Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Саф булып ҡалығыҙ!

Саф булып ҡалығыҙ!

«Үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам!» (ӘЙҮП 27:5).

34-СЕ ЙЫР Сафлыҡ юлында йөрөү

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Абзацта тасуирланған осраҡтарҙа өс Йәһүә шаһиты нисек Аллаға тоғро булып ҡала?

ЙӘҺҮӘ шаһиттарының тормошонда була алған өс хәлде күҙ алдына килтерәйек. 1) Мәктәптә уҡыған бер йәш апай-ҡәрҙәштең уҡытыусыһы бөтә уҡыусыларҙы бер байрамда ҡатнаштырырға теләй. Апай-ҡәрҙәш Йәһүәнең был байрамды хупламауын белә, шунлыҡтан ихтирамлы итеп ҡатнашыуҙан баш тарта. 2) Оялсан үҫмер ағай-ҡәрҙәш өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй. Ул киләһе өйҙә Йәһүә шаһиттарынан мыҫҡыллап көлгән бер синыфташы йәшәгәнен белә. Әммә ул барыбер шул өй янына бара һәм ишеккә шаҡый. 3) Ғаиләһен тәьмин итер өсөн тырышып эшләгән ағай-ҡәрҙәштән начальнигы нымыҫһыҙ эш итеүен йә законды боҙоуын һорай. Эшен юғалта алыуын аңлаһа ла, ағай-ҡәрҙәш начальнигына быны эшләмәйәсәге хаҡында әйтә, сөнки Аллаға буйһонорға теләй (Рим. 13:1—4; Евр. 13:18).

2. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?

2 Был мәсихселәр ниндәй сифат сағылдырған? Бәлки, һеҙ ҡыйыулыҡ һәм намыҫлылыҡҡа иғтибар иткәнһегеҙҙер. Әммә улар сағылдырған тағы бер сифат айырыуса ҡиммәтле. Һүҙ сафлыҡ тураһында бара. Ҡәрҙәштәрҙең өсөһө лә Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаған һәм уның нормаларын боҙоуҙан баш тартҡан, сөнки Алла алдында саф булырға теләгән. Йәһүә, һис шикһеҙ, улар менән бик ғорурланған. Беҙ ҙә күктәге Атабыҙҙы ҡыуандырырға теләйбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: нимә ул сафлыҡ? Ни өсөн беҙгә саф булырға кәрәк? Был ауыр ваҡыттарҙа беҙгә саф булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

НИМӘ УЛ САФЛЫҠ?

3. а) Нимә ул сафлыҡ? б) Ниндәй миҫалдар бөтөн, һау һәм кәмселекһеҙ булыуҙың мөһимлеген күрһәтә?

3 Алла хеҙмәтселәре үҙҙәренең саф булыуын нисек күрһәтә? Улар Йәһүәне бөтә йөрәктән ярата һәм, бер нигә ҡарамаҫтан, уға тоғролоҡ һаҡлай, шуға күрә ҡарарҙар ҡабул иткәндә уның ихтыярын беренсе урынға ҡуя. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала «сафлыҡ» тигән һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә ҡулланылғанын ҡарап сығайыҡ. «Сафлыҡ» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе бөтөн, һау, кәмселекһеҙ тигәнде аңлата. Мәҫәлән, Ҡанун буйынса, Йәһүәгә ҡорбан итеп килтерелгән хайуандар кәмселекһеҙ * булырға тейеш булған (Лев. 22:21, 22). Израилдәргә аяҡһыҙ, ҡолаҡһыҙ, күҙһеҙ йә ауырыу хайуанды ҡорбанға килтереү рөхсәт ителмәгән. Йәһүә өсөн хайуандың һау һәм кәмселекһеҙ булыуы бик мөһим булған (Мал. 1:6—9). Йәһүәнең шундай ҡорбан талап иткәне һис тә ғәжәп түгел. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: беҙ серек емеш, йыртылған китап йә ватыҡ инструмент һатып алыр инекме? Юҡ, беҙ кәмселекһеҙ әйбер алырға теләйбеҙ. Шуның шикелле, Йәһүә лә мөхәббәтебеҙҙең һәм тоғролоғобоҙҙоң бөтөн һәм кәмселекһеҙ булыуын теләй.

