Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

13-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Вәғәздә кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булығыҙ

Вәғәздә кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булығыҙ

«Ул уларҙы... бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы» (МАРК 6:34).

70-СЕ ЙЫР Лайыҡлы кешеләрҙе эҙләгеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ғайсаның ниндәй сифаты күңелебеҙҙе йылыта? Аңлатығыҙ.

ҒАЙСА МӘСИХ камил булмаған кешеләргә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен яҡшы аңлай. Уның был сифаты күңелебеҙҙе бик йылыта. Ерҙә йәшәгәндә, ул «ҡыуанғандар менән бергә» ҡыуанған һәм «илағандар менән бергә» илаған (Рим. 12:15). Мәҫәлән, 70 шәкерте уңышлы вәғәздән һуң ҡыуанып ҡайтҡас, Ғайса бик шатланған (Лука 10:17—21). Бүтән осраҡта иһә, Лазарҙың үлеме уның яҡындарына ниндәй ҡайғы килтергәнен күргәс, ул бик ныҡ көйөнгән һәм тулҡынланған (Яхъя 11:33).

2. Ғайсаға кешеләрҙең хәленә инергә нимә ярҙам иткән?

2 Камил кеше булһа ла, Ғайса гонаһлы кешеләрҙең хәленә инә алған һәм уларға ҡарата бик мәрхәмәтле, ҡыҙғаныусан булған. Уға нимә ярҙам иткән? Ғайса кешеләрҙе яратҡан. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, ул «айырыуса әҙәм улдарына ҡарап» ҡыуанған (Ғиб. һүҙ. 8:31). Яратыу Ғайсаны кешеләрҙең фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңларға дәртләндергән. «Кеше күңелендә ни барлығын Ул... белә ине», — тип яҙған илсе Яхъя (Яхъя 2:25). Ғайса кешеләргә ҡарата наҙлы хистәр кисергән. Кешеләр уның яратыуын тойған һәм Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе тыңлаған. Беҙ ҙә кешеләргә йылы мөнәсәбәт күрһәтһәк, хеҙмәтебеҙ уңышлыраҡ булыр (2 Тим. 4:5).

3, 4. а) Кешеләр хаҡында ҡайғыртһаҡ, вәғәз эшенә нисек ҡарарбыҙ? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Илсе Павел вәғәзләргә тейешлеген аңлаған, беҙҙең дә шундай бурысыбыҙ бар (1 Кор. 9:16). Әммә кешеләр хаҡында ысын күңелдән ҡайғыртһаҡ, беҙ вәғәз эшенә бурысҡа ҡарағандай ҡарамаҫбыҙ, ә кешеләрҙе йәлләгәнгә һәм ярҙам итергә теләгәнгә вәғәзләрбеҙ. Беҙ «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» икәнен беләбеҙ (Ғәм. 20:35). Быны иҫтә тотһаҡ, хеҙмәт беҙгә күберәк шатлыҡ килтерер.

4 Был мәҡәләлә беҙ вәғәздә кешеләрҙең хистәрен аңлауыбыҙҙы нисек күрһәтеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Тәүҙә беҙ Ғайсаның үрнәгенән нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ, ә шунан дүрт кәңәшкә иғтибар итербеҙ (1 Пет. 2:21).

ҒАЙСА ХЕҘМӘТТӘ МИҺЫРБАНЛЫҠ САҒЫЛДЫРҒАН

Кешеләрҙе йәлләү Ғайсаны йыуаныслы хәбәрҙе вәғәзләргә дәртләндергән (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

5, 6. а) Ғайса үҙенең шәкерттәренә һәм башҡа кешеләргә ҡарата нисек миһырбанлыҡ сағылдырған? б) Ишағыя 61:1, 2-лә пәйғәмбәрлек ителгәнсә, ни өсөн Ғайса кешеләрҙе йәлләгән?

5 Ғайса кеше хәленә инә белеүен нисек күрһәткән? Әйҙәгеҙ, бер осраҡҡа иғтибар итәйек. Ял да итмәйенсә вәғәзләгәнгә, Ғайса һәм уның шәкерттәре бик арыған булған. Уларҙың «хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары» булмаған. Шуға күрә Ғайса шәкерттәре менән, «бер аҙ ял итеп» алыр өсөн, «аулаҡ урынға» киткән. Әммә ҙур халыҡ төркөмө, йүгереп, Ғайса менән шәкерттәре барырға йыйынған урынға алдараҡ барып еткән. Быны күргәс, Ғайса нимә эшләгән? Изге Яҙмала былай тиелә: «Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне * һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы» (Марк 6:30—34).

