Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Тыйыу ваҡытында хеҙмәтегеҙҙе дауам итегеҙ

Тыйыу ваҡытында хеҙмәтегеҙҙе дауам итегеҙ

«Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ» (ҒӘМ. 4:19, 20).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ни өсөн эшмәкәрлегебеҙҙең тыйылыуы беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2018 йылда эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йә тулыһынса тыйылған илдәрҙә 223 000-дән ашыу вәғәзсе йәшәгән. Был беҙҙе ғәжәпләндермәй. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, пәйғәмбәрлектәр буйынса, ысын мәсихселәр эҙәрләүҙәргә дусар буласаҡ (2 Тим. 3:12). Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, хөкүмәттәр ғибәҙәтебеҙҙе кинәт тыйырға мөмкин.

2 Һеҙ йәшәгән илдә хөкүмәт Йәһүәгә табыныуҙы тыйырға ҡарар итһә, һеҙҙе бындай һорауҙар борсорға мөмкин: эҙәрләүҙәргә дусар булыу Алла хуплауын юғалтыуҙы аңлатамы? Хөкүмәттең шундай ҡарары хеҙмәтебеҙҙе туҡтатырмы? Йәһүәгә асыҡтан-асыҡ хеҙмәт итер өсөн икенсе илгә күсенергә кәрәкме? Был һорауҙар ошо мәҡәләлә ҡаралыр. Беҙ шулай уҡ эшмәкәрлегебеҙ тыйылғанда хеҙмәтебеҙҙе нисек дауам итеп булғанын һәм ниндәй тоҙаҡтарҙан һаҡланырға кәрәклеген белербеҙ.

ЭҘӘРЛӘҮҘӘР АЛЛАНЫҢ ХУПЛАМАУЫН АҢЛАТАМЫ?

3. 2 Коринфтарға 11:23—27-лә яҙылғанса, Павел ниндәй эҙәрләүҙәргә дусар булған, һәм уның миҫалы нимәне күрһәтә?

3 Хөкүмәт эшмәкәрлегебеҙҙе тыйһа, беҙ, Алланың хуплауын юғалттыҡ, тигән хаталы һығымтаға килергә мөмкин. Илсе Павелды иҫкә төшөрәйек. Һис шикһеҙ, Алла уны хуплаған. Ул Грек Яҙмаларына ингән 14 хатты яҙған, өҫтәүенә, уға башҡа халыҡтар илсеһе булыу хөрмәте тейгән. Шулай ҙа Павел ҡаты эҙәрләүҙәр менән осрашҡан. (2 Коринфтарға 11:23—27-не уҡығыҙ.) Уның миҫалынан күренеүенсә, Йәһүә тоғро хеҙмәтселәренең эҙәрләүҙәргә дусар булыуын рөхсәт итә.

4. Ни өсөн донъя беҙҙе нәфрәт итә?

4 Ғайса Мәсих беҙҙең ни өсөн ҡаршылыҡтарға осрауыбыҙҙы аңлатҡан. Ул әйткәнсә, беҙ был донъянан булмағанға, кешеләр беҙҙе нәфрәт итә (Яхъя 15:18, 19). Эҙәрләүҙәр Йәһүәнең хупламауын аңлатмай. Киреһенсә, беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы раҫлай!

ТЫЙЫУ ХЕҘМӘТЕБЕҘҘЕ ТУҠТАТЫРМЫ?

5. Кешеләр хаҡ ғибәҙәтте юҡҡа сығара аламы? Аңлатығыҙ.