4 а) Ни өсөн камилһыҙ кеше саф була ала? б) Зәбур 103:12—14 буйынса, Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

4 Әммә беҙ күп хаталар яһайбыҙ. Шулай ҙа саф булыу көсөбөҙҙән килә, сөнки бының өсөн камиллыҡ талап ителмәй. Шулай тип әйтер өсөн ике сәбәп бар. Беренсенән, Йәһүә үҙ иғтибарын беҙҙең етешһеҙлектәргә тупламай. Уның Һүҙендә былай тиелгән: «Эй Йәһ, ҡарашыңды гонаһтарға төбәһәң, һинең алдыңда, эй Йәһүә, кем тора алһын?» (Зәб. 130:3). Ул беҙҙең камилһыҙ икәнебеҙҙе белә һәм беҙҙе ихлас кисерә (Зәб. 86:5). Икенсенән, Йәһүә мөмкинлектәребеҙҙең сикле икәнен аңлай һәм хәлебеҙҙән килмәгәнде көтмәй. (Зәбур 103:12—14-те уҡығыҙ *.) Улайһа, ниндәй мәғәнәлә беҙ уның алдында саф була алабыҙ?

5. Ни өсөн, сафлыҡтың нигеҙе — мөхәббәт, тип әйтеп була?

5 Сафлыҡтың нигеҙе — мөхәббәт. Күктәге Атабыҙға ҡарата мөхәббәтебеҙ һәм тоғролоғобоҙ кәмселекһеҙ һәм бөтөн булырға тейеш. Һынауҙар кисергәндә лә мөхәббәтебеҙ шундай булһа, тимәк, Алла алдында беҙ саф (1 Йыл. 28:9; Матф. 22:37). Мәҡәлә башында телгә алынған өс мәсихсенең миҫалын ҡабат ҡарап сығайыҡ. Ни өсөн улар шулай эш иткән? Әллә йәш апай-ҡәрҙәшкә ваҡытты күңелле итеп үткәреү оҡшамаймы? Ә йәш ағай-ҡәрҙәш башҡаларҙың үҙенән көлөүен теләйме? Ә ғаиләле ағай-ҡәрҙәш эшен юғалтырға ҡурҡмаймы? Улар Йәһүәнең ғәҙел нормаларын белә һәм уны ҡыуандырырға теләй. Алланы яратҡанға, улар ҡарарҙар ҡабул иткәндә уның ихтыярын иҫәпкә ала. Шулай итеп улар үҙҙәренең саф булыуын күрһәтә.

НИ ӨСӨН БЕҘ САФ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?

6. а) Ни өсөн саф булыу шул тиклем мөһим? б) Ни өсөн Әҙәм менән Һауа саф булып ҡалмаған?

6 Ни өсөн саф булыу шул тиклем мөһим? Сөнки Иблис Йәһүәне һәм беҙҙең һәр беребеҙҙе тәнҡитләй. Эден баҡсаһында был фетнәсел фәрештә үҙ-үҙен Шайтан, йәғни «Дошман» иткән. Ул, Йәһүәне үҙен генә уйлаған, намыҫһыҙ һәм насар Идарасы итеп күрһәтеп, уның исеменә тап төшөргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа, Шайтанға ҡушылып, Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан (Баш. 3:1—6). Эден баҡсаһында Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтте көсәйтер өсөн иҫәпһеҙ күп мөмкинлектәр булған. Ләкин, Шайтан Әҙәм менән Һауаны һынағанда, уларҙың мөхәббәте кәмселекһеҙ һәм бөтөн булмаған. Һуңыраҡ Әйүп көндәрендә тағы бер һорау күтәрелгән: берәй кеше, Йәһүәне ныҡ яратҡанға, уға тоғро булып ҡалырмы? Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, кешеләр Алла алдында саф була аламы?

