Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Хәҙерҙән үк эҙәрләүҙәргә әҙерләнегеҙ

Хәҙерҙән үк эҙәрләүҙәргә әҙерләнегеҙ

«Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер» (2 ТИМ. 3:12).

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн беҙгә эҙәрләүҙәргә әҙер булырға кәрәк?

ҮЛЕМЕ яҡынлашып килгәндә, Ғайса Мәсих, минең шәкертем булырға теләгән бөтә кешеләрҙе нәфрәт итәсәктәр, тип әйткән (Яхъя 17:14). Шул ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Йәһүәнең дошмандары тоғро мәсихселәрҙе эҙәрләй (2 Тим. 3:12). Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, дошмандар беҙҙе тағы ла нығыраҡ нәфрәт итер (Матф. 24:9).

2, 3. а) Ҡурҡыу тойғоһо тураһында нимәне белеү мөһим? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Инде хәҙер эҙәрләүҙәргә әҙерләнә башлар өсөн нимә эшләп була? Үҙебеҙ менән була алған бөтә хәлдәрҙе күҙ алдына килтерергә кәрәкмәй. Юғиһә, күңелебеҙҙе ҡурҡыу һәм борсолоу солғап алырға мөмкин. Үҙебеҙ уйлап сығарған ҡурҡыныстар тураһында уйланһаҡ, һынауҙар башланғансы уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙ ихтимал (Ғиб. һүҙ. 12:25; 17:22). Ҡурҡыу тойғоһо — Шайтандың беҙгә ҡаршы ҡулланған көслө ҡоралы (1 Пет. 5:8, 9). Үҙебеҙҙе нисек нығытып була?

3 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нисек нығытып булғанын һәм ни өсөн быны инде хәҙер эшләү мөһим икәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ҡыйыуыраҡ булыр өсөн нимә эшләп булғанын күрербеҙ һәм кешеләрҙең нәфрәтле мөнәсәбәтенә нисек ҡарарға кәрәклеген белербеҙ.

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫҒЫҘҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ

4. Еврейҙарға 13:5, 6 буйынса, беҙ нимәгә һис тә шикләнмәҫкә тейеш һәм ни өсөн?

4 Йәһүәнең үҙегеҙҙе яратҡанына һәм бер ҡасан да ҡалдырмаясағына шикләнмәгеҙ. (Еврейҙарға 13:5, 6-ны уҡығыҙ.) Күп йылдар элек «Күҙәтеү манараһы»нда былай тиелгән ине: «Алланы яҡшы белгән кеше эҙәрләүҙәр ваҡытында уға тулыһынса таяныр». Ниндәй хаҡ һүҙҙәр! Эҙәрләүҙәрҙә ныҡ булып ҡалыр өсөн, беҙ Йәһүәне яратырға, уға тулыһынса таянырға һәм уның беҙҙе яратҡанына тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш (Матф. 22:36—38; Яҡ. 5:11).

5. Йәһүәнең яратыуын тойорға һеҙгә нимә ярҙам итер?

5 Изге Яҙманы көн дә Йәһүәгә яҡынлашыу маҡсаты менән уҡығыҙ (Яҡ. 4:8). Уҡыған саҡта уның ни тиклем наҙлы һәм ҡайғыртыусан булғанын күрергә тырышығыҙ. Йәһүәнең һүҙҙәре һәм эштәре хаҡында уҡығанда, уның һеҙҙе ни тиклем ныҡ яратыуын аңларға тырышығыҙ (Сығ. 34:6). Ҡайһы берәүҙәргә Алланың яратыуына ышаныуы ауыр, сөнки улар бер ҡасан да үҙҙәренә ҡарата яратыу тоймаған. Һеҙ ҙә шундай хистәр кисерһәгеҙ, көн дә Йәһүәнең үҙегеҙгә ҡарата нисек мәрхәмәт һәм игелек сағылдырғанын яҙып барығыҙ (Зәб. 78:38, 39; Рим. 8:32). Тормошоғоҙҙа булған ваҡиғалар һәм Алла Һүҙендә яҙылғандар тураһында уйланып, һеҙ, моғайын, Йәһүәнең үҙегеҙ өсөн башҡарған күп эштәрен иҫкә төшөрөрһөгөҙ. Алланың шундай эштәрен ни тиклем нығыраҡ ҡәҙерләһәгеҙ, шул тиклем уның менән дуҫлығығыҙ нығына барыр (Зәб. 116:1, 2).

