Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн»

«Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн»

«Мине үҙеңдең юлыңа өйрәт, эй Йәһүә. Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн» (ЗӘБ. 86:11).

ЙЫРҘАР: 31, 72

1—3. а) Беҙ хәҡиҡәтте ни тиклем ныҡ ҡәҙерләргә тейеш? Миҫал килтерегеҙ. (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

БӨГӨН кешеләр йыш ҡына нимәлер һатып ала ла һуңынан уны кире ҡайтара. Ә интернет аша һатып алынған әйберҙәрҙе тағы ла йышыраҡ ҡайтаралар. Кешеләр һатып алынған әйберҙе оҡшатмаҫҡа йәки уның берәй етешһеҙ яғын табырға мөмкин. Шуға күрә улар уны йә башҡа берәй әйбергә алмаштырырға, йә аҡсаларын кире ҡайтарырға ҡарар итә.

2 Беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән шулай эшләргә һис тә теләмәҫ инек. Уны «һатып алғас», йәғни белгәс беҙ уны «һатырға», йәғни ҡалдырырға теләмәйбеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23-тө уҡығыҙ *; 1 Тим. 2:4.) Үткән мәҡәләлә беҙ хәҡиҡәт хаҡына барған ҡорбандарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сыҡҡайныҡ. Мәҫәлән, беҙ башҡа эштәргә сарыф итеп булған ваҡытты ҡорбан иттек. Шулай уҡ, бәлки, күп аҡса килтерә алған карьеранан баш тартҡанбыҙҙыр, фекер йөрөтөүебеҙҙә һәм тәртибебеҙҙә үҙгәрештәр яһағанбыҙҙыр йә Алла хупламаған йолаларҙа бүтән ҡатнашмай башлағанбыҙҙыр. Бынан тыш, бәлки, дуҫтар һәм туғандар менән мөнәсәбәттәребеҙ үҙгәргәндер. Әммә беҙ шуға инанғанбыҙ: хәҡиҡәт килтергән фатихалар теләһә ниндәй ҡорбандарҙан да ҡиммәтлерәк.

3 Ғайса Мәсих яҡшы ынйылар эҙләүсе сауҙагәр тураһында ҡисса һөйләгән. Сауҙагәр, бик ҡиммәтле бер ынйы тапҡас, шунда уҡ бөтә нәмәһен һатҡан да уны һатып алған. Был ынйы Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәтте символлаштыра. Бының менән Ғайса хәҡиҡәттең эскерһеҙ кешеләр өсөн ни тиклем ҡиммәтле буласағын күрһәткән (Матф. 13:45, 46). Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәтте һәм Изге Яҙмалағы башҡа ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе тапҡас, беҙ ҙә уларҙы белер өсөн бөтә нәмәнән дә баш тартырға әҙер инек. Хәҡиҡәтте артабан да ҡәҙерләһәк, беҙ уны бер ҡасан да ҡалдырмаҫбыҙ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре хәҡиҡәтте ҡәҙерләмәй башлаған һәм хатта уны ҡалдырған. Беҙ бер ҡасан да шулай эшләргә теләмәҫ инек! Беҙгә, Изге Яҙмалағы кәңәшкә ҡолаҡ һалып, «хәҡиҡәттә йөрөүе[беҙҙе]» дауам итергә кәрәк. (3 Яхъя 2—4-те уҡығыҙ.) Ә был хәҡиҡәтте беренсе урынға ҡуйыуҙы һәм быны йәшәү рәүешебеҙ менән күрһәтеүҙе аңлата. Әммә ни өсөн һәм нисек кеше хәҡиҡәтте «һатырға», йәғни уны ҡалдырырға мөмкин? Нисек быға юл ҡуймаҫҡа? Һәм беҙгә тәүәккәллек менән хәҡиҡәттә артабан да йөрөргә нимә ярҙам итер?

НИ ӨСӨН ҺӘМ НИСЕК ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР ХӘҠИҠӘТТЕ «ҺАТА»?

4. Ни өсөн Ғайса көндәрендә ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәт юлын ҡалдырған?

