Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Киләсәктә Алла нимә эшләйәсәк?

Киләсәктә Алла нимә эшләйәсәк?

Ауырлыҡтар менән осрашҡанда һәр кеше, һис шикһеҙ, дуҫының ярҙамына өмөтләнә. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр: «Нисек инде Алла минең дуҫым булһын, миңә ауыр булғанда ул ярҙам итмәй», — тиҙәр. Ысынбарлыҡта, Алла беҙҙең өсөн күп нимә инде эшләгән. Бынан тыш, оҙаҡламай Алла бөтә булған проблемаларҙы һәм ғазаптарҙы юҡ итәсәк. Ул нисек эш итәсәк?

ЯУЫЗЛЫҠТЫ БӨТӨРӘСӘК

Алла, яуызлыҡтың сығанағын юҡ итеп, уны бөтөрәсәк. Инжилдә: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ», — тиелә (1 Яхъя 5:19). Ғайса Иблисте «был донъяның хакимы» тип атаған (Яхъя 12:31). Иблис тәьҫир иткәнгә, кешелек шундай ҡыйын хәлгә ҡалған. Алла нисек барыһын да үҙгәртер?

Йәһүә Алла үҙ улына, Ғайсаға, «үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын» юҡ итергә ҡушҡан, һәм был бик тиҙҙән буласаҡ (Еврейҙарға 2:14, 15; 1 Яхъя 3:8). Инжилдә яҙылғанса, Иблис «ваҡытының аҙ ҡалыуын бел[ә]» (Асылыш 12:12). Бынан тыш, Алла башҡаларға яуызлыҡ ҡылған кешеләрҙе ер йөҙөнән юҡ итәсәк (Зәбур 37:9; Ғибрәтле һүҙҙәр 2:22).

БӨТӘ ЕР ЙӨҘӨН ОЖМАХҠА ӘЙЛӘНДЕРӘСӘК

Барлыҡҡа килтереүсебеҙ ер йөҙөнән яуызлыҡты юҡ иткәндән һуң, кешелеккә һәм ергә ҡарата беренсе ниәтен тормошҡа ашырасаҡ. Беҙҙе нимә көтә?

Ныҡлы тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек. «Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Зәбур 37:11).

Файҙалы һәм мул аҙыҡ. «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 72:16).

Яҡшы өй һәм ҡыҙыҡлы эш. «Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар. [...] ...Һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер» (Ишағыя 65:21, 22).

Быларҙың барыһын да үҙ күҙегеҙ менән күрергә теләйһегеҙме? Оҙаҡламай бөтә кешеләр ҙә ошондай шарттарҙа йәшәйәсәк.

АУЫРЫУ ҺӘМ ҮЛЕМДЕ ЮҠ ИТӘСӘК

Бөгөн бөтә кешеләрҙең тормошо ауырыу һәм үлем менән тулы, әммә бындай хәл һәр ваҡытта ла булмаясаҡ. Тиҙҙән, Алла, «Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн», Ғайсаның йолом итеп биргән ҡорбаны аша кешеләрҙе ҡотҡарасаҡ» (Яхъя 3:16). Был беҙгә нисек тәьҫир итәсәк?

Ауырыу башҡаса булмаясаҡ. «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ. Ул ерҙә йәшәүсе халыҡтың гонаһы кисерелер». (Ишағыя 33:24).

Кешелек үлемдән ҡотоласаҡ. «Ул үлемде мәңгегә юҡ итер, Аллаһы Тәғәлә Йәһүә һәммә кешенең күҙ йәшен һөртөр» (Ишағыя 25:8).

Кешеләр мәңге йәшәйәсәк. «Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош» (Римдарға 6:23).

Үлгәндәр ерҙә йәшәр өсөн тереләсәк. «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15). Терелеү Алла биргән йолом аша мөмкин буласаҡ.

Алла быларҙың барыһын нисек тормошҡа ашырыр?

ИҢ ЯҠШЫ ХӨКҮМӘТ УРЫНЛАШТЫРАСАҠ

Алла ергә һәм кешелеккә ҡарата беренсе ниәтен күктәге хөкүмәт аша үтәйәсәк. Был хөкүмәттең батшаһы итеп Йәһүә Ғайсаны билдәләгән (Зәбур 110:1, 2). Тап шул хөкүмәт йәғни батшалыҡ тураһында Ғайса шәкерттәрен былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Күктәге Атабыҙ... Һинең Батшалығың килһен» (Матфей 6:9, 10).

Алла Батшалығы бөтә ер йөҙө өҫтөнән идара итәсәк һәм бөтә кешене ҡайғы-хәсрәттән ҡотҡарасаҡ. Был Батшалыҡты кеше төҙөгән бер ниндәй хөкүмәт менән дә сағыштырып булмай! Шуға күрә лә, Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә, көсөн йәлләмәйенсә «Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» һөйләгән һәм шәкерттәренә лә ошо эште башҡарырға ҡушҡан (Матфей 4:23; 24:14).

Ерҙә ошо иҫ киткес үҙгәрештәрҙе яһарға Йәһүәне кешеләргә ҡарата көслө яратыу дәртләндерә. Бындай яратыу сағылдырған Алла тураһында күберәк белергә һәм уға яҡыныраҡ булырға теләр инегеҙме? Алла тураһындағы белем һеҙгә нимә бирә ала? Әйҙәгеҙ, бының тураһында киләһе мәҡәләнән беләйек.

КИЛӘСӘКТӘ АЛЛА НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘК? Алла сирҙәрҙе һәм үлемде юҡ итәсәк, кешеләрҙе Батшалыҡ етәкселеге аҫтында берләштереп, ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк