Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Муса ҡанунында сағылған яратыу һәм ғәҙеллек

Муса ҡанунында сағылған яратыу һәм ғәҙеллек

«Ул тәҡүәлек һәм ғәҙеллекте ярата. Ер йөҙө Йәһүәнең тоғро мөхәббәте менән тулы» (ЗӘБ. 33:5).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Беҙ бөтәбеҙ ҙә нимәгә мохтаж? б) Нимәгә һис тә шикләнмәҫкә була?

БЕҘ барыбыҙ ҙа башҡаларҙың үҙебеҙҙе яратыуын һәм ғәҙел булыуын теләйбеҙ. Был теләгебеҙ тормошҡа ашмаһа, беҙ үҙебеҙҙе кәрәкһеҙ итеп тойорға һәм өмөтһөҙлөккә бирелергә мөмкин.

2 Йәһүә беҙҙең яратыуға һәм ғәҙеллеккә мохтаж икәнебеҙҙе белә (Зәб. 33:5). Шик тә юҡ, ул беҙҙе бик ныҡ ярата һәм башҡаларҙың беҙҙең менән ғәҙел мөғәмәлә итеүен теләй. Йәһүәнең Муса аша Израиль халҡына биргән Ҡанунын яҡшыраҡ ҡарап сығыу беҙҙе быға тағы ла нығыраҡ инандырыр. Яратыуға һыуһаһағыҙ йә ғәҙелһеҙ мөғәмәлә арҡаһында интекһәгеҙ, Муса ҡануны * тураһында уйланып алығыҙ. Унда Йәһүәнең нисек үҙ халҡына ҡарата яратыу сағылдырғаны хаҡында яҙылған.

3. а) Римдарға 13:8—10-да аңлатылғанса, Муса ҡанунын өйрәнгәндә нимәне күреп була? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙарға яуап бирелер?

3 Муса ҡанунын өйрәнгәндә, беҙ ҡайғыртыусан Аллабыҙ Йәһүәнең йылы хистәрен күрәбеҙ. (Римдарға 13:8—10-ды уҡығыҙ.) Был мәҡәләлә беҙ Израилгә бирелгән бер нисә ҡанунды ғына ҡарап сығырбыҙ һәм бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: ни өсөн, Ҡанун мөхәббәткә нигеҙләнгән, тип әйтеп була? Ни өсөн, Ҡанун кешеләрҙе ғәҙел булырға дәртләндергән, тип әйтеп була? Хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр Ҡанунды нисек ҡулланырға тейеш булған? Ҡанун айырыуса кемдәрҙе яҡлаған? Был һорауҙарға яуап беҙгә йыуаныс килтерер, өмөт бирер һәм беҙҙе ҡайғыртыусан Атабыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштырыр (Ғәм. 17:27; Рим. 15:4).

МӨХӘББӘТКӘ НИГЕҘЛӘНГӘН ҠАНУН

4. а) Ни өсөн, Ҡанун мөхәббәткә нигеҙләнгән, тип әйтеп була? б) Матфей 22:36—40-та әйтелгәнсә, Ғайса ниндәй әмерҙәргә иғтибар иткән?

4 Йәһүә һәр эшен яратыуҙан сығып эшләй, шуға күрә, Муса ҡануны мөхәббәткә нигеҙләнгән, тип әйтеп була (1 Яхъя 4:8). Муса ҡануны ике төп әмергә — Алланы һәм яҡыныңды ярат тигән әмерҙәргә нигеҙләнгән (Лев. 19:18; Ҡан. 6:5; Матфей 22:36—40-ты уҡығыҙ). Тимәк, Муса ҡанунына ингән 600-ҙән ашыу әмерҙең һәр береһе Йәһүә мөхәббәтенең ниндәйҙер бер яғын аса. Әйҙәгеҙ, быға бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

5, 6. Йәһүә никахта торған парҙарҙан нимә көтә, һәм ул нимәне күреп тора? Миҫал килтерегеҙ.