4 Ғайса көндәрендә ҡайһы берәүҙәр тәүҙә хәҡиҡәтте ҡабул иткән, ә һуңыраҡ уны ҡалдырған. Мәҫәлән, Ғайса мөғжизә ҡылып ҙур халыҡ төркөмөн ашатҡас, улар уның артынан эйәреп Галилея күленең аръяғына барған. Унда Ғайса уларға былай тигән: «Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ». Был һүҙҙәр уларҙы шаҡ ҡатырған, әммә, Ғайсанан был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡанын һорау урынына, улар: «Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел!» — тигән. Ахыр сиктә «Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмә[гән]» (Яхъя 6:53—66).

5, 6. а) Ни өсөн беҙҙең көндәрҙә ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәтте ҡалдыра? б) Кеше нисек хәҡиҡәттән яйлап ҡына йыраҡлашырға мөмкин?

5 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең көндәрҙә лә ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәттән ситләшә. Бәлки, Изге Яҙманан берәй өҙөктөң яңыса аңлатылыуы йәки абруйлы ҡәрҙәштең нимәлер әйтеүе йә эшләүе улар өсөн абыныу ташы булғандыр. Ә кемдер Изге Яҙмаға нигеҙләнеп бирелгән кәңәшкә үпкәләгәнгә йә берәй ҡәрҙәш менән етди аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡанға хәҡиҡәтте ҡалдырғандыр. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәр Йәһүә шаһиттары тураһында ялған һөйләгән мөртәттәргә йә башҡа ҡаршы килеүселәргә ҡушылырға мөмкин. Ошо сәбәптәрҙән ҡайһы берәүҙәр Йәһүәнән һәм йыйылыштан ситләшкән (Евр. 3:12—14). Бының урынына уларға илсе Петрҙан үрнәк алырға кәрәк ине. Кешеләр Ғайсаның һүҙҙәрен ишетеп аптырағас, Ғайса үҙенең илселәренән: «Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?» — тип һораған. Петр иһә былай тип яуаплаған: «Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең» (Яхъя 6:67—69).

6 Башҡалар хәҡиҡәттән яйлап ҡына йыраҡлаша, һәм улар хатта үҙҙәре лә быны абайламаҫҡа мөмкин. Хәҡиҡәттән әкренләп йыраҡлашҡан кеше ярҙан яйлап ҡына алыҫлаша барған кәмәгә оҡшаш. Изге Яҙма беҙҙе «дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн», йәғни хәҡиҡәттән ситкә китмәҫ өсөн һаҡ булырға киҫәтә (Евр. 2:1). Хәҡиҡәттән үҙ теләге менән ситләшкән кешенән айырмалы рәүештә, хәҡиҡәттән яйлап йыраҡлашҡан кеше быны үҙе лә абайламай. Шулай ҙа ул Йәһүә менән мөнәсәбәттәренең һыуыныуына юл ҡуя, һәм ваҡыт уҙыу менән ул уларҙы бөтөнләй юғалтырға мөмкин. Был ҡурҡыныс юлдан беҙҙе нимә һаҡлап ҡала ала?

ХӘҠИҠӘТТЕ «ҺАТЫУҘАН» БЕҘҘЕ НИМӘ ҺАҠЛАП ҠАЛЫР?

7. Беҙгә хәҡиҡәтте бер ваҡытта ла һатмаҫҡа нимә ярҙам итер?

7 Артабан да хәҡиҡәттә йөрөр өсөн, беҙгә Йәһүә ҡушҡандарҙың барыһын ҡабул итергә һәм үтәргә кәрәк. Беҙ хәҡиҡәтте тормошта беренсе урынға ҡуйырға һәм Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә тейеш. Дауыт батша доғала Йәһүәгә бындай вәғәҙә биргән: «Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн» (Зәб. 86:11). Дауыт тәүәккәллек менән хәҡиҡәттә артабан да йөрөргә теләгән, һәм беҙҙә лә шундай теләк булырға тейеш. Ундай теләгебеҙ булмаһа, беҙ хәҡиҡәт хаҡына баш тартҡан нәмәләребеҙҙе иҫкә төшөрөп үкенә башларға мөмкин, беҙҙең хатта уларҙың ҡайһы берҙәрен кире ҡайтарырға теләк тыуыуы ихтимал. Ләкин беҙ Изге Яҙмалағы ниндәй хәҡиҡәттәрҙе ҡабул итергә, ә ниндәйҙәрен һанға һуҡмаҫҡа икәнен һайлай алмайбыҙ. Беҙ «тулы хәҡиҡәт[тә]» йөрөргә тейеш (Яхъя 16:13). Үткән мәҡәләлә беҙ хәҡиҡәт буйынса йәшәр өсөн барған ҡорбандарыбыҙҙың бишеһен ҡарап сыҡтыҡ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, хәҡиҡәт хаҡына баш тартҡан нәмәләргә кире ҡайтмаҫҡа нимә ярҙам итә алғанын беләйек (Матф. 6:19).

