Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Түҙемлек. Өмөт юғалтмаҫҡа ярҙам иткән сыҙамлыҡ

Түҙемлек. Өмөт юғалтмаҫҡа ярҙам иткән сыҙамлыҡ

БЫЛ һуңғы көндәрҙә тормош ауырлаша бара, шуға күрә хәҙерге ваҡытта сабырлыҡ айырыуса мөһим (2 Тим. 3:1—5). Тирә-яғыбыҙҙағы күпселек кеше сабыр түгел. Улар тотанаҡһыҙ, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта һәм бәхәсләшергә ярата. Шунлыҡтан беҙгә бындай һорауҙар өҫтөндә уйлап алырға кәрәк: «Тирә-яғымдағы кешеләр һымаҡ түҙемһеҙ булып китмәнемме икән? Сабыр булыу нимәне аңлата? Түҙемлекте шәхесемдең өлөшө итер өсөн нимә эшләй алам?»

ТҮҘЕМЛЕК НИМӘ УЛ?

Изге Яҙмала «түҙемлек» тигән һүҙ ниндәй мәғәнәлә ҡулланыла? Был һүҙ үҙ эсенә ауырлыҡҡа түҙеүҙән күберәкте ала. Сыҙамлыҡ сағылдырған кеше быны билдәле бер маҡсат менән эшләй — ул хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә өмөтләнә. Ундай кеше үҙе тураһында ғына уйламай, ә башҡаларҙың хистәре, шул иҫәптән үҙенә асыуланған йә үҙе менән насар мөғәмәлә иткән кешеләрҙең хистәре хаҡында ла уйлай. Ул уларҙың үҙенә ҡарата мөнәсәбәте яҡшырыуына өмөтләнеүҙән туҡтамай. Шуға күрә Изге Яҙмала «мөхәббәт түҙемле» тип яҙылғаны һис тә ғәжәп түгел * (1 Кор. 13:4). Өҫтәүенә, сабырлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Гал. 5:22, 23). Сабыр булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

НИСЕК ТҮҘЕМЛЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?

Түҙемле булып китер өсөн, доғала Йәһүәнән изге рух ярҙамын һорарға кәрәк. Ә был рухты Йәһүә үҙенә таянған кешеләргә бирә (Лука 11:13). Изге рух бик ҡеүәтле булһа ла, беҙҙән дә доғаларыбыҙ буйынса эш итеү көтөлә (Зәб. 86:10, 11). Тимәк, беҙ, көн һайын сабырлыҡ сағылдырыр өсөн һәм был сифатты шәхесебеҙҙең өлөшө итер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә тейеш. Әммә ҡайһы ваҡыт беҙ түҙемлекте юғалтабыҙ. Беҙгә нимә ярҙам итер?

Беҙгә Ғайса Мәсихтең камил миҫалынан өйрәнергә һәм унан өлгө алырға кәрәк. Илсе Павел, «яңы кешене» тасуирлағанда һәм уның түҙемлек сағылдырырға тейешлеге тураһында яҙғанда, былай тип өндәгән: «Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен» (Кол. 3:10, 12, 15). Мәсих именлеге йөрәгебеҙҙә «хакимлыҡ» итһен өсөн, беҙ, Ғайса һымаҡ, Алланың үҙ ваҡытында ауырлыҡтарыбыҙҙы хәл итәсәгенә тулыһынса ышанырға тейеш. Шундай ышанысыбыҙ булһа, беҙ, тирә-яҡта нимә генә булып ятһа ла, түҙемлекте юғалтмаҫбыҙ (Яхъя 14:27; 16:33).

Беҙ бөтәбеҙ ҙә яңы донъяның мөмкин тиклем тиҙерәк килеүен теләйбеҙ. Ләкин Йәһүәнең беҙгә ҡарата сабыр булыуы тураһында уйлағанда, беҙ түҙемлерәк булырға өйрәнәбеҙ. Изге Яҙма беҙҙе шуға ышандыра: «Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Пет. 3:9). Йәһүәнең беҙҙең менән ни тиклем түҙемле булыуы тураһында уйлаһаҡ, беҙ ҙә башҡалар менән түҙемлерәк булырбыҙ (Рим. 2:4). Мәҫәлән, ниндәй осраҡтарҙа түҙемлек кәрәк?

