Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

18-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Мәсихселәр йыйылышында сағылған яратыу һәм ғәҙеллек

Мәсихселәр йыйылышында сағылған яратыу һәм ғәҙеллек

«Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ — шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ» (ГАЛ. 6:2).

107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Нимәгә һис тә шикләнмәҫкә була?

ЙӘҺҮӘ АЛЛА үҙ хеҙмәтселәрен ярата, һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Бынан тыш, ул ғәҙеллекте ярата (Зәб. 33:5). Шуға күрә ошо ике хәҡиҡәткә һис тә шикләнмәҫкә була: 1) хеҙмәтселәре ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, Йәһүәнең күңеле әрней; 2) киләсәктә ул ғәҙеллек урынлаштырасаҡ. Дүрт мәҡәләнең беренсеһенән беҙ Муса ҡанунының мөхәббәткә нигеҙләнгәнен белгәйнек *. Муса ҡануны израилдәрҙе бөтә кешегә ҡарата, ә айырыуса үҙҙәрен яҡлай алмаған кешеләргә ҡарата ғәҙел булырға өйрәткән (Ҡан. 10:18). Ҡанун Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен ни тиклем ныҡ яратыуын күрһәтә.

2. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Б. э. 33 йылында мәсихселәр йыйылышы ойошторолғас, Муса ҡануны ғәмәлдән сыҡҡан. Мәсихселәр Муса ҡануны килтергән фатихаларҙан мәхрүм ҡалғанмы? Әлбиттә, юҡ! Уларға яңы ҡанун — Мәсих ҡануны бирелгән. Тәүҙә беҙ был яңы ҡанундың үҙ эсенә нимә алғанын ҡарап сығырбыҙ. Ә шунан бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: ни өсөн Мәсих ҡануны тураһында ла, яратыуға нигеҙләнгән һәм ғәҙеллеккә өйрәтә, тип әйтеп була? Был ҡанун буйынса, хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр башҡалар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

«МӘСИХ ҠАНУНЫ» ҮҘ ЭСЕНӘ НИМӘ АЛА?

3. Галаттарға 6:2-лә иҫкә алынған «Мәсих ҡануны» үҙ эсенә нимәне ала?

3 Галаттарға 6:2-не уҡығыҙ. Мәсихселәр «Мәсих ҡануны» буйынса йәшәй. Ғайса үҙенең шәкерттәре өсөн ҡанундар исемлеге яҙып ҡалдырмаған, шулай ҙа уларға күрһәтмәләр, әмерҙәр һәм принциптар биргән. «Мәсих ҡануны» үҙ эсенә Ғайса өйрәткән бөтә нәмәне ала. Киләһе абзацтарҙа беҙ уны ентекләберәк ҡарап сығырбыҙ.

4, 5. Ғайса кешеләрҙе нисек итеп һәм ҡасан өйрәткән?

4 Ғайса кешеләрҙе нисек итеп өйрәткән? Беренсенән, ул уларға күп нәмә тураһында һөйләгән. Уның һүҙҙәре ҙур көскә эйә булған һәм кешеләргә ныҡ тәьҫир иткән. Ул Алла тураһында, тормоштоң мәғәнәһе хаҡында, шулай уҡ кешеләрҙең берҙән-бер өмөтө — Алла Батшалығы тураһында һөйләгән (Лука 24:19). Бынан тыш, Ғайса үҙенең яҡшы үрнәге менән өйрәткән. Үҙенең йәшәү рәүеше менән ул шәкерттәренә нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәткән (Яхъя 13:15).

