Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең тауышын тыңлағыҙ

Йәһүәнең тауышын тыңлағыҙ

«Был — Минең ҡәҙерле Улым... Уны тыңлағыҙ!» (МАТФ. 17:5).

89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Йәһүә кешеләр менән нисек аралаша? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

ЙӘҺҮӘГӘ беҙҙең менән аралашыу бик оҡшай. Боронғо заманда ул кешеләргә үҙ фекерҙәрен пәйғәмбәрҙәр, фәрештәләр һәм үҙенең Улы Ғайса Мәсих аша еткергән (Амос 3:7; Гал. 3:19; Асыл. 1:1). Бөгөн ул беҙгә үҙенең Һүҙе — Изге Яҙма аша өндәшә. Изге Яҙма ярҙамында беҙ уның фекер йөрөтөү һәм эш итеү рәүешен аңлай алабыҙ.

2 Ғайса ерҙә йәшәгәндә, Йәһүә өс тапҡыр күктән өндәшкән. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең нимә әйткәнен, бынан нимәгә өйрәнеп булғанын һәм уны тыңлау ни өсөн мөһим икәнен ҡарап сығайыҡ.

«ҺИН — МИНЕҢ ҠӘҘЕРЛЕ УЛЫМ»

3. Марк 1:9—11 буйынса, Ғайса һыуға сумдырылған саҡта Йәһүә нимә әйткән, һәм уның һүҙҙәре ниндәй өс мөһим хәҡиҡәтте аса?

3 Марк 1:9—11-ҙә (уҡығыҙ) Йәһүәнең күктән өндәшкән беренсе осрағы тасуирлана. Ул Ғайсаға былай тигән: «Һин — Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» Йәһүәнең яратыуын һәм хуплауын белдергән был һүҙҙәр Ғайсаны, моғайын, бик рухландырғандыр. Был һүҙҙәрҙән Ғайса тураһында өс мөһим хәҡиҡәтте белеп була. Беренсенән, Ғайса — Йәһүәнең улы. Икенсенән, Йәһүә үҙенең Улын бик ярата. Өсөнсөнән, Йәһүә үҙенең Улын хуплай. Әйҙәгеҙ, һәр бер хәҡиҡәтте ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.

4. Ғайса һыуға сумдырылғас, уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре нисек үҙгәргән?

4 «Һин — Минең... Улым». Был һүҙҙәр менән Йәһүә яратҡан Улы Ғайсаның үҙе менән яңы мөнәсәбәттәргә эйә булғанын күрһәткән. Күктә йәшәгәндә, Ғайса Алланың рухи улы булған. Әммә, һыуға сумдырылғанда, ул изге рух менән майланған һәм, хәҙер инде Алланың майланған Улы булараҡ, күккә ҡайтырға һәм Алла тарафынан билдәләнгән Батша һәм Баш рухани булырға өмөтләнә алған (Лука 1:31—33; Евр. 1:8, 9; 2:17). Шуға күрә, Ғайса һыуға сумдырылғанда, Йәһүәнең «һин — минең... Улым» тип әйтеүе һис тә ғәжәп түгел (Лука 3:22).

Маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре беҙҙе бик рухландыра (5-се абзацты ҡарағыҙ.) *

5. Беҙ Йәһүәнән нисек үрнәк ала алабыҙ?

5 «Һин — Минең ҡәҙерле Улым». Йәһүә, Улына яратыуын һәм ҡәҙерләүен белдереп, беҙгә яҡшы үрнәк күрһәтә. Беҙгә лә башҡаларҙы рухландырыр өсөн мөмкинлектәр эҙләргә кәрәк (Яхъя 5:20). Ғәзиз кешебеҙ беҙгә яратыуын белдерһә йә беҙҙе маҡтаһа, беҙ бик ҡыуанабыҙ, шулай бит? Шуның шикелле, йыйылыштағы ҡәрҙәштәр һәм яҡындарыбыҙ беҙҙең яратыуға һәм рухландырыуға мохтаж. Башҡаларҙы маҡтап, беҙ уларҙың иманын нығытабыҙ һәм уларға артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә көс өҫтәйбеҙ. Ата-әсәләргә балаларын рухландырыу айырыуса мөһим. Улар балаларын эскерһеҙ маҡтамаһа һәм яратыуын белдермәһә, балалар үҙҙәрен ҡояшһыҙ үҫкән сәскә һымаҡ тоя.

6. Ни өсөн Ғайсаның Алла биргән бөтә вәғәҙәләрҙе үтәйәсәгенә шикләнмәҫкә була?

