Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ»

«Белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ»

«Минең ризығым — Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү» (ЯХЪЯ 4:34).

ЙЫРҘАР: 80, 35

1. Был донъяның эгоистик рухы беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

НИ ӨСӨН Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы тормошта ҡулланыуы ауыр? Сәбәптәрҙең береһе — дөрөҫ булғанды эшләр өсөн баҫалҡылыҡ кәрәк. Был һуңғы көндәрҙә баҫалҡы булып ҡалыу еңел түгел, сөнки күп кешеләр тәкәббер, һауалы, тотанаҡһыҙ, үҙҙәрен генә ярата һәм аҡсаға табына (2 Тим. 3:1—3). Алла хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ ундай тәртиптең насар булғанын беләбеҙ, әммә ҡайһы саҡ шундай кешеләрҙең уңышлы һәм шат булып күренеүе ихтимал (Зәб. 37:1; 73:3). Беҙ хатта былай тип фекер йөрөтөргә мөмкин: «Башҡаларҙың мәнфәғәттәрен үҙемдекенән өҫтөнөрәк ҡуйыу ысынлап та аҡыллымы? Үҙемде баҫалҡы тотһам, кешеләр мине хөрмәт итерме?» (Лука 9:48). Донъяның эгоистик рухына үҙебеҙгә йоғонто яһарға бирһәк, ҡәрҙәштәр менән мөнәсәбәттәребеҙ зыян күрергә мөмкин, өҫтәүенә, башҡалар беҙҙе мәсихсе итеп таный алмаҫ. Әммә Алланың баҫалҡы хеҙмәтселәренең миҫалдарын тикшереү һәм уларҙан өлгө алыу яҡшы емештәр килтерер.

2. Алланың тоғро хеҙмәтселәренән нимәгә өйрәнеп була?

2 Боронғо ваҡытта Алланың тоғро хеҙмәтселәренә уның дуҫтары булырға нимә ярҙам иткән? Улар уны нисек ҡыуандырған? Дөрөҫ булғанды эшләр өсөн, улар ҡайҙан көс тапҡан? Изге Яҙманан улар тураһында уҡыу һәм уйланыу иманыбыҙҙы нығытыр.

РУХИ АҘЫҠ БЕЛЕМ МЕНӘН ГЕНӘ СИКЛӘНМӘЙ

3, 4. а) Йәһүә беҙҙе нисек өйрәтә? б) Ни өсөн, рухи аҙыҡ белем менән генә сикләнмәй, тип әйтеп була?

3 Иманыбыҙ ныҡ булып ҡалһын өсөн, Йәһүә беҙгә барыһын бирә. Ул беҙҙе Изге Яҙма, баҫмалар, интернет-ресурстарыбыҙ, йыйылыш осрашыуҙары, конгрестар аша өйрәтә һәм яҡшы кәңәштәр бирә. Әммә Ғайса Мәсихтең Яхъя 4:34-тә яҙылған һүҙҙәре буйынса, рухи аҙыҡ үҙ эсенә белемдән күберәкте ала. Ул былай тигән: «Минең ризығым — Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү».

4 Ғайса өсөн Алла ихтыярын үтәү ризыҡ һымаҡ булған. Файҙалы аҙыҡ көс биргән кеүек, Алла ихтыярын үтәү иманды нығыта. Мәҫәлән, вәғәз осрашыуына арыған килеш барып, вәғәздән һуң көс-дәрт алып ҡайтҡан саҡтарығыҙ булдымы?

5. Зирәклек ниндәй фатихалар килтерә?

5 Баҫалҡылыҡ менән Йәһүә ҡушҡанды эшләп, беҙ зирәклек сағылдырабыҙ (Яҡ. 3:13). Зирәк кеше күп фатихалар ура. «Һин теләгән бер нәмә лә уға [зирәклеккә] тиң булмаҫ. Зирәклеккә тотонғандар өсөн ул тормош ағасы, уға ныҡ тотонғандар бәхетле тип аталыр» (Ғиб. һүҙ. 3:13—18). Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ», — тип әйткән (Яхъя 13:17). Шәкерттәр Ғайса ҡушҡанды үтәгән хәлдә генә бәхетле була алған. Уның өйрәткәндәре буйынса эш итеү һәм унан өлгө алыу уларҙың йәшәү рәүеше булып китергә тейеш булған.

6. Ни өсөн белгәндәребеҙҙе тормошта даими ҡулланырға кәрәк?