5 Ғайса кешеләрҙе ҡасан өйрәткән? Ерҙәге хеҙмәте ваҡытында (Матф. 4:23). Ул шулай уҡ терелгәндән һуң да шәкерттәрен өйрәткән. Мәҫәлән, ул шәкерттәренә (бәлки, уларҙың һаны 500-ҙән артыҡ булғандыр) күренгән һәм уларға шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан (Матф. 28:19, 20; 1 Кор. 15:6). Йыйылыштың башы булараҡ, Ғайса күккә ҡайтҡандан һуң да уларға күрһәтмәләр биреүен дауам иткән. Мәҫәлән, б. э. 96 йылында ул илсе Яхъя аша майланған мәсихселәрҙе рухландырған һәм уларға кәңәштәр биргән (Кол. 1:18; Асыл. 1:1).

6, 7. а) Ғайсаның өйрәткәндәре ҡайҙа яҙылған? б) Беҙ Мәсих ҡанунына буйһоноуыбыҙҙы нисек күрһәтәбеҙ?

6 Ғайсаның өйрәткәндәре ҡайҙа яҙылған? Дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабынан уның ерҙә йәшәгән сағында ниндәй һүҙҙәр әйткәнен һәм ниндәй эштәр башҡарғанын белеп була. Грек Яҙмаларының, йәғни Инжилдең ҡалған китаптары ла Мәсихтең төрлө һорауҙарға ҡарашын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, сөнки был китаптарҙы «Мәсих аңына эйә» булған ирҙәр изге рух тарафынан рухландырылып яҙған (1 Кор. 2:16).

7 Йомғаҡлау. Ғайсаның өйрәткәндәре тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә ҡағыла. Ҡайҙа ғына булһаҡ та — өйҙә, эштә, мәктәптә йә йыйылышта — беҙ Мәсих ҡанунын үтәргә тейеш. Был ҡанунды яҡшыраҡ белер өсөн, Инжил китабын уҡырға һәм уҡығандарыбыҙ тураһында уйланырға кәрәк. Тормошобоҙҙо Инжилдә килтерелгән күрһәтмәләргә, әмерҙәргә һәм принциптарға тура килтереп, беҙ Мәсих ҡануны буйынса эш итәбеҙ. Мәсих ҡанунын үтәп, беҙ ҡайғыртыусан Аллабыҙ Йәһүәгә буйһонабыҙ, сөнки тап ул Ғайса өйрәткән бөтә нәмәнең сығанағы булып тора (Яхъя 8:28).

ЯРАТЫУҒА НИГЕҘЛӘНГӘН ҠАНУН

8. Мәсих ҡануны ниндәй нигеҙгә ҡоролған?

8 Яҡшы нигеҙгә һалынған йортта йәшәүселәр үҙҙәрен хәүефһеҙлектә хис итә. Шуның шикелле, яҡшы нигеҙгә ҡоролған ҡанун буйынса йәшәүселәр ҙә үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тоя. Мәсих ҡануны иң яҡшы нигеҙгә — яратыуға ҡоролған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була?

Башҡаларға ҡарата игелекле булып, беҙ «Мәсих ҡанунын» үтәйбеҙ (9—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

9, 10. Ғайсаның яратыуҙан сығып эш иткәне нимәнән күренә, һәм беҙ унан нисек үрнәк ала алабыҙ?

9 Беренсенән, Ғайса бөтә эштәрен яратыуҙан сығып башҡарған. Йәлләү, йәғни ҡыҙғаныу тойғоһо — яратыуҙың бер сағылышы. Кешеләрҙе йәлләгәнгә, Ғайса уларҙы өйрәткән, һауыҡтырған, ашатҡан һәм үлгәндәрҙе терелткән (Матф. 14:14; 15:32—38; Марк 6:34; Лука 7:11—15). Был эштәр күп ваҡыт һәм көс талап итһә лә, Ғайса башҡаларҙың ихтыяждарын үҙенекенән өҫтөн ҡуйған. Ә иң мөһиме: ул, көслө яратыу сағылдырып, үҙ ғүмерен кешеләр хаҡына биргән (Яхъя 15:13).