5 Тормош иптәшегеҙгә тоғро булығыҙ һәм балаларығыҙ хаҡында ҡайғыртығыҙ. Йәһүә ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәттең көслө булыуын һәм ғүмер буйы һаҡланыуын теләй (Баш. 2:24; Матф. 19:3—6). Зина ҡылыу — иң етди гонаһтарҙың береһе. Шунлыҡтан Ун әмерҙең етенсеһе «зина ҡылмағыҙ» тип яңғырауы һис тә ғәжәп түгел (Ҡан. 5:18). Зина ҡылған кеше Аллаға ҡаршы гонаһ ҡыла һәм тормош иптәшенә ҡайғы килтерә (Баш. 39:7—9). Тиҫтәләгән йылдар уҙһа ла, ғәйепһеҙ ир йә ҡатындың күңел әрнеүе һаман да үтмәҫкә мөмкин.

6 Йәһүә ир менән ҡатындың бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итеүен күрә. Уның өсөн израилдәрҙең үҙ ҡатындары менән яҡшы мөғәмәлә итеүе бик мөһим булған. Ҡанун буйынса, ир ҡатынын яратырға тейеш булған. Уға юҡ-бар сәбәп арҡаһында айырылышырға ярамаған (Ҡан. 24:1—4; Матф. 19:3, 8). Әммә, ғаиләлә етди ауырлыҡ тыуғанға, ир айырылышырға булһа, ул ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы бирергә тейеш булған. Был ҡағыҙ ҡатынды әхлаҡһыҙ тәртиптә ғәйепләнеүҙән һаҡлаған. Бынан тыш, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы бирер алдынан, ир, күрәһең, тәүҙә ҡала өлкәндәре менән кәңәшләшергә тейеш булған. Өлкәндәр был парға никахтарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә алған. Өлкәндәр Йәһүәгә тоғро булмағанда, Ҡанун буйынса урынлаштырылған тәртип эгоистик ниәттәрҙән айырылышырға теләгән ирҙәрҙе туҡтата алмаған. Шундай осраҡтарҙа Йәһүә ҡатындың күҙ йәштәрен күргән һәм уның күңел әрнеүен тойған (Мал. 2:13—16).

Йәһүә ата-әсәләрҙең үҙ балаларын яратыу менән тәрбиәләүен һәм өйрәтеүен, шулай уҡ балаларҙың хәүефһеҙлектә булыуын теләй. (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

7, 8. а) Йәһүә ата-әсәләргә нимә эшләргә ҡушҡан? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Беҙ үҙебеҙ өсөн ниндәй һабаҡтар ала алабыҙ?

7 Муса ҡанунынан күренеүенсә, Йәһүә шулай уҡ балаларҙың бәхетле һәм имен булыуын теләй. Ул ата-әсәләргә балаларының физик ихтыяждарын ғына түгел, ә рухи ихтыяждарын да хәстәрләргә ҡушҡан. Ата-әсәләр балаларына Йәһүәнең ҡанундарын аңлатыр өсөн һәм уларҙы Йәһүәне яратырға өйрәтер өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланырға тейеш булған (Ҡан. 6:6—9; 7:13). Ҡайһы ваҡыт Йәһүә израилдәрҙе язаға тарттырған. Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе — улар балалары менән ҡот осҡос рәүештә мөғәмәлә иткән (Ирем. 7:31, 33). Ата-әсәләр балаларына үҙҙәренең мөлкәтенә кеүек түгел, ә Йәһүәнән бирелгән мираҫҡа, ҡәҙерле бүләккә ҡараған кеүек ҡарарға тейеш булған (Зәб. 127:3).

8 Йомғаҡлау. Йәһүә ир менән ҡатындың бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итеүенә иғтибар итә. Ул, ата-әсәләр балаларын яратыр, тип көтә, ә әгәр ата-әсәләр балаларын йәберләһә, ул уларҙы хөкөм итәсәк.

9—11. Ни өсөн Йәһүә «нәфсегеҙҙе һуҙмағыҙ» тигән ҡанунды биргән?