7. Әйүп 1:8—11-ҙән күренеүенсә, Йәһүә Әйүптең сафлығына нисек ҡараған? Ә Шайтан Әйүп тураһында нимә уйлаған?

7 Әйүп йәшәгән осорҙа Израиль халҡы Мысырҙа булған. Ул ваҡытта Әйүп һымаҡ саф кеше булмаған. Ул, беҙҙең кеүек, камилһыҙ булған һәм хаталар яһаған. Шулай ҙа Йәһүә уны сафлығы өсөн бик яратҡан. Күрәһең, Иблис быға тиклем дә, кешеләрҙең сафлығын шик аҫтына ҡуйып, Йәһүәне мыҫҡыллаған. Шуға күрә Йәһүә уның иғтибарын Әйүпкә йүнәлткән. Был кешенең тормошо Шайтандың ялғансы икәнен асыҡлаған! Шайтан Йәһүәнән Әйүптең сафлығын һынарға рөхсәт итеүен талап иткән. Йәһүә үҙенең дуҫы Әйүптең тоғро ҡаласағына шикләнмәгән, шунлыҡтан Иблискә уны һынарға рөхсәт иткән. (Әйүп 1:8—11-ҙе уҡығыҙ *.)

8. Иблис Әйүпкә нисек һөжүм иткән?

8 Шайтан ҡаты бәғерле, ул — кеше үлтереүсе. Ул Әйүпте бар нәмәнән — мөлкәтенән, хеҙмәтселәренән һәм йәмғиәттәге яҡшы абруйынан мәхрүм иткән. Иблис, Әйүптең ғаиләһенә һөжүм итеп, уның яратып ҡына үҫтергән ун балаһының ғүмерен алған. Шунан ул Әйүптең һаулығына зыян килтергән, һәм уның тәне баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем һыҙлап торған эренле яралар менән ҡапланған. Уның ҡатыны, ҡайғынан башын юғалтып, Әйүпкә, Алланы ҡәһәрлә лә үл, тигән. Әйүп үҙе лә үлергә теләгән, шулай ҙа һаман да сафлығын һаҡлаған. Шунан Иблис уға ҡаршы башҡа бер ысул ҡулланған. Ул Әйүптең өс дуҫы аша эш иткән. Был ирҙәр Әйүп янына килгән дә күп көндәр уның менән булған, әммә ул уларҙан бер йыуаныслы һүҙ ҙә ишетмәгән. Улар, Әйүптең хистәрен иҫәпкә алмайынса, уға аҡыл өйрәтә башлаған һәм уны ҡаты тәнҡитләгән. Уларҙың һүҙҙәре буйынса, Әйүпкә ғазаптарҙы Алла ебәргән һәм Алла өсөн уның сафлығы бер ни тормаған. Улар хатта, Әйүп — яуыз кеше, шуға күрә ул бөтә был ғазаптарға лайыҡ, тип фараз иткән (Әйүп 1:13—22; 2:7—11; 15:4, 5; 22:3—6; 25:4—6).

9. Һынауҙарға дусар булһа ла, Әйүп нимә эшләүҙән баш тартҡан?

9 Әйүп башына төшкән бәләләргә нисек ҡараған? Ул камилһыҙ булған, шунлыҡтан асыуланып ялған дуҫтарына үпкә белдергән. Һуңыраҡ ул үҙе лә дыуамал һүҙҙәр әйткәнен таныған. Ул Алланың ғәҙеллеген түгел, ә күберәк үҙенең тәҡүәлеген яҡлаған (Әйүп 6:3; 13:4, 5; 32:2; 34:5). Әммә шундай ауыр ваҡытта ла Әйүп Йәһүәнән ваз кисмәгән. Ул ялған дуҫтарының алдыҡ һүҙҙәренә ышанырға теләмәгән. Ул былай тигән: «Юҡ, һеҙҙе тәҡүә тип атап булмай! Үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам!» (Әйүп 27:5). Әйүптең был һүҙҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Ул бирешергә йыйынмаған. Беҙ ҙә бирешмәйек!

10. Иблис күтәргән һорау беҙгә нисек ҡағыла?