10 Йомғаҡлау. Беҙ, башҡаларҙың ихтыяждарын үҙебеҙҙекенән өҫтөн ҡуйып, Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ. Шулай уҡ территориябыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе йәлләп тә Ғайсанан өлгө алып була. Кешеләрҙе йәлләгәнгә, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, беҙ Мәсих ҡанунын үтәйбеҙ.

11, 12. а) Йәһүәнең беҙҙе бик ныҡ яратыуы нимәнән күренә? б) Беҙ яратыу сағылдырыуҙа Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ?

11 Икенсенән, Ғайса Атаһының яратыуын сағылдырған. Ерҙә хеҙмәт иткәндә, Ғайса Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ни тиклем ныҡ ҡайғыртҡанын күрһәткән. Мәҫәлән, ул күктәге Атабыҙҙың һәр беребеҙҙе юғары баһалауына баҫым яһаған (Матф. 10:31). Йәһүә юғалған «һарыҡтарына» ҡарата ла бик наҙлы. Ул уларҙың тәүбә итеүен һәм йыйылышҡа кире ҡайтыуын бик теләй (Лука 15:7, 10). Йәһүә, үҙенең Улын йолом итеп биреп, беҙҙе бик ныҡ яратыуын иҫбатлаған (Яхъя 3:16).

12 Йомғаҡлау. Яратыу сағылдырыуҙа Йәһүәнән нисек өлгө алып була? (Ефес. 5:1, 2). Беҙ һәр ҡәрҙәшебеҙҙе бик ҡәҙерләйбеҙ һәм Йәһүәгә кире ҡайтҡандарҙы шатланып ҡаршы алабыҙ (Зәб. 119:176). Ярҙамға мохтаж булған ҡәрҙәштәр өсөн ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө сарыф итеп, беҙ уларға ҡарата яратыу сағылдырабыҙ (1 Яхъя 3:17). Ә яратыу сағылдырып, беҙ Мәсих ҡанунын үтәйбеҙ.

13, 14. а) Яхъя 13:34, 35-тә яҙылғанса, Ғайса үҙенең шәкерттәренә ниндәй әмер биргән, һәм ни өсөн был әмерҙе яңы тип атап була? б) Беҙ яңы әмерҙе нисек үтәй алабыҙ?

13 Өсөнсөнән, Ғайса үҙенең шәкерттәренә фиҙаҡәр яратыу сағылдырырға ҡушҡан. (Яхъя 13:34, 35-те уҡығыҙ.) Ни өсөн Ғайсаның был әмерен яңы тип атап була? Сөнки Йәһүәнең Израилгә биргән ҡанунында ундай бойороҡ булмаған. Беҙгә имандаштарҙы Ғайса үҙебеҙҙе яратҡандай яратырға, йәғни фиҙаҡәр яратыу * сағылдырырға кәрәк. Беҙ ҡәрҙәштәрҙе үҙебеҙҙән дә нығыраҡ яратырға һәм хатта, Ғайса беҙҙең хаҡҡа үлгән кеүек, ҡәрҙәштәр өсөн ғүмеребеҙҙе бирергә әҙер булырға тейеш.

14 Йомғаҡлау. Яңы әмерҙе нисек үтәп була? Беҙ ҡәрҙәштәр хаҡына ғүмеребеҙҙе лә бирергә, бәләкәй ҡорбандарға ла барырға әҙер. Мәҫәлән, беҙ оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе йыйылыш осрашыуҙарына алып барабыҙ, имандаштарыбыҙ хаҡына үҙ мәнфәғәтебеҙҙән баш тартабыҙ йә тәбиғәт афәттәренән зыян күргән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн отпуск алабыҙ. Шулай итеп беҙ Мәсих ҡанунын үтәйбеҙ. Бынан тыш, шундай эштәр башҡарһаҡ, йыйылышта һәр кеше үҙен хәүефһеҙлектә тойор.