6 Беҙгә лә белгәндәребеҙҙе артабан да тормошта ҡулланырға кәрәк. Ҡоралдары, материалдары һәм белеме булған һөнәрсе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын да ҡулланған хәлдә генә ул оҫта була алыр. Күпме генә тәжрибә туплаһа ла, яҡшы һөнәрсе булырға теләһә, уға белгәндәрен артабан да ҡулланырға кәрәк. Шуның шикелле, хәҡиҡәт хаҡында белем ала башлағанда беҙ үҙебеҙҙе бәхетле итеп тойҙоҡ, сөнки Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулландыҡ. Әммә бәхетебеҙ оҙайлы булһын өсөн, Йәһүә ҡушҡандарҙы артабан да көн һайын үтәргә кәрәк.

7. Изге Яҙмала тасуирланған миҫалдарҙан нимәгә өйрәнеп була?

7 Был мәҡәләлә беҙ баҫалҡылығыбыҙҙы һынаған бер нисә өлкәне ҡарап сығырбыҙ. Боронғо ваҡытта йәшәгән тоғро кешеләрҙең был өлкәләрҙә нисек баҫалҡы булып ҡалғанын белербеҙ. Әммә шулар тураһында уҡыуҙан тыш, был мәғлүмәт өҫтөндә уйланыу һәм тормошта ҡулланыу мөһим.

БАШҠАЛАРҘЫ ТИҢ КҮРЕГЕҘ

8, 9. Ғәмәлдәр 14:8—15-тәге өҙөктән Павелдың баҫалҡылығы тураһында нимә белеп була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Алла «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй» (1 Тим. 2:4). Һеҙ хәҡиҡәтте белмәгән кешеләргә нисек ҡарайһығыҙ? Илсе Павел Йәһүә тураһында инде бер аҙ белгән йәһүдтәргә вәғәзләгән. Ул шулай уҡ ялған илаһтарға табыныусыларға ла вәғәзләгән. Уларға вәғәзләү Павелдың баҫалҡылығын һынаған. Нисек итеп?

9 Беренсе миссионер сәйәхәтендә Павел Варнава менән Листра ҡалаһына барған. Ликаон халҡы, Зевс һәм Гермес исемдәре менән атап, уларҙы илаһилаштырған. Павел менән Варнава ғорурланып киткәнме? Улар быны башҡа ҡалаларҙа эҙәрләү кисергәндәре өсөн бүләк тип һанағанмы? Улар, беҙгә ҡарата шундай иғтибар күберәк кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек бирер, тип уйлағанмы? Һис тә юҡ! Улар бик рәнйегән һәм былай тип ҡысҡырған: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? ...Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк кешеләр!» (Ғәм. 14:8—15).

10. Ни өсөн Павел менән Варнава үҙҙәрен ликаон халҡынан өҫтөн күрмәгән?

10 Павел менән Варнава, беҙ һеҙҙең кеүек үк кешеләр, тигәндә үҙҙәренең гонаһлы булыуын күҙ уңында тотҡан. Был һүҙҙәр уларҙың да, ликаон халҡы кеүек, ялған илаһтарға табынғанын аңлатмаған. Алла уларҙы миссионер итеп ебәргән (Ғәм. 13:2). Улар, изге рух менән майланған кешеләр булараҡ, иҫ киткес өмөткә эйә булған. Ләкин был уларға үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн күрергә нигеҙ бирмәгән. Улар шул кешеләрҙең дә, һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итеп, күктә йәшәргә өмөтләнә алыуын аңлаған.

11. Вәғәздә беҙ нисек Павел кеүек баҫалҡылыҡ сағылдыра алабыҙ?

11 Ә беҙ нисек баҫалҡылыҡ сағылдыра алабыҙ? Беренсенән, Павел кеүек, беҙ бер ҡасан да, Йәһүәнең ярҙамы менән вәғәзләү йөкләмәһен үтәү йә бүтән рухи эштәрҙе башҡарыу беҙҙе башҡаларҙан өҫтөн итә, тип уйларға тейеш түгел. Үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреп була: «Мин вәғәздә осраған кешеләргә нисек ҡарайым? Билдәле бер төркөм кешеләренә тиҫкәре ҡарашта тормайыммы?» Бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләгән кешеләрҙе табырға тырыша. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр хатта башҡалар түбән тип һанаған берәй халыҡтың телен һәм йолаларын өйрәнер өсөн тырышлыҡ һала. Ләкин был ҡәрҙәштәр бер ҡасан да үҙҙәрен шул халыҡ кешеләренән яҡшыраҡ тип һанамай. Киреһенсә, улар, һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә ярҙам итер өсөн, һәр кешене аңларға тырыша.

БАШҠАЛАР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

12. Епафрас башҡалар хаҡында ысын күңелдән ҡайғыртыуын нисек күрһәткән?

