Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Факттарҙы белергә тырышаһығыҙмы?

Факттарҙы белергә тырышаһығыҙмы?

«Һүҙҙе тыңламайынса яуап биреү — ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ» (ҒИБ. ҺҮҘ. 18:13).

ЙЫРҘАР: 126, 95

1, 2. а) Беҙгә нимәгә өйрәнергә кәрәк һәм ни өсөн? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

БЕҘҘЕҢ барыбыҙға ла мәғлүмәттең ни тиклем дөрөҫ икәнен билдәләргә һәм уның ярҙамында дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнергә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 3:21—23; 8:4, 5). Юғиһә Шайтан һәм уның донъяһы беҙҙе еңел генә алдай алыр (Ефес. 5:6; Кол. 2:8). Әлбиттә, дөрөҫ һығымталар яһар өсөн факттарҙы белеү мөһим. Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13-тә былай тиелә: «Һүҙҙе тыңламайынса яуап биреү — ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ».

2 Был мәҡәләлә беҙ факттарҙы белергә һәм дөрөҫ һығымталар яһарға ҡамасаулаған ауырлыҡтар хаҡында белербеҙ. Беҙ шулай уҡ Изге Яҙманан ҡайһы бер принциптарҙы һәм миҫалдарҙы ҡарап сығырбыҙ. Улар беҙгә мәғлүмәттең дөрөҫмө, юҡмы икәнен билдәләргә өйрәнергә ярҙам итер.

«ҺӘР ҺҮҘГӘ» ЫШАНМАҒЫҘ

3. Ни өсөн беҙгә Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-тә яҙылған принципты ҡулланырға кәрәк? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Бөгөн мәғлүмәт бөтә ерҙән ағыла. Ул интернет, телевизор һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары аша тарала. Беҙ шулай уҡ дуҫтарыбыҙҙан күп электрон хаттар, СМС-тар йә мессенджерҙар аша төрлө хәбәрҙәр алабыҙ. Ҡайһы ваҡыт бөтә был мәғлүмәттәрҙең осо-ҡырыйы күренмәй кеүек тойола. Шуға күрә беҙгә һаҡ булырға кәрәк. Дуҫтарыбыҙ быны, моғайын, яҡшы ниәттәрҙән сығып эшләйҙер, әммә башҡа кешеләр белә тороп дөрөҫ булмаған мәғлүмәт тарата йә факттарҙы боҙоп күрһәтә. Изге Яҙманан ниндәй принцип беҙгә мәғлүмәттең дөрөҫмө, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итер? Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-тә былай тиелә: «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай».

4. Мәғлүмәт һайлағанда, Филиптарға 4:8, 9-ҙағы һүҙҙәр беҙгә нисек ярҙам итер? Ни өсөн дөрөҫ мәғлүмәт табыу бик мөһим? (Шулай уҡ «Факттарҙы табырға ярҙам иткән сығанаҡтар» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

4 Яҡшы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, ышаныслы факттарҙы белергә кәрәк. Шуға күрә, берәй мәғлүмәтте уҡырғамы, юҡмы икәнен ҡарар иткәндә, беҙ бик иғтибарлы булырға тейеш. (Филиптарға 4:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Беҙ ышаныслы булмаған сайттарҙан яңылыҡтар ҡарауға йә ғәйбәт таратҡан электрон хаттар уҡыуға ваҡыт сарыф итергә тейеш түгел. Ә мөртәттәрҙең ҡараштарын таратҡан сайттарҙан һаҡ булыу айырыуса мөһим. Мөртәттәр Алла хеҙмәтселәренең иманын ҡаҡшатырға һәм хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтергә теләй. Ышаныслы булмаған мәғлүмәт насар ҡарарҙарға килтерә. Бер ваҡытта ла, ялған мәғлүмәт миңә тәьҫир итмәҫ, тип уйламағыҙ (1 Тим. 6:20, 21).

5. Израилдәр ниндәй ялған хәбәр ишеткән, һәм ул уларға нисек тәьҫир иткән?

