Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Дөрөҫөн һөйләгеҙ

Дөрөҫөн һөйләгеҙ

«Бер-берегеҙгә дөрөҫөн һөйләгеҙ» (ЗӘК. 8:16).

ЙЫРҘАР: 56, 124

1, 2. Кешелеккә нимә иң ҙур зыян килтерә, һәм быға кем ғәйепле?

КЕШЕ уйлап сығарған ҡайһы бер әйберҙәр, мәҫәлән, телефон, лампочка, автомобиль, һыуытҡыс тормошто еңеләйтә. Әммә уйлап сығарылған башҡа әйберҙәр, мәҫәлән, атыу ҡоралы, миналар, тәмәке, атом бомбаһы тормошто ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ләкин быларҙың барыһынан да алдараҡ барлыҡҡа килгән бер нәмә кешелеккә тағы ла ҙурыраҡ зыян килтерә. Һүҙ ялған тураһында бара. Ялғанлау — берәйһен алдау йәки юлдан яҙҙырыу өсөн дөрөҫ булмаған мәғлүмәт әйтеү. Кем беренсе ялғанды әйткән? Иблис! Ғайса Мәсих уны «ялғандың атаһы» тип атаған. (Яхъя 8:44-те уҡығыҙ.) Иблис беренсе ялғанды ҡасан әйткән?

2 Ул быны меңәрләгән йылдар элек Эден баҡсаһында эшләгән. Әҙәм менән Һауа Йәһүә барлыҡҡа килтергән матур ожмахта рәхәтләнеп йәшәгән. Алла уларға, «яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына[н]» ашаһағыҙ, үләсәкһегеҙ, тигән. Шайтан, быны белһә лә, йылан аша Һауаға: «Юҡ, үлмәйһегеҙ», — тип әйткән. Был иң беренсе ялған булған. Шайтан шулай уҡ былай тигән: «Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ» (Баш. 2:15—17; 3:1—5).

3. Ни өсөн, алдағанда Шайтан яуыз ниәттән сығып эш иткән, тип әйтеп була? Уның ялғаны нимәгә килтергән?

3 Шайтан яуыз ниәт менән алдаған, сөнки ул Һауаның, тыйылған емеште ашаһа, үләсәген белгән. Шулай булған да. Тәүҙә Һауа, ә һуңыраҡ Әҙәм Йәһүәнең әмерен боҙған, һәм ахыр сиктә улар үлгән (Баш. 3:6; 5:5). Бынан тыш, Әҙәмдең гонаһы арҡаһында «үлем бөтөн кешеләр араһында таралған». Шулай итеп, «Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ» итә башлаған (Рим. 5:12, 14). Бына ни өсөн беҙ камил түгел һәм мәңге йәшәмәйбеҙ. Киреһенсә, «ғүмер көндәребеҙ — 70 йыл, ә бик ныҡ булһаҡ — 80 йыл. Әммә улар бәлә һәм ғазап менән тулы» (Зәб. 90:10). Быларҙың барыһы ла Шайтандың ялғаны арҡаһында булған!

4. а) Ниндәй һорауҙарға яуап табырға кәрәк? б) Зәбур 15:1, 2-ләге һүҙҙәр буйынса, кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

4 Яхъя 8:44-тә Ғайса Мәсих Шайтан тураһында: «[Уның] хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ», — тип әйткән. Шайтан үҙгәрмәгән. Ул һаман да «бөтөн донъяны» юлдан яҙҙыра (Асыл. 12:9). Ләкин беҙ Шайтандың ялғанына алданырға теләмәйбеҙ. Шуға күрә беҙгә бындай өс мөһим һорауға яуап алырға кәрәк: Шайтан кешеләрҙе нисек юлдан яҙҙыра? Ни өсөн кешеләр алдай? Әҙәм һәм Һауа һымаҡ Йәһүә менән дуҫлыҡты юғалтмаҫ өсөн, һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләргә беҙгә нимә ярҙам итер? (Зәбур 15:1, 2-не уҡығыҙ *.)

ШАЙТАН КЕШЕЛӘРҘЕ НИСЕК АЛДАЙ?

5. Шайтан кешеләрҙе нисек алдай?

5 Шайтан бөтә кешеләрҙе лә алдай алмай. Илсе Павел: «Уның ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ», — тигән (2 Кор. 2:11). Шайтан бөтөн донъяны, шул иҫәптән ялған динде, коррупцияға бирелгән хөкүмәттәрҙе һәм ҡомһоҙ сауҙа эшмәкәрҙәрен контроль аҫтында тота (1 Яхъя 5:19). Шуға күрә хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙең Шайтан һәм ендәрҙең тьәҫире аҫтында ялған һөйләүе һис тә ғәжәп түгел (1 Тим. 4:1, 2). Мәҫәлән, ҡайһы бер бизнесмендар, зыян килтергән тауарҙарын һатыр өсөн, биргән рекламаларында дөрөҫөн һөйләмәй.