6 Ни өсөн Ғайса шул кешеләрҙе йәлләгән, йәғни уларҙың хәленә ингән? Ул кешеләрҙең «көтөүсеһеҙ һарыҡтар» һымаҡ булғанын күргән. Бәлки, Ғайса ҡайһы берҙәренең ярлы булғанын һәм, ғаиләләрен тәьмин итер өсөн, күп эшләгәнен күргәндер. Ә, бәлки, улар араһында ғәзиз кешеһен юғалтып ҡайғырған кешеләр булғандыр. Ғайса, күрәһең, уларҙы яҡшы аңлаған. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Ғайса, моғайын, үҙе лә ошо ауырлыҡтар менән осрашҡандыр. Ул кешеләр хаҡында борсолған, шунлыҡтан уларҙы йыуатырға тырышҡан. (Ишағыя 61:1, 2-не уҡығыҙ *.)

7. Ғайсанан нисек үрнәк алып була?

7 Беҙ Ғайсаның үрнәгенән нимәгә өйрәнәбеҙ? Ғайса кеүек, беҙ ҙә «көтөүсеһеҙ һарыҡтар» һымаҡ булған кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Улар күп ауырлыҡтар менән көрәшә. Кешеләр хәҡиҡәткә бик мохтаж. Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр менән бүлешеп, беҙ уларға ярҙам итә алабыҙ (Асыл. 14:6). Шуға күрә, Ғайсанан үрнәк алып, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе «ябай һәм ярлы» кешеләрҙе йәлләгәнгә вәғәзләйбеҙ (Зәб. 72:13). Беҙ ысын күңелдән уларға ярҙам итергә теләйбеҙ.

БЕҘ НИСЕК МИҺЫРБАНЛЫҠ САҒЫЛДЫРА АЛАБЫҘ?

Һәр кешенең ихтыяждарын иҫәпкә алығыҙ (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8. Вәғәздә миһырбанлыҡ сағылдырырға ярҙам иткән кәңәштәрҙең береһе ниндәй? Миҫал килтерегеҙ.

8 Вәғәздә осраған кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булырға нимә ярҙам итер? Беҙ үҙебеҙҙе кешеләрҙең урынына ҡуйырға өйрәнергә теләйбеҙ. Беҙгә шулай уҡ, уларҙыҡына оҡшаш шарттарҙа үҙебеҙ менән нисек мөғәмәлә итеүҙәрен теләһәк, уларға ла шул рәүешсә игелек күрһәтергә кәрәк * (Матф. 7:12). Әйҙәгеҙ, дүрт кәңәшкә иғтибар итәйек. Беренсенән, һәр кешенең ихтыяждарын иҫәпкә алығыҙ. Вәғәзсене табип менән сағыштырып була. Яҡшы табип һәр пациенттың ихтыяждарын иҫәпкә ала. Ул һорауҙар бирә һәм, пациент үҙен нимә борсоғаны хаҡында һөйләгәндә, уны иғтибар менән тыңлай. Яҡшы табип шунда уҡ дарыу яҙып бирмәй, ә тәүҙә төрлө яҡлап тикшереү үткәрә һәм шунан һуң ғына дауалау ысулын тәҡдим итә. Шуның шикелле, беҙ, һәр кешенең шарттарын һәм ҡараштарын иҫәпкә алып, төрлө кешеләргә вәғәзләгәндә төрлө алымдар ҡулланырға тейеш.

9. Нимә тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине? Аңлатығыҙ.

9 Вәғәздә кеше менән һөйләшкәндә, уның шарттарын, нимәгә ышанғанын һәм уның быға ни өсөн ышанғанын беләм, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине (Ғиб. һүҙ. 18:13). Бының урынына, ипле генә һорауҙар биреү яҡшыраҡ булыр (Ғиб. һүҙ. 20:5). Мәҙәниәтегеҙгә хас булһа, кешенән эше, ғаиләһе, ҡараштары һәм элекке тормошо тураһында һорарға була. Шулай эшләп, беҙ кешенең нимәгә мохтаж булыуын аңлай алырбыҙ. Ә быны аңлау беҙгә, Ғайса кеүек, кешенең хәленә инеп, тап уға кәрәкле һүҙҙәр әйтергә ярҙам итер. (1 Коринфтарға 9:19—23 менән сағыштырығыҙ.)