10 Иблис күтәргән һорау һеҙгә нисек ҡағыла? Ул әйтеүенсә, ысынында һеҙ Алланы яратмайһығыҙ һәм ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн уға хеҙмәт итеүҙән баш тартасаҡһығыҙ, шулай уҡ сафлығығыҙ ҙа күҙ буяу ғына (Әйүп 2:4, 5; Асыл. 12:10). Был һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра? Ундай ғәйепләүҙәр күңелде әрнетә, шулай бит? Әммә уйлап ҡарағыҙ: Йәһүә һеҙгә шул тиклем ышана, хатта, Шайтанға сафлығығыҙҙы һынарға рөхсәт итеп, һеҙгә уның ялғансы икәнен иҫбатларға мөмкинлек бирә. Һәм ул һеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә итә (Евр. 13:6). Ғаләмдең Хакимы һеҙгә ышана — ниндәй ҙур хөрмәт! Саф булыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлайһығыҙмы? Сафлыҡ һаҡлап, беҙ Шайтандың ялғансы икәнен раҫлайбыҙ, Атабыҙҙың исемен данлайбыҙ һәм уның хакимлығын яҡлайбыҙ. Саф булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

БЫЛ АУЫР ВАҠЫТТАРҘА НИСЕК САФ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА?

11. Беҙ Әйүптән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

11 Был ауыр һуңғы көндәрҙә Шайтан Алла хеҙмәтселәренә тағы ла нығыраҡ һөжүм итә (2 Тим. 3:1). Беҙ йәшәгән шомло осорҙа саф булып ҡалыр өсөн ҡайҙан көс табырға? Әйүптең миҫалы был һорауға яуап бирә. Һынауҙарҙан күпкә алда ла Әйүп Йәһүә алдында саф булған. Уның миҫалынан өс мөһим һабаҡ алып була. Әйҙәгеҙ, сафлығыбыҙҙы һаҡларға ярҙам иткән был һабаҡтарҙы ҡарап сығайыҡ.

Алла алдында саф булып ҡалырға беҙгә нимә ярҙам итер? (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. а) Әйүп 26:7, 8, 14 буйынса, Әйүп нисек Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтергән? б) Күңелебеҙ Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт менән тулһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

12 Әйүп, Йәһүә алдында ҡурҡыу-хөрмәт үҫтереп, уға ҡарата мөхәббәтен көсәйткән. Әйүп Йәһүәнең ижади эштәре тураһында күп уйланған. (Әйүп 26:7, 8, 14-те уҡығыҙ *.) Ер, күк, болоттар һәм йәшен тураһында уйланғанда, Әйүптең күңеле ҡурҡыу-хөрмәт менән тулған. Шул уҡ ваҡытта Әйүп барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр тураһында бик әҙ белгәнен таныған. Бынан тыш, Йәһүәнең һүҙҙәре лә уның күңелендә ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан. Әйүп улар тураһында: «Мин талап ителгәндән дә күберәкте үтәйем», — тип әйткән (Әйүп 23:12). Әйүп Йәһүә менән һоҡланған һәм уны тәрән хөрмәт иткән. Ул үҙенең күктәге Атаһын бик яратҡан һәм уны ҡыуандырырға теләгән. Был Әйүпкә артабан да сафлығын һаҡларға ярҙам иткән. Беҙгә унан өлгө алырға кәрәк. Беҙ тәбиғәт мөғжизәләре тураһында Әйүпкә һәм уның замандаштарына ҡарағанда күберәк беләбеҙ. Өҫтәүенә, беҙҙең Алла тарафынан рухландырылған тулы Изге Яҙма китабы бар, ул беҙгә Йәһүәне яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Белгәндәребеҙ тураһында уйланһаҡ, күңелебеҙ ҡурҡыу-хөрмәт менән тулыр. Ә Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт, үҙ сиратында, беҙҙе уны яратырға һәм уға буйһонорға рухландырыр, шулай уҡ уның алдында саф булырға теләгебеҙҙе көсәйтер (Әйүп 28:28).