6. Зәбур 94:17—19 буйынса, эскерһеҙ доға ҡылыу һеҙгә нисек ярҙам итер?

6 Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Атаһының ҡосағына һыйынған бәләкәс кенә малайҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ул үҙен тыныс итеп тоя һәм атаһына көн дауамында үҙе менән булған яҡшы һәм насар нәмәләр тураһында һөйләргә ҡурҡмай. Көн дә эскерһеҙ доға ҡылып, һеҙ күктәге Атағыҙ менән шундай уҡ яҡын мөнәсәбәттәргә кинәнә алаһығыҙ. (Зәбур 94:17—19-ҙы уҡығыҙ *.) «Йәһүә алдында күңелегеҙҙе һыу түккәндәй» бушатығыҙ, уға бөтә ҡурҡыуҙарығыҙ һәм борсолоуҙарығыҙ тураһында һөйләгеҙ (Ирем. ил. 2:19). Шулай эшләй ниндәй емештәр килтерер? Һеҙ «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеген» тойорһоғоҙ (Флп. 4:6, 7). Өҫтәүенә, йышыраҡ ҡайнар доға ҡылған һайын, һеҙ Йәһүәгә нығыраҡ яҡынлаша барырһығыҙ (Рим. 8:38, 39).

Йәһүәгә һәм уның Батшалығына иман итеү ҡыйыулыҡ бирә

Алла Батшалығының реаль булыуына тулыһынса ышанғанға, Стэнли Джоунз ныҡ булып ҡалған (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Ни өсөн Батшалыҡҡа бәйле пәйғәмбәрлектәрҙең үтәләсәгенә инанған булыу мөһим?

7 Алла Батшалығының фатихалар килтерәсәгенә инанған булығыҙ (Һан. 23:19). Алла вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ышанып етмәһәгеҙ, Шайтан һәм уның хеҙмәтселәре һеҙҙе еңел генә ҡурҡыта алыр (Ғиб. һүҙ. 24:10; Евр. 2:15). Алла Батшалығына ышанысыбыҙҙы хәҙерҙән үк нисек нығытып була? Шәхси өйрәнеүҙә Батшалыҡҡа бәйле пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә һәм уларҙың үтәләсәгенә дәлилдәр табырға кәрәк. Иман хаҡына ете йыл төрмәлә ултырған Стэнли Джоунз ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Уға тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул былай тигән: «Иманым көслө булды, сөнки мин Алла Батшалығы тураһында һәм уның ниндәй эштәр башҡарасағы хаҡында белдем һәм шул белемдәрҙең хаҡ булыуына һис тә шикләнмәнем. Шуға күрә бер кем дә мине Йәһүәне ҡалдырырға мәжбүр итә алманы». Алла вәғәҙәләренә ныҡ ышанһаҡ, Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашырбыҙ һәм ҡурҡыуға бирелмәҫбеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:25, 26).

8. Осрашыуҙарға мөнәсәбәтебеҙ беҙҙең турала нимә асыҡлай? Аңлатығыҙ.

8 Йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмағыҙ. Осрашыуҙар беҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. Осрашыуҙарға мөнәсәбәтебеҙ киләсәктә эҙәрләүҙәрҙе ни тиклем уңышлы кисереп сығасағыбыҙҙы күрһәтә (Евр. 10:24, 25). Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Бөгөн әллә ни етди булмаған сәбәптәр арҡаһында осрашыуҙарҙы ҡалдырһаҡ, киләсәктә осрашыуҙарға йөрөр өсөн именлегебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килгәндә, нимә эшләрбеҙ? Икенсе яҡтан, хәҙерҙән үк йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаҫҡа тәүәккәл булһаҡ, дошмандар беҙгә бергә йыйылырға ҡамасауларға тырышҡанда, беҙ бирешмәҫбеҙ. Шуға күрә инде хәҙер осрашыуҙарҙы ҡәҙерләргә өйрәнеү мөһим. Уларҙы ҡәҙерләһәк, дошмандарҙың ҡаршы килеүе лә, хөкүмәт тарафынан тыйыу ҙа беҙҙе ҡурҡытмаҫ, һәм беҙ «кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ» буйһонорбоҙ (Ғәм. 5:29).