6 «Һин Минең ҡыуанысым!» Изге Яҙманың төп нөсхәһендә был урында: «Мин һине хуплайым», — тиелгән. Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә Ғайсаның тоғро булып ҡаласағына һәм уның ихтыярын мотлаҡ үтәйәсәгенә шикләнмәгән. Йәһүә үҙенең Улына шул тиклем ышана икән, тимәк, беҙ ҙә Ғайсаның Алла биргән бөтә вәғәҙәләрҙе үтәренә тулыһынса ышана алабыҙ (2 Кор. 1:20). Ғайсаның Алла ихтыярын тоғро үтәүе тураһында уйланыу беҙҙе унан тағы ла күберәк өйрәнергә һәм уның эҙенән дөрөҫөрәк барырға дәртләндерә. Ғайсаға ышанған һымаҡ, Йәһүә беҙгә лә ышана. Ул үҙ хеҙмәтселәренең, төркөм булараҡ, артабан да Ғайсанан өлгө аласағын белә (1 Пет. 2:21).

«УНЫ ТЫҢЛАҒЫҘ!»

7. Матфей 17:1—5 буйынса, икенсе тапҡыр Йәһүә күктән ҡасан өндәшкән, һәм ул нимә тип әйткән?

7 Матфей 17:1—5-те уҡығыҙ. Икенсе тапҡыр Йәһүә күктән Ғайсаның ҡиәфәте үҙгәргәндә өндәшкән. Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны үҙе менән бер бейек тауға менергә саҡыра. Унда улар иҫ киткес илаһи күренеш күрә. Ғайсаның йөҙө ҡояштай балҡып китә, ә кейеме ап-аҡ төҫкә инә. Уның янында Мусаны һәм Ильясты символлаштырған ике «кеше» пәйҙә була; улар Ғайса менән уның үлеүе һәм терелтелеүе тураһында һөйләшә башлай. Өс илсене йоҡо баҫһа ла, был илаһи күренеште күргәндә, улар уяу була (Лука 9:29—32). Шунан илселәрҙе яҡты болот ҡаплай, һәм улар болот эсенән Алланың тауышын ишетә! Ғайса һыуға сумдырылғандағы кеүек, Йәһүә: «Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым», — тиеп Улына үҙенең яратыуын һәм хуплауын белдерә. Әммә был юлы Йәһүә: «Уны тыңлағыҙ!» — тип өҫтәй.

8. Илаһи күренеш Ғайсаға һәм уның шәкерттәренә нисек тәьҫир иткән?

8 Был күренеш Ғайсаның киләсәктәге данын һәм уның Алла Батшалығында ниндәй ҙур хакимлыҡҡа эйә буласағын күрһәткән. Ғайсаны ғазаптар һәм язалы үлем көткән, һәм был күренеш, һис шикһеҙ, уны рухландырған һәм нығытҡан. Ул шулай уҡ шәкерттәрҙең дә иманын нығытҡан, уларҙы һынауҙарға әҙерләгән һәм үҙҙәренә тапшырылған ауыр йөкләмәне үтәргә көс биргән. Был күренеш илсе Петрға шул тиклем ныҡ тәьҫир иткән, хатта 30 йыл тирәһе үткәндән һуң да, ул уны яҡшы хәтерләгән (2 Пет. 1:16—18).

9. Ғайса шәкерттәренә ниндәй ғәмәли кәңәштәр биргән?

9 «Уны тыңлағыҙ!» Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Йәһүә шуны асыҡ итеп белдергән: ул беҙҙең, Ғайсаға ҡолаҡ һалып, уға буйһоноуыбыҙҙы теләй. Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса күп мөһим хәҡиҡәттәр һөйләгән. Мәҫәлән, ул яратыу менән шәкерттәрен һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә өйрәткән һәм ҡат-ҡат уяу булырға өндәгән (Матф. 24:42; 28:19, 20). Ул шулай уҡ уларҙы Алла ихтыярын үтәр өсөн көстәренән килгәндең барыһын эшләргә һәм бер ҡасан да бирешмәҫкә дәртләндергән (Лука 13:24). Ғайса үҙ шәкерттәренең бер-береһен яратырға, берҙәмлек һаҡларға һәм уның әмерҙәрен үтәргә тейешлегенә баҫым яһаған (Яхъя 15:10, 12, 13). Ғайсаның кәңәштәре ни тиклем ғәмәли булған! Улар беҙҙең көндәрҙә лә бик файҙалы.

10, 11. Ғайсаны тыңлауыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

10 Ғайса: «Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай», — тигән (Яхъя 18:37). «Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм... ғәфү итә белегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итеп, беҙ Ғайсаны тыңлауыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Кол. 3:13; Лука 17:3, 4). Беҙ шулай уҡ, Ғайсаға буйһоноп, «уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта» ашҡынып вәғәзләйбеҙ (2 Тим. 4:2).