5 Ялған хәбәрҙәр ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерә ала. Муса көндәрендә 12 шымсы Вәғәҙә ителгән ерҙе ҡарарға барған. Ун шымсы, ҡайтып, ул ерҙе насарлап һөйләгән (Һан. 13:25—33). Улар факттарҙы күперткәнгә, Йәһүәнең халҡы ҡурҡыуға төшкән һәм өмөтһөҙлөккә бирелгән (Һан. 14:1—4). Ни өсөн израилдәр үҙҙәрен шулай тотҡан? Бәлки, улар, шымсыларҙың күбеһе бер үк нәмә һөйләгәнгә, был хәбәрҙе дөрөҫ тип һанағандыр. Шуға күрә улар ике шымсының Вәғәҙә ителгән ер тураһында әйткән яҡшы һүҙҙәрен тыңламаған (Һан. 14:6—10). Факттарҙы белергә тырышыу һәм Йәһүәгә таяныу урынына, халыҡ, аҡылһыҙ эш итеп, насар хәбәргә ышанған.

6. Ни өсөн беҙ, Йәһүә халҡы тураһында шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрҙәр ишеткәндә, аптырарға тейеш түгел?

6 Йәһүә халҡы тураһында төрлө хәбәрҙәр ишеткәндә, беҙгә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Дошманыбыҙ Шайтан «имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе» тип аталған (Асыл. 12:10). Ғайса Мәсих, ҡаршы килеүселәр мәсихселәр хаҡында «төрлө ялған һүҙ» һөйләр, тип киҫәткән (Матф. 5:11). Был киҫәтеүгә етди ҡараһаҡ, Йәһүәнең халҡы тураһында шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрҙәр ишеткәндә аптырамаҫбыҙ.

7. Берәй хәбәр ебәрер алдынан, нимә тураһында уйларға кәрәк?

7 Һеҙ дуҫтарығыҙға электрон почта йә мессенджерҙар аша хат ебәрергә яратаһығыҙмы? Берәй ҡыҙыҡлы хәбәр йә ғәҙәттән тыш хәл тураһында ишетһәгеҙ, үҙегеҙҙе яңылыҡ менән шунда уҡ бүлешергә теләгән репортер кеүек хис итәһегеҙме? Берәй хәбәр ебәрер алдынан, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Был хәбәрҙең дөрөҫ булыуына инандыммы? Факттарҙы беләмме?» Юҡ икән, ялған таратыуығыҙ ихтимал. Хәбәрҙең дөрөҫ булыуына шикләнһәгеҙ, уны ебәрмәгеҙ, ә юйып ташлағыҙ!

8. Ҡайһы бер илдәрҙә беҙгә ҡаршы килеүселәр нимә эшләй, һәм беҙ, үҙебеҙ ҙә абайламайынса, уларға нисек ярҙам итергә мөмкин?

8 Электрон почта йә мессенджерҙар аша уйламайынса хәбәрҙәр ебәреү башҡа сәбәп арҡаһында ла ҡурҡыныс булырға мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йә хатта тыйылған. Шундай илдәрҙә ҡаршы килеүселәр беҙҙе ҡурҡытыу йә ҡәрҙәштәргә шикләнеп ҡарарға этәреү маҡсаты менән төрлө хәбәрҙәр тарата. Советтар Союзында булған хәлде ҡарап сығайыҡ. КГБ хеҙмәткәрҙәре күп мәсихселәргә билдәле булған яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр тураһында, Алла халҡынан ваз кистеләр, тигән ғәйбәт таратҡан *. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ҡәрҙәштәр, был ялған хәбәрҙәргә ышанып, Йәһүәнең ойошмаһынан киткән. Һуңыраҡ уларҙың күбеһе кире ҡайтҡан, әммә ҡайһы берәүҙәр ҡайтмаған. Улар был ялған хәбәрҙәргә «имандарын һәләк» итергә юл ҡуйған (1 Тим. 1:19). Беҙ, ундай ҡурҡыныс хәлгә эләкмәҫ өсөн, нимә эшләй алабыҙ? Насар йә тикшерелмәгән хәбәрҙәрҙе таратмағыҙ. Һәр һүҙгә ышанмағыҙ, ә факттарҙы белергә тырышығыҙ.

ТУЛЫ БУЛМАҒАН МӘҒЛҮМӘТ

9. Тағы нимә арҡаһында дөрөҫ һығымталарға килеүе ауыр булырға мөмкин?

9 Ҡайһы ваҡыт беҙ өлөшләтә генә дөрөҫ булған хәбәрҙәр ишетәбеҙ. Ә ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә бөтә факттар ҙа иҫәпкә алынмай. Шуның арҡаһында ла дөрөҫ һығымталарға килеүе ауыр булырға мөмкин. Өлөшләтә генә дөрөҫ булған хәбәргә ышанып булмай. Шундай хәбәрҙәргә алданмаҫ өсөн нимә эшләп була? (Ефес. 4:14).