Хәҙерҙән үк Изге Яҙма өҙөктәрен һәм Батшалыҡ йырҙарын ятлап алһағыҙ, эҙәрләүҙәр ваҡытында улар һеҙҙе нығытыр (9-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

9. Ни өсөн аяттарҙы ятлап алыу — эҙәрләүҙәргә әҙерләнер өсөн яҡшы ысул?

9 Яратҡан аяттарығыҙҙы ятлап алығыҙ (Матф. 13:52). Хәтерегеҙ бик үк яҡшы булмаһа ла, Йәһүә, үҙенең ҡеүәтле изге рухын ҡулланып, һеҙгә кәрәк саҡта шул аяттарҙы иҫкә төшөрөргә ярҙам итә ала (Яхъя 14:26). Көнсығыш Германия төрмәһендә бер кешелек камерала ултырған бер ағай-ҡәрҙәш былай тигән: «Йөҙәрләгән аят ятлап алғаныма бик шат булдым! Бының ярҙамында мин буш көндәрҙе Изге Яҙмалағы төрлө фекерҙәр тураһында уйланып үткәрә алдым». Шул аяттар ағай-ҡәрҙәшебеҙгә Йәһүә менән дуҫлығын һаҡлап ҡалырға һәм һынауҙарҙа тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән.

(10-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

10. Ни өсөн рухи йырҙарҙы ятларға кәрәк?

10 Йәһүәне данлау йырҙарын ятлағыҙ һәм уларҙы йырлағыҙ. Филип ҡалаһында төрмәлә ултырғанда, Павел менән Сила үҙҙәре яттан белгән рухи йырҙарҙы йырлаған (Ғәм. 16:25). Шуның шикелле, Советтар Союзында йәшәгән ҡәрҙәштәр ҙә, Себергә һөргөнгә ебәрелгәс, рухи йырҙар йырлап көс тапҡан. Мария Федунь апай-ҡәрҙәш: «Беҙ йыр китабынан белгән бөтә йырҙарҙы ла йырлай торғайныҡ», — тип иҫенә төшөрә. Ул әйтеүенсә, шул йырҙар уларҙы рухландырған һәм Йәһүәнең яҡын икәнен тойорға ярҙам иткән. Ә һеҙгә йыр китабыбыҙҙан йә сайтыбыҙҙан үҙегеҙгә оҡшаған йырҙарҙы йырлау көс өҫтәйме? Улайһа, ниңә шул йырҙарҙы хәҙерҙән үк ятламаҫҡа? (« Миңә ҡыйыулыҡ бир» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

ҠЫЙЫУЫРАҠ БУЛЫР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

11, 12. а) 1 Самуил 17:37, 45—47 буйынса, ни өсөн Дауыт ҡыйыу булған? б) Дауыттың миҫалынан ниндәй һабаҡ алып була?

11 Эҙәрләүҙәр ваҡытында ҡыйыулыҡ кәрәк. Үҙебеҙгә ҡыйыулыҡ етмәгәнен тойһаҡ, нимә эшләргә? Шуны иҫтә тотоу мөһим: ысын ҡыйыулыҡ кешенең ни тиклем ҙур, көслө йә һәләтле булыуынан тормай. Ғәлиәфкә ҡаршы сыҡҡан йәш Дауыттың миҫалына иғтибар итәйек. Шул әзмәүер менән сағыштырғанда, Дауыт күпкә насарыраҡ ҡоралланған, бәләкәсерәк һәм көсһөҙөрәк булған. Дауыттың хатта ҡылысы ла булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ул бик ҡыйыу булған һәм тәкәббер әзмәүергә ҡаршы йүгереп сыҡҡан.