11 «Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә», — тигән Ғайса (Яхъя 10:27). Ғайсаның тауышын ишеткән мәсихселәр уның һүҙҙәрен тыңлап ҡына ҡалмай, ә шулай уҡ улар буйынса эш итә. Улар «көнкүреш мәшәҡәттәренә» батып китмәй (Лука 21:34). Бының урынына, хатта ауыр булғанда ла, улар Ғайсаның әмерҙәрен үтәүҙе тормошта беренсе урынға ҡуя. Күп ҡәрҙәштәр эҙәрләүҙәр, ярлылыҡ һәм тәбиғәт афәттәре кеүек ҡаты һынауҙарға дусар була. Шулай ҙа улар, бер нигә ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлай. Ғайса шундай мәсихселәрҙе былай тип ышандыра: «Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр» (Яхъя 14:21).

Хеҙмәттә ҡатнашып, беҙ Ғайсаны тыңлауыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Ғайсаны тыңлауыбыҙҙы күрһәтер өсөн тағы ниндәй мөмкинлек бар?

12 Ғайсаны тыңлауыбыҙҙы күрһәтер өсөн тағы бер мөмкинлек — етәкселекте үҙ өҫтөнә алған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү (Евр. 13:7, 17). Һуңғы йылдарҙа Алла ойошмаһы күп үҙгәрештәр яһаны. Мәҫәлән, хәҙер беҙ вәғәздә яңы ҡоралдар һәм ысулдар ҡулланабыҙ, аҙна уртаһында үткән осрашыу ҙа башҡаса үткәрелә башланы. Шулай уҡ Батшалыҡ залдарын төҙөү, ремонтлау һәм хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелде. Беҙ яратыу сағылдырған һәм яҡшы уйланылған был күрһәтмәләр өсөн бик рәхмәтле! Шик тә юҡ, ошо күрһәтмәләрҙе үтәргә тырышһаҡ, Йәһүә беҙҙе мотлаҡ фатихалаясаҡ.

13. Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу ниндәй файҙа килтерә?

13 Ғайсаның бөтә һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһаҡ, күп файҙа алырбыҙ. Ғайса үҙенең шәкерттәренә, тәғлимәттәрем һеҙгә көс бирер, тип вәғәҙә иткән. Ул: «Күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ», — тигән һәм былай тип өҫтәгән: «Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел» (Матф. 11:28—30). Алла Һүҙе, шул иҫәптән Ғайсаның тормошон һәм хеҙмәтен тасуирлаған «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптары беҙҙе рухи яҡтан нығыта һәм зирәгерәк итә (Зәб. 19:7; 23:3). Ғайса былай тигән: «Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (Лука 11:28).

АЛЛА ҮҘЕНЕҢ ИСЕМЕН ДАНЛАЯСАҠ

14, 15. а) Яхъя 12:27, 28-ҙә яҙылғанса, Йәһүә күктән өсөнсө тапҡыр ҡасан өндәшкән? б) Ни өсөн Йәһүәнең һүҙҙәре Ғайсаны, күрәһең, йыуатҡан һәм нығытҡан?

14 Яхъя 12:27, 28-ҙе уҡығыҙ. Йәһүәнең күктән өндәшкән өсөнсө осрағы Яхъя китабында тасуирланған. Үлеменә тиклем бер нисә көн ҡалғас, Ғайса, Ҡотҡарылыу байрамын һуңғы тапҡыр байрам итер өсөн, Иерусалимға килгән. Ул: «Күңелем Минең хәҙер борсоулы», — тип таныған. Шунан ул былай тип доға ҡылған: «Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт». Атаһы күктән бындай яуап ҡайтарған: «Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен!»

15 Ғайса ныҡ борсолған, сөнки ҙур яуаплылыҡ тойған. Ул бит, ҡамсылауға һәм язалап үлтерелеүгә ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға тейеш булған (Матф. 26:38). Ә иң мөһиме, ул Алланың исемен данларға теләгән. Ғайсаны Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгәндәр, шунлыҡтан ул, үлемем менән Алланың исеменә тап төшөрөрмөн, тип борсолған. Һис шикһеҙ, Йәһүәнең һүҙҙәре Ғайсаны бик рухландырған! Хәҙер Ғайса Йәһүә исеменең данланырына һис тә шикләнмәгән. Атаһының һүҙҙәре Ғайсаны, күрәһең, йыуатҡан һәм һынауҙарға әҙерләгән. Бәлки, ул ваҡытта Йәһүәнең һүҙҙәрен Ғайса ғына аңлағандыр, шулай ҙа Йәһүә был һүҙҙәрҙең беҙҙең барыбыҙға ла мәғлүм булыуын хәстәрләгән (Яхъя 12:29, 30).