9 «Нәфсегеҙҙе һуҙмағыҙ». Ун әмерҙең һуңғыһы ҡомһоҙлоҡтан, йәғни икенсе кешенең тормош иптәшенә йә мөлкәтенә эйә булыу теләге үҫтереүҙән тыйған (Ҡан. 5:21; Рим. 7:7). Был әмерҙе биреп, Йәһүә үҙ халҡын шуға өйрәтергә теләгән: улар үҙ йөрәген, йәғни уйҙарын һәм хис-тойғоларын һаҡларға тейеш булған. Йәһүә яуыз эштәрҙең насар уйҙарҙан һәм хистәрҙән башланыуын белә (Ғиб. һүҙ. 4:23). Израиль кешеһе йөрәгендә дөрөҫ булмаған теләктәр үҫтерһә, ахыр сиктә был уны насар эштәр ҡылырға этәрер ине. Мәҫәлән, шундай хатаны Дауыт батша яһаған. Тулайым алғанда, ул яҡшы кеше булған. Әммә бер осраҡта ул нәфсеһен башҡа кешенең ҡатынына һуҙған. Был теләк уны гонаһ ҡылырға этәргән (Яҡ. 1:14, 15). Дауыт шул ҡатын менән зина ҡылған, уның ирен алдарға маташҡан һәм ахыр сиктә шул ирҙең һәләк булыуын ойошторған (2 Сам. 11:2—4; 12:7—11).

10 Берәй израиль кешеһе «нәфсегеҙҙе һуҙмағыҙ» тигән ҡанунды боҙғанда, Йәһүә быны белгән, сөнки ул йөрәктәрҙе күрә (1 Йыл. 28:9). Ҡомһоҙлоҡто тыйған был ҡанун израилдәрҙе насар эштәргә этәрә алған уйҙарҙан һаҡлаған. Ни тиклем аҡыллы һәм ҡайғыртыусан беҙҙең Атабыҙ Йәһүә!

11 Йомғаҡлау. Йәһүә өсөн кешенең тышҡы ҡиәфәте түгел, ә уның ысынында ниндәй булыуы, эске булмышы мөһимерәк (1 Сам. 16:7). Бер уйҙы ла, бер хисте лә, бер эште лә Алланан йәшереп булмай. Ул, яҡшы сифаттарыбыҙҙы күреп, уларҙы үҫтерергә дәртләндерә. Әммә ул шулай уҡ беҙҙе насар уйҙарҙы абайларға һәм, улар насар эштәргә килтермәҫ борон, уларҙан арынырға өйрәтә (2 Йыл. 16:9; Матф. 5:27—30).

ҒӘҘЕЛЛЕККӘ ӨЙРӘТКӘН ҠАНУН

12. Муса ҡануны Йәһүәнең тағы ниндәй сифатын күрһәтә?

12 Муса ҡануны шулай уҡ Йәһүәнең ғәҙеллекте яратыуын күрһәтә (Зәб. 37:28; Ишағ. 61:8). Йәһүә башҡалар менән ғәҙел мөғәмәлә итеүҙә камил үрнәк күрһәтә. Израилдәр Йәһүәнең ҡанундарын үтәгәндә, ул уларҙы фатихалаған. Ә Йәһүәнең ғәҙел һәм тәҡүә нормаларын һанға һуҡмаған саҡтарында улар ғазап сиккән. Әйҙәгеҙ, Ун әмерҙең тағы икеһен ҡарап сығайыҡ.

13, 14. Ун әмерҙең беренсе ике ҡануны нимәгә ҡағылған, һәм уларҙы үтәү израилдәргә ниндәй файҙа килтергән?

13 Йәһүәгә генә табынығыҙ. Ун әмерҙең беренсе ике ҡануны израилдәрҙе Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға өндәгән һәм боттарға табыныуҙан киҫәткән (Сығ. 20:3—6). Йәһүә был әмерҙәрҙе үҙенең файҙаһына түгел, ә израилдәрҙең файҙаһына биргән. Аллаға тоғро булған саҡтарында израилдәр бәхеттә һәм муллыҡта йәшәгән. Ә башҡа халыҡтарҙың ялған илаһтарына табынғанда, улар күп ауырлыҡтарҙан интеккән.