8. Мәсихсенең ваҡытын аҡыллы ҡулланмауы нисек уны хәҡиҡәттән яйлап ҡына йыраҡлаштырырға мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

8 Ваҡыт. Хәҡиҡәттән йыраҡлашмаҫ өсөн, ваҡытты аҡыллы итеп ҡулланырға кәрәк. Һаҡ булмаһаҡ, күңел асыу, хобби менән шөғөлләнеү, интернет гиҙеү йә телевизор ҡарауға саманан тыш күп ваҡыт китәсәк. Был шөғөлдәрҙең бер ни насарлығы булмаһа ла, улар Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә бүленгән ваҡытты урларға мөмкин. Эмма * менән тап шулай булған да. Бала сағынан ул аттар яратҡан һәм мөмкинлек тыуған һайын атта һыбай йөрөгән. Әммә ул, хоббиһына сиктән тыш күп ваҡыт бүлгәнгә, үҙен ғәйепле итеп тоя башлаған һәм үҙгәрештәр яһарға булған. Эммаға шулай уҡ элек родеола ҡатнашҡан Кори Уэллс исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалы ярҙам иткән *. Хәҙер Эмма рухи эштәргә, шулай уҡ Йәһүәгә хеҙмәт иткән туғандары һәм дуҫтары менән аралашыуға күберәк ваҡыт бүлә. Эмма Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашҡан, ул ваҡытын аҡыллы ҡулланыуына бик шат.

9. Матди нәмәләр нисек беҙҙең өсөн сиктән тыш мөһим булып китергә мөмкин?

9 Матди нәмәләр. Артабан да хәҡиҡәт юлынан йөрөргә теләһәк, матди нәмәләр беҙҙең өсөн сиктән тыш мөһим булып китергә тейеш түгел. Хәҡиҡәтте белгәс, беҙ матди нәмәләрҙең икенсе планға күсергә тейешлеген аңланыҡ һәм хәҡиҡәт хаҡына уларҙың ҡайһы берҙәренән баш тартырға әҙер булдыҡ. Әммә ваҡыт үтеү менән беҙ, бәлки, башҡаларҙың электрон яйланмаларҙың һуңғы моделдәрен йә бүтән ҡыйбатлы әйберҙәр һатып алғанын күргәнбеҙҙер. Үҙебеҙҙе нимәнәндер мәхрүм итәбеҙ тип уйлап һәм ҡәнәғәтлек тойғоһон юғалтып, беҙ матди нәмәләр артынан ҡыуып хеҙмәтте икенсе урынға ҡуя башларға мөмкин. Был Димас менән булған хәлде иҫкә төшөрә. Ул, «донъяны» яратып, илсе Павел менән хеҙмәт итмәй башлаған (2 Тим. 4:10). Бәлки, ул матди нәмәләрҙе хеҙмәткә ҡарағанда нығыраҡ ҡәҙерләй башлағандыр. Йә, бәлки, Павел менән хеҙмәт итер өсөн ҡорбандарға барырға бүтән теләмәгәндер. Был осраҡтан ниндәй һабаҡ алып була? Элек беҙ, бәлки, матди нәмәләрҙе бик яратҡанбыҙҙыр. Һаҡ булмаһаҡ, матди нәмәләрҙе яратыу, яңынан көсәйеп, хәҡиҡәтте яратыуҙы күңелебеҙҙән ҡыҫырыҡлап сығарырға мөмкин.

10. Беҙ ниндәй йоғонтоға бирелергә тейеш түгел?

10 Башҡалар менән мөнәсәбәттәр. Артабан да хәҡиҡәт юлынан йөрөр өсөн, беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләрҙең йоғонтоһона бирелергә тейеш түгел. Хәҡиҡәтте белгәс, Йәһүәгә ышанмаған туғандар һәм дуҫтар менән мөнәсәбәттәребеҙ үҙгәрҙе. Бәлки, кемдер яңы ҡараштарыбыҙҙы хөрмәт менән ҡабул иткәндер, әммә башҡалар беҙгә ҡаршы килә башларға мөмкин (1 Пет. 4:4). Әлбиттә, беҙ туғандар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлар өсөн һәм уларға ҡарата игелек сағылдырыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ, уларға ярарға тырышып, Йәһүәнең нормаларын боҙмаясаҡбыҙ. 1 Коринфтарға 15:33-тәге кәңәшкә ҡолаҡ һалып, беҙ Йәһүәне яратҡан кешеләр менән генә дуҫлашабыҙ.

