Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Кем ул Алла?

Кем ул Алла?

Аллаға күптәр ышана. Әммә, Алла кем ул, тигән һорауға төрлө яуаптар ишетергә була. Ҡайһы берәүҙәр Алланы хаталар өсөн яза бирергә әҙер торған ҡаты хөкөмсө булараҡ күҙ алдына килтерә. Ә башҡалар иһә, ул һәр ваҡыт ярата һәм барыһын да кисерә, тип уйлай. Ә кемдер, Алланың беҙҙә бер ниндәй ҙә эше юҡ, тип әйтә. Алла тураһындағы фекерҙәр бер-береһенә ҡаршы килгәнгә, күптәр уның тураһында дөрөҫлөктө бер нисек тә белеп булмай тигән һөҙөмтәгә килә.

Быны белеү мөһимме? Эйе, мөһим. Алланың кем икәнен белеү тормошобоҙҙо мәғәнәле итә ала (Ғәмәлдәр 17:26—28). Аллаға яҡынлашҡан һайын, ул һеҙҙе нығыраҡ яратасаҡ һәм ярҙам итәсәк (Яҡуб 4:8). Бынан тыш, Алла тураһындағы теүәл белем һеҙгә мәңге йәшәү мөмкинлеге бирә ала (Яхъя 17:3).

Алла тураһында нисек белем алырға? Үҙегеҙ яҡшы белгән кеше тураһында, мәҫәлән, яҡын дуҫығыҙ хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Һеҙ нисек дуҫ булып киттегеҙ? Иң тәүҙә һеҙ уның исемен, ниндәй кеше булыуын, нимә яратҡанын, ә нимә яратмағанын, нимә менән шөғөлләнгәнен һәм киләсәккә пландарын белгәнһегеҙҙер. Уның менән яҡын танышҡанға күрә, ул һеҙҙең дуҫығыҙ булып киткән.

Беҙ Алла менән дә яҡыныраҡ таныша алабыҙ. Бының өсөн киләһе һорауҙарға яуап алырға кәрәк:

Был журналдың маҡсаты — ошо һорауҙарға Изге Яҙманың яуап биргәнен күрһәтеү. Киләһе мәҡәләләрҙән һеҙ Алланың кем икәнен генә түгел, ә уның менән дуҫлыҡ һеҙгә нимә бирә алғанын белерһегеҙ.