Кешенең тормошо ниндәй икәнен күҙ алдына килтерергә тырышығыҙ (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. 2 Коринфтарға 4:7, 8 буйынса, тағы ниндәй кәңәш беҙгә вәғәздә осраған кешеләрҙең хәленә инергә ярҙам итә ала? Миҫал килтерегеҙ.

10 Икенсенән, кешенең тормошо ниндәй икәнен күҙ алдына килтерергә тырышығыҙ. Беҙ ҙә камил булмаған кешеләр һәм башҡалар кисергән ҡайһы бер ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Шуға күрә ниндәйҙер кимәлдә уларҙың хәленә инә алабыҙ (1 Кор. 10:13). Был донъяла йәшәү бик ауыр була алғаны беҙгә билдәле, беҙ үҙебеҙ ауырлыҡтарҙы Йәһүәнең ярҙамы менән генә кисереп сығабыҙ. (2 Коринфтарға 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Әммә Йәһүәне белмәгән кешеләргә ни тиклем ауыр икәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Беҙ, Ғайса кеүек, кешеләрҙе йәлләйбеҙ һәм уларға «яҡшыраҡ нәмә тураһында һөйөнөслө хәбәр» еткерергә теләйбеҙ (Ишағ. 52:7).

11 Сергей исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Хәҡиҡәтте белмәҫ борон, ул бик оялсан булған. Уға үҙ фекерҙәрен белдереүе ауыр бирелгән. Бер ваҡыт ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Сергей былай тип бүлешә: «Изге Яҙманы өйрәнгәндә, мин мәсихселәрҙең үҙ ышаныуҙары тураһында башҡаларға һөйләргә тейешлеген белдем. Әммә мин, бер ваҡытта ла вәғәзләй алмаясаҡмын, тип уйлай инем». Шулай ҙа ул хәҡиҡәт тураһында әле ишетмәгән кешеләр тураһында уйланған һәм уларға Аллаһыҙ йәшәүе ни тиклем ауыр икәнен күҙ алдына килтергән. «Хәҡиҡәт мине бәхетле итте һәм күңел тыныслығы килтерҙе, — ти Сергей. — Мин башҡаларҙың да хәҡиҡәткә мохтаж икәнен аңлай инем». Башҡаларҙы йәлләү Сергейға ҡыйыулыҡ өҫтәгән, һәм ул вәғәзләй башлаған. Ул былай ти: «Шуныһы ғәжәп: башҡаларға Изге Яҙма тураһында һөйләү үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне. Бынан тыш, мин вәғәздә ҡатнашҡанға, хәҡиҡәт йөрәгемдә тамыр йәйҙе» *.

Кеше рухи яҡтан үҫһен өсөн, бер ни тиклем ваҡыт талап ителергә мөмкин (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12, 13. Ни өсөн өйрәнеүселәргә ҡарата түҙемле булырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

12 Өсөнсөнән, Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә ҡарата түҙемле булығыҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе яҡшы белһәк тә, улар, бәлки, бер ҡасан да был хәҡиҡәттәр тураһында уйланмағандыр. Өҫтәүенә, уларҙың үҙ ышаныуҙары бар, һәм был ышаныуҙар уларҙың күңеленә бик яҡын. Бәлки, улар, дини ҡараштарым ғаиләмде берләштерә, шулай уҡ мәҙәниәтем һәм халҡым менән бәйләнеш һаҡларға ярҙам итә, тип уйлайҙыр. Уларға нисек ярҙам итеп була?