ТҮҘЕМЛЕК ТАЛАП ИТКӘН ХӘЛДӘР

Көндәлек тормошта түҙемлек талап иткән хәлдәр йыш ҡына тыуып тора. Мәҫәлән, мөһим булып күренгән берәй фекер әйтергә теләһәк, беҙгә башҡа кешенең һүҙен бүлдермәҫ өсөн түҙемлек кәрәк (Яҡ. 1:19). Шулай уҡ берәй ҡәрҙәш йәнебеҙҙе көйҙөргәндә түҙемле булыу мөһим. Асыуланыу урынына, Йәһүә һәм Ғайсаның беҙҙең етешһеҙлектәргә нисек ҡарауын иҫтә тотоу яҡшы. Улар иғтибарҙарын беҙҙең күп ваҡ хаталарға тупламай, ә, киреһенсә, ыңғай сифаттарыбыҙҙы күрә һәм яҡшы яҡҡа үҙгәреүебеҙҙе түҙемлек менән көтә (1 Тим. 1:16; 1 Пет. 3:12).

Берәйһе беҙгә һүҙҙәребеҙ йә эштәребеҙҙең дөрөҫ булмағаны хаҡында әйткәндә лә түҙемлек кәрәк. Бәлки, тәүҙә беҙ үпкәләрбеҙ һәм үҙебеҙҙе яҡларға тырышырбыҙ. Әммә Алла Һүҙе беҙҙе башҡаса эш итергә өндәй. Унда былай тиелә: «Сабыр булыу тәкәббер рухлы булыуҙан яҡшыраҡ. Үпкәләргә ашыҡма, сөнки үпкә тотоу аҡылһыҙҙар күңеленә оялай» (Вәғ. 7:8, 9). Хатта ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ булһа ла, беҙгә түҙемле булырға һәм нимәлер әйтер йә эшләр алдынан яҡшы итеп уйларға кәрәк. Башҡалар Ғайсаны нахаҡҡа ғәйепләгәндә, ул тап шулай эш иткән дә (Матф. 11:19).

Ата-әсәләргә, балаларының ҡараштарын төҙәткәндә һәм уларға насар теләктәрҙән арынырға ярҙам иткәндә, айырыуса түҙемле булырға кәрәк. Скандинавиялағы Вефилдә хеҙмәт иткән Маттиастың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Маттиас үҫмер булғанда, синыфташтары йыш ҡына уның дини ҡараштарынан мыҫҡыллап көлгән. Тәүҙә ата-әсәһе был хаҡта белмәгән. Әммә һуңыраҡ улар улдарының хәҡиҡәттә шикләнә башлауын абайлаған. Маттиастың атаһы Йиллис, беҙгә был хәлдә күп сабырлыҡ кәрәк булды, ти. Мәҫәлән, Маттиас бындайыраҡ һорауҙар биргән: «Алла кем ул? Ә, бәлки, Изге Яҙма Алла Һүҙе түгелдер? Һеҙ унда ысынлап та Алланың талаптары яҙылғанын ҡайҙан беләһегеҙ?» Ул шулай уҡ атаһынан: «Ни өсөн һеҙ мине Аллаға ҡарата һеҙҙекенә оҡшаш хистәрем һәм иманым булмағанға ғына хөкөм итәһегеҙ?» — тип һораған.

Йиллис былай тип аңлата: «Ҡайһы саҡта улыбыҙҙың һорауҙары беҙгә ҡарата булмаһа ла, хәҡиҡәткә ҡарата асыулы яңғырай ине, сөнки ул, хәҡиҡәт тормошомда ауырлыҡтар тыуҙыра, тип уйлай ине». Йиллис улына нисек ярҙам иткән? «Беҙ улым менән, ултырып, ҡайһы саҡ сәғәттәр буйы һөйләшә торғайныҡ», — ти ул. Күбеһенсә Маттиас һөйләгән, ә Йиллис, уның хистәрен һәм уйҙарын аңлар өсөн, ваҡыт-ваҡыт һорауҙар биргән. Ҡайһы саҡта Йиллис, улына нимәнелер аңлатып, уны был хаҡта бер көн йә киләһе һөйләшеүгә тиклем уйланырға дәртләндергән. Йиллистың үҙенең дә бер нисә көн улының һүҙҙәре хаҡында уйланған саҡтары булған. Шундай даими һөйләшеүҙәр ярҙамында Маттиас йоломдоң мәғәнәһенә төшөнгән, шулай уҡ Йәһүәнең беҙҙе яратыуын һәм беҙҙең менән идара итеү хоҡуғына эйә булыуын яҡшыраҡ аңлай башлаған. Йиллис былай ти: «Быға ирешер өсөн күп ваҡыт һәм көс талап ителде, әммә улымдың йөрәгендә әкренләп Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫә барҙы. Мин һәм ҡатыным түҙемлек менән улыбыҙға үҫмер сағындағы ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам иткәнебеҙгә һәм уның йөрәгенә тәьҫир итә алғаныбыҙға бик шатбыҙ».

