәм Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн, уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш булған. Шулай итеп улар «Алланың тыныслығына керер» ине (Евр. 4:11, ЯДТ). Күҙ алдына ғына килтерегеҙ, был эш уларға ниндәй шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерер ине! Йәһүә уларға рыяһыҙ булыуҙары һәм башҡалар хаҡында ҡайғыртыуҙары өсөн мул фатихалар яуҙырыр ине.

10, 11. Беҙ вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшен нисек башҡара алабыҙ?

10 Бөгөн Йәһүә үҙенең халҡына бер махсус йөкләмә ышанып тапшырған. Ул беҙҙең вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыуыбыҙҙы теләй. Был эште башҡарыр өсөн, беҙ кешеләр хаҡында ысын күңелдән ҡайғыртырға тейеш. Ысынында, был эште дауам итер өсөн, уны дөрөҫ ниәттәрҙән сығып башҡарырға, йәғни Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратырға кәрәк.

11 Павел үҙен һәм башҡа мәсихселәрҙе «Алланың хеҙмәттәштәре» тип атаған, сөнки улар вәғәзләгән һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәткән (1 Кор. 3:6, 9). Алла тапшырған вәғәз эшендә ваҡытыбыҙ, көсөбөҙ һәм аҡсабыҙҙы йомарт итеп ҡулланып, беҙ ҙә «Алланың хеҙмәттәштәре» була алабыҙ. Был иҫ киткес ҙур хөрмәт!

Кешегә хәҡиҡәтте белергә ярҙам итеү күп шатлыҡ килтерә (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12, 13. Һеҙ шәкерттәр әҙерләү эше килтергән фатихалар тураһында нимә әйтер инегеҙ?

12 Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашҡанда ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө йомарт итеп сарыф итеү күп шатлыҡ килтерә. Быны Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәргән күп ҡәрҙәштәр иҫбатлай. Өйрәнеүселәребеҙ Изге Яҙма тәғлимәттәрен аңлай башлағанда, имандары нығығанда, үҙ тормошонда үҙгәрештәр яһағанда һәм белгәндәрен башҡаларға һөйләй башлағанда ҙур шатлыҡ кисерә. Ә был, үҙ сиратында, беҙҙе бәхетле итә. Ғайса Мәсих тә, 70 шәкертенең вәғәздән яҡшы емештәргә «ҡыуана-ҡыуана» ҡайтҡанын күреп, бик шатланған (Лука 10:17—21).

13 Хәҡиҡәт кешеләрҙең тормошон яҡшырта. Бөтә донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ быны күреп бик ҡыуана. Мәҫәлән, кейәүҙә булмаған Анна * исемле йәш апай-ҡәрҙәш, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә теләп, Көнсығыш Европаға, вәғәзселәргә ихтыяж булған бер территорияға күскән. Ул былай тип яҙа: «Бында күп Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткрергә була, һәм миңә был бик оҡшай. Хеҙмәт миңә ҙур шатлыҡ килтерә. Өйгә ҡайтҡанда, үҙемдең ауырлыҡтарым хаҡында уйларға ваҡытым да юҡ. Мин өйрәнеүселәрем тураһында — уларҙың ауырлыҡтары һәм борсолоуҙары хаҡында уйлайым. Уларҙы рухландырыр өсөн һәм ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн мөмкинлектәр эҙләйем. Бында мин „алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк“ икәненә тағы ла нығыраҡ инандым» (Ғәм. 20:35).

Участкабыҙҙа һәр йортҡа инеп, беҙ кешеләргә Батшалыҡ хәбәрен ишетергә мөмкинлек бирәбеҙ (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Кешеләр тыңламаһа ла, беҙ нисек вәғәз эшенән шатлыҡ ала алабыҙ?

14 Кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе тыңлап бармаһа ла, уларға һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек бирегеҙ. Беҙгә бирелгән йөкләмә Йәзәкил пәйғәмбәрҙекенә оҡшаған. Йәһүә уға былай тигән: «Улар тыңлармы йә... тыңламаҫмы, уларға минең һүҙҙәремде еткер» (Йәз. 2:7; Ишағ. 43:10). Ҡайһы бер кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе ҡәҙерләмәһә лә, Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй. (Еврейҙарға 6:10-ды уҡығыҙ.) Бер ағай-ҡәрҙәш үҙенең хеҙмәте хаҡында былай тигән: «Беҙ хәҡиҡәт орлоҡтарын сәсәбеҙ, һыу һибәбеҙ һәм Йәһүәнән уларҙы үҫтереүен һорап доға ҡылабыҙ» (1 Кор. 3:6).

БӘХЕТКӘ НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ?

15. Йомартлыҡ сағылдырыуыбыҙ кешеләрҙең рәхмәтле булыуына бәйле булырға тейешме? Аңлатығыҙ.