10. Ни өсөн израилдәр ҡәрҙәштәренә ҡаршы һуғыш башлай яҙған, әммә уларға дөрөҫ эш итергә нимә ярҙам иткән?

10 Ешуа көндәрендә Иордан йылғаһының көнбайыш яғында йәшәгән израилдәр менән булған осраҡтан мөһим һабаҡ алып була (Еш. 22:9—34). Улар Иордандың көнсығыш яғында йәшәгән израилдәрҙең йылға янында ҙур ҡорбан килтереү урыны ҡорғаны хаҡында ишеткән. Хәбәрҙең был өлөшө дөрөҫ булған, әммә был тулы хәбәр булмаған. Шул арҡала көнбайыш яҡта йәшәгән израилдәр, көнсығыш яҡтағы ҡәрҙәштәре хаҡында Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргәндәр тип уйлап, уларға ҡаршы һуғыш башлар өсөн бергә йыйылған. (Ешуа 22:10—12-не уҡығыҙ *.) Ләкин һөжүм итер алдынан, улар бер нисә ир кешене факттарҙы белергә ебәргән. Был ирҙәр нимә белгән? Көнсығыш яҡтағы израилдәр ҡорбан килтереү урынын ялған илаһтарға табыныр өсөн түгел, ә иҫтәлекле ҡоролма итеп төҙөгән. Был ҡоролма ярҙамында киләсәктә барыһы ла уларҙың Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылғанын белер ине. Израилдәр ҡәрҙәштәренә ҡаршы һуғыш башламауына, ә бөтә факттарҙы белер өсөн ваҡыт бүлеүенә, моғайын, бик шатланғандыр.

11. а) Мәфибәшит ниндәй ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан? б) Дауытты ғәҙелһеҙ эш итеүҙән нимә тотоп ҡала алыр ине?

11 Берәйһе ғәҙелһеҙ эш итеп беҙҙең хаҡта яртылаш ҡына дөрөҫ булған хәбәр таратһа, был күңелебеҙҙе әрнетергә мөмкин. Мәфибәшит менән булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Дауыт батша, йомартлыҡ сағылдырып, Мәфибәшиткә олатаһы Шаулдың бөтә ерҙәрен биргән (2 Сам. 9:6, 7). Әммә һуңыраҡ Дауытҡа Мәфибәшитте яманлап һөйләгәндәр. Дауыт, был хәбәрҙең дөрөҫмө, юҡмы икәнен тикшермәйенсә, Мәфибәшиттең бөтә ерҙәрен башҡа кешегә биргән (2 Сам. 16:1—4). Һуңыраҡ Мәфибәшит менән һөйләшкәндә, Дауыт үҙенең хата яһағанын аңлаған һәм уға ерҙәренең бер ни тиклем өлөшөн кире ҡайтарған (2 Сам. 19:24—29). Әгәр Дауыт, тулы булмаған мәғлүмәткә нигеҙләнеп тиҙ арала эш итеү урынына, факттарҙы белер өсөн ваҡыт бүлгән булһа, Мәфибәшит шундай ғәҙелһеҙлектән ғазап сикмәҫ ине.

12, 13. а) Кешеләр Ғайса тураһында ялған һөйләгәндә, ул нимә эшләгән? б) Берәйһе беҙҙең хаҡта ялған һөйләһә, нимә эшләп була?

12 Берәйһе һеҙҙең турала ялған хәбәр таратһа, нимә эшләргә? Ғайса Мәсихтең дә, Сумдырыусы Яхъяның да шундай хәлгә эләккәне булған. (Матфей 11:18, 19-ҙы уҡығыҙ.) Ғайса нимә эшләгән? Ул, кешеләрҙе шул хәбәрҙәрҙең ялған булыуына ышандырыр өсөн, ваҡытын һәм көсөн әрәм итеп йөрөмәгән. Бының урынына, ул кешеләрҙе факттарға иғтибар итергә өндәгән. Ғайса кешеләрҙең үҙенең эштәренә һәм өйрәтеүҙәренә нигеҙләнеп һығымта яһауын теләгән. Ул былай тигән: «Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә».