14 Ҡынаандарҙы иҫкә төшөрәйек. Улар тере хаҡ Аллаға түгел, ә йәнһеҙ боттарға табынған, шуға күрә сирҡаныс эштәр ҡылған (Зәб. 115:4—8). Мәҫәлән, ялған илаһтарына табынған ваҡытта улар ерәнгес енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған һәм үҙ балаларын ҡорбанға килтергән. Шуның шикелле, израилдәр ҙә, Йәһүәне һанға һуҡмайынса боттарға табыныуҙы һайлағанда, оятһыҙ эштәр ҡылған һәм яҡындарының күңелен әрнеткән (2 Йыл. 28:1—4). Хатта хакимлыҡҡа эйә булған израилдәр ҙә Йәһүәнең ғәҙел нормалары буйынса эш итмәгән. Улар үҙ хакимлығын урынһыҙ файҙаланған һәм көсһөҙҙәрҙе йәберләгән (Йәз. 34:1—4). Йәһүә, яҡлауһыҙ ҡатындар һәм балалар менән аяуһыҙ мөғәмәлә иткән израилдәрҙе хөкөм итәсәкмен, тип киҫәткән (Ҡан. 10:17, 18; 27:19). Ә башҡалар менән ғәҙел мөғәмәлә иткән тоғро израилдәрҙе Йәһүә фатихалаған (1 Бат. 10:4—9).

Йәһүә беҙҙе ярата һәм, беҙ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, быны күрә (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Беҙ Йәһүә тураһында нимә белдек?

15 Йомғаҡлау. Үҙен Йәһүә хеҙмәтсеһе тип атаған кеше уның нормаларын тотмаһа һәм уның башҡа хеҙмәтселәренә зыян килтерһә, Йәһүә быға ғәйепле түгел. Әммә Йәһүә беҙҙе ярата һәм, беҙ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, быны күрә. Сабыйы ғазапланған әсәй кеше менән сағыштырғанда, Йәһүә күңел әрнеүебеҙҙе тағы ла нығыраҡ тоя (Ишағ. 49:15). Ҡайһы саҡта Алла башҡаларҙы йәберләгән һәм тәүбә итмәгән кешеләргә шунда уҡ яза бирмәй, әммә тейешле ваҡытта ул барыбер уларҙы яуапҡа тарттырасаҡ.

ҠАНУН НИСЕК ҠУЛЛАНЫЛҒАН?

16—18. Муса ҡануны тормоштоң ниндәй өлкәләренә ҡағылған, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнәбеҙ?

16 Муса ҡануны тормоштоң күп өлкәләренә ҡағылған, һәм билдәләнгән өлкәндәргә Йәһүәнең халҡын ғәҙеллек менән хөкөм итергә кәрәк булған. Улар ғибәҙәткә бәйле һорауҙарҙан тыш, шулай уҡ көндәлек тормош һәм енәйәттәр менән бәйле һорауҙарҙы ла хәл итергә тейеш булған. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

17 Израиль кешеһе берәйһен үлтерһә, уны шунда уҡ язаға тарттырмағандар. Ҡала өлкәндәре тәүҙә бөтә шарттарҙы ентекләп тикшергән, ә шунан һуң ғына кешене үлем язаһына тарттырырғамы, юҡмы икәнен ҡарар иткән (Ҡан. 19:2—7, 11—13). Өлкәндәр шулай уҡ көндәлек тормошҡа ҡағылышлы төрлө-төрлө һорауҙарҙы — милек бүлеүгә бәйле талаштарҙан алып ғаиләләрҙә ҡупҡан ыҙғыштарға тиклем хәл иткән (Сығ. 21:35; Ҡан. 22:13—19). Өлкәндәр ғәҙеллек сағылдырғанда һәм израилдәр Ҡанунға буйһонғанда, һәр кем файҙа алған, һәм халыҡ Йәһүәгә дан килтергән (Лев. 20:7, 8; Ишағ. 48:17, 18).

18 Йомғаҡлау. Йәһүә өсөн беҙҙең һәр өлкәлә үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ мөһим. Ул беҙҙең башҡалар менән ғәҙел һәм игелекле итеп мөғәмәлә итеүебеҙҙе теләй. Йәһүә беҙҙе һәр ваҡыт күреп тора, хатта бер үҙебеҙ ҡалғанда әйткән һүҙҙәребеҙ һәм ҡылған эштәребеҙ ҙә уға билдәле (Евр. 4:13).

19—21. а) Өлкәндәр һәм хөкөмсөләр Алла халҡы менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш булған? б) Үҙ халҡын ғәҙелһеҙ мөғәмәләнән яҡлар өсөн, Йәһүә ниндәй саралар күргән, һәм беҙ бынан ниндәй һығымталар яһай алабыҙ?