Порнографияны кире ҡаҡһаҡ, саф булып ҡала алырбыҙ (13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13, 14. а) Әйүп 31:1-ҙә яҙылғанса, Әйүп нисек тыңлаусанлыҡ күрһәткән? б) Беҙ нисек Әйүптән өлгө ала алабыҙ?

13 Йәһүәгә тыңлаусан булыу Әйүпкә саф булып ҡалырға ярҙам иткән. Әйүп тыңлаусанлыҡтың ни тиклем мөһим икәнен аңлаған. Йәһүәгә тыңлаусанлыҡ күрһәткән һайын, саф булырға теләгебеҙ тағы ла нығыраҡ арта. Әйүп көндәлек тормошта Аллаға буйһонорға тырышҡан. Мәҫәлән, ул ҡатын-ҡыҙҙар менән үҙен дөрөҫ тотҡан. (Әйүп 31:1-ҙе уҡығыҙ *.) Өйләнгән кеше булараҡ, Әйүп үҙ ҡатынынан башҡа тағы берәй кемгә романтик хистәр үҫтереү дөрөҫ түгел икәнен аңлаған. Бөгөнгө донъя енси аҙғынлыҡҡа алып барған ҡотҡолар менән тулы. Беҙ, Әйүп кеүек, тормош иптәшебеҙ булмаған кешегә урынһыҙ иғтибар күрһәтеүҙән баш тартырбыҙмы? Шулай уҡ теләһә ҡайҙа осратып булған әҙәпһеҙ йә порнографик рәсемдәрҙән күҙебеҙҙе шунда уҡ ситкә борорбоҙмо? (Матф. 5:28). Һәр көн тотанаҡлыҡ сағылдырып йәшәһәк, сафлығыбыҙҙы тағы ла ҙурыраҡ тәүәккәллек менән һаҡларбыҙ.

Матди нәмәләргә дөрөҫ ҡараш һаҡлаһаҡ, саф булып ҡала алырбыҙ (14-се абзацты ҡарағыҙ.) *

14 Әйүп матди нәмәләргә дөрөҫ ҡараш һаҡлап та тыңлаусанлыҡ күрһәткән. Ул шуны аңлаған: мөлкәтенә таянһа, был язаға лайыҡ етди гонаһ булыр ине (Әйүп 31:24, 25, 28). Был донъя кешеләре матди нәмәләрҙе барыһынан да бигерәк ҡәҙерләй. Изге Яҙма ҡушҡанса, аҡсаға һәм мөлкәткә аҡыллы ҡараш үҫтерһәк, саф булып ҡалыу еңелерәк булыр (Ғиб. һүҙ. 30:8, 9; Матф. 6:19—21).

Өмөтөбөҙҙө иҫтә тотһаҡ, саф булып ҡала алырбыҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.) *

15. а) Әйүп нимәгә өмөтләнгән, һәм был уға нисек саф булып ҡалырға ярҙам иткән? б) Ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе бүләкләренә тулыһынса ышаныу мөһим?

15 Алланан бүләк аласағына өмөт итеү Әйүпкә саф булып ҡалырға ярҙам иткән. Алла Әйүптең сафлығын ҡәҙерләгән, һәм Әйүп быға һис тә шикләнмәгән (Әйүп 31:6). Һынауҙар кисерһә лә, Әйүп киләсәктә Йәһүәнән бүләк аласағына тулыһынса ышанған. Был уға саф булырға көс өҫтәгән. Йәһүә Әйүптең сафлығын күреп шул тиклем шатланған, хатта, ул камилһыҙ булһа ла, уны мул итеп фатихалаған! (Әйүп 42:12—17; Яҡ. 5:11). Ә киләсәктә Әйүпте тағы ла ҙурыраҡ фатихалар көтә. Һеҙ Йәһүәнең үҙегеҙҙе сафлығығыҙ өсөн бүләкләйәсәгенә тулыһынса ышанаһығыҙмы? Аллабыҙ бит һис тә үҙгәрмәгән (Мал. 3:6). Йәһүәнең сафлығыбыҙҙы ҡәҙерләүен иҫтә тотһаҡ, матур киләсәккә өмөтөбөҙ ныҡ буласаҡ (1 Фес. 5:8, 9).

16. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?

16 Әйҙәгеҙ, бер ҡасан да сафлығыбыҙҙан баш тартмайыҡ! Сафлыҡ юлынан барған саҡта һеҙ ваҡыт-ваҡыт үҙегеҙҙе яңғыҙ тойорға мөмкин, әммә һеҙ бер ҡасан да бер үҙегеҙ генә булмаясаҡһығыҙ. Һеҙ сафлығын һаҡлаған миллионлаған тоғро ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп хеҙмәт итерһегеҙ, шулай уҡ боронғо заманда хатта үлем ҡурҡынысы аҫтында ла саф булып ҡалған көслө иманлы ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә ҡушылырһығыҙ (Евр. 11:36—38; 12:1). Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа Әйүптең: «Үҙ сафлығымдан баш тартмам!» — тигән һүҙҙәре буйынса эш итергә ашҡынып торайыҡ. Сафлығыбыҙ Йәһүәне мәңге данлаһын!

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

^ 5 абз. Нимә ул сафлыҡ? Ни өсөн Йәһүә был сифатты шул тиклем ҡәҙерләй? Ни өсөн беҙҙең барыбыҙға ла саф булырға кәрәк? Был мәҡәлә ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер. Беҙ шулай уҡ көн һайын саф булып ҡалырға ярҙам иткән кәңәштәрҙе ҡарап сығырбыҙ һәм сафлыҡтың беҙгә күп фатихалар килтерәсәген белербеҙ.

^ 3 абз. Хайуандарға ҡарата ҡулланылған «кәмселекһеҙ» тигән еврей һүҙе кешеләргә ҡарата ҡулланылған «саф» тигән һүҙ менән тығыҙ бәйле.

^ 4 абз. Зәбур 103:12—14: «Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә. Атай кеше үҙ улдарына мәрхәмәтле булған кеүек, Йәһүә лә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә мәрхәмәтле. Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай».

^ 7 абз. Әйүп 1:8—11: «Йәһүә Шайтанға былай тине: „Хеҙмәтсем Әйүпкә иғтибар иттеңме? Ер йөҙөндә уға тиң кеше юҡ. Ул намыҫлы, саф, Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәй һәм үҙен яуызлыҡтан һаҡлай“. Шайтан Йәһүәгә былай тип яуап бирҙе: „Әллә Әйүп Алланан юҡҡа ғына ҡурҡып йәшәйме? Һин уны, уның йортон һәм бөтә мөлкәтен яҡлап тораһың түгелме? Һин уның эштәрен фатихалайһың, һәм уның малдары ишәйеп тора. Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә мөлкәтенә ҡағылһаң, ул һине асыҡтан-асыҡ ҡәһәрләйәсәк“».

^ 12 абз. Әйүп 26:7, 8, 14: «Ул төньяҡ күк йөҙөн буш киңлек өҫтөнән йәйгән, һәм ерҙе бушлыҡҡа элеп ҡуйған. Ул һыуҙарҙы үҙ болоттарына төрә, әммә болоттар уларҙың ауырлығынан йыртылмай. Һәм былар уның юлдарының ситтәре генә, уның тураһында бышылдау ғына ишетелә! Ә инде уның көслө күк күкрәүен кем аңлай алһын?»

^ 13 абз. Әйүп 31:1: «Мин күҙем менән килешеү төҙөнөм. Нисек инде ғиффәтле ҡыҙға күҙ һалайым, ти?»

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: Әйүп үҙенең балаларына Йәһүәнең иҫ киткес ижади эштәре тураһында һөйләй.

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: эштәге хеҙмәттәштәре порнография ҡарай башлағас, ағай-ҡәрҙәш улар араһынан китә.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш ҡыйбатлы ҙур телевизор алыуҙан баш тарта, сөнки уға аҡса сарыф итергә теләмәй, һәм ул уға кәрәкмәй ҙә.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш ожмах тураһында уйланып доға ҡылыр өсөн ваҡыт бүлә.