13 Ғайсаның үҙен нисек тотҡанынан мөһим һабаҡ алып була. Ҡайһы саҡта кешеләр беҙҙең турала ғәҙелһеҙ һүҙҙәр һөйләргә йә беҙҙе яманларға мөмкин, һәм был абруйыбыҙҙы төшөрә ала. Бындай хәлдә нимә эшләп була? Берәйһе беҙҙең хаҡта ялған һөйләһә, беҙ йәшәү рәүешебеҙ менән кешеләргә үҙебеҙҙең ысынында ниндәй икәнебеҙҙе күрһәтә алабыҙ. Ғайсаның үрнәгенән күренеүенсә, йәшәү рәүешебеҙ яртылаш ҡына дөрөҫ булған һәр ҡайһы мәғлүмәттең һәм ялған ғәйепләүҙәрҙең хаҡ булмауын иҫбатлай ала.

ҮҘ-ҮҘЕГЕҘГӘ СИКТӘН ТЫШ НЫҠ ТАЯНМАҒЫҘ

14, 15. Ни өсөн беҙ аңлау һәләтебеҙгә таянырға тейеш түгел?

14 Күренеүенсә, ышаныслы факттарҙы табыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Өҫтәүенә, камил булмауыбыҙ хәлде ауырлаштыра. Бәлки, беҙ, Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт итеп, билдәле бер өлкәләрҙә зирәклек туплағанбыҙҙыр. Башҡалар беҙҙе аныҡ фекер йөрөтөүебеҙ өсөн хөрмәт итергә мөмкин. Был беҙҙең өсөн проблема булып китә аламы?

15 Эйе, үҙебеҙҙең аңлау һәләтебеҙгә сиктән тыш ныҡ таяныу беҙҙең өсөн тоҙаҡ булып китә ала. Тойғоларыбыҙ һәм шәхси идеяларыбыҙ фекер йөрөтөү рәүешебеҙ менән етәкселек итә башларға мөмкин. Бөтә факттарҙы белмәһәк тә, мин хәлде тулыһынса аңлайым, тип уйлай башлауыбыҙ ихтимал. Шулай уйлау бик ҡурҡыныс! Изге Яҙма беҙҙе аңлау һәләтебеҙгә таяныуҙан, йәғни үҙ-үҙебеҙгә сиктән тыш ныҡ ышаныуҙан етди итеп киҫәтә (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6; 28:26).

16. Килтерелгән миҫалда тасуирланғанса, ресторанда нимә булған, һәм Айҙар нимә тип уйлаған?

16 Ундай хәл нисек тыуырға мөмкин? Бер миҫалды ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, бер кис Айҙар исемле тәжрибәле өлкән ресторанға бара ла унда Рәмил исемле башҡа өлкәнде күрә. Рәмил өҫтәл артында үҙенең ҡатыны менән түгел, ә башҡа бер ҡатын менән ултыра. Улар ваҡытты күңелле үткәрә кеүек тойола. Айҙар уларҙың көлөшкәнен һәм бер-береһен ҡосаҡлағанын күрә. Ул бик борсола һәм былай тип уйлай: «Рәмил ҡатыны менән айырылышырға теләйме әллә? Ә балалары менән нимә булыр?» Айҙарҙың быға тиклем шуға оҡшаш хәлдәрҙе күргәне бар. Һеҙ Айҙар урынында булһағыҙ, нимә хис итер инегеҙ?

17. Килтерелгән миҫалда тасуирланғанса, һуңыраҡ Айҙар нимәне белгән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

17 Ләкин ашыҡмағыҙ. Айҙар Рәмил тураһында ҡатынына тоғролоҡһоҙ тигән һығымтаға килһә лә, ул бөтә факттарҙы ла беләме? Һуңыраҡ шул уҡ кисте Айҙар, Рәмилгә шылтыратып, теге ҡатындың йыраҡтан килгән апаһы икәнен белеп ҡала. Рәмил апаһы менән күп йылдар күрешмәгән. Апаһы Рәмил менән бер нисә сәғәт кенә була алғанға, Рәмилдең уны ҡаршы алып ресторанға алып барырға ғына ваҡыты булған, ә ҡатыны уларға ҡушыла алмаған. Айҙар үҙенең шиктәре хаҡында бер кемгә лә әйтмәүенә бик шатланған! Беҙ был миҫалдан нимәгә өйрәнәбеҙ? Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күпме генә тәжрибә туплаһаҡ та, дөрөҫ һығымталарға килер өсөн тәжрибә генә етмәй, факттарҙы белергә кәрәк.

18. Нимә арҡаһында беҙ ҡәрҙәшебеҙ тураһындағы насар хәбәргә ышанырға мөмкин?