19 Йәһүә үҙ халҡын күрше халыҡтарҙың насар йоғонтоһонан һаҡларға теләгән. Шуға күрә ул өлкәндәргә һәм хөкөмсөләргә бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарарға ҡушҡан. Улар Алла халҡы менән тупаҫ һәм аяуһыҙ итеп түгел, ә яратыу һәм ғәҙеллек менән мөғәмәлә итергә тейеш булған (Ҡан. 1:13—17; 16:18—20).

20 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен йәлләй, шуға күрә ғәҙелһеҙ мөғәмәләнән яҡлаған ҡанундар биргән. Мәҫәлән, Ҡанунда ғәйепһеҙ кешене енәйәттә ғәйепләүҙән һаҡлаған әмерҙәр булған. Хөкөм ителгән кешенең үҙ дәғүәсеһен белергә хоҡуғы булған (Ҡан. 19:16—19; 25:1). Бынан тыш, кешене хөкөмгә тарттырыр өсөн, кәм тигәндә ике шаһит талап ителгән (Ҡан. 17:6; 19:15). Ә енәйәт эшенә бер генә шаһит булғанда, нимә эшләгәндәр? Енәйәтсе язанан ҡотолорға өмөтләнә алмаған, сөнки Йәһүә барыһын күреп торған. Ғаиләләрҙә хакимлыҡ атай кешеләргә бирелгән, әммә уларҙың хакимлығы сикләнгән булған. Ҡайһы саҡта ғаиләлә ҡупҡан бәхәстәрҙе ҡала өлкәндәре ҡараған, һәм һуңғы ҡарарҙы ла улар сығарған (Ҡан. 21:18—21).

21 Йомғаҡлау. Йәһүә беҙгә камил үрнәк күрһәтә: уның бөтә эштәре ғәҙел (Зәб. 9:7). Ул ҡанундары буйынса йәшәгән кешеләрҙе бүләкләй, ә үҙ хакимлығын урынһыҙ файҙаланған кешеләрҙе язаға тарттыра (2 Сам. 22:21—23; Йәз. 9:9, 10). Ҡайһы саҡта енәйәтселәр һәм яуыз кешеләр язаһыҙ ҡалған кеүек тойолорға мөмкин, әммә үҙ ваҡытында Йәһүә уларҙы хөкөм итәсәк (Ғиб. һүҙ. 28:13). Тәүбә итмәһәләр, оҙаҡламай улар «тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос» икәнен аңлар (Евр. 10:30, 31).

ҠАНУН АЙЫРЫУСА КЕМДӘРҘЕ ЯҠЛАҒАН?

Бәхәстәрҙе хәл иткәндә, өлкәндәр, Йәһүәнән өлгө алып, яратыу һәм ғәҙеллек сағылдырырға тейеш булған (22-се абзацты ҡарағыҙ.) *

22—24. а) Ҡанун айырыуса кемдәрҙе яҡлаған, һәм бынан Йәһүә тураһында нимә белеп була? б) Сығыш 22:22—24-тә ниндәй киҫәтеү яҙылған?

22 Ҡанун айырыуса үҙен яҡлай алмаған кешеләрҙе, мәҫәлән, етем балаларҙы, тол ҡатындарҙы һәм килмешәктәрҙе яҡлаған. Израилдәге хөкөмсөләргә бындай күрһәтмә бирелгән булған: «Килмешәктең йәки атаһыҙ баланың эшен ҡарағанда ғәҙелһеҙ хөкөм сығарма һәм бурысҡа биргәндә тол ҡатындың кейемен залогка алма» (Ҡан. 24:17). Йәһүә яҡлауһыҙ кешеләр хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡан һәм уларҙы йәберләгән кешеләрҙе язаға тарттырған. (Сығыш 22:22—24-те уҡығыҙ *.)

23 Ҡанун шулай уҡ, яҡын туған менән енси бәйләнештәрҙең һәр ҡайһы төрөнән тыйып, ғаиләләрҙе енси енәйәттәрҙән һаҡлаған (Лев. 18:6—30). Күрше халыҡтар ундай тәртипте түҙгән һәм хатта быға ғәҙәти нәмәгә ҡарағандай ҡараған. Әммә Йәһүә өсөн был ерәнгес булған, һәм Алла халҡы шундай уҡ ҡарашта торорға тейеш булған.