12 Ни өсөн Дауыт шул тиклем ҡыйыу булған? Ул Йәһүәнең үҙе менән булғанына тамсы ла шикләнмәгән. (1 Самуил 17:37, 45—47-не уҡығыҙ *.) Дауыт Ғәлиәфтең ни тиклем ҙур булғаны тураһында уйламаған. Бының урынына, ул Ғәлиәфтең Йәһүә менән сағыштырғанда ни тиклем бәләкәс булғаны тураһында уйлаған. Был осраҡтан нимәгә өйрәнеп була? Йәһүәнең яныбыҙҙа булыуына тулыһынса ышанһаҡ һәм дошмандарҙың Алла менән сағыштырғанда ни тиклем бәләкәс булыуын иҫтә тотһаҡ, беҙ ҙә ҡыйыу булырбыҙ (2 Йыл. 20:15; Зәб. 16:8). Эҙәрләүҙәр башланмаҫ борон ҡыйыулыҡ үҫтерер өсөн нимә эшләп була?

13. Ҡыйыуыраҡ булыр өсөн нимә эшләп була? Аңлатығыҙ.

13 Башҡаларға Алла Батшалығы тураһында вәғәзләп ҡыйыулыҡ үҫтерергә була. Ни өсөн? Сөнки вәғәздә ҡатнашып, беҙ Йәһүәгә таянырға һәм кешеләрҙән ҡурҡмаҫҡа өйрәнәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 29:25). Физик күнегеүҙәр беҙҙе көслөрәк иткән кеүек, өйҙән-өйгә һәм йәмәғәт урындарында, осраҡлы рәүештә һәм кешеләрҙең эш урынында вәғәзләү беҙҙе ҡыйыуыраҡ итә. Хәҙерҙән үк вәғәздә ҡыйыулыҡ үҫтерһәк, эшмәкәрлегебеҙ тыйылған саҡта ла вәғәзләүҙән туҡтамаҫбыҙ (1 Фес. 2:1, 2).

Нэнси Юэн, тыйыуға ҡарамаҫтан, вәғәзләүен дауам иткән (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14, 15. Нэнси Юэн һәм Валентина Гарновская миҫалдарынан ниндәй һабаҡтар алып була?

14 Әйҙәгеҙ, ғәжәп ҡыйыулыҡ сағылдырған ике тоғро апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Коммунистик Ҡытайҙа йәшәгән Нэнси Юэн, буйы метр ярым ғына булһа ла, ҡурҡыуға бирелеп бармаған *. Хөкүмәт вәғәзләүҙән тыйһа ла, ул Алла Батшалығы тураһында башҡаларға һөйләүҙән туҡтамаған. Һөҙөмтәлә уны яҡынса 20 йылға төрмәгә ултыртҡандар. Унан һорау алған хөкүмәт вәкилдәре уның тураһында, илдәге «иң үҙ һүҙле кеше», тип әйткән.

Валентина Гарновская Йәһүәнең үҙе менән булғанына тулыһынса ышанған (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15 Ә Советтар Союзында йәшәгән Валентина Гарновская ҡәрҙәште төрмәгә өс тапҡыр ултыртҡандар. Дөйөм алғанда, ул төрмәлә 21 йыл самаһы ултырып сыҡҡан *. Ни өсөн? Ул, бер нигә ҡарамаҫтан, ашҡынып вәғәзләгән, шуға күрә хөкүмәт вәкилдәре уны «бик ҡурҡыныс енәйәтсе» тип атаған. Был ике тоғро апай-ҡәрҙәшкә шул тиклем ҡыйыу булырға нимә ярҙам иткән? Улар Йәһүәнең үҙҙәре менән булғанына бер ҙә шикләнмәгән.