ҒӘҘЕЛЛЕККӘ ӨЙРӘТКӘН ҠАНУН

15—17. а) Ғайсаның эштәре уның ғәҙел булыуын нисек күрһәткән? б) Беҙ Ғайсанан нисек өлгө ала алабыҙ?

15 Изге Яҙмала ҡулланылған «ғәҙеллек» тигән һүҙ Алла дөрөҫ тип һанаған эштәр башҡарыуҙы һәм кеше айырмауҙы аңлата. Ни өсөн, Мәсих ҡануны ғәҙел булырға өйрәтә, тип әйтеп була?

Ғайса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата, шул иҫәптән яманаты сыҡҡан ҡатындарға ҡарата ла ихтирамлы һәм игелекле булған (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16 Беренсенән, Ғайсаның эштәре уның ғәҙел булыуын күрһәткән. Уның көндәрендә йәһүдтәрҙең дин әһелдәре башҡа халыҡ кешеләрен нәфрәт иткән, ябай йәһүдтәргә кәмһетеп ҡараған һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итмәгән. Әммә Ғайса ғәҙел булған һәм бөтә кешегә бер тигеҙ ҡараған. Ул үҙенә иман иткән башҡа халыҡ кешеләрен кире ҡаҡмаған (Матф. 8:5—10, 13). Ул, кеше айырмайынса, байҙарға ла, ярлыларға ла вәғәзләгән (Матф. 11:5; Лука 19:2, 9). Ҡатындар менән мөғәмәлә иткәндә, ул бер ҡасан да үҙен тупаҫ тотмаған. Киреһенсә, ул уларға ҡарата, шул иҫәптән яманаты сыҡҡан ҡатындарға ҡарата ла ихтирамлы һәм игелекле булған (Лука 7:37—39, 44—50).

17 Йомғаҡлау. Беҙ, Ғайсанан өлгө алып, бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарайбыҙ. Шулай уҡ, йәмғиәттәге дәрәжәләренә йә ниндәй дин тотоуҙарына ҡарамаҫтан, хәҡиҡәтте тыңларға әҙер булған бөтә кешегә вәғәзләргә тырышабыҙ. Ағай-ҡәрҙәштәр, Ғайсанан үрнәк алып, ҡатын-ҡыҙҙар менән ихтирамлы мөғәмәлә итә. Шулай эшләп, беҙ Мәсих ҡанунын үтәйбеҙ.

18, 19. Ғайса ғәҙеллек тураһында нимәгә өйрәткән, һәм уның өйрәткәндәренән ниндәй һабаҡтар алып була?

18 Икенсенән, Ғайсаның ғәҙеллек тураһында нимәгә өйрәткәненә иғтибар итәйек. Шәкерттәрен ғәҙел булырға өйрәтер өсөн, Ғайса уларға төрлө принциптар биргән. Мәҫәлән, «алтын ҡағиҙә» тураһында уйлап алайыҡ (Матф. 7:12). Беҙ бөтәбеҙ ҙә башҡаларҙың үҙебеҙ менән ғәҙел мөғәмәлә итеүен теләйбеҙ. Шуға күрә үҙебеҙ ҙә башҡаларға ҡарата ғәҙел булырға тейеш. Шулай эшләһәк, был, моғайын, уларҙы ла беҙҙең менән ғәҙел эш итергә дәртләндерер. Ә әгәр берәйһе беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, нимә эшләргә? Ғайса үҙ шәкерттәрен Йәһүәгә таянырға өйрәткән. Ул былай тигән: «Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң?» (Лука 18:6, 7). Был һүҙҙәр менән Ғайса шуны әйтергә теләгән: ғәҙел Аллабыҙ беҙҙең һуңғы көндәрҙә ниндәй һынауҙар менән осрашыуыбыҙҙы белә һәм үҙ ваҡытында ғәҙеллек урынлаштырасаҡ (2 Фес. 1:6).