11. Насар уйҙарҙан һәм эштәрҙән нисек һаҡланырға?

11 Насар уйҙар һәм эштәр. Хәҡиҡәттә йөрөр өсөн, беҙ Йәһүә алдында изге, йәғни саф булырға тейеш (Ишағ. 35:8; 1 Петр 1:14—16-ны уҡығыҙ). Хәҡиҡәтте белгәс, беҙ тормошобоҙҙо Изге Яҙмалағы нормаларға тура килтерер өсөн үҙгәрештәр яһаныҡ. Ҡайһы берәүҙәргә үҙ тормошон бик ныҡ үҙгәртергә тура килде. Әммә саф тәртибебеҙҙе был әхлаҡһыҙ донъяның әшәкелегенә алмаштырмаҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Беҙгә әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыу ҡотҡоһона ҡаршы торорға нимә ярҙам итер? Йәһүәнең, беҙҙе изге итер өсөн, нимә эшләгәне хаҡында уйланығыҙ. Ул үҙенең ҡәҙерле улы Ғайса Мәсихтең ғүмерен биргән! (1 Пет. 1:18, 19). Йәһүә алдында саф булып ҡалыр өсөн, беҙгә һәр ваҡыт Ғайсаның йолом ҡорбаны ни тиклем ҡиммәтле икәнен иҫтә тоторға кәрәк.

12, 13. а) Ни өсөн беҙ байрамдарға Йәһүә кеүек ҡарарға тейеш? б) Беҙ артабан нимәне ҡарап сығырбыҙ?

12 Алла хупламаған ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар. Туғандар, синыфташтар һәм эштәге хеҙмәттәштәр беҙҙе Йәһүә хупламаған байрамдарҙа ҡатнаштырырға тырышырға мөмкин. Беҙгә уларҙың баҫымына ҡаршы торорға нимә ярҙам итер? Йәһүәнең был байрамдарҙы ни өсөн хупламағанын яҡшы аңларға кәрәк. Баҫмаларыбыҙҙы тикшереп, теге йә был байрамдың ҡайҙан килеп сыҡҡанын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Был байрамдарҙа ҡатнашмауыбыҙҙың сәбәптәре тураһында уйланып, беҙ «Раббыға хуш килгән» юлдан барғаныбыҙға инанабыҙ (Ефес. 5:10). Йәһүәгә һәм уның Һүҙенә таянһаҡ, башҡалар беҙҙең хаҡта нимә уйлар тип ҡурҡмаҫбыҙ (Ғиб. һүҙ. 29:25).

13 Беҙ хәҡиҡәт юлынан мәңге йөрөргә йыйынабыҙ. Был юлдан ситкә тайпылмаҫҡа теләгебеҙҙе нимә көсәйтер? Әйҙәгеҙ, өс кәңәшкә иғтибар итәйек.

ХӘҠИҠӘТТӘ ЙӨРӨРГӘ ТЕЛӘГЕБЕҘҘЕ НИМӘ КӨСӘЙТЕР?

14. а) Ни өсөн Изге Яҙманы даими өйрәнеү хәҡиҡәтте «һатмаҫҡа» теләгебеҙҙе көсәйтер? б) Ни өсөн беҙгә зирәклек, тәрбиә һәм төшөнөүсәнлек кәрәк?

