Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо заманда диңгеҙ буйлап нисек сәйәхәт иткәндәр?

ПАВЕЛ көндәрендә тик пассажирҙарҙы ғына йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән караптар булмаған. Шуға күрә сәйәхәтсе, ғәҙәттә, пассажирҙар алған һәм кәрәкле яҡҡа барған караптар тураһында һорашып белгән (Ғәм. 21:2, 3). Карап кәрәкле урынға алып барып еткермәһә лә, сәйәхәтсе, уға ултырып, берәй портта төшөп ҡала алған һәм унда бүтән карапҡа ултыра алған (Ғәм. 27:1—6).

Күпселек осраҡта караптар йылдың билдәле бер миҙгелдәрендә генә йөрөгән, һәм уларҙың теүәл графиктары булмаған. Караптың порттан сығыуын насар һауа торошо ғына түгел, ә шулай уҡ диңгеҙселәрҙең хөрәфәттәргә ышаныуы ла тотҡарлай алған. Мәҫәлән, караптың арҡанында ҡарҡылдап ултырған ҡарға йә ярҙа ятҡан берәй судноның емеректәре бәлә хаҡында киҫәтә, тип һаналған. Бынан тыш, ыңғай ел өргән хәлдә генә карапты якорҙан ысҡындырғандар. Кәрәкле яҡҡа барған карапты тапҡас, сәйәхәтсе әйберҙәре менән бухтаға барған һәм был караптың ҡуҙғалыуы тураһында белдереү көткән.

Тарихсы Лайонел Кассон былай тип яҙа: «Римда сәйәхәтселәр үҙҙәренә кәрәкле карапты еңел генә таба алған, сөнки унда махсус ярҙам тәҡдим ителгән. Рим порты Тибр йылғаһының тамағында урынлашҡан булған. Күрше Остия ҡалаһындағы бер ҙур майҙанда күп конторалар торған. Уларҙың күбеһен караптарҙың хужалары тотҡан. Был контораларҙың хужалары Нарбондан [бөгөнгө Франция территорияһы], Карфагендан [бөгөнгө Тунис территорияһы] һәм башҡа порттарҙан булған. Сәйәхәтсегә, контораларға инеп, теге йә был караптың ниндәй порттарҙа туҡталасағын белергә генә кәрәк булған».

Диңгеҙ буйлап сәйәхәт итеү әҙерәк ваҡыт алған, әммә ҡурҡынысыраҡ булған. Илсе Павел үҙенең миссионер сәйәхәттәре ваҡытында бер нисә тапҡыр карап һәләкәтенә дусар булған (2 Кор. 11:25).