Йәһүә үҙенең исемен данлаясаҡ һәм халҡын ҡотҡарасаҡ (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16. Ни өсөн беҙ Алла исеменең хурланыуы арҡаһында борсолорға мөмкин?

16 Ғайса Мәсих һымаҡ, беҙ ҙә Алла исеменең хурланыуы арҡаһында борсолорға мөмкин. Бәлки, беҙ, Ғайса кеүек, ғәҙелһеҙ мөғәмәлә менән осрашабыҙҙыр. Йә, ҡаршы килеүселәр беҙҙең турала ялған хәбәрҙәр таратып Алланың исеменә һәм ойошмаһына тап төшөрә, тип борсолабыҙҙыр. Ундай саҡтарҙа Йәһүәнең Ғайсаға әйткән һүҙҙәре беҙҙең өсөн ҙур йыуаныс булып тора. Сиктән тыш ныҡ борсолорға кәрәкмәй. Йәһүәнең бындай вәғәҙәһенә тулыһынса ышанып була: «Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар» (Флп. 4:6, 7). Йәһүә үҙенең исемен мотлаҡ данлаясаҡ, шулай уҡ Батшалыҡ ярҙамында Шайтан менән уның донъяһы килтергән бар зыянды бөтөнләй юҡ итәсәк (Зәб. 94:22, 23; Ишағ. 65:17)..

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕ ТЫҢЛАУ МӨҺИМ?

17. Ишағыя 30:21 буйынса, Йәһүә бөгөн беҙгә нисек мөрәжәғәт итә?

17 Йәһүә бөгөн дә үҙ хеҙмәтселәренә мөрәжәғәт итә. (Ишағыя 30:21-ҙе уҡығыҙ *.) Әлбиттә, беҙ күктән Алланың тауышын ишетмәйбеҙ. Әммә ул беҙгә үҙенең Һүҙен — Изге Яҙманы бүләк иткән, уның аша ул беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә. Бынан тыш, Алла изге рухы аша «ышаныслы һәм аҡыллы идарасыны» үҙенең хеҙмәтселәренә рухи аҙыҡ бирергә дәртләндерә (Лука 12:42). Рухи аҙыҡтың муллығы беҙҙе таң ҡалдыра: видео- һәм аудиояҙмаларҙың, баҫтырылған йә электрон форматта сығарылған баҫмаларҙың һаны иҫәпһеҙ күп!

18. Йәһүәнең һүҙҙәре һеҙгә нисек көс өҫтәй һәм иманығыҙҙы нығыта?

18 Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең күктән Улына әйткән һүҙҙәрен гел иҫтә тотайыҡ. Йәһүәнең һүҙҙәре беҙҙе шуға ышандыра: барыһы ла уның контроле аҫтында, һәм тиҙҙән ул Шайтан менән уның донъяһы килтергән бөтә зыянды юҡ итәсәк. Йәһүәнең тауышын иғтибар менән тыңлаһаҡ, беҙ хәҙер ҙә, киләсәктә лә һәр ҡайһы ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алырбыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ, Алла ихтыярын үтәп, «вәғәҙә ителгәнде» ала алырбыҙ (Евр. 10:36).

7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

^ 5 абз. Ғайса Мәсих ерҙә йәшәгәндә, Йәһүә өс тапҡыр күктән өндәшкән. Бер осраҡта Йәһүә илселәргә үҙенең Улын тыңларға ҡушҡан. Бөгөн Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙе, шул иҫәптән Ғайсаның тәғлимәттәре аша һөйләй, шулай уҡ үҙенең ойошмаһы аша өндәшә. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәне һәм Ғайсаны тыңлау ни өсөн мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ.

^ 17 абз. Ишағыя 30:21: «Әгәр уңға йә һулға тайпылһағыҙ, артығыҙҙа: „Бына юл. Ошо юлдан барығыҙ“, — тигән тауышты ишетерһегеҙ».

^ 53 абз. РӘСЕМДӘ: өлкән хеҙмәт ярҙамсыһының Батшалыҡ залын йыйыштырып йөрөгәнен һәм әҙәбиәт менән бәйле вазифаларҙы үтәгәнен күрә. Өлкән уны йылы итеп маҡтай.

^ 55 абз. РӘСЕМДӘ: Сьерра-Леонела бер пар балыҡсыға йыйылыш осрашыуына саҡырыу ҡағыҙы бирә.

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән илдә ҡәрҙәштәр осрашыуҙы фатирҙа үткәрә. Улар, үҙҙәренә иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн, көндәлек кейем кейгән.