24 Йомғаҡлау. Йәһүә хакимлыҡҡа эйә булған хеҙмәтселәренең башҡалар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуын теләй. Ул енси енәйәттәрҙе нәфрәт итә һәм барыһының да, ә айырыуса яҡлауһыҙ кешеләрҙең үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойоуын теләй.

ҠАНУН — КИЛӘСӘК ФАТИХАЛАРҘЫҢ КҮЛӘГӘҺЕ

25, 26. а) Ни өсөн, яратыу менән ғәҙеллек тын алыу менән йәшәүгә оҡшаш, тип әйтеп була? б) Бер темаға арналған дүрт мәҡәләнең икенсеһендә нимә ҡараласаҡ?

25 Яратыу менән ғәҙеллек тын алыу менән йәшәүгә оҡшаш: улар айырылғыһыҙ. Йәһүәнең үҙебеҙ менән ғәҙел мөғәмәлә итеүен күргән һайын, беҙҙең уға ҡарата мөхәббәтебеҙ көсәйә бара. Ә Алланы һәм уның тәҡүә нормаларын яратыу беҙҙе башҡаларҙы яратырға һәм улар менән ғәҙел мөғәмәлә итергә дәртләндерә.

26 Ҡанун килешеүе израилдәргә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам иткән. Ләкин Ғайса Ҡанунды үтәгәс, Ҡанун ғәмәлдән сыҡҡан һәм Мәсих ҡанунына алмаштырылған (Рим. 10:4). Илсе Павел Ҡанунды «килә торған яҡшы нәмәләрҙең... күләгәһе» итеп тасуирлаған (Евр. 10:1). Бер темаға арналған дүрт мәҡәләнең икенсеһендә был «яҡшы нәмәләрҙең» ҡайһы берҙәре ҡаралыр, шулай уҡ яратыу менән ғәҙеллектең мәсихселәр йыйылышында нисек сағылыуы тураһында һүҙ барыр.

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

^ 5 абз. Был бер темаға арналған дүрт мәҡәләнең беренсеһе. Улар ярҙамында беҙ ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе яратыуына тулыһынса ышанып булғанын ҡарап сығырбыҙ. Киләһе өс мәҡәлә 2019 йылдың май айындағы «Күҙәтеү манараһы»нда сығасаҡ. Ул мәҡәләләрҙә бындай һорауҙар ҡаралыр: Йәһүәнең мөхәббәте һәм ғәҙеллеге мәсихселәр йыйылышында нисек сағыла? Өлкәндәр — йыйылышты, ә ата-әсәләр балаларын енси йәберләүҙән нисек яҡлай ала? Бала саҡта шундай енәйәттән зыян күргән кешеләрҙе нисек йыуатып була?

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Йәһүә Муса аша израилдәргә биргән 600-ҙән ашыу ҡанун «Муса ҡануны», «Ҡанун» йә «әмерҙәр» тип атала. Изге Яҙманың тәүге биш китабы ла (Башланмыштан алып Ҡанун китабына тиклем) йыш ҡына «Ҡанун» тип атала. Ә ҡайһы саҡта «Ҡанун» тигән һүҙ аҫтында Алла тарафынан рухландырылған бөтә Еврей Яҙмалары күҙ уңында тотола.

^ 22 абз. Сығыш 22:22—24: «Тол ҡатынды һәм етемде йәберләмәгеҙ. Уларҙы йәберләһәгеҙ, улар миңә ярҙам һорап ялбарыр, һәм мин уларҙың әсе тауышын ишетермен, һәм асыуым ҡабынып, һеҙҙе ҡылыс менән үлтертермен. Шул саҡ һеҙҙең ҡатындарығыҙ — тол, ә балаларығыҙ етем ҡалыр».

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: ашарға әҙерләгән ваҡытта әсәй кеше ҡыҙҙары менән һөйләшә. Артҡы планда атай кеше улын һарыҡ ҡарарға өйрәтә.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: ҡала ҡапҡалары янындағы өлкәндәр бер сауҙагәрҙең ғәҙелһеҙ мөғәмәләһе менән осрашҡан тол ҡатынға ярҙам итергә тырыша.