Маттиасҡа түҙемлек менән ярҙам иткәндә, Йиллис һәм уның ҡатыны Йәһүәнең ярҙамына таянған. Йиллис былай ти: «Мин Маттиасҡа, беҙ әсәйең менән һине бик ныҡ яратабыҙ һәм Йәһүәнән һиңә шиктәрҙән арынырға ярҙам итеүен үтенеп доға ҡылабыҙ, тип йыш әйтә торғайным». Йиллис ҡатыны менән үҙҙәренең сабырлыҡ сағылдырғанына һәм бирешмәгәненә бик шат!

Бынан тыш, туғаныбыҙ йә дуҫыбыҙ, ауырып китеп, оҙаҡ ваҡыт ҡайғыртыуға мохтаж булғанда ла түҙемлек кәрәк. Скандинавияла йәшәгән Эллендың миҫалына иғтибар итәйек *.

Яҡынса 8 йыл элек Эллендың тормош иптәше ике инсульт кисергән. Шул арҡала иренең мейеһе ҙур зыян күргән, һәм ул шатланыу, бойоғоу йә йәлләү кеүек тойғолар кисерә алмай башлаған. Эллен өсөн был бик ауыр. Ул былай ти: «Миңә күп сабырлыҡ сағылдырырға һәм йыш доға ҡылырға кәрәк. Минең иң яратҡан шиғырым — Филиптарға 4:13. Ул мине бик йыуата. Унда былай тиелгән: „Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам“ *». Йәһүәнең көсө һәм ярҙамы менән Эллен был ауыр хәлдә түҙемлек сағылдыра (Зәб. 62:5, 6).

ЙӘҺҮӘНЕҢ САБЫРЛЫҒЫНАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

Әлбиттә, сабырлыҡ сағылдырыуҙа Йәһүә иң яҡшы өлгө күрһәтә (2 Пет. 3:15). Изге Яҙмала йыш ҡына Йәһүәнең ҙур сабырлығы тураһында әйтелә (Ниҡ. 9:30; Ишағ. 30:18). Мәҫәлән, Йәһүә Содомды юҡ итергә ҡарар иткәс, Ибраһим Йәһүәгә был ҡарарға ҡағылышлы бер нисә һорау биргән. Шул саҡта Йәһүәнең Ибраһим менән нисек мөғәмәлә иткәнен хәтерләйһегеҙме? Беренсенән, ул Ибраһимдың һүҙен бүлдермәгән, ә уның һәр борсоулы һорауын сабырлыҡ менән тыңлаған. Шулай уҡ Йәһүә, Ибраһимдың һүҙҙәрен ҡабатлап, Содомда хатта ун ғына тәҡүә кеше булһа ла, ҡаланы юҡ итмәҫмен, тип ышандырған (Баш. 18:22—33). Йәһүә гел түҙемлек менән тыңлай һәм бер ваҡытта ла тиҙ ҡыҙып китмәй!

Түҙемлек — бөтә мәсихселәргә лә хас булырға тейеш яңы шәхестең бик мөһим өлөшө. Сабыр булып китер өсөн бар көсөбөҙҙө һалһаҡ, беҙ ҡайғыртыусан һәм сабыр Атабыҙ Йәһүәгә дан килтерербеҙ, шулай уҡ «иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар» араһында булырбыҙ (Евр. 6:10—12).

^ 4 абз. Мөхәббәт рух емешен тәшкил иткән сифаттар тураһындағы 9 мәҡәләнең беренсеһендә ҡаралды.

^ 15 абз. Исем үҙгәртелгән.

^ 16 абз. Был шиғыр «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»нән алынған.