15 Йәһүә һымаҡ, Ғайса Мәсих тә беҙҙең йомартлыҡ сағылдырып бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Күп кешеләр йомартлыҡты юғары баһалай. «Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер, — тип өндәгән Ғайса. — Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар» (Лука 6:38). Әлбиттә, кемдер йомартлығығыҙ өсөн рәхмәтле булмаҫ. Әммә ҡайһы берәүҙәр, йомартлығығыҙҙы күреп, үҙҙәре лә башҡаларға ҡарата йомартлыҡ сағылдырырға теләр. Хатта кешеләр рәхмәтле түгел кеүек тойолһа ла, биреүҙән туҡтамағыҙ. Һеҙ йомартлыҡтың бер генә сағылышы ни тиклем күп емештәр килтерә алыуын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ.

16. Беҙ кемгә ҡарата йомарт булырға тейеш һәм ни өсөн?

16 Ысын мәғәнәлә йомарт кешеләр башҡаларҙың үҙҙәренә нимәлер ҡайтарыуын көтмәй. Ғайса Мәсих былай тигән: «Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай» (Лука 14:13, 14). Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Йомарт кеше фатихалы булыр». Унда шулай уҡ: «Мохтаж әҙәм тураһында ҡайғыртҡан кеше бәхетле», — тиелгән (Ғиб. һүҙ. 22:9; Зәб. 41:1). Эйе, башҡаларға ярҙам итеү беҙҙе бәхетле итә.

17. Бәхетле булыр өсөн, тағы нисек йомартлыҡ сағылдырып була?

17 Илсе Павел, Ғайсаның «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» тигән һүҙҙәрен килтергәндә, матди әйберҙәрҙе генә күҙ уңында тотмаған. Беҙ шулай уҡ кешеләрҙе рухландырып, Изге Яҙманан кәңәш биреп һәм ғәмәли ярҙам күрһәтеп йомартлыҡ сағылдыра алабыҙ (Ғәм. 20:31—35). Һүҙҙәре һәм эштәре менән Павел ваҡыт һәм көс сарыф итеүҙә, иғтибар һәм мөхәббәт күрһәтеүҙә йомарт булыуҙың мөһимлеген күрһәткән.

18. Күп ғалимдар йомарт булыу тураһында нимә әйтә?

18 Кеше тәртибен тикшергән ғалимдар ҙа, биреү кешене бәхетле итә, тигән һығымтаға килгән. Бер мәҡәләлә яҙылғанса, кешеләр башҡаларға яҡшылыҡ эшләгәндән һуң үҙҙәрен бәхетлерәк тойған. Ғалимдар әйтеүенсә, башҡаларға ярҙам күрһәтеп, беҙ тормошобоҙҙо мәғәнәлерәк итәбеҙ. Шуға күрә ҡайһы бер белгестәр, һауыраҡ һәм бәхетлерәк булыр өсөн, берәй йәмәғәт эшендә түләүһеҙ ҡатнашып алырға тәҡдим итә. Әлбиттә, уларҙың һығымталары беҙҙе ғәжәпләндермәй, сөнки ҡайғыртыусан Барлыҡҡа килтереүсебеҙ үҙенең Һүҙендә был хаҡта инде күптән әйткән булған (2 Тим. 3:16, 17).

АРТАБАН ДА ЙОМАРТ БУЛЫҒЫҘ

19, 20. Ни өсөн һеҙ йомарт булырға теләйһегеҙ?

19 Үҙҙәрен генә ҡайғыртҡан кешеләр араһында йәшәгәнгә, беҙгә артабан да йомартлыҡ сағылдырыу ауыр булырға мөмкин. Шулай ҙа Ғайса, ике иң мөһим әмерҙе биреп, Йәһүәне бөтә йөрәк, йән, аҡыл һәм бөтә көс менән яратырға һәм кешеләрҙе үҙебеҙҙе яратҡан кеүек яратырға өйрәткән (Марк 12:28—31). Был мәҡәләнән белеүебеҙсә, Йәһүәне яратҡан кешеләр унан үрнәк ала. Йәһүә лә, Ғайса ла бик йомарт, һәм улар беҙҙе үҙҙәренән өлгө алырға дәртләндерә, сөнки был беҙҙе бәхетле итә ала. Алла һәм кешеләр өсөн башҡарған эштәребеҙҙә йомарт булырға тырышһаҡ, Йәһүәне данларбыҙ һәм үҙебеҙгә лә, кешеләргә лә күп файҙа килтерербеҙ.

20 Шик тә юҡ, һеҙ йомартлыҡ сағылдырыр өсөн һәм башҡаларға, бигерәк тә ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләйһегеҙ (Гал. 6:10). Артабан да шулай эшләһәгеҙ, кешеләр рәхмәтле булыр һәм һеҙҙе яратыр, ә был, үҙ сиратында, һеҙҙе бәхетле итер. Изге Яҙмала былай тиелә: «Йомарт кеше муллыҡҡа ирешер, башҡаларҙы нығытыусы үҙе лә нығытылыр» (Ғиб. һүҙ. 11:25). Тормошта һәм хеҙмәттә рыяһыҙ рәүештә йомартлыҡ сағылдырыр өсөн күп мөмкинлектәр бар. Был мөмкинлектәрҙең ҡайһы берҙәре киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 13 абз. Исем үҙгәртелгән.