5 Кешеләр Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенә ҡылынған ғибәҙәтте юҡҡа сығара алмай. Күптәр быны эшләргә тырышҡан, әммә маҡсатына ирешмәгән. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында булған хәлдәргә иғтибар итәйек. Ул ваҡытта күп илдәрҙә Алла халҡы ҡаты эҙәрләүҙәр менән осрашҡан. Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге нацистик Германияла ғына түгел, ә шулай уҡ Австралияла, Канадала һәм башҡа илдәрҙә тыйылған булған. Әммә шуныһы иғтибарға лайыҡ: 1939 йылда, һуғыш башланғанда, бөтә донъя буйынса 72 475 вәғәзсе булған, ә һуғыштың аҙағында, 1945 йылда уларҙың һаны 156 299-ға тиклем барып еткән. Шулай итеп, Йәһүәнең фатихаһы менән вәғәзселәрҙең һаны икеләтә артҡан!

6. Эҙәрләүҙәр ниндәй яҡшы эҙемтәләргә килтерергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

6 Эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡыу — тәбиғи хис, әммә йыш ҡына ундай һынауҙар, киреһенсә, Йәһүәгә тағы ла күберәк хеҙмәт итергә дәртләндерә. Мәҫәлән, эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәгән бер парҙың осрағына иғтибар итәйек. Уларҙың бәләкәй балаһы бар. Шулай ҙа, ҡурҡыуға бирелеү урынына, улар пионер хеҙмәтен башлаған. Бының өсөн апай-ҡәрҙәшебеҙ хатта аҡсалы эшен ҡалдырған. Уның ире әйтеүенсә, эшмәкәрлегебеҙ тыйылғандан һуң, күп кешеләр Йәһүә шаһиттары менән ҡыҙыҡһына башлаған, шунлыҡтан Изге Яҙма өйрәнеүҙәрҙе башлауы еңелерәк булып киткән. Тыйыуҙың тағы бер яҡшы яғы бар. Шул уҡ илдә йәшәгән бер өлкәндең һүҙҙәре буйынса, актив булмаған күп ҡәрҙәштәр яңынан осрашыуҙарға йөрөй һәм вәғәзләй башлаған.

7. а) Левиттар 26:36, 37-нән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? б) Тыйыу ваҡытында һеҙ нисек эш итерһегеҙ?

7 Ғибәҙәтебеҙҙе тыйғанда, дошмандар беҙ ҡурҡыуға бирелербеҙ һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарбыҙ тип өмөтләнә. Эшмәкәрлегебеҙҙе тыйыуҙан тыш, улар беҙҙең хаҡта ялған хәбәрҙәр таратырға, йорттарыбыҙҙа тентеү үткәрергә, беҙҙе судҡа бирергә йә хатта төрмәгә ултыртырға мөмкин. Улар, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе төрмәгә ябып, бөтәбеҙҙе лә ҡурҡытырға өмөтләнә. Ҡурҡыу тойғоһона күңелебеҙҙә урынлашырға рөхсәт итһәк, беҙ хатта үҙ ғибәҙәтебеҙҙе үҙебеҙ «тыйырға» мөмкин. Беҙҙең Левиттар 26:36, 37-лә * (уҡығыҙ) тасуирланған кешеләргә оҡшаш булғыбыҙ килмәй. Шуға күрә беҙ ҡурҡыу арҡаһында рухи эштәрҙә әҙерәк ҡатнаша башларға йә бөтөнләй туҡтарға теләмәйбеҙ. Беҙ Йәһүәгә тулыһынса таянабыҙ һәм ҡурҡыуға бирелмәйбеҙ (Ишағ. 28:16). Беҙ, доға ҡылып, Йәһүәнән нисек эш итергә кәрәклеген һорайбыҙ. Беҙгә Алла ярҙам итә, шунлыҡтан донъялағы иң көслө хакимдар ҙа беҙгә ғибәҙәт ҡылырға ҡамасаулай алмаясаҡ (Евр. 13:6).

ИКЕНСЕ ИЛГӘ КҮСЕНЕРГӘ КӘРӘКМЕ?

8, 9. а) Һәр ғаилә башлығына йә һәр мәсихсегә ниндәй шәхси ҡарар ҡабул итергә кәрәк? б) Аҡыллы ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?