14 Беренсенән, артабан да Изге Яҙманы өйрәнегеҙ һәм белгәндәрегеҙ тураһында тәрән уйланығыҙ. Бының өсөн гел ваҡыт бүлегеҙ. Күберәк өйрәнгән һайын, хәҡиҡәт һеҙҙең өсөн тағы ла ҡәҙерлерәк була барасаҡ һәм уны бер ваҡытта ла «һатмаҫҡа» теләгегеҙ көсәйгәндән-көсәйәсәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23-тә былай тиелә: «Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә». Унда шулай уҡ «зирәклек, тәрбиә һәм төшөнөүсәнлек һатып алырға» кәрәклеге тураһында әйтелә. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белеү генә әҙ, беҙ уның буйынса йәшәргә тейеш. Төшөнөүсәнлек беҙгә яңы белемдәр һәм бығаса тупланған белемдәр араһында бәйләнеш күрергә ярҙам итә. Зирәклек белгәндәребеҙ буйынса эш итергә дәртләндерә. Ә ҡайһы саҡта хәҡиҡәт, ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген күрһәтеп, беҙҙе тәрбиәләй. Беҙгә ундай тәрбиәгә шунда уҡ ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки, Изге Яҙма буйынса, ул көмөштән дә ҡиммәтлерәк (Ғиб. һүҙ. 8:10).

15. Хәҡиҡәт, билбау һымаҡ, беҙҙе нисек һаҡлап тора?

15 Икенсенән, хәҡиҡәт буйынса көн дә йәшәр өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ. Изге Яҙмала хәҡиҡәт һуғышсының билбауы менән сағыштырыла (Ефес. 6:14). Боронғо ваҡытта билбау һуғышсының билен һәм эске ағзаларын һаҡлап торған. Әммә бының өсөн билбауҙы ныҡ итеп быуырға кәрәк булған. Юғиһә билбауҙың файҙаһы әҙ булыр ине. Ә хәҡиҡәт беҙҙе нисек һаҡлап тора? Әгәр хәҡиҡәтте, образлы итеп әйткәндә, ныҡ итеп быуһаҡ, ул беҙҙе дөрөҫ булмаған фекер йөрөтөүҙән һаҡлар һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Етди ауырлыҡтарға юлыҡҡанда йә берәй дөрөҫ булмаған эш ҡылырға теләк тыуғанда, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт дөрөҫ булғанды эшләргә теләгебеҙҙе көсәйтә. Бер һуғышсы ла яуға билбауһыҙ бармаҫ ине. Шуның шикелле, беҙ ҙә тормошобоҙҙоң һәр өлкәһен Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә тура килтерергә тырышабыҙ. Һуғышсы шулай уҡ билбауында ҡылыс йөрөткән. Әйҙәгеҙ, бының нисек беҙгә ҡағылғанын ҡарап сығайыҡ.

16. Башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәтеү беҙгә нисек тәьҫир итә?

16 Өсөнсөнән, башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Изге Яҙма ҡылыс менән сағыштырыла. Яҡшы һуғышсы ҡылысын оҫта ҡулланған кеүек, беҙгә лә Алла Һүҙен оҫта ҡулланырға кәрәк (Ефес. 6:17). Беҙ өйрәтеү оҫталығыбыҙҙы артабан да яҡшыртырға һәм «хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе» булырға теләйбеҙ (2 Тим. 2:15). Башҡаларҙы өйрәткәндә Изге Яҙманы ҡулланып, беҙ хәҡиҡәтте тағы ла яҡшыраҡ аңлай һәм нығыраҡ ярата башлайбыҙ. Ә был хәҡиҡәттә артабан да йөрөргә теләгебеҙҙе көсәйтә.

17. Ни өсөн һеҙ хәҡиҡәтте ҡәҙерләйһегеҙ?

17 Хәҡиҡәт — Йәһүәнең ҡиммәтле бүләге. Ул беҙгә күктәге Атабыҙ менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булырға мөмкинлек бирә. Бынан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡ! Йәһүә беҙҙе инде күп нәмәгә өйрәтте, әммә был әле башы ғына. Ул беҙҙе мәңге өйрәтергә вәғәҙә итә. Шуға күрә хәҡиҡәтте ҡиммәтле ынйыны ҡәҙерләгәндәй ҡәҙерләгеҙ. «Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә», — тигән һүҙҙәр буйынса артабан да эш итегеҙ. Шул саҡта һеҙ, Дауыт кеүек, Йәһүәгә: «Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн», — тип әйтә алырһығыҙ (Зәб. 86:11).

^ 2 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23: «Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә, шулай уҡ зирәклек, тәрбиә һәм төшөнөүсәнлек һатып ал».

^ 8 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 8 абз. Кори Уэллс тураһындағы видеояҙманы телевидениебыҙҙан (тат.) табырға була (ИНТЕРВЬЮ ҺӘМ ОСРАҠТАР > ХӘҠИҠӘТ КЕШЕ ТОРМОШОН ҮҘГӘРТӘ).