13 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, иҫке күперҙе яңыға алмаштырырға кәрәк, ти. Ғәҙәттә, яңы күпер төҙөлгәнсе, кешеләр һаман иҫке күперҙән йөрөй. Әммә яңы күпер әҙер булғас, иҫкеһен алып ташларға була. Шуның шикелле, кешене «иҫке» ышаныуҙарын кире ҡағырға өндәр алдынан, беҙ тәүҙә уға «яңы» хәҡиҡәттәрҙе — Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе белергә һәм уларҙы ҡәҙерләй башларға ярҙам итергә тейеш. Шул саҡта ғына ул элекке ҡараштарын кире ҡағырға әҙер булыр. Кеше шундай үҙгәрештәр яһаһын өсөн, бер ни тиклем ваҡыт талап ителергә мөмкин (Рим. 12:2).

14, 15. Ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү өмөтө тураһында белмәгән кешеләргә нисек ярҙам итеп була? Миҫал килтерегеҙ.

14 Вәғәздә осраған кешеләргә ҡарата түҙемле булһаҡ, улар хәҡиҡәтте беренсе ишетеүҙән үк аңлар һәм ҡабул итер, тип көтмәҫбеҙ. Киреһенсә, кешеләрҙе йәлләү беҙҙе улар менән әкренләп Изге Яҙма нигеҙендә фекер алышырға дәртләндерер. Мәҫәлән, кешегә ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү өмөтө барлығын нисек аңлатып була? Күптәр был өмөт тураһында бик әҙ белә йә бөтөнләй бер нәмә лә белмәй. Улар, кеше үлгәндән һуң мәңгегә юҡҡа сыға йә бөтә яҡшы кешеләр күккә бара, тип уйларға мөмкин. Ундай кешеләргә нисек ярҙам итеп була?

15 Бер ағай-ҡәрҙәш уңышлы алым тапҡан. Тәүҙә ул кешегә Башланмыш 1:28-ҙе уҡый. Шунан, Алла кешеләрҙең ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа йәшәүен теләгән, тип һорай. Күпселек кеше: «Ерҙә, яҡшы шарттарҙа», — тип яуаплай. Унан һуң ағай-ҡәрҙәш Ишағыя 55:11-ҙе уҡый ҙа, Алланың ниәте үҙгәргәнме, тигән һорау бирә. Йыш ҡына кешеләр «юҡ» ти. Ахырҙа ҡәрҙәшебеҙ Зәбур 37:10, 11-ҙе уҡый ҙа, кешелекте ниндәй киләсәк көтә, тип һорай. Изге Яҙма нигеҙендә шулай фекер алышып, ул инде күптәргә Алланың ниәтен аңларға ярҙам иткән.

Ябай ғына игелекле эш тә, мәҫәлән, йыуаныслы хат яҙыу күп яҡшы емештәр килтерергә мөмкин (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16, 17. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27-не иҫәпкә алһаҡ, башҡаларҙың хистәрен аңлауыбыҙҙы нисек күрһәтеп була? Миҫал килтерегеҙ.

16 Дүртенсенән, кешеләр хаҡында ҡайғыртыуығыҙҙы эштәр менән күрһәтегеҙ. Мәҫәлән, кешегә уңайлы булмаған ваҡытта килһәк, беҙ, ғәфү үтенеп, башҡа ваҡытта килергә тәҡдим итә алабыҙ. Йә кеше ниндәйҙер ярҙамға мохтаж булырға мөмкин. Әйтәйек, кеше өйҙән сыға алмай. Уға ярҙам итер өсөн, магазинға барып килергә йә почтаға барып уның хатын ебәрергә була. Шулай эшләп, беҙ ғәмәли ярҙам күрһәтербеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27-не уҡығыҙ *.)

17 Бер апай-ҡәрҙәштең ябай ғына игелекле эше яҡшы емештәр килтергән. Балаһы үлгән бер парҙы йәлләп, ул уларға хат яҙған. Үҙенең хатында ул Изге Яҙманан бер нисә йыуаныслы аят яҙған. Ҡәрҙәшебеҙҙең хаты теге парға нисек тәьҫир иткән? Балаһын юғалтҡан әсә былай тип яҙған: «Кисә миңә шул тиклем ҡыйын ине. Хатығыҙ мине ни тиклем йыуатҡанын хатта күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Беҙ һеҙгә шул тиклем рәхмәтлебеҙ! Кисә мин хатығыҙҙы кәм тигәндә 20 тапҡыр уҡып сыҡтым. Ул игелекле һәм йыуаныслы һүҙҙәр менән тулы. Ысын күңелдән рәхмәт һеҙгә». Ҡайғырған кешеләрҙең хәленә инергә һәм уларға ярҙам итергә тырышһаҡ, был, һис шикһеҙ, яҡшы емештәр килтерер.