8 Илегеҙҙә эшмәкәрлегебеҙ тыйылған икән, һеҙ, бәлки: «Йәһүәгә асыҡтан-асыҡ хеҙмәт итер өсөн икенсе илгә күсенергә кәрәкме?» — тип уйланаһығыҙҙыр. Ундай шәхси ҡарарҙы һеҙҙең урынға бер кем дә ҡабул итә алмай. Ҡайһы берәүҙәр, беренсе мәсихселәрҙең эҙәрләүҙәр ваҡытында нисек эш иткәнен тикшереп, уларҙың үрнәгенә эйәрергә булыр. Дошмандар Стефанды таш атып үлтергәндән һуң, шәкерттәр Иерусалимдан Йәһүҙиәгә һәм Самарияға ҡасҡан, хатта Финикия, Кипр һәм Антиохияға тиклем барып еткән (Матф. 10:23; Ғәм. 8:1; 11:19). Ә башҡалар иһә илсе Павел кеүек эш итергә булыр. Ул вәғәз эшенә ҡаршылыҡ күрһәтелгән ерҙә ҡалырға ҡарар иткән. Һөйөнөслө хәбәрҙе таратыу һәм ҡаты эҙәрләүҙәр менән осрашҡан ҡәрҙәштәрҙе нығытыу өсөн, Павел үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған (Ғәм. 14:19—23).

9 Был өҙөктәрҙән нимәгә өйрәнеп була? Һәр ғаилә башлығына күсеп китеү мәсьәләһе буйынса шәхси ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ҡарар ҡабул итер алдынан, ул доға ҡылырға һәм, ғаиләһенең ихтыяждары тураһында уйланып, күсенеүҙең ыңғай һәм тиҫкәре яҡтарын ҡарап сығырға тейеш. Был мәсьәләлә һәр мәсихсе «үҙ йөгөн үҙе күтәрер» (Гал. 6:5). Беҙ башҡаларҙы ҡабул иткән ҡарарҙары өсөн хөкөм итергә тейеш түгел.

ТЫЙЫУ ВАҠЫТЫНДА НИСЕК ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫРҒА?

10. Филиал һәм өлкәндәр ниндәй күрһәтмәләр бирер?

10 Тыйыу ваҡытында хеҙмәтте нисек дауам итергә? Филиал өлкәндәргә рухи аҙыҡ алыуға, осрашыуҙар үткәреүгә һәм вәғәзләүгә ҡағылышлы күрһәтмәләр һәм ғәмәли кәңәштәр бирер. Филиал өлкәндәр менән бәйләнешкә инә алмаһа, өлкәндәр үҙҙәре барыһына ла Йәһүәгә артабан хеҙмәт итергә ярҙам итер. Күрһәтмәләр биргәндә, улар Изге Яҙмаға һәм баҫмаларыбыҙға нигеҙләнер (Матф. 28:19, 20; Ғәм. 5:29; Евр. 10:24, 25).

11. Ни өсөн рухи аҙыҡһыҙ ҡалырбыҙ тип ҡурҡырға кәрәкмәй, һәм һәр мәсихсе үҙенең Изге Яҙма китабын һәм башҡа баҫмаларҙы нисек һаҡлай ала?

11 Йәһүә, хеҙмәтселәрем рухи яҡтан яҡшы туҡланыр, тип вәғәҙә иткән (Ишағ. 65:13, 14; Лука 12:42—44). Шуға күрә һис тә шикләнмәгеҙ: уның ойошмаһы, һеҙгә тоғро булып ҡалырға ярҙам итер өсөн, мөмкин булғандың барыһын эшләйәсәк. Ә һеҙ үҙегеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Тыйыу ваҡытында Изге Яҙмағыҙҙы һәм башҡа баҫмаларҙы йәшерер өсөн яҡшы урын табығыҙ. Бер ҡасан да ҡиммәтле рухи аҙыҡты еңел генә табырлыҡ урында ҡалдырмағыҙ. Был кәңәш баҫтырылған әҙәбиәткә лә, электрон форматта сығарылған баҫмаларға ла ҡағыла. Беҙҙең һәр беребеҙ үҙ иманын көслө килеш һаҡлар өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләргә тейеш.

Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҡурҡмайынса ғибәҙәт ҡылыу өсөн йыйылабыҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Тыйыу ваҡытында өлкәндәр йыйылыш осрашыуҙарын нисек ойошторорға мөмкин?

12 Ә аҙна һайын үткәрелгән осрашыуҙар тураһында нимә әйтеп була? Өлкәндәр йыйылыш осрашыуҙарын иғтибар йәлеп итмәҫлек итеп үткәреүҙе ойошторор. Улар, бәлки, йыйылышты бәләкәй төркөмдәргә бүлер һәм осрашыуҙарҙың үткәрелеү ваҡытын һәм урынын йыш алмаштырып торор. Ҡәрҙәштәрҙең хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн, осрашыуҙарға килгәндә һәм ҡайтҡанда ҡысҡырып һөйләшмәгеҙ. Шулай уҡ, иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн, бәлки, көндәлек кейем кейеп барырға тура килер.

Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған булһа ла, беҙ вәғәзләүҙән туҡтамаясаҡбыҙ (13-сө абзацты ҡарағыҙ.) *

13. Советтар Союзында йәшәгән ҡәрҙәштәрҙән нимәгә өйрәнеп була?

13 Вәғәзләүгә килгәндә, төрлө ерҙәрҙә шарттар төрлө булырға мөмкин. Әммә Йәһүәне яратҡанға һәм уның Батшалығы тураһында башҡаларға һөйләргә теләгәнгә, беҙ вәғәзләр өсөн ысулдар табырбыҙ (Лука 8:1; Ғәм. 4:29). Тарихсы Эмили Бэран Йәһүә шаһиттарының Советтар Союзында алып барған вәғәз эше тураһында былай тип яҙған: «Хөкүмәт был кешеләрҙе дини ҡараштарын таратыуҙан тыйғас, улар күршеләренә, эштәге хеҙмәттәштәренә һәм дуҫтарына вәғәзләй башлаған. Шул арҡала уларҙы эш лагерҙарына ебәргәндәр, әммә унда ла улар башҡа тотҡондарға вәғәзләгән». Тыйыуға ҡарамаҫтан, Советтар Союзында ҡәрҙәштәр вәғәзләүҙән туҡтамаған. Әгәр һеҙ йәшәгән ерҙә вәғәз эшен тыйһалар, шул ҡәрҙәштәрҙән өлгө алығыҙ.

ҠУРҠЫНЫСТАРҘЫ ИҪТӘ ТОТОҒОҘ

Беҙ өндәшмәү ваҡытын белергә тейеш (14-се абзацты ҡарағыҙ.) *

14. Зәбур 39:1-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәнән киҫәтә?

14 Артығын һөйләмәгеҙ. Тыйыу ваҡытында «өндәшмәү ваҡыты бар» икәнен иҫтә тотоу үтә мөһим (Вәғ. 3:7). Ҡәрҙәштәрҙең исемдәре, осрашыуҙарҙың үткәрелеү урындары, вәғәзләү ысулдары һәм рухи аҙыҡ алыу юлдары менән бәйле мәғлүмәтте сер итеп тота белергә кәрәк. Беҙ ундай мәғлүмәтте хөкүмәт вәкилдәренә лә, хатта илебеҙҙә йә сит илдә йәшәгән ҡәрҙәштәргә һәм туғандарға ла бирмәҫбеҙ. Юғиһә беҙ ҡәрҙәштәрҙең именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр инек. (Зәбур 39:1-ҙе уҡығыҙ *.)

15. Шайтан нимә эшләргә тырыша, һәм уның тоҙағына нисек эләкмәҫкә?