12 Баҫалҡылыҡ сағылдырыр башҡа ысул — «беҙҙеке кеүек ҡәҙерле иманға эйә булған» ҡәрҙәштәребеҙ өсөн доға ҡылыу (2 Пет. 1:1, ЯДТ). Епафрас шулай эшләгән дә. Павел, Римда өйҙә һаҡ аҫтында ултырғанда, Колосстағы мәсихселәргә Епафрас тураһында былай тип яҙған: «[Һеҙҙең] өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул» (Кол. 4:12). Епафрас ҡәрҙәштәрҙе яҡшы белгән һәм улар хаҡында ысын күңелдән ҡайғыртҡан. Павел уның тураһында: «Минең менән бергә... тотҡонлоҡта ултырыусы», — тигән, тимәк, Епафрас Павелдыҡына оҡшаш ауырлыҡтар кисергән (Фил. 23). Әммә ул барыбер башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан һәм уларға ярҙам итер өсөн нимәлер эшләгән. Епафрас ҡәрҙәштәре өсөн хатта исемдәрен әйтеп доға ҡылған, һәм беҙ ҙә шулай эшләй алабыҙ. Ундай доғалар ҙур көскә эйә була ала (2 Кор. 1:11; Яҡ. 5:16).

13. Доға ҡылғанда, Епафрастан нисек өлгө алып була?

13 Һеҙ кемдәр тураһында исемдәрен әйтеп доға ҡыла алыр инегеҙ? Мәҫәлән, йыйылыштағы дуҫтарығыҙ йә ауырлыҡтар менән көрәшкән ғаиләләр өсөн доға ҡылып була. Бәлки, уларға дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүе йә ҡотҡоларға ҡаршы тороуы ауырҙыр. Күптәр иман хаҡына төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла. Уларҙың исемдәрен интернет-ресурстарыбыҙҙа табып була. Бынан тыш, һеҙ ғәзиз яҡындарын юғалтҡан, тәбиғәт афәттәре йә һуғыштар арҡаһында ғазаптарға дусар булған һәм матди ауырлыҡтар кисергән имандаштар өсөн доға ҡыла алаһығыҙ. Доғаларыбыҙға мохтаж булған ҡәрҙәштәр бик күп. Улар өсөн доға ҡылып, беҙ үҙ мәнфәғәтебеҙҙе генә түгел, ә башҡаларҙы ла хәстәрләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Флп. 2:4). Йәһүә ундай доғаларҙы тыңлай!

«ТЫҢЛАУҒА ӨЛГӨР» БУЛЫҒЫҘ

14. Йәһүә иғтибарлы итеп тыңлауҙа нисек иң яҡшы өлгө күрһәтә?

14 Баҫалҡылыҡ сағылдырыр өсөн тағы бер ысул — иғтибар менән тыңлау. Яҡуб 1:19-ҙа әйтелгәнсә, беҙ «тыңлауға өлгөр» булырға тейеш. Йәһүә иғтибарлы итеп тыңлауҙа иң яҡшы өлгө күрһәтә (Баш. 18:32; Еш. 10:14). Мәҫәлән, Сығыш 32:11—14-тә яҙылған әңгәмәне ҡарап сығайыҡ. Йәһүә, Мусаның кәңәштәренә мохтаж булмаһа ла, уға фекерен белдерергә мөмкинлек биргән. Һеҙ, ҡайһы саҡта яңылышҡан кешене түҙемлек менән тыңлап, аҙаҡ уның тәҡдиме буйынса эш итергә теләр инегеҙме? Ә Йәһүә иман менән доға ҡылған бөтә кешеләрҙе лә түҙемлек менән тыңлай.

15. Башҡаларға ҡарата хөрмәт сағылдырыуҙа Йәһүәнән нисек өлгө алып була?

15 Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Әгәр Йәһүә Ибраһим, Рәхилә, Муса, Ешуа, Манух, Ильяс һәм Езекия кеүек кешеләрҙе иғтибар менән тыңлап баҫалҡылыҡ сағылдырған икән, мин дә был йәһәттән тырышлыҡ һалырға тейеш түгелме ни? Ҡәрҙәштәргә ҡолаҡ һалып һәм мөмкин булғанса яҡшы тәҡдимдәре буйынса эш итеп, уларға ҡарата күберәк хөрмәт сағылдыра аламмы? Ғаиләмдә йә йыйылышта берәйһенә күберәк иғтибар бүлә аламмы? Был йәһәттән яҡшырыр өсөн, миңә нимә эшләргә кәрәк?» (Баш. 30:6; Хөк. 13:9; 1 Бат. 17:22; 2 Йыл. 30:20).