18 Беҙгә оҡшап етмәгән ҡәрҙәштең берәй хәлгә ҡатнашлығы булһа, беҙгә был хәлде дөрөҫ баһалауы ауыр булырға мөмкин. Арабыҙҙағы аңлашылмаусанлыҡтар тураһында күп уйлаһаҡ, беҙҙең ҡәрҙәшкә насар ниәттәр таға башлауыбыҙ ихтимал. Ул ваҡытта шул ҡәрҙәш тураһында берәй насар һүҙ ишетһәк, хатта уның дөрөҫ булыуына дәлилдәр булмаһа ла, был һүҙгә ышанырға теләрбеҙ. Бынан ниндәй һабаҡ алырға була? Ҡәрҙәштәргә ҡарата тиҫкәре хистәребеҙ булһа, беҙ, факттарға нигеҙләнмәйенсә, улар хаҡында насар һығымталар яһарға мөмкин (1 Тим. 6:4, 5). Шуға күрә насар хистәргә күңелебеҙҙә ояларға бирмәйек. Бер ваҡытта ла онотмағыҙ: Йәһүә ҡәрҙәштәрҙе яратыуыбыҙҙы һәм ысын күңелдән кисереүебеҙҙе теләй. (Ефестарға 4:2, 32-не уҡығыҙ.)

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПРИНЦИПТАР ҺЕҘҘЕ ҺАҠЛАҺЫН

19, 20. а) Изге Яҙманан ниндәй принциптар мәғлүмәттең ни тиклем дөрөҫ икәнен билдәләргә ярҙам итә? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

19 Хәҙерге ваҡытта ышаныслы факттарҙы табыу һәм уларҙың ни тиклем дөрөҫ икәнен билдәләү бик ауыр. Ни өсөн? Сөнки бөгөн тулы булмаған йә ялған мәғлүмәт киң таралған, өҫтәүенә, беҙ үҙебеҙ ҙә камил түгел. Беҙгә нимә ярҙам итә ала? Алла Һүҙендәге принциптар. Мәҫәлән, бер принцип буйынса, факттарҙы белмәйенсә яуап биреү аҡылһыҙ (Ғиб. һүҙ. 18:13). Башҡа принцип, ниндәйҙер мәғлүмәткә ышаныр алдынан, тәүҙә уны тикшерергә кәрәклегенә иғтибар итә (Ғиб. һүҙ. 14:15). Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итһәк тә, беҙ аңлау һәләтебеҙгә таянырға тейеш түгел (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә мәғлүмәттең ышаныслымы, юҡмы икәнен билдәләргә, дөрөҫ һығымталар яһарға һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә һәм шулай итеп беҙҙе һаҡлай.

20 Әммә дөрөҫ һығымталарға килергә ҡамасаулаған башҡа сәбәп тә бар. Кешеләр булараҡ, беҙ йыш ҡына күҙҙәребеҙ күргән нәмәләргә нигеҙләнеп хөкөм итәбеҙ. Киләһе мәҡәләлә беҙ кешеләрҙең башҡаларҙы ниндәй өс яҡ буйынса хөкөм иткәнен ҡарап сығырбыҙ, шулай уҡ шундай хатаны яһамаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белербеҙ.

^ 8 абз. Йәһүә шаһиттарының 2004 йылғы «Йыллыҡ баҫма»һының (урыҫ) 110—112-се биттәрен һәм 2008 йылғы «Йыллыҡ баҫма»һының (урыҫ) 133—135-се биттәрен ҡарағыҙ.

^ 10 абз. Ешуа 22:10—12: «Ҡынаан ерендәге Иордан өлкәһенә килеп еткәс, Рәүвән улдары, Ғад улдары һәм Менашше ҡәбиләһенең яртыһы Иордан янында ғәйәт ҙур ҡорбан килтереү урыны ҡорҙо. Һуңыраҡ башҡа израилдәр, был хаҡта ишетеп, былай тине: „Ҡарағыҙ, Рәүвән улдары, Ғад улдары һәм Менашше ҡәбиләһенең яртыһы Ҡынаан еренең сигендә, Иордан өлкәһендә, израилдәрҙең яғында ҡорбан килтереү урыны ҡорған“. Был турала ишеткәс, израилдәрҙең бөтөн йәмғиәте, уларға ҡаршы һуғышҡа барыр өсөн, Шилола йыйылды».