19 Йомғаҡлау. Ғайса өйрәткән принциптар буйынса йәшәһәк, беҙ башҡалар менән ғәҙел мөғәмәлә итербеҙ. Ә әгәр Шайтан донъяһында ғәҙелһеҙлек менән осрашһаҡ, Йәһүәнең киләсәктә ғәҙеллек урынлаштырасағын белеү беҙҙе йыуатыр.

ХАКИМЛЫҠҠА ЭЙӘ БУЛҒАНДАР ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

20, 21. а) Хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр башҡалар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш? б) Ирҙәр ҡатындарына нисек фиҙаҡәр яратыу сағылдыра ала, һәм атайҙарға балалары менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәк?

20 Мәсих ҡануны буйынса, хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр башҡаларға нисек ҡарарға тейеш? Был ҡанун яратыуға нигеҙләнгән, шунлыҡтан хакимлыҡҡа эйә булғандар, башҡаларҙың дәрәжәһен төшөрмәйенсә, улар менән игелекле мөғәмәлә итергә тейеш. Уларға шуны иҫтә тотоу мөһим: Мәсихтең шәкерте булыр өсөн, бөтә эштәрҙә лә яратыу сағылдырырға кәрәк.

21 Ғаиләлә. «Мәсих берҙәмлекте [йәғни йыйылышты]» нисек ярата, ир ҙә ҡатынын шулай яратырға тейеш (Ефес. 5:25, 28, 29). Уға, Мәсихтең фиҙаҡәр яратыуын өлгө итеп алып, ҡатынының ихтыяждарын һәм теләктәрен үҙенекенән өҫтөнөрәк ҡуйырға кәрәк. Ҡайһы бер ирҙәргә ундай яратыу сағылдырыу еңел түгел. Ни өсөн? Бәлки, улар тәрбиәләнгән мәҙәниәттә ғәҙел һәм игелекле мөғәмәлә ғәҙәти булмағандыр. Шунлыҡтан уларға насар ғәҙәттәрҙән арыныуы ауыр булырға мөмкин. Шулай ҙа улар, Мәсихтең ҡанунын үтәр өсөн, ҡараштарын үҙгәртергә тейеш. Фиҙаҡәр яратыу сағылдырған ир ҡатынының хөрмәтен яулар. Ә балаларын ысын күңелдән яратҡан атай бер ҡасан да уларҙы һүҙҙәре йә эштәре менән кәмһетмәҫ (Ефес. 4:31). Киреһенсә, балалар үҙҙәрен яҡлаулы итеп тойһон өсөн, ул уларға яратыуын һәм хуплауын белдерер. Ундай атай балаларының ышаныуын һәм яратыуын яулар.

22. 1 Петр 5:1—3-тән күренеүенсә, «һарыҡтар» кемдеке, һәм улар менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәк?

22 Йыйылышта. Өлкәндәр шуны онотмаҫҡа тейеш: йыйылыштағы «һарыҡтар» уларҙыҡы түгел (Яхъя 10:16; 1 Петр 5:1—3-тө уҡығыҙ). «Алла көтөүе» һәм «Алла ихтыяры буйынса... көтөгөҙ» тигән һүҙбәйләнештәр «һарыҡтарҙың» Йәһүәнеке булғанына баҫым яһай. Алла өлкәндәрҙең «һарыҡтарға» ҡарата ҡайғыртыусан һәм наҙлы булыуын теләй (1 Фес. 2:7, 8). «Һарыҡтар» хаҡында яратыу менән ҡайғыртҡан өлкәндәр Йәһүәнең хуплауын ала. Ундай өлкәндәр шулай уҡ ҡәрҙәштәренең яратыуын һәм хөрмәтен яулай.

23, 24. а) Йыйылышта берәйһе етди гонаһ ҡылһа, өлкәндәр нимә эшләй? б) Ундай осраҡтарҙа өлкәндәр нимә тураһында уйланырға тейеш?