«БӘЛКИ, ЙӘҺҮӘ ҒАЗАП СИГЕҮЕМДЕ КҮРЕР»

Дауыт: «Ҡалдыр уны!» — тигән. Ә һеҙ уның урынында нимә эшләр инегеҙ? (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Шимғәй кәмһетеүле һүҙҙәр әйткәндә, Дауыт батша үҙен нисек тотҡан?

16 Баҫалҡылыҡ сағылдырыр өсөн бүтән ысул — башҡалар беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндә тотанаҡлыҡ сағылдырыу (Ефес. 4:2). Изге Яҙмала быға яҡшы миҫал бар. (2 Самуил 16:5—7, 13-тө уҡығыҙ *.) Шаул батшаның туғаны Шимғәй, Дауыт менән уның хеҙмәтселәренә кәмһетеүле һүҙҙәр әйтеп, уларҙы мыҫҡыллаған. Шимғәйҙе туҡтата алһа ла, Дауыт мыҫҡыллауға түҙгән. Ул, шундай тотанаҡлыҡ сағылдырыр өсөн, ҡайҙан көс алған? Был һорауға яуапты 3-сө мәҙхиәнән табып була.

17. Дауытҡа тотанаҡлыҡ сағылдырырға нимә ярҙам иткән, һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?

17 Дауыт 3-сө мәҙхиәне яҙған осорҙа улы Әбессәләм уны үлтерергә тырышҡан. Шул ауыр ваҡытта Шимғәй Дауытты мыҫҡыллаған да, ләкин Дауыт тыныс булып ҡалыр өсөн көс тапҡан. Нисек итеп? Зәбур 3:4-тә Дауыттың бындай һүҙҙәре яҙылған: «Мин, ауаз һалып, Йәһүәне саҡырырмын, һәм ул миңә изге тауынан яуап бирер». Насар мөғәмәлә менән осрашҡанда, беҙгә Дауыт кеүек доға ҡылырға кәрәк. Йәһүә беҙгә изге рух бирәсәк. Берәйһе һеҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндә, һеҙ күберәк тотанаҡлыҡ сағылдыра алыр инегеҙме? Йә теләберәк ғәфү итә алыр инегеҙме? Йәһүәнең хистәрегеҙҙе аңлағанына һәм һеҙҙе фатихалаясағына тулыһынса ышанырһығыҙмы?

«ИҢ МӨҺИМЕ — ЗИРӘКЛЕК»

18. Һәр ваҡыт Йәһүә ҡушҡанса эш итеү ниндй файҙа килтерә?

18 Дөрөҫ булғанды эшләһәк, беҙ зирәклек сағылдырырбыҙ, һәм Йәһүә беҙҙе мул итеп фатихалар. Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7-лә былай тиелә: «Иң мөһиме — зирәклек». Зирәклек белемгә нигеҙләнһә лә, ул үҙ эсенә факттарҙы аңлауҙан күберәкте ала. Зирәклек ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙҙа сағыла. Хатта ҡырмыҫҡаларға ла зирәклек хас. Улар йәйгеһен үҙҙәренә аҙыҡ әҙерләп инстинктив зирәклек сағылдыра (Ғиб. һүҙ. 30:24, 25). «Алла зирәклеге» тип аталған Мәсих һәр ваҡыт Атаһы хуп күргәнде эшләй (1 Кор. 1:24; Яхъя 8:29). Беҙ ҙә, баҫалҡы булып ҡалһаҡ һәм дөрөҫ булғанды эшләргә ҡарар итеп зирәклек сағылдырһаҡ, Алланың фатихаһын алырбыҙ. (Матфей 7:21—23-тө уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, йыйылышыбыҙҙа баҫалҡы рух хөкөм һөрһөн өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйек. Был еңел түгел, һәм бының өсөн ваҡыт һәм түҙемлек кәрәк, әммә шулай эш итеү беҙҙе хәҙер һәм мәңгегә бәхетле итер!

^ 16 абз. 2 Самуил 16:5—7, 13: «Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул йорто ғаиләһенән бер кеше — Ғәйрәнең улы Шимғәй — ләғнәт һүҙҙәре ҡысҡыра-ҡысҡыра уның ҡаршыһына сыҡты. Ул Дауытҡа һәм Дауыт батшаның бөтә хеҙмәтселәренә, шулай уҡ батшаның уң һәм һул яғындағы бөтә кешеләргә һәм ғәйрәтле һуғышсыларға таш бәрә-бәрә барҙы. Шимғәй уны былай тип ҡәһәрләй ине: „Йөрөмә бында, кит бынан, ҡан ҡойоусы! Йүнһеҙ бәндә!“ Дауыт үҙ кешеләре менән юлын дауам итте, ә Шимғәй тау бите буйлап, ләғнәт уҡый-уҡый, Дауытҡа таш бәреп, туҙан һибеп, артынан ҡалмай барҙы».