ҮҘЕГЕҘҘӘН СИКТӘН ТЫШ КҮПТЕ КӨТМӘГЕҘ

18. 1 Коринфтарға 3:6, 7-нән күренеүенсә, беҙ хеҙмәттәге ролебеҙгә ниндәй ҡараш һаҡларға тейеш?

18 Әлбиттә, беҙ хеҙмәттә башҡарған ролебеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға тейеш. Кешеләргә Алла тураһында белем алырға ярҙам итһәк тә, барыһы ла беҙҙән генә тора, тип уйлай дөрөҫ булмаҫ ине. (1 Коринфтарға 3:6, 7-не уҡығыҙ.) Кешеләрҙе хәҡиҡәткә Йәһүә йәлеп итә (Яхъя 6:44). Кеше хәҡиҡәтте ҡабул итерме, юҡмы икәнлеге уның йөрәк торошона бәйле (Матф. 13:4—8). Шуны онотмағыҙ: Ғайса ҡасан да булһа йәшәгән иң бөйөк Остаз булһа ла, күпселек кеше уның хәбәрен ҡабул итмәгән! Шуға күрә, күптәр беҙҙе тыңламаһа, төшөнкөлөккә бирелергә кәрәкмәй.

19. Вәғәздә кешеләргә ҡарата миһырбанлы булыу ниндәй емештәр килтерә?

19 Вәғәздә осраған кешеләрҙең хистәрен аңларға тырышһаҡ, яҡшы емештәр урырбыҙ. Хеҙмәт беҙгә күберәк шатлыҡ килтерер. Беҙ биреү килтергән бәхеткә кинәнербеҙ. Бынан тыш, эскерһеҙ кешеләргә «мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәтте» ҡабул итеүе еңелерәк булыр (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Шуға күрә «яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә... изгелек ҡылайыҡ» (Гал. 6:10). Шул саҡта, күктәге Атабыҙҙы данлап, ҙур шатлыҡ кисерербеҙ (Матф. 5:16).

64-СЕ ЙЫР Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

^ 5 абз. Вәғәздә кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булһаҡ, хеҙмәт беҙгә күберәк шатлыҡ килтерер, һәм кешеләр, бәлки, беҙҙе теләберәк тыңлар. Был мәҡәләлә беҙ Ғайса Мәсихтән нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ, шулай уҡ вәғәздә осраған кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булырға ярҙам иткән дүрт кәңәште ҡарап сығырбыҙ.

^ 5 абз. АҢЛАТМА. Бында ҡулланылған «йәлләү» тигән һүҙ ғазап кисергән йә тупаҫ мөғәмәлә арҡаһында интеккән кешегә ҡарата наҙлы хистәр кисереүҙе аңлата. Ундай хистәр кешене берәйһенә ярҙам итер өсөн бар көсөн һалырға дәртләндерә.

^ 6 абз. Ишағыя 61:1, 2: «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә миңә үҙенең рухын бирҙе, сөнки Йәһүә мине йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе иғлан итергә майланы. Ул мине китек күңеллеләрҙең яраларын бәйләргә, әсирҙәргә — азатлыҡ тураһында, тотҡондарға күҙҙәренең киң асыласағы тураһында хәбәр итергә ебәрҙе. Ул мине Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы хаҡында, Аллабыҙҙың үс алыу көнө тураһында иғлан итергә, ҡайғырғандарҙың барыһын йыуатырға [ебәрҙе]».

^ 8 абз. 2014 йыл 15 май һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) «Вәғәздә „алтын ҡағиҙә“ буйынса эш итегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 11 абз. Телевидениебыҙҙа «Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ! Сергей Ботанкин» тигән видеороликты (тат.) ҡарағыҙ. (ИНТЕРВЬЮ ҺӘМ ОСРАҠТАР > ХӘҠИҠӘТ КЕШЕ ТОРМОШОН ҮҘГӘРТӘ тигән һылтанма буйынса табып була.)

^ 16 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27: «Ярҙам итеү ҡулыңдан килгәндә, игелеккә мохтаж булғандарға уны күрһәтмәй ҡалма».