16. Ысын мәғәнәлә ҡыйыу булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

16 Өҫтә әйтелгәнсә, ҡыйыулыҡ үҫтерер өсөн, беҙгә үҙ көсөбөҙгә һәм һәләттәребеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянырға, уның яныбыҙҙа булыуына һәм беҙҙең хаҡҡа көрәшеүенә ышанырға кәрәк (Ҡан. 1:29, 30; Зәк. 4:6). Ундай ныҡлы ышаныс ысын ҡыйыулыҡтың нигеҙе булып тора.

КЕШЕЛӘРҘЕҢ НӘФРӘТЛЕ МӨНӘСӘБӘТЕНӘ НИСЕК ҠАРАРҒА?

17, 18. Яхъя 15:18—21-ҙә яҙылғанса, Ғайса нимә тураһында киҫәткән? Аңлатығыҙ.

17 Беҙ башҡаларҙың үҙебеҙҙе хөрмәт итеүен теләйбеҙ, әммә үҙебеҙҙе башҡаларҙың мөнәсәбәтенә ҡарап баһалау дөрөҫ булмаҫ ине. Ғайса былай тигән: «Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле» (Лука 6:22). Был һүҙҙәрҙе нисек аңларға?

18 Ғайса, башҡаларҙың нәфрәтле мөнәсәбәте мәсихселәргә шатлыҡ килтерер, тип әйтергә теләмәгән. Ул шәкерттәрен нимә көткәне тураһында әйткән. Беҙ был донъянан түгел. Беҙ Ғайсаның өйрәткәндәре буйынса йәшәйбеҙ һәм ул вәғәзләгән хәбәрҙе таратабыҙ. Шуға күрә донъя беҙҙе нәфрәт итә лә. (Яхъя 15:18—21-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ күктәге Атабыҙҙы яратабыҙ һәм уны шатландырырға теләйбеҙ. Кешеләр беҙҙе бының өсөн нәфрәт итә икән, күңелебеҙгә яҡын алмайыҡ.

19. Беҙ илселәрҙән нисек өлгө ала алабыҙ?

19 Кешеләр нимә генә әйтһә лә һәм нимә генә эшләһә лә, Йәһүә шаһиты булыуығыҙҙан бер ҡасан да оялмағыҙ! (Миҡ. 4:5). Кешеләрҙән ҡурҡыу тураһында әйткәндә, илселәрҙең Ғайса Мәсих үлтерелгәндән һуң нисек эш иткәненән күп нәмәгә өйрәнеп була. Йәһүдтәрҙең дини етәкселәре уларҙы күрә алмаған, һәм илселәр быны яҡшы белгән (Ғәм. 5:17, 18, 27, 28). Шулай ҙа улар, көн һайын ғибәҙәтханаға барып һәм унда вәғәзләп, үҙҙәренең Ғайса шәкерттәре икәнен асыҡ итеп күрһәткән (Ғәм. 5:42). Улар ҡурҡыуға бирелмәгән. Илселәрҙән өлгө алып, эштә, мәктәптә һәм күршеләр менән һөйләшкәндә үҙебеҙҙең Йәһүә шаһиты икәнебеҙҙе асыҡ итеп белдерһәк, беҙ ҙә ҡурҡыу тойғоһон еңә алырбыҙ (Ғәм. 4:29; Рим. 1:16).

20. Ни өсөн илселәр, башҡаларҙың нәфрәтле мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан, шатлыҡ юғалтмаған?

20 Ни өсөн илселәр шатлыҡ юғалтмаған? Улар үҙҙәренә ҡарата булған нәфрәтле мөнәсәбәттең сәбәбен аңлаған һәм Йәһүә ихтыярын үтәгәндәре өсөн кәмһетелеүҙе хөрмәт тип һанаған (Лука 6:23; Ғәм. 5:41). Йылдар уҙғас, илсе Петр: «Ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле!» — тип яҙған (1 Пет. 2:19—21; 3:14). Башҡаларҙың беҙҙе яҡшылыҡ ҡылыу өсөн нәфрәт иткәнен аңлаһаҡ, бер ҡасан да ҡурҡыуға бирелмәҫбеҙ һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаҫбыҙ.