23 Йыйылышта берәйһе етди гонаһ ҡылһа, өлкәндәр нимә эшләй? Уларҙың вазифалары Муса ҡануны буйынса эш иткән хөкөмсөләрҙең һәм өлкәндәрҙең вазифаларынан айырылып тора. Муса ҡанунына буйһонған яуаплы ирҙәр Йәһүәгә табыныу менән бәйле һорауҙарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ гражданлыҡ һәм енәйәт эштәрен дә ҡараған. Ә Мәсих ҡанунына буйһонған өлкәндәр иһә гонаһ ҡылынған осраҡтарҙың рухи яҡтарын ғына ҡарай. Улар шуны таный: гражданлыҡ һәм енәйәт эштәрен хәл итеү хоҡуғын Алла хөкүмәт вәкилдәренә тапшырған. Хөкүмәт штраф һалыу йә төрмәгә ултыртыу кеүек саралар күрергә хоҡуҡлы (Рим. 13:1—4).

24 Өлкәндәр етди гонаһ ҡылынған осраҡтарҙың рухи яҡтарын нисек хәл итә? Тыуған хәлде дөрөҫ баһалар өсөн һәм ғәҙел ҡарар ҡабул итер өсөн, улар Изге Яҙмаға таянып эш итә. Өлкәндәр Мәсих ҡанунының яратыуға нигеҙләнгәнен иҫтә тота. Яратыуҙан сығып, өлкәндәр гонаһ арҡаһында зыян күргән кешегә ярҙам итер өсөн нимә эшләп булғаны тураһында уйлай. Ә гонаһ ҡылған кеше тураһында әйткәндә, ҡайғыртыусан өлкәндәр бындай һорауҙар өҫтөндә уйлана: ул тәүбә итәме? Уға рухи яҡтан яңынан нығынып китергә ярҙам итер өсөн нимә эшләп була?

25. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

25 Беҙ Мәсих ҡануны өсөн бик рәхмәтлебеҙ! Һәр беребеҙ Мәсих ҡанунын үтәргә тырышһа, йыйылышта бөтә кеше үҙен кәрәкле, ҡәҙерле һәм яҡлаулы итеп тойор. Шулай ҙа беҙ йәшәгән донъяла яуыздар «уҫалланғандан-уҫаллана» бара (2 Тим. 3:13). Шуға күрә беҙгә һаҡ булырға кәрәк. Балаға ҡарата енси йәберләү ҡылынғанда, мәсихселәр йыйылышы Алланың ғәҙеллеген нисек сағылдыра ала? Был һорауға яуап киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!

^ 5 абз. Был бер темаға арналған дүрт мәҡәләнең икенсеһе. Был дүрт мәҡәләлә Йәһүә — яратыу һәм ғәҙеллек Аллаһы икәненә дәлилдәр килтерелә. Ул башҡаларҙың үҙ халҡы менән ғәҙел мөғәмәлә итеүен теләй һәм был яуыз донъяла ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан кешеләрҙе йыуата.

^ 1 абз. 2019 йылдың февраль айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Муса ҡанунында сағылған яратыу һәм ғәҙеллек» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 13 абз. АҢЛАТМА. Фиҙаҡәр яратыу беҙҙе башҡаларҙың ихтыяждарын үҙебеҙҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйырға дәртләндерә. Башҡаларға ярҙам итер өсөн йә уларға файҙа килтерер өсөн, беҙ нимәнәндер баш тартырға йә мәхрүм ҡалырға әҙер.

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса бер бөртөк улын юғалтҡан тол ҡатынды күрә. Был ҡатынды йәлләп, ул егетте терелтә.

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса Симон исемле фарисейҙа ҡунаҡта ултыра. Бер ҡатын (күрәһең, фәхишә) Ғайсаның аяҡтарын үҙенең күҙ йәштәре менән йыуған, сәстәре менән һөрткән һәм май ағыҙған. Симон был ҡатынды тәнҡитләй, ә Ғайса уны яҡлай.