6, 7. а) Ни өсөн дин етәкселәренең ялған һөйләүе айырыуса насар? б) Һеҙҙең дин етәкселәренең ниндәй ялған таратҡанын ишеткәнегеҙ бар?

6 Дин етәкселәренең ялған һөйләүе бигерәк тә насар. Ни өсөн? Сөнки уларҙың ялған тәғлимәттәренә ышанған һәм Алла нәфрәт иткән эштәрҙе ҡылған кеше мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалта ала (Ос. 4:9). Ғайса көндәрендә йәшәгән дин етәкселәре халыҡты алдаған. Ғайса, быны белеп, ҡыйыулыҡ менән уларға былай тигән: «Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Тик берәүҙе генә булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн, һеҙ диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде берәйһен килтерһәгеҙ, уны йәһәннәмгә [йәғни мәңгегә юҡ ителеүгә]... дусар итәһегеҙ» (Матф. 23:15). Ғайса шул ялған дин етәкселәренең үҙ аталарына — «кеше үлтереүсе» Иблискә оҡшаш булыуҙары тураһында әйткән (Яхъя 8:44).

7 Беҙҙең көндәрҙә лә күп дин етәкселәре бар. Уларҙы пастор, рухани, раввин йә башҡа титулдар менән атайҙар. Фарисейҙар һымаҡ, улар, Алла Һүҙендәге хәҡиҡәткә өйрәтеү урынына, «Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштыр[а]» (Рим. 1:18, 25). Уларҙың ҡайһы берҙәре утлы тамуҡ, үлемһеҙ йән, реинкарнация кеүек ялған тәғлимәттәр тарата, шулай уҡ, Алла гомосексуаль мөнәсәбәттәрҙе һәм бер енестәге кешеләрҙең никахҡа инеүен хуплай, тип өйрәтә.

8. Тиҙҙән сәйәсмәндәр ниндәй ялған хәбәр әйтәсәк, әммә беҙ быға нисек ҡарарға тейеш?

8 Сәйәсмәндәр ҙә кешеләрҙе алдай. Тиҙҙән улар, донъяла «барыһы ла тыныс һәм имен» тиеп, иң ҙур ялғанды әйтер. Әммә шунан һуң «уларға ҡапыл һәләкәт килер». Шуға күрә беҙ сәйәси етәкселәрҙең шундай һүҙҙәренә ышанырға тейеш түгел. Улар донъяның бик аяныслы хәлдә булыуын йәшерергә тырышыр. Әммә беҙ «Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы белә[беҙ]» (1 Фес. 5:1—4).

НИ ӨСӨН КЕШЕЛӘР АЛДАЙ?

9, 10. а) Ни өсөн кешеләр алдай, һәм был нимәгә килтерә? б) Ни өсөн Йәһүәне алдап булмай?

9 Хакимлыҡҡа эйә булғандарҙан тыш, башҡа кешеләр ҙә алдай. Бер журналдың «Ни өсөн беҙ алдайбыҙ?» тигән мәҡәләһендә былай тиелгән: «Алдау — кеше шәхесенең айырылғыһыҙ бер өлөшө» («National Geographic»). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, кешеләр алдауҙы тәбиғи һәм ғәҙәти нәмә тип һанай. Кешеләр йыш ҡына үҙҙәрен яҡлар өсөн, мәҫәлән, хаталарын йә енәйәттәрен йәшерер өсөн алдай. Улар шулай уҡ быны аҡса эшләр өсөн йә үҙҙәренә башҡа төрлө файҙа алыр өсөн эшләй. Теге мәҡәләлә шулай уҡ, ҡайһы берәүҙәр «сит кешеләрҙе, эштәге хеҙмәттәштәрен, дуҫтарын һәм яҡындарын» еңел генә алдай, тип әйтелә.

10 Алдау нимәгә килтерә? Кешеләр бер-береһенә ышанмай башлай, һәм уларҙың мөнәсәбәттәре боҙола. Мәҫәлән, тормош иптәшенең хыянат иткәнен һәм быны йәшереп йөрөгәнен белеп ҡалған тоғро ир йә ҡатындың ниндәй күңел бушлығы кисергәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Йә, әйтәйек, ғаилә башлығы өйҙә ҡатыны һәм балалары менән тупаҫ мөғәмәлә итә, ә кешеләр алдында яҡшы һәм ҡайғыртыусан булып ҡылана. Әммә беҙгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: ундай кешеләр, башҡаларҙы алдай алһа ла, Йәһүәне алдай алмай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә» (Евр. 4:13).