АЛДАН ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

21, 22. а) Һеҙ, эҙәрләүҙәргә әҙер булыр өсөн, нимә эшләргә ҡарар иттегеҙ? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

21 Беҙ эҙәрләүҙәрҙең ҡасан башланасағын йә хөкүмәттең эшмәкәрлегебеҙҙе ҡасан тыясағын белмәйбеҙ. Әммә беҙ быға инде хәҙер әҙерләнергә кәрәклеген беләбеҙ. Бының өсөн Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытыу, ҡыйыулыҡ үҫтереү һәм кешеләрҙең нәфрәтле мөнәсәбәтенә дөрөҫ ҡарарға өйрәнеү мөһим. Хәҙерҙән үк әҙерләнеү беҙгә киләсәктә ныҡ булып ҡалырға ярҙам итәсәк.

22 Әммә һеҙ йәшәгән ерҙә эшмәкәрлегебеҙ инде тыйылған булһа, нимәне иҫтә тоторға кәрәк? Киләһе мәҡәләлә шундай шарттарҙа Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итергә ярҙам иткән принциптар ҡаралыр.

119-СЫ ЙЫР Иманыбыҙ ныҡ булһын!

^ 5 абз. Беҙ башҡаларҙың үҙебеҙҙе нәфрәт итеүен теләмәйбеҙ. Әммә иртәме-һуңмы һәр беребеҙ эҙәрләүгә дусар булыр. Был мәҡәлә беҙгә эҙәрләүҙәр ваҡытында ҡыйыу булып ҡалырға ярҙам итер.

^ 6 абз. Зәбур 94:17—19: «Әгәр Йәһүә ярҙамсым булмаған булһа, мин тиҙ арала һәләк булыр инем. „Аяғым тая“, — тигән сағымда һинең тоғро мөхәббәтең, эй Йәһүә, миңә таяныс булып торҙо. Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең».

^ 12 абз. 1 Самуил 17:37, 45—47: «Унан һуң Дауыт: „Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Йәһүә шул пелешти ҡулынан да ҡотҡарасаҡ“, — тине. Шаул Дауытҡа: „Бар, Йәһүә һинең менән булһын“, — тип әйтте... Дауыт пелештигә былай тип яуап ҡайтарҙы: „Һин миңә ҡаршы ҡылыс һәм һөңгөләр менән сығаһың, ә мин һиңә ҡаршы һин мыҫҡыл иткән Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүәнең — Израиль ғәскәре Аллаһының исеме менән сығам. Бөгөн, был көндө, Йәһүә һине минең ҡулыма тапшырасаҡ, һәм мин, һине үлтереп, башыңды сабып өҙөрмөн. Бөгөн мин пелештиҙәр лагерындағы мәйеттәрҙе күктәге ҡоштарға һәм ҡырағай хайуандарға бирермен. Һәм ер йөҙөндәге бар кеше Израилдә хаҡ Алла бар икәнлеген белер. Бында йыйылғандарҙың һәммәһе лә Йәһүәнең ҡылысһыҙ һәм һөңгөһөҙ ҡотҡара алғанын аңлар, сөнки был һуғыш — Йәһүәнең һуғышы, ул бөтөнөгөҙҙө лә беҙҙең ҡулға бирәсәк“».

^ 14 абз. Телевидениебыҙҙа «Йәһүәнең исеме барыһына билдәле буласаҡ» тигән видеояҙманы (тат.) ҡарағыҙ. (ВИДЕОАРХИВ > ИНТЕРВЬЮ ҺӘМ ОСРАҠТАР > АРХИВЫБЫҘҘАН тигән һылтанма буйынса табып була.)

^ 15 абз. Йәһүә шаһиттарының 2008 йылғы «Йыллыҡ баҫма»һының (урыҫ) 191—192-се биттәрен ҡарағыҙ.

^ 68 абз. РӘСЕМДӘ: ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә ата-әсә, карточкалар ҡулланып, балаларына Изге Яҙма өҙөктәрен ятлап алырға ярҙам итә.

^ 71 абз. РӘСЕМДӘ: машинала йыйылышҡа китеп барғанда, ғаилә Батшалыҡ йырҙарын йырлай.