15 Аңлашылмаусанлыҡтар берҙәмлегебеҙҙе емермәһен. Шайтан шуны белә: берәй ғаилә бүленһә, ундай ғаилә тарҡалыр (Марк 3:24, 25). Шуға күрә ул һәр ваҡыт арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға тырыша. Ул беҙҙең үҙе менән түгел, ә бер-беребеҙ менән көрәшә башлауыбыҙға өмөтләнә.

16. Гертруд Пётцингер апай-ҡәрҙәш беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?

16 Хатта рухи яҡтан етлеккән мәсихселәргә лә был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Гертруд Пётцингер һәм Эльфриде Лёр исемле майланған апай-ҡәрҙәштәрҙең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Улар башҡа апай-ҡәрҙәштәр менән нацистарҙың концлагерына эләккән. Эльфриденың башҡа апай-ҡәрҙәштәрҙе рухландырып телмәрҙәр һөйләгәнен күргәс, Гертруд көнләшә башлаған. Һуңыраҡ Гертрудҡа оят булып киткән, һәм ул доға ҡылып Йәһүәнән ярҙам һораған. Ул былай тип яҙған: «Башҡалар беҙҙән һәләтлерәк булһа йә уларҙың хөрмәтле вазифалары күберәк булһа, беҙгә быға дөрөҫ ҡарай белергә кәрәк». Гертруд көнләшеү тойғоһонан нисек арынған? Ул иғтибарын Эльфриденың яғымлылығына һәм башҡа яҡшы сифаттарына туплаған. Шулай итеп ул Эльфриде менән яҡшы мөнәсәбәттәрен тергеҙә алған. Улар икеһе лә, концлагерҙағы ауырлыҡтарҙы кисереп сығып, ерҙәге тормоштарының ахырына тиклем Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлар өсөн бар көсөбөҙҙө һалһаҡ, Шайтан берҙәмлегебеҙҙе емерә алмаҫ (Кол. 3:13, 14).

17. Ни өсөн Йәһүәнең ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә буйһоноу бик мөһим?

17 Үҙ-үҙегеҙгә таянмағыҙ. Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр биргән күрһәтмәләр буйынса эш итһәк, бәләләргә эләкмәҫбеҙ (1 Пет. 5:5). Мәҫәлән, эшмәкәрлегебеҙ тыйылған бер илдә яуаплы ҡәрҙәштәр вәғәздә баҫтырылған әҙәбиәт таратмаҫҡа күрһәтмә биргән. Шулай ҙа пионер булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш, был күрһәтмәгә буйһонмайынса, баҫтырылған әҙәбиәт таратҡан. Был нимәгә килтергән? Күп тә үтмәҫтән, шул ағай-ҡәрҙәш һәм бер нисә вәғәзсе осраҡлы рәүештә вәғәзләгәндән һуң, яндарына хөкүмәт вәкилдәре килгән һәм уларҙан һорау алған. Күрәһең, улар ҡәрҙәштәр артынан барған һәм таратылған баҫмаларҙы кешеләрҙән йыйып алған. Был осраҡтан ниндәй һабаҡ алып була? Ағай-ҡәрҙәштәр биргән күрһәтмәләр менән риза булмаһаҡ та, улар буйынса эш итеү бик мөһим. Арабыҙҙа етәкселек алырға билдәләнгән ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итһәк, Йәһүә һәр ваҡыт беҙҙе фатихалар (Евр. 13:7, 17).

18. Ни өсөн кәрәкмәгән ҡағиҙәләр урынлаштырыу дөрөҫ түгел?

18 Кәрәкмәгән ҡағиҙәләр урынлаштырмағыҙ. Күп ҡағиҙәләр урынлаштырып, өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙең тормошон ҡатмарлаштырыр. Юрай Каминский исемле ағай-ҡәрҙәш Чехословакиялағы тыйыу ваҡыты тураһында былай тип һөйләгән: «Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр һәм күп өлкәндәр төрмәгә ултыртылғас, йыйылыштарҙа һәм райондарҙа үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ағай-ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәре вәғәзселәр өсөн ҡағиҙәләр урынлаштыра башланы, уларға нимә ярай, ә нимә ярамай икәнен әйтеп торҙо». Йәһүә беҙгә башҡалар өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуҡ бирмәгән. Кәрәкмәгән ҡағиҙәләр урынлаштырыусылар ҡәрҙәштәрҙең именлеген хәстәрләмәй, ә уларҙың иманы өҫтөнән хакимлыҡ итә (2 Кор. 1:24).

ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮҘӘН ТУҠТАМАҒЫҘ

19. 2 Йылъяҙма 32:7, 8 буйынса, ни өсөн беҙгә ҡурҡырға кәрәкмәй?

19 Иблис Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәрен артабан да эҙәрләр (1 Пет. 5:8; Асыл. 2:10). Ул хеҙмәтселәре менән хаҡ ғибәҙәтте тыйырға тырышыр. Ләкин беҙ ҡурҡыуға бирелмәҫбеҙ һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаҫбыҙ! (Ҡан. 7:21). Йәһүә беҙҙең яҡлы, һәм эшмәкәрлегебеҙ тыйылған саҡта ла ул беҙгә ярҙам итеп торасаҡ. (2 Йылъяҙма 32:7, 8-ҙе уҡығыҙ *.)

20. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйһегеҙ?

20 Әйҙәгеҙ, беренсе быуаттағы мәсихселәрҙән үрнәк алайыҡ. Улар идарасыларға былай тип әйткән: «Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән? Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ» (Ғәм. 4:19, 20).

73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

^ 5 абз. Хөкүмәт эшмәкәрлегебеҙҙе тыйһа, беҙгә нисек эш итергә кәрәк? Был мәҡәләлә шундай шарттарҙа нимә эшләргә, ә нимә эшләмәҫкә икәне тураһында һүҙ барыр. Был кәңәштәрҙе ҡулланып, һеҙ Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итә алырһығыҙ.

^ 7 абз. Левиттар 26:36, 37: «Ә иҫән ҡалып үҙ дошмандарының ерҙәрендә йәшәгәндәрҙең йөрәген мин өмөтһөҙлөк менән тултырырмын. Ел осорған япраҡтың тауышы уларҙы ҡасып китергә мәжбүр итер. Улар ҡылыстан ҡасҡан кеүек йүгерер һәм, уларҙы бер кем дә ҡыумаһа ла, йығылыр. Улар, бер кем дә ҡыумаһа ла, ҡылыстан ҡасҡан кешеләр һымаҡ, бер-береһенә абыныр. Һеҙ дошмандарығыҙға ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».

^ 14 абз. Зәбур 39:1: «Мин: „Телем менән гонаһ ҡылмаҫ өсөн, аҙымымды күҙәтермен, яуыз бәндә янымда булғанда, ауыҙыма ауыҙлыҡ кейҙерермен“, — тинем».

^ 19 абз. 2 Йылъяҙма 32:7, 8: «„Ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ! Ассирия батшаһынан һәм уның күп һанлы кешеләренән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын, сөнки беҙҙең менән булғандар уның менән булғандарға ҡарағанда күберәк. Ул кеше көсөнә, ә беҙ Аллабыҙ Йәһүәгә таянабыҙ, беҙгә Хоҙай ярҙам итә, һәм беҙҙең өсөн ул һуғыша“. Йәһүд батшаһы Езекияның һүҙҙәренән һуң халыҡтың рухы күтәрелеп китте».

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: Бөтә был рәсемдәрҙә эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән илдәрҙә була алған хәлдәр төшөрөлгән. Был рәсемдә бер нисә вәғәзсе бер ағай-ҡәрҙәштең мастерскойында осрашыу үткәрә.

^ 64 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш (һул яҡтан) ҡатын менән һөйләшеп ултыра һәм әңгәмәне рухи темаға борорға тырыша.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: полиция хеҙмәткәрҙәре һорау алғанда, ағай-ҡәрҙәш йыйылыш тураһында мәғлүмәт бирмәй.