11. Анания менән Сапфираның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Изге Яҙмала бер парҙың миҫалы килтерелә. Анания менән Сапфира, Шайтандың йоғонтоһона бирелеп, Алланы алдарға маташҡан. Улар үҙ милкен һатҡан да, аҡсаның бер ни тиклем өлөшөн генә килтереп биреп, илселәрҙе алдаған. Йыйылыш алдында яҡшы булып күренер өсөн илселәргә, беҙ бөтә аҡсаны бирҙек, тигән. Ләкин Йәһүә уларҙың алдауын белгән һәм уларҙы язаһыҙ ҡалдырмаған (Ғәм. 5:1—10).

12. Яуыз ниәттән сығып алдаған һәм тәүбә итмәгән кешеләр менән нимә буласаҡ һәм ни өсөн?

12 Йәһүә ялғансыларға нисек ҡарай? Яуыз ниәттән сығып алдаған һәм тәүбә итмәгән һәр кеше, Шайтан кеүек, «утлы һәм көкөртлө күлгә» ташланасаҡ, йәғни мәңгегә юҡ ителәсәк (Асыл. 20:10; 21:8; Зәб. 5:6). Ни өсөн? Сөнки, Алла ҡарашынан, алдаҡсылар «ерәнгес булғанды ҡылыусы кешеләр» менән бер рәттә тора (Асыл. 22:15, төшөрмә, ЯДТ).

13. Беҙ Йәһүә тураһында нимә беләбеҙ, һәм был беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

13 Белеүебеҙсә, «Алла кеше түгел, ул ялған һөйләмәй», ул «һис тә ялғанлай алмай» (Һан. 23:19; Евр. 6:18, ЯДТ). Йәһүә «ялған телде» күрә алмай (Ғиб. һүҙ. 6:16, 17). Уның хуплауын табырға теләһәк, беҙ һәр ваҡыт намыҫлы булырға тейеш. Шунлыҡтан беҙ бер-беребеҙҙе алдамайбыҙ (Кол. 3:9).

БЕҘ «ДӨРӨҪӨН ҺӨЙЛӘЙБЕҘ»

14. а) Ысын мәсихселәр ялған дин ағзаларынан нимә менән айырылып тора? б) Лука 6:45-тәге принципты аңлатып бирегеҙ.

14 Ысын мәсихселәр ялған дин ағзаларынан нимә менән айырылып тора? Беҙ «дөрөҫөн һөйләйбеҙ». (Зәкәриә 8:16, 17-не уҡығыҙ *.) Павел аңлатҡанса, дөрөҫөн һөйләп «беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ» (2 Кор. 6:4, 7). Ғайса Мәсих: «Кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була», — тигән (Лука 6:45). Тимәк, намыҫлы кеше һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләй. Ул таныш булмаған кешеләргә лә, эшендәге хеҙмәттәштәренә лә, дуҫтарына ла, яҡындарына ла дөрөҫөн һөйләй. Әйҙәгеҙ, бөтөн нәмәлә намыҫлы булырға тырышыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

Был апай-ҡәрҙәштең ниндәй рухи проблемалары бар? (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. а) Ни өсөн ике төрлө тормош алып барыу насар? б) Йәш мәсихселәргә йәштәштәре баҫымына ҡаршы торорға нимә ярҙам итер? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)

15 Ҡайһы бер йәш мәсихселәр, йәштәштәренән айырылып торорға теләмәгәнгә, ике төрлө тормош алып бара. Улар үҙ ғаиләһендә һәм йыйылышта әхлаҡи яҡтан саф булып күренергә тырыша, ә социаль селтәрҙәрҙә йәки Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр араһында үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тота. Шундай йәштәр әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйтергә, тыйнаҡһыҙ кейем кейергә, әхлаҡһыҙ һүҙҙәрҙән торған йырҙар тыңларға, иҫергәнсе эсергә, наркотиктар ҡулланырға, йәшерен генә берәйһе менән осрашып йөрөргә йә башҡа насар эштәр ҡылырға мөмкин. Улар ата-әсәләренә, ҡәрҙәштәргә һәм Йәһүәгә ялғанлай (Зәб. 26:4, 5). Ләкин, Йәһүәне телебеҙ менән генә хөрмәт итеп, ысынында насар эштәр ҡылып йөрөһәк, ул быны күрмәй ҡалмаҫ (Марк 7:6). «Күңелеңдә гонаһ ҡылыусыларҙан көнләшеү булмаһын, һәр ваҡыт Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшә», — тигән аҡыллы һүҙҙәр буйынса эш итеү күпкә яҡшыраҡ (Ғиб. һүҙ. 23:17) *.

16. Тулы ваҡытлы хеҙмәт башлар өсөн ғариза тултырғанда, һорауҙарға нисек яуап бирергә кәрәк?

16 Пионер булып китергә йә тулы ваҡытлы махсус хеҙмәттә, мәҫәлән, Вефиль хеҙмәтендә ҡатнашырға теләһәгеҙ, ғариза тултырырға кәрәк. Һаулыҡҡа, күңел асыуҙарға һәм әхлаҡи нормаларға бәйле һорауҙарға намыҫлы итеп яуап биреү бик мөһим (Евр. 13:18). Ә әгәр һеҙ Йәһүә нәфрәт иткән йә выжданығыҙҙы борсоған берәй нәмә эшләгән булһағыҙ, был хаҡта өлкәндәргә әйттегеҙме? Юҡ икән, уларға мөрәжәғәт итегеҙ. Шул саҡта һеҙ Йәһүәгә саф выждан менән хеҙмәт итә алырһығыҙ (Рим. 9:1; Гал. 6:1).

17. Эҙәрләүселәр ҡәрҙәштәр тураһында һорауҙар биргәндә, беҙ нимә эшләргә тейеш?

17 Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ерҙә йәшәһәгеҙ, һәм хөкүмәт вәкилдәре һеҙҙе ҡулға алып ҡәрҙәштәр тураһында һорауҙар бирһә, нимә эшләргә? Һеҙ уларға барыһын да һөйләргә тейешме? Ә Рим идарасыһы һорауҙар биргәндә, Ғайса Мәсих нимә эшләгән? Ул, «өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар» тигән принципты ҡулланып, ҡайһы саҡта бер нәмә лә әйтмәгән! (Вәғ. 3:1, 7; Матф. 27:11—14). Шундай хәлгә эләкһәк, беҙгә ҡәрҙәштәрҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн аҡыллы һәм һаҡ булырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 10:19; 11:12).

Өндәшмәү һәм һөйләү ваҡытын нисек билдәләргә? (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18. Өлкәндәр берәй ҡәрҙәштең гонаһы тураһында һорауҙар биргәндә, беҙ нимә эшләргә тейеш?

18 Йыйылышта берәйһенең етди гонаһ ҡылғанын белһәгеҙ, нимә эшләргә кәрәк? Өлкәндәр йыйылыштың сафлығы өсөн яуаплы, шуға күрә улар һеҙҙән нимә белгәнегеҙҙе һорарға мөмкин. Шундай осраҡта, айырыуса яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ тураһында һүҙ барғанда, нимә эшләрһегеҙ? Изге Яҙмала: «Дөрөҫ шаһитлыҡ биреүсе хаҡ һүҙҙәр һөйләй», — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 12:17; 21:28). Тимәк, бер нәмәне лә йәшермәйенсә, өлкәндәргә барыһын һөйләп бирергә кәрәк. Өлкәндәрҙең бөтә факттарҙы белергә хоҡуғы бар, шул факттар ярҙамында улар кешегә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен тергеҙер өсөн иң яҡшы ярҙам күрһәтә алыр (Яҡ. 5:14, 15).

19. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

19 Дауыт Йәһүәгә: «Һин кеше күңелендәге хәҡиҡәтте хуш күрәһең», — тип доға ҡылған (Зәб. 51:6). Дауыттың һүҙҙәренән күренеүенсә, эске булмышыбыҙҙың ниндәй булыуы бик мөһим. Ысын мәсихселәр һәр ваҡыт «бер-береһенә дөрөҫөн һөйләй». Алла хеҙмәтселәре башҡаларҙан тағы нимә менән айырылып тора? Улар Изге Яҙманан хәҡиҡәткә өйрәтә. Икенсе мәҡәләлә беҙ быны ентекләберәк ҡарап сығырбыҙ.

^ 4 абз. Зәбур 15:1, 2: «Эй Йәһүә, һинең сатырыңда кем ҡунаҡ була ала? Һинең изге тауыңда кем йәшәй ала? Сафлыҡ юлынан йөрөүсе, тәҡүәлек буйынса эш итеүсе, үҙ йөрәгендә дөрөҫөн һөйләүсе кеше».

^ 14 абз. Зәкәриә 8:16, 17: «„Һеҙ бына нимә эшләгеҙ: бер-берегеҙгә дөрөҫөн һөйләгеҙ, ҡала ҡапҡалары янында хәҡиҡәт менән тыныслыҡтың сәскә атыуына килтерәсәк хөкөм ҡарарҙары сығарығыҙ. Күңелдәрегеҙҙә бер-берегеҙгә бәлә ниәтләмәгеҙ һәм һис ниндәй ялған ант биреүҙе яратмағыҙ, сөнки мин быларҙың барыһын да нәфрәт итәм“, — тип иғлан итә Йәһүә».

^ 15 абз. «Йәштәрҙең 10 һорауына яуаптар» тигән брошюрала «Йәштәштәремдең баҫымына нисек ҡаршы торорға?» тип аталған 6-сы һорауҙы һәм «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) II томында 16-сы бүлекте ҡарағыҙ.